«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Беренсе бүлек. Таш быуаты.

Энеолит

Ям мәҙәниәте ҡәбиләләре тәүгеләрҙән булып баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын үҙләштерә башлай, бында күп һандағы баҡыр әйберҙәр табылыуы ошоға дәлил. Табылған предметтарҙың химик составын өйрәнеү һәм уның һөҙөмтәләрен мәғдән составы менән сағыштырыу (геохимик метод) нигеҙендә б.э. тиклем IV - III быуаттарҙа Көньяҡ Уралда баҡыр мәғдәне ҡаҙып сығарылған Ташҡаҙған (Уй йылғаһында), Баҡырүҙәк (Ҡыҙыл йылғаһында) һәм башҡа рудниктар булыуы фәнгә билдәле булды. Ырымбур ҡалаһы янындағы Ҡарғалы руднигы иң ҙуры була. Әйтергә кәрәк, ошо рудниктар, яңыртыла барып, хәҙерге замандарға тиклем эшләп килгән.
Ям мәҙәниәте ҡурғандарында йыш ҡына тимер әйберҙәр осрауы ғалимдар өсөн бигерәк тә көтөлмәгән табыш була, тип әйтергә була. Ҡасау, дискылар, иретеп йәбештерелгән тимер лезвиелы баҡыр таяҡтар һәм башҡа әйберҙәр табыла. Бындай тимер предметтарҙың метеорит тимеренән яһалыуы асыҡлана.
Ысынбарлыҡта тимер металлургияһын үҙләштереү б.э. тиклем X - IX быуаттарҙа ғына башлана. Тимер быуаты эпохаһының башланғыс осоро ошо ваҡытҡа ҡарай. Ә ям мәҙәниәте металлургтары тимер эшкәртеү технологияһын башҡаларға ҡарағанда 1 - 2 мең йыллыҡҡа алдараҡ белгән була.
Элекке осорҙар менән сағыштырғанда ям ҡәбиләләренең ижтимағи тормошонда мөһим үҙгәрештәр башлана. Иң тәүҙә йылҡы малын үрсетеүҙе талап иткән малсылыҡ хужалығы ирҙәр эшен алғы планға сығара, ә был, үҙ сиратында, ғаилә, ырыу һәм ҡәбилә тормошо мәсьәләләрен хәл иткәндә ир-атҡа күберәк хоҡуҡтар бирә. Шулай итеп, быға тиклем йәшәп килгән әсә ырыуына алмашҡа ата ырыуы килә. Патриархат эпохаһы башлана. Йыйылған материалдар ям ҡәбиләләре йәмғиәтенең ижтимағи яҡтан ныҡ дифференциацияланған булыуын күрһәтә. Быға ҡәберҙәрҙең ярлы һәм үтә бай төркөмдәргә бүленеүе бик аныҡ дәлил булып тора. Ошо йәһәттән диаметры 100 метрға еткән һәм унан да киңерәк, бейеклеге 6 метр булған бик оло ҡурғандарҙы (Ырымбур төбәгендәге Тамар-Уткүл, I Утевка, Пятилетка һәм башҡалар) иғтибарға алып була. Ошо оло ҡурғандарҙы диаметры 20 метрға, бейеклеге ярты метрға еткән ҡурғандар уратып алған, уларҙағы ҡәберҙәр үтә ярлы, хатта бөтөнләйгә ҡорамалһыҙ.
Бәләкәйҙәре менән сағыштырғанда, оло ҡурғандарҙы ҡороу колоссаль хеҙмәт ҡулланылыуын (йөҙ тапҡырға һәм унан да күберәк) талап иткән. Әгәр ҙә ошо ҡурғандарҙа ерләнеүселәр янына биҙәүестәрҙән, ҡоралдарҙан, аҙыҡ-түлектән торған бай әйберҙәр йыйылмаһы, үлтерелгән ҡолдар һалыныуын иҫәпкә алһаҡ, уларҙың ям мәҙәниәте ҡәбиләләренең уғата билдәле кешеләре булыуына тиҙ ышанырға була. Уларҙың тере саҡтарында ҡәбиләләр союзының етәксе-юлбашсылары булыуы мөмкин, тип фекер итергә була: тап улар ошо замандарҙа Көньяҡ Уралда хасил була башлаған идара итеүселәр (хакимдар) сословиеһына хас булған хоҡуҡтарға эйә була. Ошондай юғары статус теге донъяға оҙатҡан саҡта тейешле сығымдар һалыныуын талап иткән.
Әлбиттә, оло ҡурғандарҙа ерләнеүселәр араһында йәмғиәттә барса власҡа эйә булған ырыу-ҡәбилә старейшиналарының булыуы мөмкин. Уларҙың шулай уҡ төрлө дини йолалар уҙғарғанда йолала ҡатнашыусылар менән идара итеүсе баш кешеләр - жрецтар ролен дә үтәүе мөмкин. I Болдырев ҡурғанында табылған кешенең юғары привилегиялы кешеләр иҫәбендә булыуын фараз итергә була. Уның өҫтөндә аҡ төҫтәге ҡоштоң йәйелгән ҡанаттары рәүешендәге аппликациялы япма, аҡ ҡабыҡтан яһалған венок була. Әйберҙәре ҡояш символы тип иҫәпләп булған тимер диск тирәләй урынлаштырылған. Яндырылған мәйеттәр йәиһә уларҙың өлөшләтә ҡалдыҡтары бында кешеләрҙе ҡорбан итеү йолаһы булғанлығын асыҡтан-асыҡ белдереп тора. Былар бай әйберҙәр йыйылмаһы һәм ям ҡәбиләләренә хас типик ерләү йолаһына ярашлы урынлаштырылған мәйеттәре булған ҙур ҡурғандарҙа табылған.
Тикшеренеүселәр ям мәҙәниәте ҡәбиләләрендәге ерләү йолаһының бер үҙенсәлегенә иғтибар иткән: ҡағиҙә булараҡ, ҡурғандарҙа ирҙәр ерләнгән һәм уларҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың ҡалдыҡтары юҡ тиерлек. Күрәһең, был фактты боронғо дәүерҙәрҙә барса тарафтарҙа ла мәйеттәрҙе ер өҫтөндә ҡалдырыуҙың киң таралған булыуы менән аңлатып була. Евразияның ҡайһы бер халыҡтарында ошо йола боронғолоҡ ҡалдығы формаһында XIX - XX быуат баштарына тиклем һаҡланып ҡала. Ошондай йола ям мәҙәниәте ҡәбиләләренә лә хас булғандыр, тип фекер йөрөтөргә була.
Алда килтерелгән факттар ям ҡәбиләләре йәмғиәтенең төрлө социаль төркөмдәрҙән тороуы хаҡында һығымта эшләргә мөмкинлек бирә, һәм археолгия уның үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстары менән генә түгел, ә байлыҡтары, ҡәбиләләштәренең хөрмәте нигеҙендә айырым урын тотҡан арҙаҡлы юлбашсылар тарафынан идара ителеүен асыҡ билдәләй.
Күсмә тормош рәүеше, алыҫ араларға йөрөү сәбәпле, сауҙа итеүгә, этномәҙәни бәйләнештәр үҫешенә булышлыҡ итә. Көньяҡ Уралда һәм Түбәнге Волга буйында көн итеүсе ям ҡәбиләләренең мәҙәни яҡынлығы сығыштары буйынса ҡәрҙәш ҡәбиләләрҙең эре союздарға берләшеп йәшәүе менән бәйле.
Ям мәҙәниәте ҡомартҡыларының үҙенсәлеге баҡырҙан яһалған предметтарҙың күп булыуынан ғына тормай. Көньяҡ Урал ҡурғандарында тәүләп йөк арбаһының ағас тәгәрмәстәре табыла. Был ошондай транспорт сараһының Көньяҡ Уралда б.э. тиклем IV - III мең йыллыҡтарҙа уҡ киң таралыуының бәхәсһеҙ дәлиле булып тора. Ошондай тәгәрмәс ҡалдыҡтары Ырымбур өлкәһенең Герасимовка (Новосергиевский районы) һәм Шумаевка (Ташлы районы) ҡурғандарында табыла. Шуға оҡшаш бер үк осорға ҡараған табылдыҡтарҙың Кубань, Түбәнге Днепр һәм Ҡара диңгеҙ буйы, шулай уҡ Яҡын һәм Урта Көнсығыш ҡомартҡыларында булыуы билдәле. Ошо аналогиялар ям ҡәбиләләре ҡомартҡыларындағы йөк арбаларын көньяҡ илдәренән индерелгән матди мәҙәниәт элементтары итеп ҡарау хаҡындағы мәсьәләне ҡуйырға мөмкинлек бирә. Нисек кенә булмаһын, был һәм башҡа факттар көньяҡ (Урта Азия) һәм көньяҡ-көнбайыш (Яҡын Көнсығыш) илдәренән килгән билдәле бер ҡәбиләләр төркөмөнөң ям ҡәбиләләре мәҙәниәтен формалаштырыуҙа ҡатнашыуы ихтималлығын күрһәтә.
Тикшеренеүселәр ям ҡәбиләләренең Кавказ, Яҡын Көнсығыш, Балкан-Дунай төбәктәре һәм башҡа боронғо цивилизация үҙәктәре менән әүҙем иҡтисади-сауҙа һәм этномәҙәни бәйләнештә йәшәүен раҫлай. Ошо ҡәбиләләр алдынғы ижтимағи прогресс идеяларын таратыусылар ҙа була. Ғалимдар уларҙа күсмә малсылыҡ хужалығының көньяҡ күршеләре йоғонтоһонда хасил булыуы хаҡындағы фараздың ысынбарлыҡҡа тап килеүе бар, тип иҫәпләй. Әммә был фекер Көньяҡ Урал һәм Түбәнге Волга далаларында күсмә малсылыҡтың урындағы тәбиғәти-климатик шарттарға яраҡлашҡан эволюцион үҫеш барышында формалашыу мөмкинлеген инҡар итмәй. Әммә ям мәҙәниәтендә ситтән ингән компоненттың роле асыҡтан-асыҡ беленеп тора.
Ям ҡәбиләләре йәшәгән территорияға Урал-Волга буйы-Төньяҡ Ҡаҙағстан төбәктәренең Һамар, Хвалынск, Ағиҙел, Суртанды һәм Ботай мәҙәниәттәре күршеләш булған. Йәшәү мөхитенең тәбиғәти-климатик шарттары уларҙың йәшәү рәүешендә һәм мәҙәниәтендә сағылыш тапмай ҡалмаған. Мәҫәлән, улар ултыраҡ (йәиһә ярым ултыраҡ) тормош алып барып, яртылаш ергә ҡаҙып һалынған дүрт мәйөшлө өйҙәрҙә йәшәгән. Ярым ер тораҡтарҙың бүрәнәнән буралған, бейек булмаған стеналары, түбәһе һәм ҡыйығы булыуын күҙалларға була. Өй стеналары балсыҡ менән һыланған ситәндән дә төҙөлгән.
Ошо кешеләр төркөмөнөң ныҡлап төҙөлгән йорт-ҡураларҙа йәшәүе уларҙың ергә береккәнлеген аңлата. Мәҙәни ҡатламдарҙа керамика ярсыҡтары, кремний бысаҡтар, ҡырғыстар, уҡ башаҡтары һ.б. предметтар табылған. Улар араһында берәм-һәрәм генә баҡыр балталар ҙа бар. Уларҙың мал көтөүҙәрендә йорт хайуандарының бар төрҙәре лә булыуы билдәле: аттар, эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдар. Хужалыҡта элеккесә һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ ҙур урын биләй.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 216

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru