«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ ХӘҠИҠӘТ ҺӨЙЛӘЙ
+  - 

Йәмғиәттә ниндәйҙер бер идеяға, темаға, күренешкә, ваҡиғаға ҡарата мең кешелә мең төрлө фекер булыуы ихтимал. Һәм шулар араһында оҡшаш фекерҙәр үҙ-ара берләшеп, ҡапма-ҡаршы ике яҡҡа бүленеп киткән осраҡ та була. Был тәбиғи хәл, сөнки Юғары Аң йыһанды, фани донъяның үҙен шул ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан яралтҡан.

Ҡөрьәндән ошоға дәлил аяттарҙы килтерәйек. "Әгәр Аллаһ теләһә, Ул һеҙҙе бер өммәт яһаған булыр ине..." (Әш-Шура (Кәңәш) сүрәһе, 8-се аят).
"Кешеләр бер генә өммәт ине, әммә бүленделәр..." (Йунус (Юныс) сүрәһе, 19-сы аят).
"Һәр өммәт өсөн Беҙ улар тотҡан ғибәҙәт ҡылыу йолаһын яһаныҡ... " (Әл-Хадж (Хаж) сүрәһе, 67-68-се аяттар).
Миллиардлап йылдар йәшәү дәүерендә Ер шарында әллә күпме цивилизациялар булыуы һәм юҡҡа сығыуы тураһында мәғлүмәтте Ҡөрьән-Кәрим түбәндәге аят аша аңлата: "Беҙ уларҙың барыһын да гонаһтары өсөн тоттоҡ. Уларҙың ҡайһыларына өйөрмә ебәрҙек, һәм ҡайһы берҙәрен көслө тауыш алды, һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ерҙән йотторҙоҡ, ҡайһыларын һыуға батырҙыҡ. Аллаһ уларҙы йәберләүсе булманы, улар үҙ-үҙҙәренә золом ҡылдылар" (Әл-Ғәнкәбут (Үрмәксе) сүрәһе, 40-сы аят).
Тимәк, ошондай бүленгәнлек Аллаһ Тәғәлә тарафынан кешелеккә һынау өсөн ебәрелгән. Бүленгән илдәр, халыҡтар, фирҡәләр, ырыуҙар һәм башҡа төркөмдәрҙе "Дауылһыҙ көндө дау барын, вайымһыҙ көндө яу барын онотма", тип иҫкәртә халыҡ мәҡәле. Халыҡ аҡылы ошо мәҡәлгә ҡаршы икенсеһен дә һаҡлаған: "Яуҙа батыр, дауҙа аҡыл еңер". "Ҡаршы яҡтың фекерендә ниндәй хикмәт бар, ни өсөн улар шулай уйлай, ә минеңсә түгел", тигән торошҡа килтерер сабырлыҡта һыналған һәр аҡыл эйәһе.
Дау ҡупҡанда, бәхәс сыҡҡанда, минең һүҙем һүҙ булып ҡалырға тейеш, тип ҡабарыныу ҡаршы яҡты дошманыңа әйләндереүгә генә этәрә түгелме һуң? Аҙмы ни кешелек тарихында бындай хәлдәрҙең тарҡалыуға, ҡыйралышҡа килтереп еткереү осраҡтары! Илдәр араһында ғына түгел, йәмғиәттәге халыҡтар, фирҡәләр, хатта туғандар араһына тиклем үтеп инде кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе тарҡатыусы был сир.
Тәбиғәттә йән өсөн хәүеф тыуғанда малдың - малы, ҡоштарҙың -ҡоштары бер урынға тупланып, һаҡланыу сараһын күрә белгәндә, кешеләр ни өсөн "Береккәндән яу өрккән", "Күмәкләгән яу ҡайтарған", "Булыр илдең балаһы берен-бере батыр, ти; бөлөр илдең балаһы берен-бере бахыр ти", тигән мәҡәлдәрҙе онотто һуң? Ошо аҡылды тотмай, интернет кимәлендә, ғәм алдында бер-береңде хурлау, башҡаның кәмселектәрен фашлау хәҙер көндәлек ғәҙәткә әйләнде.
"Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел", тигән кәңәште онотмай, килеп тыуған низағтарҙы һынау итеп ҡабул итеп, уйланырға, үҙеңдекенә тап килмәгән фекергә лә ҡолаҡ һалырға, башҡаны ихтирам итеү әҙәбенә эйә булғанда, әҙәм балалары тарҡалышыуҙан тыйылыр ине бит!..
Ҡапма-ҡаршы яҡтар аҡылға килһә, йәғни кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә берен-бере кәмһетеүҙән, мыҫҡыллауҙан арынһа, үҙ-ара килешеү ихтималы бар, әлбиттә. Был бик хуплана торған күренеш. Бының өсөн бары үҙеңдән алда башҡаға яҡшылыҡ теләү инстинкты уянырға тейеш. Урал батырыбыҙ, мәҫәлән, беҙҙең һәр беребеҙгә кеше һәм шәхес булып үҫеүҙең өлгөлө вариантын ҡалдырған бит. Уның:
Күккә лә осор - яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ - яҡшылыҡ,
Утта ла янмаҫ - яҡшылыҡ,
Телдән төшмәҫ - яҡшылыҡ.
Бары эшкә баш булыр,
Үҙеңә лә, кешегә лә
Мәңге ейер аш булыр, - тигән васыяты ғына ла ни тора!
Ике яҡ үҙ-ара килешә алмаған осраҡтарҙа нисек хәл ителә һуң бындай ваҡиғалар? Ҡапма-ҡаршы яҡтарҙы тыныслыҡҡа өгөтләү, яраштырыу өсөн урталыҡты һаҡлау бурысын йөкмәгән өсөнсө көс кәрәк, шулаймы? Хас та бизмәндең ике яғын тигеҙләп торған урталыҡ! "Яҡшы һүҙ яу ҡайтарыр", тигән мәҡәл шуға ишаралай түгелме? "Яҡшы һүҙ йән аҙығы, яман һүҙ баш ҡаҙығы", тип тә белмәй әйтмәгән халыҡ.
"Яҡшы һүҙҙең әһәмиәте тураһында Изге Китап һүҙҙәрен дә иҫкә төшөрәйек: "Аллаһтың миҫал итеп яҡшы һүҙ килтергәнен күрмәнеңме ни? Ул һүҙ яҡшы ағас һымаҡ: тамырҙары ныҡ, ботаҡтары күккә олғашҡан...Раббының рөхсәте менән ул һәр ваҡыт емеш биреп тора. Бәлки, аҡылға килерҙәр, тип Аллаһ кешегә миҫал килтерә.
Ә насар һүҙ хаҡындағы миҫал ерҙән йолҡонған ағас кеүек: уның ныҡлығы юҡ. Иман килтергән кешеләрҙе Аллаһ тоғро һүҙ менән донъялыҡта ла, әхирәттә лә нығыта, ә залимдарҙы юлдан яҙҙыра. Аллаһ Үҙе ни теләһә, шуны эшләй" (Ҡөрьән Кәрим: "Ибраһим" сүрәһе, 14:24-27).
Әйҙәгеҙ әле, милләттәштәр, ошо илгә ауыр мәлдәрҙә айышына төшөнмәй, уйламай әйтелгән һүҙҙәрҙән, низағлашыуҙарҙан, урынһыҙ бәхәстәрҙән, битәрләшеүҙәрҙән, үҙ-ара ғәйепләшеүҙәрҙән тыйылайыҡ! Тыныслыҡ урынлаштырыуҙы иң тәүҙә үҙебеҙҙән, үҙ даирәбеҙҙән башлайыҡ!

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 270

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru