«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МАЛАЙЫН ҺӘР ҠАЙҘА ЛА ТАНЫЙҘАР
+  - 


Гәзитебеҙҙең һуңғыраҡ һандарының береһендә Һөйөндөк Аҫыловтың "Баш ҡала кешеһеме? Ул киң күңелле, алсаҡ, текә һәм… битараф" тип аталған бик ҡыҙыҡлы мәҡәләһе сыҡҡайны. Тәү ҡарауҙа башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған Өфө кешеһенә хас булған үҙенсәлектәрен һөҙөп алып, уҡыусының иғтибарын шуға йүнәлтә автор. "Өфө кешеһе" тигәндәй, илебеҙҙә киң таралған тағы бер һүҙбәйләнеш хаҡында һөйләшеп алмаҡсы булдым. Йәғни, урыҫтағы "русское поле", "русская береза", "русский лес", "русская баня", "русская водка" тигән кеүек үк, хәҙер инде күптәр йыш ҡына телгә алған "башҡорт ҡымыҙы", "башҡорт ҡорото", "башҡорт балы", "башҡорт ҡыҙы", "башҡорт аты", "башҡорт ҡурайы", "башҡорт тирмәһе" һымаҡ һүҙҙәрҙең береһе хаҡында.

Башҡа халыҡтар ҙа белә…

Башҡа милләт кешеләре араһында йөрөгәндә башҡортлоғоң айырыуса нығыраҡ тойола бит инде. Медицина институтының беренсе курсын тамамлап, студент төҙөлөш отряды составында Ҡалтасы районының бер ауылында малсылыҡ комлексы төҙөүҙә ҡатнашырға тура килгәйне. Яҡын-тирәләге ауылдарҙа башлыса мариҙар йәшәй. Ана шунда бер фронтовик бабай (уға 51-52 йәштәр тирәһе булғандыр) менән дуҫлашып алдым. Үҙе башҡорт телен "һыу кеүек эскән" был оло кеше мине "башҡорт малайы" тип атай ине. Күңелгә ятып торған ана шул атама тураһында бер аҙ фекер йөрөтөп алырға ниәтем. Ферма ҡарауылсыһы булып эшләгән әлеге ағай "Башҡорттарҙы мин ныҡ уважайт итәм", ти торғайны. Ҡыйыу башҡорт егеттәре менән бергә һуғышта ҡатнашыуын һәр саҡ иҫкә алғаны хәтеремдә. Арыҫлан Мөбәрәков төп ролдә уйнаған "Салауат Юлаев" фильмын да яратып ҡарағаны, милли батырыбыҙҙың "Һаумыһығыҙ, башҡорттарым!" тип сәләм биреп килеп ингән эпизодты хисләнеп, хатта ҡулдарын йәйә биреп ҡабатлағаны һаман күҙ алдымда. Ҡайһы берҙә дәртләлеп китеп башҡорт йырҙарын да матур итеп йырлап ала торғайны был мари ағай. Беҙҙең милләт кешеһенән тик йөҙө менән генә айырыла һымаҡ ине ул. Беҙ, студенттар, кистәрен Киебак ауылы клубына киноға йөрөнөк. Фильм тамамланғас, нәҡ тә беҙҙең яҡтарҙағы һымаҡ уҡ, йәштәр уйынға ҡала. Уларҙың уйындарына мин дә ҡыҙығып киттем. Гармунға эйәреп, көйҙәре бер аҙ башҡортсаға тартым булған йырҙар йырлап, егет-ҡыҙҙар сылбырға теҙелешеп, иҙән буйлап йөрөй. Көйҙөң икенсе яртыһы еткәс, барыһы ла тыпырлатып, бейешеп ала. Тик тыпырлатыуҙары беҙҙекенән башҡараҡ. Ә һөйләшеүҙәре бөтөнләйгә башҡорттоҡона оҡшамаған уларҙың, әммә йыр көйҙәре күңелгә ятып тора. Бер-ике көн аралашҡас, мари көйҙәрен отоп та алдым… Һәр кемдең дә йәш, шуҡ мәле була бит инде. Минең дә (19 йәш) шундай саҡтар ине. Гармунсы малайҙың "хромкаһын" һорап алдым да, нәҡ үҙе һымаҡ итеп, мариса һыҙҙыра башланым. Минең уйнауым да уларға оҡшап ҡалды, буғай, дәррәү бейергә төшөп киттеләр. "Һеҙҙең йырығыҙҙы башҡортса йырлайым әле", тинем тегеләргә һәм бер таҡмаҡты мари көйөнә һалып, йырлап та ебәрҙем. Тик, шаянлығыма һалышып, йырҙың башҡортса һүҙҙәрен кирегә әйләндерҙем (барыбер улар башҡортса белмәй, йәнәһе): "Уана нәглик ағанишам рәднәгәйет нүк кети. Едңенәгйөһ медлеб едни, пейеһ атя лүк пети…" Көйө үҙҙәренсә булғас, бейейҙәр тегеләр. Һүҙҙәре аңлашылмаһа ла, ритм һәм рифмалары тап килеп кенә торған был йыр ишаратының ысынында "Анау килгән машинаға тейәгәндәр күн итек…" тип башланған шаян таҡмаҡ икәнен белмәйҙәр. Шулай ҙа уның әллә ни башҡортса түгеллеген дә һиҙенәләр, буғай. Ҡыҙҙар пырхылдашып көлөшә…
Бер нисә көндән, тегеләргә артыҡ ныҡ "өйрәнеп", әрһеҙләшеп киттем, ахырыһы, тағы бер таҡмаҡты һалдыра башланым (барыбер башҡортса аңламайҙар, тим инде). "Юҡ башҡортто ҡайҙан алаң, мари булһа ла ярай. Һөйһә - һөйөр, һөймәһә - юҡ, барыбер яттарға ҡарай…" Тартай теленән табыр, тигәндәй, бәғзеләргә был йыр оҡшаманы, ахыры, клубтан сығыуыма, бер нисә егет мине тышта көтөп торған. Күмәкләшеп, "башҡорт малайы" менән "серьезно" һөйләшеп алдылар (күҙ төбөндәге "күк" ике аҙна тирәһенә етте). Күптәренең башҡорт телен аңлауын һуңынан ғына белдем, ауыҙыңа май туңғыры! Ғәйеп үҙемдә булғанғамылыр, был егеттәргә ҡарата һис кенә лә үс тойғолары һаҡланып ҡалманы. Әйткәндәй, үҙе башҡорт булып та, туған телен бөтөнләйгә белмәгән милләттәштәребеҙгә ана шул мариҙарҙы фәһем итеп ҡуйырға ла булалыр…

Мин - милләтсе?

Хәрби табип булып хеҙмәт иткән дәүерҙә госпиталдә анестезиолог вазифаһын атҡарған Сергей Ефремов исемле бер подполковниктың да башҡорттарға айырыуса йылы ҡарашы хәтерҙә ҡалған. Башҡортостандың Әбйәлил районынан булған бер егет менән ҡасандыр Силәбе медицина институтында бергә уҡыған икән ул. Ана шул һабаҡташ дуҫы хаҡында, унан өйрәнеп алған бер нисә башҡорт һүҙен белеүе тураһында һөйләгәйне. Ауыл еренән булған яҡташыбыҙ уны башҡорт ҡорото менән һыйлаған һәм беҙҙең милли ашамлығыбыҙ уға бик оҡшаған икән. Шуны һаман онота алмай. Минең менән танышҡас та Сергей шунда уҡ: "Башкорт малай?"- тип һораны. Сираттағы ялға ҡайтҡанымда киптерелгән ҡоротҡа заказ биреп ебәрә торғайны. Был офицер ярайһы ғына шаян, юморға бай булып сыҡты. Үҙемдең ЛОР бүлегенә берәй башҡорт һалдатын дауаларға һалыуым була, мине "милләтселектә ғәйепләп", төрттөрөргә тотона: "К тебе опять башкорт малай поступил? Как всегда, только про своих заботишься…" Бер Русских тигән фамилиялы урыҫ һалдатына ниндәйҙер операция яһарға тура килгәйне. Уның һауығып, госпиталдән сығыр ваҡыты еткәс, сираттағы иртәнге "пятиминуткала" операция шәфҡәт туташына эш ҡушам: "Русских перевяжи, а остальных я сам лично буду смотреть". Шуны ишетеп ҡалған әлеге докторға етә ҡалды: "Слышите, Халил Тухватович - ярый националист, своих башкир только сам лечит, а русских - сестре доверяет".

Оҡшаттылар

Совет осоро, дивизиябыҙҙа СССР-ҙың нисәнселер юбилейын билдәләгәйнеләр. Һәр бер часть берәй халыҡтың милли йырын йә бейеүен күрһәткән концерт номеры менән сығыш яһарға тейеш. Шундай-бындай нәмәләргә йыш ҡына ҡатнашып йөрөгәнгәмелер, беҙҙең госпиталь исеменән миңә шул эште йөкмәттеләр. Коммунист булараҡ, унан баш тартырға ла тейеш түгел инем. Инфекция бүлегендә эшләгән бер украин милләтенән булған Надя исемле шәфҡәт туташына башҡортса йыр өйрәтеп, икәүләп сәхнәлә йырлағаныбыҙ хәтеремдә. Еңелерәк булһын өсөн уға ябай "Бүләк" йырын һайланым. Оҙон күлдәк кейергә, сәсен уртаға ярып үрергә ҡуштым. Күлдәк өҫтөнән камзулды хәтерләткән жилет та кейеп алғас, ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, һылыу йөҙлө был "хахлушка", ысынлап та, башҡорт ҡыҙына оҡшай биреберәк ҡуйҙы. Концертты алып барыусы: "Перед вами выступает башкирский егет и башкирская красавица… " - тип иғлан итте. "Бүләк итеп сәскәләр өҙмәнем, мин һеҙгә иң матур йыр эҙләнем…" тип башланып киткән был йырҙың "Ләл-ләләләл-ләләләл-ләләләә…" тигән еренә еткәс, концертҡа килгән бөтә халыҡ, шул ритмға тап килтереп, алҡышланы. Залда ултырыусылар араһында ла бер нисә яҡташыбыҙ булған икән. Концерт һуңынан сәхнә артына килеп: "Тыуған яҡты иҫкә төшөрҙөгөҙ. Хатта илағылар килеп китте…" - тип әйтеүселәр булды.
Икенсе бер шундайыраҡ концерт-конкурста ҡурай менән сығыш яһарға йөрьәт иттем. Баштараҡ, сит милләт кешеләре ҡурайҙы бөтөнләйгә аңламаҫ, тип уйлағайным. Дивизия оркестрында баянсы булып хеҙмәт иткән бер урыҫ һалдатына "Сыңрау торна" һәм бер нисә бейеү көйө өйрәттем. Элек студент саҡта концерттарҙа кейгән төлкө кәпәсем, елән, камзулым да килешеп ҡалды. Тик башҡорт итеге генә юҡ ине. "Офицерский" хром итекте аҡ төҫкә буяп, ҡунысына башҡорт биҙәге төшөрөп, үҙемә бынамын тигән милле итек яһап алдым… Ҡурайға баян ҡушылғас, номерыбыҙ ҙа матур ғына килеп сыҡты. Тәүҙә уйнаған халыҡ көйөн залдағы тамашасыларҙың һағышланып тыңлап ултырғаны күренә. Ә инде бейеү көйҙәре башланғас, алдағы рәттә ултырыусы бер нисә кешенең түҙмәй бейешеп алып китеүе беҙҙең күңелде күтәреп ебәрҙе. Концерт һуңынан урыҫ милләтле бер офицер ҡурайҙы ҡулына алып, улай-былай әйләндергеләп, хатта эсенә өрөп тә ҡараны. "Сыңрау торна" бигерәк тә күңеленә ятҡан икән. "Бик һағышлы көй. Уны тыңлаған мәлдә үҙеңде икеһеҙ-сикһеҙ иркен далала йөрөгән һымаҡ тояһың…" тигән һымағыраҡ итеп үҙенең хистәре менән бүлешкәйне. Унда башҡа бик күп милләт вәкилдәренең береһенән-береһе яҡшыраҡ номерҙары ла булыуына ҡарамаҫтан, жюри бына ошо сығышыбыҙҙы "оригинальное выступление" тип юғары баһалап, беҙгә беренсе урынды биреп ҡуйҙы. Милли кейемемде лә оҡшаттылар ахыры…

Гауптвахтанан ҡотолған…

Офицер булып хеҙмәт иткән бер милләттәшебеҙҙең (йәш лейтенанттың) нисек башҡорт ҡурайы арҡаһында гауптвахтанан ҡотолоп ҡалғаны хаҡында ирмәк итеп һөйләгәйне бер хеҙмәттәш. Егетебеҙ гарнизонда үткәрелгән ниндәйҙер бер сараға үҙенең алюмин торбанан яһап алған ҡурайын тотоп барған. Башҡалар менән шул кисәлә байрам итеп, уйнап-көлөп, артығыраҡ "төшөрөп" тә алған был яҡташыбыҙ хәрби формала булған. Үҙе йәшәгән дөйөм ятаҡҡа урам буйлап тура ҡайтып китергә ҡыйынһынып, парк аша ҡайтыуҙы хуп күргән лейтенантыбыҙ. Парктағы күл сите буйлап бара биргәс, шундағы бер эскәмйәгә ял итергә ултырған. Хатта бер аҙ ҡурай уйнап та алған һәм… үҙе лә һиҙмәҫтән, ултырған килеш йоҡлап киткән. Кемдер еңенән тартҡанға уянып ҡараһа, алдында бер оло йәштәрҙәге майор баҫып торғанын күргән. Уң беләгендә ҡыҙыл повязкаһы ла бар икән. Арттараҡ ике һалдаты тора. Был етди өлкән офицер ҡулын козырегына ҡуйып, үҙен: "Начальник патруля - майор Фәләнов", - тип танытҡан. Патрулде күргәс, егеттә йоҡо ҡайғыһы киткән, әлбиттә. Әле ныҡлап айнығып өлгөрмәгән йәш офицер майор алдында туп-тура баҫырға тырышып: "Лейтенант Төгәнбаев…" - тип яуап биргән. Баштараҡ был лейтенантты ҡулға алып, комендатураға илтергә көйләнгән әлеге майорҙың күҙҙәре егеттең ҡулындағы ҡурайына төшкән. "Башкорт малай?" тигән һымағыраҡ һорау биргәс, "Так точно!" тип яуаплаған лейтенант. Урыҫ милләтле был өлкән офицер үҙенең дә Башҡортостандан булыуы, ошо башҡорт музыка ҡоралының уға бик таныш булыуы хаҡында ла әйткән. Шул арала күңеле йомшарып, лейтенанттың адресын һорашып алған һәм, башҡа берәй патрулгә эләкмәһен тиепмелер, уны дөйөм ятаҡҡа тиклем оҙатып та ҡуйған…

Башҡорт балына тиңләрлек…

Сираттағы саҡырылыш мәле яҡынлаша башлаһа, командирҙың мобилизация буйынса ярҙамсыһы миңә: "Готов поехать в Өфө за башкирскими джигитами?" - ти торғайны. Мин үҙем дә Башҡортостан йыйыу пунктына командировкаға йөрөргә ярата инем. Тәғәйенләнгән призывниктарыбыҙҙы гарнизонға алып килеү менән уларҙы часть командирҙары кемуҙарҙан бүлешеп ала торғайны. Сөнки егеттәребеҙ әлеге даны таралған башҡорт балы һымаҡ, һәр ҡайҙа ла үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтәләр. Яҡташтарым хаҡында офицерҙер һәр саҡ "ышаныслы, эшһөйәр егеттәр" тип әйтә ине. Милләттәштәрем тураһында ошондай һүҙҙәрҙе ишетеү минең күңелгә бәлзәм булып ята. Ә иң мөһиме, был - ысынбарлыҡ! Башҡорт малайҙарының бер ҡайҙа ла һынатмағандарын үҙ күҙҙәрем менән күреп, улар менән ғорурланып йөрөй торғайным шул…
Әйткәндәй, баштараҡ әлеге мари бабайы йыш ҡына иҫкә алған Салауат исеменә ҡабаттан әйләнеп килеп, шуны әйтер инем. Динебеҙ менән бергә ғәрәпсәнән килеп ингән был исем халҡыбыҙҙа ифрат киң таралған. Ҡасандыр Әбей батша тарафынан хатта тыйылған булған был исемде мин электән фәҡәт башҡорттоҡо тип кенә һанайым. "Ысын башҡорт булһын!" тигән теләк менән тәүге улыма тап шул исемде бирҙем дә инде. Ишетеү менән шунда уҡ башҡорт батырын күҙ алдына килтерерҙәй был исемде бөтә Евразияла ла белмәгән кеше юҡтыр ул…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

"Киске Өфө" гәзите, №32, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.08.22 | Ҡаралған: 362

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru