«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ХӘТЕРЕ ӨСӨН ИЗГЕ ТӨШӨНСӘГӘ ӘЙЛӘНГӘН ШӘХЕС
+  - 

Рәми шәхесе. Ике быуатты тоташтырған был исемгә бәйле фекер алышыуҙар туҡтағаны юҡ. Әҙиптең шиғырҙары иһә иң күп уҡылғандар һәм ятланғандар исемлегендә. Эйе, йәшәүҙең мәғәнәһе ижадта сағылыш алһа, ул халыҡ хәтере өсөн изге төшөнсәгә әүереләлер. Халыҡ шағиры тураһында хәтирәләр яҙыла, уға арналған әҫәрҙәр тыуа. Ә Рәми Ғарипов хаҡында әйтелмәгән һүҙҙәр тағы ла күберәк икәне асыҡлана.

Быйылғы йылдың ҙур яңылығы - бөйөк шағир тормошо кино сәнғәтендә сағылдырылды. "Родина" кинотеатрында режиссер Булат Йосоповтоң "Шағир көндәлеге" тип аталған фильмының премьераһы булды. Башҡорт кино сәнғәтен үҫтереүҙә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәткән Булат Тимербай улының был фильмы ла йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шығырым тулы зал фильмды бер тынала ултырып ҡараны.
Шағир көндәлеген төшөрөүсе төркөм кино сәнғәтенең мөмкинлеген күрһәтә алыуы менән һоҡландырҙы. Бер күҙ һалыу менән беҙ, тамашасылар, Рәми йәшәгән дәүер эсенә инеп киттек. Һәр деталь уйланылған, эшләнгән, теүәлләнгән. Ә бит һуғыш йылдары, һуғыштан һуңғы осор ҡомартҡыларын табыу, йүнләү еңел булмағандыр. Йәмәғәтселек Рәми Ғариповты ҙур шағир булараҡ белә, уның шиғырҙарын күптәр яттан һөйләп йөрөй.
Әммә ошо бейеклеккә алып килгән юлды барыһы ла асыҡ ҡына төҫмөрләмәй, әлбиттә. Ауырлыҡтарҙы еңеп, үҙ маҡсатына ынтылған бәләкәй, артабан үҫмер Рәмиҙәр был юлды фильмда шаҡтай тулы итеп сағылдырыуға өлгәште. Бөгөн тормошта үҙ юлын һайлаған, маҡсатына ынтылған йәш быуын өсөн был онотолмаҫ һабаҡ та булыр, тип ышанайыҡ. Шулай уҡ фильмда Рәми Ғариповтың тормошонда ниндәйҙер роль уйнаған шәхестәрҙе, ижадташ дуҫтарын күреү ҙә ҡыҙыҡлы. Кинола Рәмиҙе үҙ эсенә бикләнгән итеп күрһәтеү, шуға ла, бәхәслерәк. Һәр ижадсының ундай мәлдәре лә була. Шулай ҙа шағирҙың эргәһендә ышаныслы һәм тоғро дуҫтары ла әҙ булмаған һәм Рәми ауыр саҡтарында уларға таянған икәнен ишетеп тә, Көндәлектәренән уҡып та беләбеҙ. Рәми Ғарипов был йәһәттән дә бәхетле яҙмышлы кеше: ғүмеренең аҙағына тиклем йәнәшәһендә тоғро дуҫтар, фекер уртаҡлашыр арҡадаштар булыуы һәр кемгә лә эләкмәй!
Әҙипте, ниндәй ауырлыҡтар кисерһә лә, оптимистик һәм көрәшсе рухы ташлап китмәй. Уның ижадында яһалмалыҡ юҡ, һәр юлы йөрәк ҡаны менән яҙылған шиғырҙары бөгөн дә уҡыусыны рухландыра, көс бирә. Ул үҙенең мәктәбен булдыра. Рәми Ғарипов мәктәбе шәкерттәре - бөгөн әҙәбиәт йөгөн тартыусы төп көстәр. Уның шикелле ҙур мәктәп булдырған тағы ла берәй әҙипте исемләп атауы ла ситен. Бына шундай оло шәхестең тормош юлын, ижадын кино сәнғәтендә сағылдырыу башҡорт мәҙәниәтендә - ҙур ваҡиға. Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай әйтмешләй, Рәми Ғарипов тураһында киләсәктә сериал эшләргә кәрәк.
Шик юҡ, Рәми тураһында яңы фильмдар тыуыр. Яңы быуын яңы һүҙен әйтер. Әле был эш башланды ғына. Был фильмды төшөрөүселәр үҙҙәре алдына ошондайыраҡ юҫыҡтағы сюжетты һүрәтләүҙе маҡсат иткәндер. Ә шулай ҙа киләсәк кино төшөрөүселәр алдына яңы бурыстар ҡуя: ни өсөн Рәмигә төрлө ауырлыҡтар аша үтергә тура килгән? Уны шул дәүерҙең бюрократияһы менән көрәшергә нимә мәжбүр иткән? Һәм система уға ҡаршы нимәләр эшләгән? Кем уның ысын дошманы? Тимәк, быларҙы асыҡтан-асыҡ һүрәтләр, Рәмиҙең ысын көрәшсе асылын асыр өсөн әле мәле етмәгәндер һәм ниндәйҙер арауыҡ үтелергә тейештер...
Ләкин боҙ урынынан ҡуҙғалды. "Шағир көндәлеге" һеҙҙе шағир йәшәгән заманға алып ҡайтыр. Ҡәһәрле һуғыш йылдарын, ғаиләнең фажиғәһен, шуға бәйле күңелдәге уңалмаҫ яраларҙы, әсә фатихаһын, ижадҡа инанғанлыҡтың ниндәй булыуын күҙ алдынан үткәрергә һәм йөрәк менән кисерергә ярҙам итер.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.10.22 | Ҡаралған: 305

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru