«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КӘРЗИН ҮРӘМ...
+  - 

Һәр хужабикә үҙ фатирын, йортон, ишек алдын йәки ҡала янындағы баҡсаһын уңайлы, матур һәм йәмле итергә тырыша. Һәм бының өсөн иң ҡулайлы ысул - төрлө сортлы гөлдәр һәм сәскәләр үҫтереү. Был осраҡта гөл һауыттарының да ыҡсым һәм матур булыуы мөһим. Минең яратып башҡарған шөғөлөм хужабикәләргә нәҡ ошондай мөмкинлек бирә лә инде. Аныҡлап әйткәндә, мин төп эшемдән буш ваҡытта төрлө ҙурлыҡтағы, төҫтәге кашполар эшләйем.

Кашпоның эсенә гөлдө һауыты менән дә ултыртырға була, шулай уҡ тупраҡ һалып, сәскәнең йәки гөлдөң үҙен генә лә сәсергә мөмкин. Үреп эшләнгән кашпо йортҡа йәки ихатаға бик күркәм төҫ бирә, ниндәй интерьерға булһа ла тап килеп тора. Үреп эшләнгән кашпоны гөл һауыты булараҡ ҡына түгел, шулай уҡ кәрзин йәки хужалыҡ тауарҙарын һалыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Ғәҙәттә, эш өсөн полиротанг тип аталған материал ҡулланам. Ул төрлө ҡалынлыҡта, киңлектә һәм төҫтә була, экологик яҡтан таҙа, һығылмалы. Хаҡы ла әллә ни ҡыйбат түгел, мин уны, ғәҙәттә, интернет аша яҙҙырып алам. Миңә айырыуса тәбиғи ағасты хәтерләткән материал оҡшай, уның менән эшләүе лә күңелле, кашполар ҙа матурыраҡ килеп сыҡҡан төҫлө.
Кашпоны махсус гөл һауытын уратып та эшләйем, шулай уҡ "үҙаллы" һауыт итеп тә үрәм. Матур әйбер килеп сыҡһын өсөн, әлбиттә, оҫтарыр кәрәк. Ҡул өйрәнеп, эштең айышына төшөнөп алһаң, бер уртаса кашпоны бер көн эсендә үрергә була. Миҫал өсөн 10-12 литрлыҡ кашпоны үреү өсөн яҡынса 600 грамм полиротанг ҡулланыла. Материалдың сығымы уның ҡалынлығынан, таҫма формаһының ниндәй булыуынан тора. Был эш менән ике йылдай шөғөлләнәм, тәүҙә үҙем өсөн генә үрҙем, унан туғандарға һәм дуҫтарға эшләп бирҙем, яйлап һатып алыусыларым да барлыҡҡа килде. Кашпо үреү буш ваҡытта ғына яратып башҡарған шөғөлөм булыуын иҫәпкә алғанда, уның ваҡ-төйәккә тотонорлоҡ килем килтереүе ғаилә бюджеты өсөн бик тә ярап ҡала. Әле ошо уҡ материалдан мебель эшләп ҡарау теләге уянды. Был хыялым менән бүлешкәс, хеҙмәттәшем хатта алдан заказ да биреп ҡуйҙы - баҡсаһына үрелгән ултырғыстар һәм өҫтәл эшләп биреүҙе һораны. Ошо көндәрҙә башлармын тип торам.
Гәзит уҡыусылар араһында ла оҫта ҡуллы кешеләр бик күптер. Бәлки, минең шөғөлөм кемдеңдер күңеленә ятыр һәм килем килтереү сығанағына әйләнер, тип уйлап яҙҙым.

Гөлдәр ХИСМӘТУЛЛИНА.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 685

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru