«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘРМЕЛӘГЕЛӘРГӘ ҺҮҘ ТЕЙҘЕРМӘЙЕК
+  - 


Республика гәзиттәренең береһендә сыҡҡан "Ҡораллы көстәрҙе дискредитациялау нимә менән янай? йәки Фейк хәбәрҙәргә ышанмағыҙ һәм уларҙы таратмағыҙ" тип аталған мәҡәләгә иғтибар иттем. Инде күп йылдар отставкалағы хәрби кеше булараҡ, әрмебеҙгә ҡағылышлы шундай мәсьәләләргә бер ваҡытта ла битараф булып ҡала алмайым.

Хөкүмәтебеҙҙең һөйөклө ҡолдары

Совет Армияһы хаҡында һәр саҡ иң яҡшы фекерҙә булғанғамы, бала сағымдан ғәскәри кеше булырға хыялландым. Бәлки, быға ғаиләбеҙҙәге иң өлкән ағайымдың хәрби училищела уҡып, унан оҙаҡ йылдар офицер булып хеҙмәт итеүе лә этәргес булып торғандыр. Ул киткәнгә байтаҡ йылдар үткәс, минең дә, инде үҫеп етеп, Ташкенттағы танк училищеһына барырға йыйыныуым хаҡында ишетеп, әсәйемдең ошолай тип илаулағаны хәтеремдә: "Ғайса ағайың нисәмә йыл үәйәннейҙә йөрөй, йылына бер генә килеп күренә. Хәҙер һин дә шунда китәм тип тораһың. Ағайыңдың бөтөнләйгә ҡайтыуын, бәлки, күрермен дә ул, ә һине көтөп ала алмаҫмын тип ҡурҡам…" Әсәйемде йәлләп, әлеге училищеға бармай, медицина институтына уҡырға инеп киттем. Әммә унда дүрт йыл уҡығас, бишенсе, алтынсы курстарға Һамар хәрби медицина факультетына (элегерәк ул "Куйбышевская военно-медицинская академия" тип тә атала ине) күсеү мөмкинлеге тыуҙы. Был хаҡта әйткәс, атайым ҡуш ҡуллап риза булды, әммә, әсәйемдең ризалығын алыу өсөн уны бер аҙ өгөтләргә тура килде. Сираттағы ялына ҡайтҡан офицер ағайым да әсәйемде тынысландырырға, йыуатырға тотондо. "Хәрби табиптар әрмелә һөт өҫтөндәге май һымаҡ йәшәй, ҡайғырма, әсәй. Уларға хатта ҙур командирҙар ҙа "доктор" тип кенә өндәшә", - тип бер аҙ фәстереп тә ебәрҙе. Ғүмере буйы һәр нәмәгә күндәм булып йәшәгән әсәйем, күҙенә йәш алһа ла, әллә ни оҙаҡ ҡаршылашманы, миңә фатихаһын бирҙе. Ул ғына ла түгел, бәғзе берәүҙең уға: "Мәрхәбә апай, нисек йәлләмәй, инде икенсе улыңды егерме биш йыллыҡ хеҙмәткә ебәреп ултыраһың?" - тип әйткеләгән мәле лә булған икән. Әсәйем: "Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, имен-һау булһындар өсөн Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылып ҡына торам. Минең уландарым - хөкүмәтебеҙҙең һөйөклө ҡолдары бит.." - тип, таныш-тоноштарға ғорурланып яуап биргәне хаҡында һөйләй торғайны.
"Һөйөклө ҡолдары" тигәндән, йәшерен-батырыны юҡ: ысынлап та, халҡыбыҙ ҙа, хакимдарыбыҙ ҙа беҙҙе - хәрбиҙәрҙе электән яҡын күрҙе. Ил халҡының ҡораллы көстәребеҙгә булған мөнәсәбәтен шәхсән үҙемә төбәлгән һымаҡ ҡабул итеп өйрәнгәнмен. Күп милләтле СССР дәүләтендә совет һалдаты, ғөмүмән, һалдат кейемендәге һәммә кеше почетта булды. Социалистик илдәрҙең, иң беренсе нәүбәттә СССР-ҙың һәр саҡ дошманы булған НАТО блогына ҡаршы ныҡлы ҡәлғә булып торған армиябыҙҙың ролен халҡыбыҙ бик яҡшы аңлай ине. Илһөйәр, эшһөйәр, сабыр совет халҡы, һис нәмәгә ҡарамаҫтан, үҙ әрмеһен аҫраны, ас та тотманы. Етмешенсе, һикһәненсе йылдар илдә һәр төрлө тауар наҡыҫыраҡ була башлауын оло быуын кешеләре яҡшы хәтерләй. Бына шул осорҙары ла хәрби ҡаласыҡтарҙы тәьмин итеү сағыштырмаса яҡшыраҡ ине, гарнизон магазиндарында аҙыҡ-түлек мәсьәләһе бер ҙә зарланырлыҡ булманы. Бөтә донъяға даны таралған боронғо күренекле полководец Суворовтың: "Народ, не желающий кормить свою армию, будет кормить чужую армию", - тигән һүҙҙәрен яҡшы хәтерләйҙәр ине ул ваҡытта. Ябай һалдат рационы ла бай ғына булды. Ит, май, ярма һәм башҡа төр продукттарға һалдат ашханаһында бер ҡасан да ҡытлыҡ булманы. Госпиталдәрҙә дарыу-фәлән, шулай уҡ, кейем-һалым мәсьәләһендә артыҡ проблема юҡ ине.
Совет халҡының үҙ армияһына яҡшы мөнәсәбәте, моғайын, хөкүмәтебеҙҙең шул замандағы сәйәсәтенән дә торғандыр, тип уйлайым. Барлыҡ кинофильмдар, китаптар, гәзит-журналдар Ер шарын фашизм ҡоллоғонан азат иткән совет һалдатын данлауға көйләнгән ине. Балаларҙы ла мәктәптәрҙә "һалдат ағайҙарға" ҡарата ихтирамлы булырға өйрәттеләр. "Һөйөклө ҡолдарының", ғөмүмән, барлыҡ әрменең бәҫен төшөрмәү яғын хәүефһеҙлек органдары ла ныҡ ҡына ҡарағаны тойолдо. Ҡораллы көстәр хаҡында һәр төрлө насар мәғлүмәттәрҙе һөйләп йөрөү йә иһә киң матбуғат сараһында уларҙы сағылдырыу хаҡында хатта уйлау ҙа ярамай ине тиерлек. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан һалдаттарыбыҙҙың да әрмене яманлап берәй нәмә һөйләгәне ишетелмәй торғайны.
"Йорт эсенән ҡый сығарыу тыйылған" был дәүерҙе әле булһа яҡшы хәтерләйем. Һәр төрлө етешһеҙлектәр, әлбиттә, әрмелә генә түгел, ә бөтә ойошмаларҙа ла етерлек ине ул. Шуға ла тик әрменең генә кире яҡтары гелән йәшерелеп килгән тип уйлау ҙа оло хата булыр. Һәр кимәлдәге командование үҙенең эске проблемаларын мөмкин тиклем хәл итергә лә тырыша ине. Иң башта иҫкә алынған "дискредитация" тигән төшөнсә миңә электән дә таныш. Әйтәйек, берәй офицер тәртип боҙа икән, уны административ яуапҡа тарттыра торғайнылар. Хәрби хеҙмәт, Совет ҡоролошо хаҡында теләһә нимә (шул иҫәптән, көләмәстәр ҙә) һөйләп йөрөү йә хәмер менән артыҡ булышыу, йә иһә, ғаиләлә низағ сығарыу осраҡтары иғтибарһыҙ ҡалманы. Хәҙер нисектер, белмәйем, әммә шундай хөкөм итеүсе ойошма элек әрмелә "Суд офицерской чести" тип аталды. "За дискредитацию высокого звания офицера" тигән статья менән хатта бәғзеләрҙе пенсияһынан мәхрүм итеп, ваҡытынан алда хәрби хеҙмәттән ҡыуып сығарғылаған осраҡтар менән танышмын (шул осоро бер офицерыбыҙҙың радионан "Голос Америки" тапшырыуын тыңлағаны өсөн генә хеҙмәттән ҡыуылыуы хаҡында ишеттек). Ул саҡтағы юғары командованиены хәҙер ҡаты тәнҡитләһәләр ҙә, һалдат коллективындағы "неуставщина", "дедовщина" тип аталған насар күренештәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәш һәр саҡ барҙы ул. Тик был хаҡта халыҡ ҡына әллә ни хәбәрҙар түгел ине…

Ситләткән осор ҙа булды

Тәбиғәттә аңғармаҫтан һауа торошо боҙолоп киткән һымаҡ, тормош тигән нәмә лә бер көйө тормай, ҡайсаҡ ныҡ ҡына, хатта бөтөнләйгә кире яҡҡа ҡарай үҙгәреп тә киткеләй. Гел генә "һөт өҫтөндәге май" һымаҡ булмаған дәүерҙе лә татырға тура килде шул беҙгә. Үҙебеҙҙең совет кешеләре тарафынан да бер аҙ үгәйһетелгән саҡтарыбыҙ булманы түгел. Туҡһанынсы йылдар башында "демократия", "асыҡлыҡ" һымағыраҡ лозунгылар аҫтында башланған "үҙгәртеп ҡороу" сәйәсәте әрмебеҙҙе лә урап үтмәне. Илдәге бәғзе бер киң матбуғат саралары үҙебеҙҙең ҡораллы көстәргә ҡаршы "ҡара сәүкә кеүек" ябырылды, тиһәм дә дөрөҫ булыр. Әле кисә генә "ергә лә төшөрмәй" маҡталған Совет Армияһын оҫта һүҙле ораторҙар бик тиҙ генә арала "нәжескә буяп" та ташланы. Һалдат һәм офицерҙарабыҙ ил һаҡсыларынан әрәмтамаҡтарға әүерелде. Илдәге барлыҡ кәрәк-яраҡтар (кейем-һалым, аҙыҡ-түлек) "бер кемгә лә кәрәкмәгән" миллионлаған һалдат массаһына китеп торғанлығы хаҡында халҡыбыҙ аңына иркенләп, әүҙем рәүештә һеңдерелә башланы. Совет офицерын эскелектән башы сыҡмаған, тупаҫ, хатта йөрәкһеҙ бер кеше итеп күҙ алдына ҡуйырға тырышыусылар табылды. Торғонлоҡ йылдарының бар бәләһен ҡораллы көстәребеҙгә асыҡтан-асыҡ япһарыу ғәҙәти хәлгә инде. Ә империалистик илдәрҙең (шәхсән Ҡушма Штаттарҙың) беҙҙең ҡалаларыбыҙға тоҫҡалған ҡурҡыныс йәҙрә ҡоралы барлығын бөтөнләй иҫкә төшөрмәнеләр.
Мәғлүмәт сараларының "тырышлығы" бушҡа китмәне: граждандарҙың хәрби кешегә мөнәсәбәте лә ҡырҡа насарайыуын аҙым һайын тиерлек тоя башланыҡ. Ҡала урамдарында бәғзе берәүҙәрҙең "Аҙыҡ-түлек бына ошо погонлы әрәмтамаҡтарға китеп тора бит" тип, көпә-көндөҙ битте йыртып әйтеп киткәндәрен дә ишетергә тура килә ине. Хатта хәрбиҙәргә йәш-елкенсәктең һөжүм иткән осраҡтары ла йыш ҡына ишетелә башланы. Ҙурыраҡ ҡалаларыбыҙҙа хеҙмәт иткән офицерҙарҙың урамға хәрби формала сығырға шикләнеп, эшкә штатский кейемдә йөрөргә мәжбүр булыуы үкенесле ине. Элегерәк, ил алдында изге бурысын үтәп, йылтырап торған парад формаһында күкрәк киреп тыуған яғына юллана торған "дембель" һалдаттар ҙа хәҙер "гражданский" кейемдә ҡайта башланы. Төрлө сәбәптәр табып, йәш егеттәрҙең әрмегә бармай ҡалыу яғын көҫәгән шул осор ҙа минең яҡшы хәтеремдә. Бер мәл "Красный боец" тип аталған округ гәзитенә: "Нишләп халыҡта ил һаҡсыларына ҡарата шундай насар мөнәсәбәт тәрбиәләүгә юл ҡуяһығыҙ? Туған әрмебеҙҙе насарлаған мәғлүмәттәрҙе сикләү, ҡораллы көстәребеҙҙе яҡлашыу өсөн матбуғатта цензура тигән нәмәләр юҡмы әллә?"- тигәнерәк һорау менән мәҡәлә лә яҙып ебәрҙем. Мәҡәләмде баҫманылар. Редакциянан: "Хәҙер бөтә илдә демократия, шул иҫәптән әрмелә лә. Күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ…" - тигән һымағыраҡ яуап ҡына ебәрҙеләр…

Ә Башҡортостанда улай булманы

Ватандаштарымдың, йәғни республикам халҡының ил һаҡсыларына ҡарашы хаҡында айырып әйтмәксемен. Ата-бабаларыбыҙҙың ғәскәри кешеләргә һәр саҡ ихтирамлы булғанлығын боронғо йырҙарыбыҙ аша ла беләбеҙ. "Байыҡ", "Любизар", "Эскадрон" һәм башҡа күп йырҙар хәрби хеҙмәткәрҙәргә бағышланған. "Һай, азамат, арыҫлан да, яуҙа дошман айҡаған. Йөҙҙәрендә даны балҡый, күп ерҙәрҙе байҡаған. Түрҙән урын алығыҙ, һары балды һалығыҙ! Арыҫландай батырҙарҙың арҡаһынан ҡағығыҙ!.." Заманалар нисек кенә үҙгәреүенә ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ борондан ҡалған, быуындан-быуынға күсә килгән ана шул яҡшы традицияға һәр саҡ тоғро булып ҡалыуына ҙур рәхмәтлемен.
Әлеге иҫкә алған "үҙгәртеп ҡороуҙарҙың" бер мәлендә башҡа төбәктәрҙә ғәскәри кешегә ҡырын ҡараусылар күбәйеүенә ҡарамаҫтан, хәрбилегемде бер ҡасан һәм бер кемдән дә йәшерергә ынтылманым. Сираттағы ялға ҡайтҡанда яҡташтарыма, туғандарыма һәр саҡ хәрби формала күренергә тырыша инем. Йыл һайын яңы саҡырылыш һалдаттарын алырға Өфө йыйыу пунктына командировкаға ла йөрөнөм. Баш ҡалаға ҡайтып төшкәс, әйтерһең дә, үҙ өйөңә килеп инәһең, яҡташтарҙың яҡты йөҙөн күреп, йылы ҡарашын аҙым һайын тойоп, оло ҡәнәғәтлек кисерәһең. Район үҙәгендәге автовокзалдарҙа бөтөнләйгә таныш булмаған берәй яҡташың: "Әйҙә, һалдат, нишләп сиратта тораһың, бар, шул көйө генә алып кит", - тип, билет кассаһына ла үткәреп ебәрә… Автобуста йә иһә башҡа берәй транспортта барғанда кемдер булһа һиңә һүҙ ҡушып, ниҙер хаҡында һөйләшә башлау яғын ҡарай. Хәҙер, бәлки, ҡайһы берәү ышанмаҫ та, әммә бәғзе оло йәштәге әбейҙәрҙең: "Улым, әрмейәнән килә ятаңмы? Арып ҡына ҡайтып киләһеңдер, әйҙә ултыр!.." - тип, урын бирергә маташҡанын күреп, күңел тулып киткән мәлдәр ҙә хәтеремдә. Ололарҙың ғына түгел, йәш егеттәребеҙҙең, ҡыҙҙарыбыҙың да үҙеңә ихтирамын тояһың. Берәй йыйын, мәжлес булһынмы, күптәрҙең иғтибары һиндә булыуы, һинең ниҙер һөйләүеңде теләүҙәре лә үҙеңә ҡарата хөрмәт һымаҡ ҡабул ителә ине. Уҡыған мәктәбеңә килһәң, элекке уҡытыусыларың балаларҙы йыя һалып, осрашыу кисәһе үткәреү сараһын ойоштора башлай. Шундай кисәләрҙә айырыуса малай халҡы әрме, ундағы хәлдәр, хәрби хеҙмәттең төрлө нескәлектәр менән ҡыҙыҡһына, уларҙың һорауҙарына яуап биреп кенә өлгөр! Һинең менән бергә фотоға төшөүҙе лә әллә ни күрәләр… Хеҙмәтемдең аҙағы яҡынлашып килгән мәлдә үҙемдең тәүге хикәйә, мәҡәләләрем менән баш ҡалабыҙҙағы башҡорт гәзит һәм журналдары мөхәрриәттәренә ишек шаҡый башланым. Шунда эшләгән яҙыусы һәм журналистарыбыҙҙың - буласаҡ ҡәләмдәштәремдең нисек йылы ҡаршылауҙары хаҡында әйтеп бөткөһөҙ. Матбуғатыбыҙҙа хеҙмәт иткән был кешеләрҙә эрелек, тәкәбберлек тигән нәмәнең береһен дә күрмәнем. Халҡыбыҙ интеллигенцияһының иң юғары ҡатлам вәкилдәре тип атар инем уларҙы. Редакцияларыбыҙҙың береһендә ҡулъяҙмамды тотоп, хәрби формала ултырғанымды күргәс, шунда эшләгән билдәле яҙыусыларыбыҙҙың береһе (ағай кеше) баш мөхәрриргә шаяртып: "Подполковник һынлы кеше юҡты яҙмаҫ, был егеттең алып килгән әйберен уҡып та тормаҫтан, журналыңа баҫ та сығар", - тип әйтеүе күңелгә бәлзәм булып ятты. Ана шул мәлдәрҙән алып, ғәйәт матур итеп башҡорт телендә һөйләшкән бындай яҡташтарымды тағы ла яҡыныраҡ, хатта үҙ туғаным һымаҡ күрә башланым. Хәрбиҙәребеҙгә, ғөмүмән, ҡораллы көстәребеҙгә бер ҡасан да насар һүҙҙәр ташламаған ҡәләмдәштәремә ихтирамым артҡандан-арта ғына барҙы.
Һуңғы йылдары матбуғат сараларында илһөйәрлек темаһы йыш ҡуҙғатылыуы һөйөнөслө. Балаларҙың, йәштәрҙең ил һаҡсыларына ҡарата ихтирамлы булыуы ла тап ана шул илһөйәрлектең бер өлөшө бит инде ул. Бөгөн әрмебеҙҙе күтәрмәләү бигерәк тә кәрәк. Еңел булмаған хәрби хеҙмәт арбаһын тартып барған егеттәребеҙ - халҡыбыҙ улдары, илебеҙҙең ҡалҡаны булған ҡораллы көстәребеҙ адресына ҡырын һүҙ ташламайыҡ зинһар, тип әйтмәксе инем.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина хеҙмәте подполковнигы.

"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 261

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru