«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Беренсе бүлек. Таш быуаты.
Неолит осоро

Археология фәнендә керамика, ҡиммәтле мәғлүмәти материал булараҡ, тағы ла бер мөһим үҙенсәлеккә эйә. Ер шарындағы барса археологик ҡомартҡылар материалдары күрһәткәнсә, балсыҡ һауыт-һабаны бар ерҙә лә яһағандар, әммә һәр бер территориаль төркөм (союз) ҡәбиләләренең үҙҙәренә генә хас һауыт формалары, балсыҡ составы һәм орнаментацияһы булған. Ошондай техник алымдар, үҫешә барып, быуаттар һәм хатта мең йыллыҡтар дауамында үҙҙәренең үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалған. Яңы территорияларға күсеп киткән ҡәбиләләр һауыт-һабаны элекке стандарттарға ярашлы яһауын дауам иткән. Әммә археология ошондай ҡатмарлы тарихи факттарҙы бик аныҡ билдәләй ала. Мәҫәлән, бер төркөм ҡәбиләләр тарафынан үҙләштерелгән территорияға икенсе төркөм ҡәбиләләре үтеп инә, һәм улар үҙҙәренә хас булған һауыт-һаба формаларын, орнамент һәм башҡа мәҙәниәт элементтарын алып килә. Оҙаҡ йылдар дауамында бергә йәшәү һөҙөмтәһендә элекке һауыт-һаба формалары аҡрынлап юғала башлай һәм ҡатнаш типтағылары барлыҡҡа килә. Археологтар, керамиканың ошондай үҙен-сәлектәре арҡаһында, спорт төркөмдәренә хас булғанса, кешеләрҙең теге йәки был ҡәбиләләр төркөмдәренә (археологик мәҙәниәттәргә) ҡарауын билдәләй ала.
Неолит осоронда таш эшкәртеү техникаһы сәскә ата: кеше ташты тишергә, бысырға, шымартырға өйрәнә, ретушь техникаһы (нуклеус ташын нескә рәүештә эшкәртеү) яҡшыра бара. Таш эшкәртеүҙәге прогресс хаҡында бик күп һанда табылған уҡ башаҡтары, дротиктар, балталар, бысаҡтар һәм башҡа әйберҙәр аша белергә була.


Дүртенсе һүрәт. Көньяҡ Уралдың неолит осоро торалары материалдары. 1. - кеше һыны башының ярсығы; 2,3 - тәғәйенләнеше билдәле булмаған, шымартылған таш әйберҙәр ("үтек" тип аталған предметтар).

Дәүләкән районындағы торала тәүләп неолит дәүере кешеһенең ҡәбере табыла. Билдәле археолог-антрополог М.М. Герасимов уның баш һөйәгенән реконструкция эшләгәс, б.э. тиклем V - IV быуаттарҙа Көньяҡ Уралда оҙон буйлы, бер аҙ ғына монголоид һыҙаттары булған европеоид тибындағы кешеләр йәшәүе асыҡлана. Ошондай типтағы кешенең көньяҡ тарафтарындағы илдәрҙә формалашыуы хаҡ тип һанала, шуға күрә уны Алғы Азия тибындағы кеше тип атайҙар. Ошо кеше менән Һабаҡты III тораһында табылған кешенең балсыҡ портреты (статуэткаһы) бер ни тиклем оҡшаш.
Бындай табыштар ошо дәүерҙә Урта Азияла йәшәүсе ҡәбиләләрҙең характерлы элементы булып тора. Шуға күрә неолит дәүерендә, ер эшкәртеүҙең һәм малсылыҡтың төньяҡ тарафтарына тарала барған сағында, Көньяҡ Урал кешеләренең урындағы мезолит осоро ҡәбиләләре нигеҙендә бында Урта Азиянан һәм Түбәнге Волга буйынан килгән халыҡ төркөмдәренән хасил булыуы хаҡында фараз итергә була.

Энеолит

Таш быуаттан ҡула (бронза) быуатына күсеү осоронда энеолит тип аталған айырым этап билдәләнә. Был осор б.э. тиклем IV - III быуаттарға ҡарай. Уҙған таш быуатынан ул VI - V мең йыллыҡтарҙа башланған ер эшкәртеү һәм малсылыҡ тармаҡтарының ярайһы уҡ үҫешә барыуы менән принципиаль рәүештә айырылып тора. Баҡыр иретеү металлургияһы барлыҡҡа килә, тикшеренеүселәр фекеренә ярашлы, ул замандарҙа күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән Уралда ла, ер өҫтөнә сығып ятҡан саф баҡыр сығанаҡтары ҡулланыла. Йылға һәм күл буйҙарында оҙайлы ваҡыт дауамында файҙаланылған торлаҡтар күпләп барлыҡҡа килә, улар усаҡтары иҙәндә булған, яртылаш ергә ҡаҙып һалынған өйҙәрҙән тора.


Бишенсе һүрәт. Энеолит осорондағы балсыҡ һауыт. Өфө-IV тораһы.

Неолит осоронда хасил булған матди мәҙәниәт элементтары үҫешә бара. Таштан эшләнгән ҡорамалдар төрлөләнә: төрлө типтағы бысаҡ формаһындағы пластиналар, нуклеустар, бысаҡтар, уҡ башаҡтары, таш балталар һ.б. әйберҙәр ҡулланылышта була. "Үтек" тип аталған, аҫҡы яғы яҫы булып, ярым сфера формаһындағы өҫкө яғының уртаһынан киң паз уйылған таштар киң таралыу таба. Археологтарға бындай предметтарҙың тәғәйенләнеше аныҡ ҡына билдәле түгел: моғайын, улар культ предметы булғандыр, сөнки уларҙың өҫкө яғы ялтырағансы шымартылған.
Йомортҡа йәиһә ярым йомортҡа формаһындағы һауыт-һаба ҡулланыла, әммә төрлө төбәктәр керамикаһындағы теге йәки был биҙәктәр бәйләнеше яғынан етди айырмалыҡтар бар. Тикшеренеүселәр, башлыса, Урал-Волга буйы территорияһында энеолит осорондағы балсыҡ һауыт-һаба орнаментының үҙенсәлектәрен иғтибарға алып, уларҙы археологик мәҙәниәттәр тип атап, бер төркөм локаль ҡомартҡылар булыуын билдәләй. Улар - Һамар, Хвалынск, Суртандин, Аят, Терһәк, Ботай һәм Ям мәҙәниәттәре.
Әле атап кителгән мәҙәниәттәргә ҡараусылар араһында Ям мәҙәниәте ҡәбиләләре өҫтөнлөклө булып, Волга һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа таралып йәшәгән. Улар көнбайышта, Азов диңгеҙе буйында көн иткән ҡәрҙәш ҡәбиләләр союзының әлеге территориялағы көнсығыш төркөмөн хасил итә.
Көнсығыш Европаның көньяҡ тарафтарының боронғо тарихында Ям мәҙәниәте ҡәбиләләре айырым урын биләй: улар, тәүгеләрҙән булып, үҫешкән күсмә малсылыҡ аша ошо тәбәктең дала киңлектәрен үҙләштереүсе ҡәүем булараҡ билдәле. Быға дәлил итеп дала төпкөлдәрендә, йылға һәм күлдәрҙән байтаҡ алыҫ ятҡан ерҙәрҙә, яңы типтағы археологик ҡомартҡылар - ҡорғандар хасил булыуын атарға була. Улар боронғо халыҡтар ҡәберлектәренең бер төрө булып, үлгән кеше ҡәберҙәренең өҫтөндәге ер йәиһә таш өйөмдәренән ғибәрәт.
Шул уҡ ваҡытта дала йылғалары һәм күлдәре ярҙарындағы тораларҙың күпселегенең юҡҡа сығыу факттары күҙәтелә, ә был кешеләрҙең күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнә башлауҙарына бәйле. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр бындай үҙгәрештәрҙе ҡоролоҡ осоронда йылға һәм күлдәрҙәге һыу кимәленең ныҡ түбәнәйеп, дала сиктәренең төньяҡҡа табан күсә барыуы менән бәйләп аңлата.
Урал-Волга буйы территорияһындағы иң боронғо ҡорған ҡәберлектәре Ям (соҡор) исеме аҫтында айырым археологик мәҙәниәтте хасил итә. Уларҙа үлгәндәрҙе киң һәм тәрән соҡорҙарға, ҡағиҙә булараҡ, бөгөлгән рәүештә, уң ҡабырғаһында, башы менән көнсығышҡа йәиһә төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләгәндәр. Мәйетте ҡәбергә ултырған килеш ерләгән осраҡтар ҙа булған. Ҡәбер эсенә бүрәнәләрҙән ҙур булмаған буралар төҙөлгән булыуы мөмкин; ҡәбер өҫкө яҡтан ул замандағы ер кимәлендә бүрәнәләр, ярҡалар менән ҡапланған була, уларҙың өҫтөнә бейек ер өйөмдәре яһала. Үлгән кешеләрҙең мәйеттәре ҡуйы охра менән буяла. Боронғо халыҡтар аңында охра буяуы утты, ҡояшты кәүҙәләндерә, улар таҙартҡыс булараҡ күҙаллана. Әйтергә кәрәк, үлгәндәрҙе охра менән буяған Ям мәҙәниәте кешеләре ошолай итеп уларҙың йәндәрен таҙартабыҙ, тип уйлағандарҙыр. Ям мәҙәниәте ҡорғандарында йыш ҡына бары тик кешенең баш һөйәктәрен генә күмеү осраҡтарын иғтибарға алырға кәрәк. Тимәк, боронғо дәүерҙәрҙә барса урындарҙа киң таралған баш һөйәге культы был мәҙәниәт кешеләренә лә хас булған.
Ҡәбергә мәйет янына баҡыр бысаҡтар, балталар, беҙҙәр, балсыҡ һауыттар һалынған; ҡайһы берҙә тишекле таш балталар, арбаларҙың ағас тәгәрмәстәре осрай. Һуңғы табыш, һис шикһеҙ, тәгәрмәсле арбаның бик мөһим транспорт сараһы сифатында ҡулланыла башлауын аңлата.

Нияз МӘЖИТОВ.
Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 256

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru