«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САНКЦИЯМЫ, ӘЛЛӘ ТЕРРОРИЗММЫ?
+  - 


Егерме беренсе быуатты сәйәсмәндәр терроризм эпидемияһы быуаты тип бик дөрөҫ билдәләмә бирә, сөнки был хәүефле күренеш тарихта һис ҡасан булмағанса әүҙемләшә һәм төрләнә бара. Әммә уның төп асылы - көс ҡулланыу, ҡурҡытыу юлы менән теге йәки был йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто ҡаҡшатыу һәм ваҡиғалар ағышын үҙ мәнфәғәттәренә бойһондорорға маташыу, үҙҙәре ҡылған енәйәткә ҡарата мөмкин тиклем күберәк һәм киңерәк даирәләр иғтибарын йәлеп итеү, ҡанһыҙлыҡ, маҡсаттарына өлгәшеү юлында күпме ҡорбан килтереләсәген дә уйлап тормаҫтан, теләһә ниндәй сараларҙан да баш тартмау кеүек кешелеккә ҡаршы йөкмәткеһе һәм алымдары үҙгәрешһеҙ ҡала.

Эйе, иң ҙур хәүефе уның бер ниндәй ғәйепһеҙ кешелеккә ҡаршы йүнәлтелгән булыуы, ә бит шул уҡ ваҡытта терроризм, айырыуса уны ойоштороусы төркөм, ойошма, ә бәлки, ниндәйҙер ил асылда теге йәки был дәүләткә, уның власть башлыҡтарына ҡаршы дәғүәләрен белдерә һәм шул нигеҙҙә ниндәйҙер сәйәси мәсьәләләрен хәл итергә маташа. Терроризм кеүек енәйәттең кешелекһеҙлеге тап шунда ла: уның бер ниндәй ғәйепһеҙ халыҡҡа - потенциаль ҡорбандарға ҡаршы йүнәлтелгән булыуы. Бына шуның өсөн дә был енәйәти акттың тәьҫир көсө ни тиклем киңерәк масштабта ҡылынып, ни тиклем шаңҡытҡыс яңғыраш алһа, ул шул тиклем отошлораҡ һәм маҡсатҡа өлгәшеүе лә шул тиклем тиҙерәк, еңелерәк иҫәпләнә. Тик был юлдың ниндәй ҡорбандарға килтереү ихтималлығы ҡара көстәрҙе бөтөнләй борсомай. Ләкин цивилизация ғәйепһеҙ ҡорбандарҙы онотмай. 21-се быуат башынан алып иң ҙур юғалтыуҙарға сәбәп булған Мәскәү ("Норд-Ост") менән Беслан фажиғәләре генә лә 500-гә яҡын кешенең ғүмерен алып китте, шуларҙың яртыһы тип әйтерлеге - балалар. 2004, 2010 йылдарҙа Мәскәү метрополитенындағы шартлатыуҙар һөҙөмтәһендә иһә 81 кеше һәләк була. Был теракттарҙың сәбәптәре, ҡайғылы эҙемтәләре хаҡында халыҡ телендә лә, электрон матбуғат сығанаҡтарында ла бәхәстәр һәм фекерҙәр айырмалыҡтары әле булһа дауам итә, ләкин бөгөн иң мөһиме - власть һәм көс структураларына ана шул фажиғәләрҙән һабаҡ алыу, уның һәр эпизодын ентекле тикшереп, анализлап өйрәнеү һәм киләсәктә бындай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында һәр саҡ уяулыҡ тәьмин итеү тейештер.
Башҡасараҡ мәсьәлә - Америка ысынбарлығы. 2001 йылдың 11 сентябре был ил тарихында ғына түгел, донъя кимәлендә иң күп һанда ҡорбан килтергән террористик акт булды. Был көндө ике "Боинг" пассажирҙар самолеты Нью-Йорктағы Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең "күккә олғашҡан игеҙәк" биналарына килеп бәрелә. Тәүҙә янғын сыға, сәғәт ярымдан һуң биналар емерелеп төшә. Тағы бер самолет Пентагон бинаһына төшөп шартлаһа, дүртенсеһе Пенсильванияға етәрәк бушлыҡҡа ҡолай. Һөҙөмтәлә 3 мең кеше һәләк була һәм эҙһеҙ юғала, 6 мең кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Рәсми версия буйынса теракт Усама бен Ладен тарафынан ойошторолған, тип ҡаралһа, уны үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеүсе 19 террорист тормошҡа ашыра. Ә бына рәсми булмаған мәғлүмәттәр бөтөнләй икенсе төрлө һөйләй - әҙәм ышанмаҫлыҡты ысын булһа ла һөйләмә, тигәндәй, бындай хәбәрҙәргә ышаныуы ҡыйын, әлбиттә. Был хаҡта бик күп электрон сығанаҡтар, шул иҫәптән әле бына материалдарынан өҙөктәр килтереләсәк "Хәрби күҙәтеү" ("Военное обозрение") сайты ла был терактты... Американың махсус хеҙмәттәре ҡатнашлығында ойошторолоуы ихтимал, тип белдерә, сөнки был юҫыҡта аңлашылып бөтмәгән һәм "осо-осҡа" ялғана алмаған сәйер факттар бик күп икән. Мәҫәлән, "игеҙәк" биналарҙың конструкцияһы бик ныҡ һәм ышанаслы, теләһә ниндәй тетрәнеүҙәргә лә сыҙай алырлыҡ кимәлдә, тип, уларҙың самолеттар бәрелеүҙән йә булмаһа янғындан ғына емерелеп төшөүенә шик белдереүҙәр байтаҡ булып сыға. Икенсенән, бындай ҡатмарлы операцияны башҡарыу әҙерлек курсы ғына үткән фанатик террорсыларҙың ҡулынан килерлек түгел, сөнки ауыр һәм ҡатмарлы "Боинг" менән оҫта идара итеп, уны "сәпкә" тап килтереү өсөн профессионал булыу кәрәк, ти автор. Һәм, ниһайәт, иң мөһиме - сәйәси һөҙөмтә. Америка властары үҙҙәренә кәрәк һөҙөмтә хаҡына бер ниндәй провокациянан да баш тартмаясаҡ һәм ундай осраҡтар булғыланы, тиелә "Хәрби күҙәтеү" һәм башҡа материалдарҙа.
Ә уның маҡсаты ниҙе күҙҙә тота була һуң? Көрсөк кисереүсе капитализм арҡаһында АҠШ менән Көнбайыш илдәре иңенә йөк булып төшкән ҡапма-ҡаршылыҡтар һәм проблемаларҙан ҡотолоуҙың бер юлы, тип фаразлай рәсми булмаған сығанаҡтар. "Донъя кимәлендә терроризмға" ҡаршы һуғыш иғлан итеп, хәрби-сәнәғәт комплексына өҫтөнлөк биреү, сит илдәргә һөжүм һәм уларҙы талау сәйәсәтен аҡлау һәм шул юл менән көрсөк депрессияһы башланыуҙы һуҙыу көнбайышса маҡсаттарға ярашлылыр ҙа, бәлки. Теракттан һуң, ысынлап та, Америка хоҡуҡтары һәм Вашингтондың сәйәси ҡарарҙары халыҡ-ара һәм милли хоҡуҡ нормаларынан өҫтөнлөк ала башлай: бер ҡотопло донъяға иҫәп тотоу һәм шуға асыҡтан-асыҡ ишаралыр ҙа был, бәлки. Тап шул теракттан һуң бит Америка "терроризмға ҡаршы көрәш" флагы менән Ираҡҡа һуғыш асты. Төртмә теллеләр ишаралауынса, иллә мәгәр Ираҡ нефткә бай илдәрҙең береһе инде былай. Нисек кенә булмаһын, цивилизациялы йәмғиәт һәм прогрессив кешелек был терактта Американы ғәйепләүҙән алыҫ, иллә мәгәр ябай американдар араһында үткәрелгән һорау алыуҙарҙа "Теракт хаҡында тулы хәҡиҡәтте беләһегеҙме?" тигән һорауға респонденттарҙың 50 проценты "юҡ" тип яуап биргән. Уйлап ҡарағанда, властарҙың үҙ халҡына ҡарата күрәләтә ҡанлы "шоу" ойоштороуы ни бысағыма кәрәк? Етмәһә, уның һөҙөмтәһендә килтерелгән иҫ киткес ҙур зыян һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөүгә киткән етди сығымдар шулай уҡ кәрәк булдымы икән? Әйтеүҙәренсә, теракт һөҙөмтәһендә шартлатылған биналарҙың емереклектәрен таҙартыуға ғына ла һигеҙ йылдан ашыу ваҡыт китә, шул сүрәттә лә Бөтөн донъя сауҙа комплексы биналарын тергеҙеү бөгөн дә тамамланып бөтмәгән, тиҙәр. Элекке "игеҙәк" биналар урынына хәҙер шундай уҡ алты күп ҡатлы башнялар күккә олғашасаҡ.
Быларҙың бөтәһе лә үҙен донъя кендеге тип хис иткән илгә ғибрәтле генә һабаҡ булырҙай ҙа бит, ләкин Америка ысынбарлығы шундай: был ил үҙен донъя гегемоны итеп күргәнлектән, бөтөн башҡа илдәр мәнфәғәте менән иҫәпләшеп тормай. АҠШ үҙенең башҡа илдәрҙән өҫтөнлөгөн һәм Евразия континентында үҙ контролен һаҡлар өсөн көнәркәш күргән дәғүәселәрен юлдан алып ташлау хаҡына теләһә ниндәй провокацияға әҙер. Ә бындай дәғүәселәр итеп Вашингтон Рәсәй менән Ҡытайҙы күрә, шуға ла ул күп һәм ике яҡлы хәрби ойошмалар системаһы яҡлы, "заговорсылар" төркөмдәре ойоштора, ҡурҡытыу һәм баҫым яһауҙың башҡа төр алымдарын әүҙем ҡуллана, уларға ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре аса. Баҫым, ҡурҡытыу, тигәндән, АҠШ менән Евразия илдәре тарафынан Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларҙың глобаль терроризмдан ниндәй айырмаһы бар, уйлап ҡарағанда? Шул уҡ алымдар, баҫым, үҙҙәренә отошло шарттар ҡуйыу, Рәсәй банктарын һәм ундағы активтарға "бик" һалыу, Рәсәйгә сит ил тауарҙары индереүҙе тыйыу, хатта ки беҙҙең граждандарға виза биреүҙе лә ҡаты контролдә тотоу һәм кеше хоҡуҡтарын сикләү. Был нимә, ил халҡын, тимәк, аманат итеп алдымы ни улар үҙҙәренсә? Улай булһа, ысынлап та, был үҙенсәлекле, "йәшерен" террористик актты хәтерләтә түгелме?
Халыҡ-ара Reuters яңылыҡтар агентлығының һуңғы көндәрҙәге хәбәрҙәренә ҡарағанда, Көнбайыш Рәсәйгә ҡаршы БМО сиктәрендә яңы төр санкциялар иғлан итеүҙән тыйылған, имеш, сөнки донъяның күпселек илдәре бындай аҡылһыҙлыҡты артабан яҡламаясаҡ икәне былай ҙа аңлашыла. Был, әлбиттә, аҡылһыҙлыҡ һәм сәйәси күрәғаралыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтмешләй, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙан бөтөн донъя иҡтисады зыян күрҙе. Шул арҡала ла, бирһен Хоҙай, Көнбайыштың сәйәсәттә лә, иҡтисад өлкәһендә лә өҫтөнлөккә ынтылыуының күңелһеҙ ахыры оҙаҡ көттөрмәйәсәк.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.08.22 | Ҡаралған: 268

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru