«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨРӨКТӘР ҘӘ ЗӘЙНӘБ БИИШЕВАНЫ УҠЫЙ
+  - 

Билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birligi) тарафынан уҡыусыларға тәҡдим ителгән, тип хәбәр итте Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.

Романдың тәржемәсеһе - филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк был романды йәшерәк саҡта уҡығандарға мотлаҡ ҡабаттан уҡып сығырға тәҡдим итә, сөнки тормош тәжрибәһе туплағандан һуң әҫәр бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә. "Зәйнәб Биишева - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләгән шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәрен аңлайышлы итә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән "Кәмһетелгәндәр" романы - хеҙмәттәштәребеҙ менән "Яҡтыға" трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған. Беҙ үҫәбеҙ, нығынабыҙ, донъяға һәм үткән ваҡиғаларға ҡарашыбыҙ үҙгәрә - романда ла тап ошо трансформацияны күрәбеҙ. Минең уйымса, башҡорт уҡыусыһы геройҙар образына һалынған метафораларҙы, моғайын, тағы ла тәрәнерәк тоялыр, аңлайҙыр. Хеҙмәттәшем менән ошо хис-тойғоларыбыҙҙы ватандаштарыбыҙға еткерергә тырыштыҡ. Эш барышында беҙ үҙебеҙҙе Емеш һәм романдың башҡа геройҙары урынына ҡуйып ҡарап, бер үк ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡараныҡ. Хис-тойғоларға бай әҫәр башҡорт мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ аңларға, туғандаш халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе", - ти ғалимә.
Филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк башҡорт телен өйрәнеү менән студент йылдарынан шөғөлләнә, уны ҡыпсаҡ телдәре төркөмөндәге берәмек булараҡ өйрәнә. Магистратурала "Башҡорт телендә сифат ҡылым һәм уның функциялары" темаһы буйынса диплом яҡлаған. "Башҡорт һәм төрөк телдәре синтаксисын сағыштырма анализлау" темаһына докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләү өсөн Фатма ханым күпмелер ваҡыт Өфөлә йәшәгән. Әлеге ваҡытта Төркиә Республикаһының Нигде ҡалаһында Омер Хәлисдемир исемендәге университеттың Хәҙерге төрки телдәр бүлегендә башҡорт һәм татар телдәрен уҡыта.

Ғәзиз ЙОСОПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 240

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru