«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛӘКТӘР ХАҠЫ
+  - 


Сикһеҙ Йыһандың бер мөйөшөндә бәләкәй генә магазин бар. Әйтеүҙәренсә, ҡасандыр уның матур ғына исеме лә булған, көслө дауыл тамыры менән йолҡоп алғас, яңы хужаһы алтаҡтаны ҡабаттан элеп тормаған, сөнки яҡын-тирәләгеләр бында теләктәр һатылыуын яҡшы белә. Сауҙа нөктәһендә ассортимент бик бай - йәнең теләгәнде һайла: кәрәк икән ҙур яхта ал, фатирыңды яңырт, кейәүгә сығыу йә кәләш алыу теләгеңде лә тормошҡа ашырып була, аҡса ла һатыла, хатта корпорация президенты вазифаһын да, балалар, яратҡан эш, ҙур түштәр, конкурста еңеү, автомашиналар, футбол клубтары, власть, ҡиммәтле балдаҡтар һатып алып була - һәммәһе лә бар бында. Үлем менән йәшәү генә һатылмай - улары күрше Галактикала.

Магазинға килгән һәр кем иң тәүҙә үҙ теләгенең хаҡын белешә, әммә был магазинға үҙ ғүмерендә, исмаһам, бер тапҡыр булһа ла инеп сыҡмағандар ҙа бар. Хаҡтар - төрлөсә. Мәҫәлән, яратҡан эш өсөн тыныс тормоштан һәм ҡайҙа теләйһең, шунда эшләүҙән ҡолаҡ ҡағырға кәрәк. Түрә булыу теләге күпкә ҡиммәтерәк: башҡаларға "Юҡ!", тип әйтергә өйрәнергә һәм үҙеңде уларҙан юғарыраҡ ҡуя белергә, телмәреңдә "мин" һүҙен йышыраҡ ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы бер теләктәрҙең хаҡы сәйер тойола. Мәҫәлән, кейәүгә сығыу теләген бушлай тиерлек алырға була. Ә бына бәхетле тормош теләге үтә ҡиммәт: үҙ бәхетең өсөн үҙең яуаплы булырға, тормоштан йәм табып йәшәр өсөн булғандың ҡәҙерен белергә тейешһең. Быға өҫтәп, ҡайһы бер дуҫтарыңды һәм таныштарыңды юғалтыу ихтималлығы ла бар.
Был магазинға килгәндәрҙең күпселеге теләк һатып алырға ашыҡмай. Ҡай берәүҙәр, хаҡтарҙы күргәс, кире әйләнеп сығып китә, икенселәре уйға батып, кеҫәләрен ҡапшай, тағы ҡайҙан аҡса табырға, тип баш вата. Кемдәрҙер хаҡтарҙың юғары булыуына иҫе китеп, ғауға ҡуптара, бәғзеләре ташлама өмөт итеп, магазин хужаһына инәлә башлай.
Кеҫәләренән шаптырлап торған аҡсаларын сығарып, ялтырап торған ҡағыҙға төрөлгән теләктәр һатып алғандарға көнләшеп ҡарайҙар, күрәһең, магазин хужаһының яҡшы таныштарылыр, тип, үҙ-ара шыбырлашалар.
Һатып алыусылар һанын арттырыу өсөн теләктәр хаҡын кәметеүҙе йыш һорайҙар, әммә хужа теләктәрҙең сифаты кәмейәсәгенә һылтанып, үҙ һүҙендә ныҡ тора. Бөлгөнлөккә төшәһең бит, тип, ҡурҡытып та ҡарайҙар - файҙаһыҙ. "Яҙмыштарын ҡырҡа үҙгәртергә теләүсе тәүәккәлдәр һәр саҡ буласаҡ, теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн улар бер ниндәй хаҡтан да ҡурҡып тормаясаҡ, ғәҙәти буталсыҡ тормоштан ҡотолоу өсөн аҡсаһын да табырҙар", ти ҙә ҡуя.
Магазин ишегенә яҙыу беркетелгән: "Теләгең тормошҡа ашмай икән, тимәк, әле хаҡы түләнмәгән".
Ҡыҙыҡ кинәйә, шулай бит?
Теләктәр, теләктәр, теләктәр... Эйе, күп нәмә теләйбеҙ, өмөт итәбеҙ, бәхеттең етенсе ҡатында булған саҡтарыбыҙ ҙа, төшөнкөлөккә бирелгән мәлдәребеҙ ҙә була - тормош бит! Теләмәгәнде лә эшләргә тура килә бит әле, тиер ҡай берәүҙәр. Уныһы инде айырым мәсьәлә: теләмәгәнде эшләү - башҡа кешенең теләген тормошҡа ашырыу. Әле шәхсән теләктәр, бигерәк тә, теләктәрҙең булмауы ихтималлығы тураһында һөйләшәйек.
Ни өсөн теләүҙән туҡтай Әҙәм балаһы? Бының сәбәптәре күптер: бөтәһе лә уй-ниәттән, тормошҡа булған ҡараштан, йә уның булмауынан киләлер. Мәҫәлән, киләсәккә өмөт менән түгел, ҡурҡыу, хәүеф-хафа аша ҡарайбыҙ икән, теләктәр кәмей, тоноҡлана, юҡҡа сыға.
Үткәндәребеҙгә рәхмәтле булмай, үкенеп ҡараһаҡ, үкенестән теләк тыуыу ихтималлығы ҡырҡа кәмей, әлбиттә. Минән булмаҫ, тип аҡланыуҙарҙан файҙа бармы? Тирә-яғыбыҙға һөйөү менән бағыу урынына агрессия, күрә алмаусанлыҡ, көнләшеү менән ҡарайбыҙ икән, һис шикһеҙ, уҫал теләктәребеҙҙән тонсоғасаҡбыҙ.
Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: теләгең изге булһынмы, аламамы, ул барыбер һөҙөмтә бирә. Нимәһе ҡыҙыҡ: теләк менән һөҙөмтә араһында тигеҙлек билдәһе ҡуйырға була, эйе, теләгең ниндәй - һөҙөмтәһе шундай. Әлбиттә, теләк күҙ асып йомғансы үтәлмәй, башта ул хис булып, күңел ҡылдарын уйната, шунан аң кимәлендә аҡылды эшкә ҡуша. Эмоциональ кимәлдә кисерелгән теләк аң аша нығынып, кешене аныҡ аҙым яһарға, хәрәкәт итергә булышлыҡ итә, шулай һөҙөмтә барлыҡҡа килә. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигәндә, һүҙ бүртеп сыҡҡан мускулдар хаҡында түгеллеген аңлайһығыҙҙыр? Үтә лә ябай схема: теләк - хис - аң - хәрәкәт - һөҙөмтә. Теләк - һөҙөмтә!
Әле һүҙ шәхсән теләктәрҙең тормошҡа ашыуы тураһында бара. Ә бит ниәт тигән төшөнсә лә бар. Диндарҙар йә иһә дини китаптар аша донъяны танып белергә тырышҡандар ниәттең мәғәнәһен, көсөн яҡшы аңлай. Теләк - шәхсән төшөнсә, бында кешенең эгоһы (мин-минлеге) алға ҡалҡып сыға, был осраҡта нәфсене ауыҙлыҡлауы бик ауыр. Ниәттәр иһә Аллаһ хаҡына ҡылына, әлеге лә баяғы эго был юлы Хаҡлыҡҡа хеҙмәт итә. Мәҫәлән, һәр дини ғәмәл ниәттән башлана һәм үҙең өсөн түгел, Аллаһҡа булған һөйөү өсөн атҡарыла, йәғни ниәттәре Әҙәм балаһын Аллаһҡа яҡынайта, һис тә шәхсән теләктәре түгел.
Шәхсән, тигәндәй, теләктәрҙең коллектив рәүештә булыу мөмкинлеген дә хәтерҙән сығармайыҡ. Ошо урында "метрономдар эффекты" тигән әлегә фән асылын аңламаған бер күренеште иҫкә төшөрөргә кәрәк: өс йә унан күберәк метрономдарҙың хәрәкәте синхронлаша, ситтән көйләмәйенсә, бер ниндәй йоғонто яһамайынса, метрономдар бер иш хәрәкәт итә башлай. Ғәжәп бит! Хикмәт! Күҙ алдына килтерегеҙ, икәү булғанда метрономдарҙың хәрәкәте тап килмәй, өсәү булһа, метроном уҡтары бер тактта һуға башлай, дүртәү булғанда синхронлашыу тиҙерәк була, бишенсеһендә тағы ла тиҙерәк һәм артабан шулай дауам итә...
Мәҫәлән, йома көндө мәсеттә өс ир кеше булмайынса, йома намаҙы уҡылмай, өйлә итеп уҡыла. Ай-һай, тиккәме икән? Ә инде Аллаһҡа зекер әйтеү күмәк теләктең бер бөтөн булып ойошоуы түгелме ни? Юҡҡамы ни, зекер һүҙҙәрен ҡабатлау - йөрәкте йомшарта, илаһи аяттарҙы, дини нәсихәттәрҙе күңел менән ҡабул итеүгә бер сәбәпсе, тимәйҙәрҙер.
Һүҙ күмәк теләккә күскәс, бер тарихи ваҡиғаға туҡталайыҡ. Миллионлаған япондарҙың коллектив доғаһы (теләге) көсө АҠШ-тың өсөнсө флотын юҡҡа сығара! Был хәл 1941 йылдың декабрендә була. АҠШ-тың 3-сө флоты Филиппин утрауҙарына яҡынлаша, Америка стратегтары меңәрләгән десант менән Япон һуғышына нөктә ҡуйырға йыйына. Операция уңышлы тамамланырына ныҡ ышана улар, сөнки япондарҙың ҡаршы ҡуйыр көсө юҡ. Әммә... ҡояш сығыуын беренсе булып ҡаршылаусылар һуңғы көскә, магияға таянырға хәл итә! Министрҙар кабинеты бөтөн япон халҡына Ҡояш алиһәһе Аматэрасу хаҡына доға ҡылып, дошман караптарына ҡаршы изге Камикадзе дауылын йүнәлдереүен һорарға саҡыра. Хөкүмәт Ҡарарында, йөҙ миллион японлының бергәләп доға ҡылыуы "рухи көс" барлыҡҡа килтерәсәк һәм ҡурҡыныс янауҙан ҡотҡарасаҡ, тип әйтелә.
Разведка әһелдәре япондарҙың Акты тураһында хәбәр иткәс, 3-сө флот командованиеһы, әлбиттә, эстәрен тырнап көлә. Әммә бер нисә көн үткәс, Америка моряктарының көлкөһө яңыра. Лугоп утрауы эргәһендә ҡупҡан күҙгә күренмәҫ тайфун өс эсминецте түңкәреп батыра, тағы 28 корабль эшлектән сыға, 146 самолет авианосецтарҙан ҡолап, диңгеҙгә бата. Был мәхшәрҙә 800 кеше һәләк була, операция уңышһыҙ тамамлана. Шулай... Аптырарғамы, әллә "Берҙәм булғас, ана, ниндәй көслөләр!" тип һоҡланырғамы япондарға? Әммә 1941 йылда тайфун сәсеп, 1945 йылда япондар атом дауылына дусар була бит: ҡара теләктәрен (тәү ҡарамаҡҡа изге булып күренһә лә) бойомға ашырып, дошмандарын үлемгә дусар итеп, үҙҙәренә лә миллионлаған ҡорбан менән яуап бирергә тура килә уларға. Ә шул саҡта улар бөтөн Ер шарындағы тереклектең (хатта американлы-дошмандарының да) именлеген теләп доға ҡылһалар, һөҙөмтә ҡорбанһыҙ булыр ине лә бит. Эйе, теләгең ниндәй - һөҙөмтәһе шундай...
Бөгөн нисек? Әле мәғлүмәт һуғышы бара, тибеҙ. Миллионлаған ҡапма-ҡаршы теләктәр гәзит-журналдар, радио-телевидение, интернет селтәрҙәре аша үҙ-ара көс һынаша. Кинәйәнән һығымтабыҙ шундай: донъялар тыныс, ир-егеттәребеҙ имен-һау булһын, сәйәсмәндәр, етәкселәр аҡыллы, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итһен! Доға ҡылайыҡ!

Исмәғзәм ИСМӘҒИЛЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 263

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru