«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Икенсе бүлек. Бронза быуаты.

Көньяҡ Уралда Арҡайым тибындағы 20-гә яҡын ҡаласыҡ билдәле. Шуларҙың береһе Баймаҡ районының Байыш ауылы янында урынлашҡан. Тикшеренеүселәр, Арҡайым тибындағы ҡомартҡылар төркөмөнөң планировкаһын, төҙөлөшөн һәм барса табылған материалдарҙың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уны һынташты археологик мәҙәниәте, тип нарыҡлайҙар һәм датаһын б.э. тиклем XX - XVI быуаттар арауығы менән билдәләйҙәр.
Ошондай ғәҙәти булмаған ҡомартҡыларҙың барлыҡҡа килеүе - төбәк халҡы йәшәйешенең барса сфераларында барған тәрән үҙгәрештәр һөҙөмтәһе. Улар иң элгәре кешеләр йәшәгән урындарҙы һаҡлау мохтажлығы барлыҡҡа килеүен аңлата, бының ошо осорҙа төрлө ҡәбиләләр төркөмдәре араһында конфликттарҙың көсәйә барыуы менән бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Арҡайым ҡаласығын асыусы археолог, профессор Г.Б. Здановичтың Көньяҡ Уралда ошондай типтағы ҡаласыҡтарҙың баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эшкәртеү рудниктарын дошман ҡәбиләләренән һаҡлау йәһәтенән терәк пункт ролен үтәүе, килтерелгән тауарҙарын урындағы ҡәбиләләр етештергән баҡыр әйберҙәргә, йәнлек тиреләренә һәм башҡа продукттарға алмаштырыу маҡсатында алыҫ илдәрҙән килеүсе сауҙагәрҙәр өсөн каруанһарай булыуы хаҡындағы фекерен ысынбарлыҡҡа тап килә, тип әйтеп була. Андронов ҡәбиләләренең архитектураһы буйынса ошондай ҡатмарлы ҡомартҡыларҙы төҙөй алыуы уларҙың ижтимағи ҡоролошоноң сағыштырмаса юғары булыуы хаҡындағы тикшеренеүсе фекере, һис шикһеҙ, ысынбарлыҡҡа тап килә. Андроновсыларҙы бер ниндәй ҙә тәртип-маҡсатһыҙ рәүештә буталышып йөрөгән ҡәүемдәр рәтенә индереп булмай: улар башында абруйлы юлбашсылар торған ҙур союздарға берләшкән, ҡәбилә башлыҡтары ер биләмәләрен ҡулланыу тәртибен күҙәткән, хужалыҡ эштәрен алып барыуҙы, ҡаласыҡ-ҡәлғәләр төҙөүҙе, ырыу һәм ҡәбиләләр араһындағы һәм үҙҙәренең яҡын һәм алыҫ күршеләре менән мөнәсәбәттәрҙе көйләгән. Әйтелгәндәрҙән сығып, ошондай ҡәбиләләр союздарын иртә дәүләти берләшмәләрҙең прототибы итеп ҡарарға була.
Тағы ла бер нәмә иғтибарҙы йәлеп итә. Арҡайым тибындағы ҡаласыҡтарҙың мәҙәни ҡатламы 40 - 50 сантиметрҙан артыҡ түгел, уларҙа табылдыҡтар ҙа күп түгел. Был факт Көньяҡ Уралда ошондай ҡомартҡыларҙың бик ҡыҫҡа ғына - 200-300 йылдан да артыҡ булмаған ваҡыт арауығында формалашыуын күрһәтә.
Ошоға бәйле 1999 йылда Арҡайым ҡаласыҡ-ҡәлғәһендә уҙғарылған халыҡ-ара конференцияла Урал дәүләт университеты профессоры Л.П.Корякова белдергән бер фекер бигерәк тә ҡыҙыҡлы. Ул, һынташты археологик мәҙәниәтенең үтә киң андронов мәҙәниәте менән яҡын икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, Алтайҙан Волгаға тиклем (Ҡаҙағстан далаларын да ҡушып) арауыҡта йәшәгән андронов ҡәбиләләре мәҙәниәтенең дөйөм оҡшашлығының, күрәһең, ошондай киң территорияла көн иткән берҙәм дәүләт-империяның матдиләшкән һөҙөмтәһе, ә Арҡайым тибындағы ҡаласыҡтары булған Көньяҡ Уралдың уның сәйәси үҙәге булыуы мөмкинлеге хаҡында һығымта яһаны. Был фараз етди иғтибарға лайыҡ. Әлеге ваҡытта асыҡланған айырым факттар ошо осорҙа Көньяҡ Уралға Урта Азиянан ниндәйҙер бер күп һанлы халыҡ төркөмөнөң күсеп килеүе Арҡайым тибындағы ҡаласыҡ-ҡәлғәләр төҙөүгә бер ни тиклем этәргес көс булыуы хаҡында фараз итергә мөмкинлек бирә. Урындағы ҡәбиләләргә элегерәк хас булмаған саман кирбесен төҙөлөштә киң ҡуллана башлауҙы ошо процестың аныҡ теркәлгән археологик эҙемтәһе итеп ҡарау фарыз; ә был б. э. тиклем VII-VI быуаттарҙан бирле үк Урта Азия халыҡтары өсөн традицион була. Бында шулай уҡ түңәрәк планировкалы ҡала-ҡәлғәләрҙең боронғо Урта Азия мәҙәниәтенең характерлы элементы булыуын да күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Ул замандарҙа Урта Азия территорияһында Ахура Мазда исемле баш илаһлы үҙенсәлекле зороастризм дине тарала башлай, һәм был тәғлимәт тимер быуаты баштарында урындағы дәүләттәрҙең рәсми диненә әүерелә. Моғайын, Урта Азия райондарынан килгән мигранттар үҙҙәренә хас булған зороастризм диненең төп идеяларын Көньяҡ Уралда ла тарата башлағандыр.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 244

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru