Аҡсаны әйберҙәр һатып алыуға тотонорғамы, әллә һаҡлауға һалырғамы? Әлегә ҡарабойҙай, консерва һәм шәкәр запасын йыйыу кәрәкмәй, быларға хаҡ артыу көтөлмәй. Ә нимәгә аҡса сарыф итеү кәрәк була? Был һорауға Юғары иҡтисад мәктәбенең "Үҫеш үҙәге" институты директоры урынбаҫары Валерий Миронов яуап бирә.
Валютанан баш тартмағыҙ. Валютала йыйған аҡсаларҙы әлегә һумдарға алыштырмай тороғоҙ. Киреһенсә, артыҡ аҡсаны долларға алыштырыу урынлы. Санкциялар мәңгелек түгел. Берәй ике-өс йылдан был сит ил аҡсаһы киренән 70 һум торасаҡ. Шул саҡта инде туплаған аҡсаларығыҙ һумға әйләндергәндә күпкә артасаҡ.
Теш дауалағыҙ. Теш табиптары ҡулланған ҡайһы бер кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителеш өлкәһендә әле үк ҡыйынлыҡтар күҙәтелә. Был мәсьәлә ни тиклем тиҙ сиселеш табыры һәм улар күпмегә барып баҫыры билдәһеҙ. Шуға күрә, тештәрҙе әле дауалап ҡалыу отошло.
Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Эндопротездар һәм Европанан килтерелгән башҡа медицина изделиеларын алыу ҡатмарлашырға мөмкин, йәки хаҡтары артыуы бар. Был өлкәлә лә, тештәр кеүек, алдан хәстәрләү урынлы. Сөнки ватан аналогтары донъя өлгөләренән ҡалыша.
Дарыуҙар запасын булдырығыҙ. Көнбайыш фармацевтика компаниялары санкцияларға бәйле Рәсәйҙә яңы дарыуҙарына һынау үткәрә алмай, был уларҙы ҡулланылышҡа индереүгә ҡамасаулай. Быға тиклем тикшерелгән дарыуҙар менән тәьмин итеү рәсми рәүештә тыйылмаған, әммә ғәмәлдә ауырыуҙар ҡатмарлыҡтар кисереүе ихтимал. Әгәр ҙә һеҙ ниндәйҙер тәғәйен дарыуҙы ҡулланып өйрәнһәгеҙ, һаҡлау мөҙҙәте сиктәрен күҙ уңында тотоп, уны күберәк алып ҡуйыуҙы хәстәрләгеҙ.
Машина түгел, уға запчастар алығыҙ. Европа һәм Америка автомобилдәре дилерҙар складында әлегә бар. Хаҡтары артыуын артҡан, әммә киләсәктә был машиналар беҙҙең илдә үтә һирәк осрай торған ҡиммәтле әйберҙәргә әүерелеүе лә бар, шуға һатып алырға ниәтләнһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ватан автомобиль сәнәғәте импортлы өлөштәрҙән әлегә тулыһынса арына алмай. Бынан тыш, көнбайыш сит ил автомобилдәренә запас частар һатып алып ҡуйыу ҡамасау итмәҫ. Икенсе яҡтан, Ҡытай етештереүселәре Рәсәйгә әүҙем килә башланы. Улар етештергәндең сифатына ышанһағыҙ, иғтибарҙы шул яҡҡа йүнәлтергә мөмкин.
Гараж һатып алығыҙ. Запас частарҙың етешмәүе һәм ҡиммәт булыуы арҡаһында вандалдар киләсәктә парковкаларҙа ҡалдырылған машиналарҙың кәрәк өлөштәрен һүтеп ала башлауы ихтимал. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында шулай булды. Автомобилде һаҡлау өсөн гараж кәрәк.
Видеокүҙәтеүҙе лә хәстәрләгеҙ. Дача, гараж, машина - үҙегеҙ гел генә күҙәтеп тора алмаған барлыҡ мөлкәтегеҙ видеокамера объективынан ситтә булмаҫҡа тейеш. Бындай система үҙе үк бурҙарҙы ҡурҡыта. Был ғына уғрыларҙы өркөтмәгән хәлдә лә, полиция хеҙмәткәрҙәренә уларҙың эҙҙәренә төшөүе еңелерәк булыр.
Көнкүреш техникаһын алмаштырығыҙ. Көнкүрештә кәрәкле техникаға ла хаҡтар артыуы, аҡса булып та, кәрәкле әйберҙе табып алыуы ауырлашауы мөмкин. Иҫке һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, электр сәйнүген яңыртыу өсөн ҡулай осор әле. Яңылары әле ҡулланып йөрөгәндәренә ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итеренә шик юҡ. Аҙаҡ техникаға хаҡтар үтә ныҡ күтәрелеүе ихтимал.
"АиФ" гәзитенән.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|