«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.
Абашев ҡәбиләләре

Ошо ҡәүем кешеләре Волганан Уралға тиклемге арауыҡты биләгән күп һанлы ҡәрҙәш ҡәбиләләр төркөмөн хасил итә. Улар айырым төркөмдәргә бүленеп, башҡа бер ҡәбиләләр менән бергә ҡатнаш халыҡ булып формалаша. Тикшеренеүселәр абашев мәҙәниәте осорон б.э. тиклемге XVII - XIV быуаттар сиктәрендә билдәләй. Башҡортостанда уларға ҡараған 60-тан ашыу ҡурған төркөмдәре һәм торалар булыуы асыҡланды.
Абашев мәҙәниәте кешеләре йылға һәм күл буйҙарын төйәк итеп, дүрт мөйөшлө яртылаш ер өйҙәрҙә йәшәй. Уларҙың өйҙәре ике камералы булып, бүрәнә менән көпләнгән тар коридорҙар менән тоташтырылған була. Өй стеналары һәм каркаслы ҡоролмалар вертикаль ҡуйылған бағаналар менән нығытыла. Ғилми яҡтан яҡшы тикшерелгән ҡомартҡылар иҫәбендә Нөгөш йылғаһы буйындағы I Береговское торағын атап була. Ҡаҙыныу эштәре барышында табылған хайуан һөйәктәре йорт хайуандарын үрсетеүҙә эре мөгөҙлө малдарға өҫтөнлөк бирелеүен дәлилләй. Был ҡәбиләләрҙең мал көтөүҙәрендә һыйыр-үгеҙҙәрҙең нисбәте 61 - 78 процентҡа еткән. Ваҡ мөгөҙлө малдар һаны икенсе урында була (10 - 22%); йылҡы һәм сусҡа күп булмаған.
Абашев мәҙәниәте кешеләре ер эшкәртеү менән дә шөғөлләнгән. Быны ҡаҙыныу эштәре барышында күп һандағы бронза ураҡтарҙың, хатта улар күпләп һаҡланған келәттәрҙең табылыуы раҫлай (Үрге Ҡыҙылда, Абзаҡта). Көньяҡ Уралда массив ураҡтар етештереү өсөн ҡулланылған бер нисә ҡойоу формалары табыла, ә был ошо әйберҙәрҙең бында ҡойоп яһалыуын белдереп тора. Аныҡ фәндәр методтары ҡулланылған заманса тикшеренеүҙәр Көньяҡ Уралдың баҡыр һәм бронза металлургияһы үҫешендә абашев ҡәбиләләренең айырым урын биләүен раҫланы. Мәҫәлән, Уралдың көнбайыш һырттарында (Баланбаш, Иҫке Ябалаҡлы, Үрнәк) табылған байтаҡ бронза әйберҙәрҙең Уй йылғаһы буйындағы Ташҡаҙған ятҡылығының мышаяҡ ҡатышлы баҡыр мәғдәненән яһалыу мөмкинлеген раҫлап була.
Баҡыр әйберҙәрҙең бер өлөшөнөң баҡырлы ҡом ҡулланылып яһалыуы уларҙың Ҡарғалы ятҡылығы менән бәйләнешле булыуы хаҡындағы фекергә дәлил булып тора. Абашев ҡомартҡыларында бронза бысаҡтар, ҡырғыстар, браслеттар, алҡалар һәм башҡа предметтар сағыштырмаса йыш осрай.



Етенсе һүрәт. Көньяҡ Уралдың бронза эпохаһы ҡомартҡылары материалдары: 1 - һөңгө осо; 2 - балдаҡ; 3 - һырға сулпыһы; 4 - ҡасау.

Ҡайһы бер абашев ҡомартҡылары табылдыҡтары ҡәбиләләрҙең ул замандағы Көньяҡ Уралға күсеп килеүе барышын һәм ҡәбилә-ара бәйләнештәр характерын анығыраҡ асыҡлау мөмкинлеген бирә. Был йәһәттән Рус Тәңгире ҡурғанында (Күгәрсен районы) табылған 20 кг ауырлығындағы йәшкелт йәшмә һәм унан яһалған 5 уҡ башағы хаҡында әйтеп үтергә кәрәк. Был йәшмә төрө таш ҡоралдар яһау өсөн иң ҡулайлыларҙан иҫәпләнә, ул Орск ҡалаһына яҡын булған билдәле ятҡылыҡтан алынған була. Тимәк, ул 500 саҡрым ерҙән алып киленгән. Бәлки, был йәшмә ниндәйҙер ҡәбиләнең бер урындан икенсе урынға күсенгән сағында килтерелгәндер, ә бәлки, уны иң боронғо сауҙагәрҙәр алып килгәндер? Был серҙе хәҙер асып булмай инде, әммә ошо миҫал һәм башҡа шундай факттар тикшеренеүсенең төбәктә йәшәгән халыҡтың тарихи үҫеш кимәлен билдәләгәндә примитив фекер йөрөтөүе арҡаһында хаталаныуы мөмкинлеге хаҡында иҫкәртә.
Абашев мәҙәниәте уға синхрон булған мәҙәниәттәрҙән байтаҡ ҡына этнографик үҙенсәлектәре менән ҡырҡа айырылып тора, улар керамикала асыҡ төҫмөрләнә. Был көршәктәрҙең башлыса ҡыңғырау формаһында булыуында, туҫтаҡ, табаҡ һәм башҡа һауыт-һабаларҙың формаларында сағылыш таба. Абашев керамикаһының төп өлөшө көршәк ауыҙҙарының ҡабарынҡы йәиһә ырып яһалған горизонталь һыҙыҡтар, уларҙың өҫкө яғының һәм төптәренең зигзаг һәм тулҡын рәүешле һыҙыҡтар менән биҙәлеп, ҡатмарлы орнаментлы булыуы менән айырылып тора.
Абашевсылар үлгәндәрҙе киң дүрт мөйөшлө соҡорҙарҙа, башлыса, баштары менән көнсығышҡа, йәиһә бер аҙ ғына төньяҡҡа йә көньяҡҡа йүнәлтеберәк ерләгән, ҡәбер өҫтөн бейек булмаған тупраҡ өйөмө менән ҡаплаған. Ҡайһы берҙә ҡәбер өҫтө ҡумта формаһында яһалған таш плиталар менән ҡапланған; ҡәбер соҡороноң төбөнә бәләкәй генә бура төшөрөлөү осраҡтары ла була, әммә хәҙер уларҙың ҡалдыҡтары бигүк беленеп тормай. Ҡәберҙәр шулай уҡ ағас ярҡа йәиһә бүрәнәләр менән ябылған. Ҡурған өйөмдәре тирәләй таш плиталар түшәлгән, йәиһә вертикаль ҡуйылған бағаналар менән уратып алынған.
Абашев ҡәбиләләренең килеп сығышы һәм артабанғы яҙмышы әлегә аҙ өйрәнелгән проблема булып ҡала. Әйткәндәй, был бронза быуатындағы барса Көньяҡ Урал ҡәбиләләре төркөмдәренә лә ҡағыла. Эш шунда, ҡаҙылып табылған бронза быуаты ҡомартҡылары һәм археологик мәҙәниәттәренең аныҡ раҫланған даталары асыҡланмаған, уларҙың йәше, ҡағиҙә булараҡ, сағыштырып ҡарау юлы менән билдәләнә, сөнки нигеҙ итеп алынған ҡомартҡыларҙың ҡасан барлыҡҡа килгәнен асыҡлау өсөн кире ҡаҡҡыһыҙ критерийҙар юҡ. Был тикшеренеүселәрҙең дөйөм тарихи тәртипкә һалыу мәсьәләләре буйынса ҡараштарының айырылып тороуына килтерә. Мәҫәлән, 50 - 70 йылдар әҙәбиәтендә Көньяҡ Уралда абашев мәҙәниәтенең йәшәү ваҡыты б.э. тиклем XVI - XIII быуаттар арауығы менән билдәләнеүе хаҡындағы ҡараш таралған була (К. В. Сальников). Һуңғы ике тиҫтә йылда был мәсьәлә буйынса тикшеренеүселәрҙең ҡараштары етди үҙгәрештәр кисерҙе. Мәҫәлән, улар ошо мәҙәниәттең боронғораҡ осорға ҡарауы хаҡындағы фекергә килде.
Дөйөм алғанда, ғилми хеҙмәттәрҙең авторҙары абашев мәҙәниәтенең тәүҙә Урта Волга буйында формалашып, һуңынан уға ҡараған кешеләрҙең ниндәйҙер бер өлөшөнөң Уралға күсеп килеүе һөҙөмтәһендә ошо мәҙәниәттең Волга буйы төркөмө менән параллель рәүештә йәшәүе хаҡындағы ҡараш менән килешә. Әммә, әле атап кителгән ҡараштар, дәлилдәрҙең етерлек булмауы сәбәпле, фараз ғына булып ҡала.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.09.22 | Ҡаралған: 230

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru