«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ҠАҘАНДА ИКЕ ӘРТИС БАШЫ
+  - 


Сәлимә менән Салауат ЮЛДАШБАЕВтарҙы сәнғәт юлы осраштыра һәм ҡауыштыра. Ике йәш йөрәк Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә танышалар һәм дуҫлыҡтары бер нисә йыл дауам итеп, институттың аҙаҡҡы курсында өйләнешәләр. Сәлимә - күренекле композитор Юлай Моратовтың ҡыҙы. Салауат шулай уҡ йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫә. Бөгөнгө көндә улар икеһе лә - ижадта үҙҙәрен тапҡан тәжрибәле артистар. Салауат Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡабатланмаҫ образдар тыуҙыра, Сәлимә Юлдашбаева "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбленең алыштырғыһыҙ солисы. Беҙҙең әңгәмә ижади ғаилә Юлдашбаевтарҙың эске донъяһын, уй-ынтылыштарын, шулай уҡ... бер ҡаҙанға нисек итеп ике әртис башы һыйышып йәшәүен аңларға ярҙам итер.

Һөйләшеүҙе һеҙҙең нисек танышыуҙан башлайыҡ... Сәлимә: Сәнғәт академияһында беҙ икебеҙ ике корпуста уҡыныҡ - Салауат театр факультетында, ә мин музыка буйынса хор-дирижерлыҡ бүлегендә. Бер бүлмәлә йәшәгән Нурзилә исемле дуҫым бер көндө миңә шулай тине: "Шундай һәйбәт бер егет бар, әйҙә, һине уның менән таныштырам". Ғәҙәттә, беҙ дәрестәрҙән һәм эштән һуң кире академияға барып, музыка буйынса өҫтәмә шөғөлләнә торғайныҡ, унда фортепьянола уйнайбыҙ, төрлө әҫәрҙәр ятлайбыҙ. Шуға уның әйткәненә бик иғтибар ҙа бирмәнем. Кискеһен музыка менән шөғөлләнеп, һуң ғына ҡайтып инһәм, беҙҙең бүлмәлә ике егет ултыра. Шуларҙың береһе Салауат булып сыҡты. Нурзилә, тағы бер нисә ҡыҙ бар ине. Күмәкләп сәй эсеп алдыҡ. Шунда Салауат менән фотоальбом ҡараныҡ. Мин үҙемдең туғандарым, ғаиләм тураһында һөйләнем. Салауат та үҙенең ғаиәләһе тураһында һөйләне. Бына шул мәл минең хәтерҙә ныҡ тороп ҡалған.

Салауатты тәү күргәндә ниндәй тойғолар булды. Күңел уны шундуҡ ҡабул иттеме?

Сәлимә:
Ниндәйҙер хис-тойғо тыуҙы, тип әйтмәҫ инем. Ул йөҙгә ныҡ йәш, хатта бала һымаҡ күренде миңә башта. Сәсенең ныҡ ҡыҫҡа итеп алынғанына иғтибар иттем. Артабан аралашҡан һайын уның аҡыллы, етди егет икәнен нығыраҡ аңлай башланым. Атаһы-әсәһе, һылыуы, туғандары тураһында күберәк һөйләй башлағас, ҡалай туғандарын ярата, матур итеп фекер йөрөтә, был егет яҡшы ғаилә башлығы буласаҡ, тип уйланым. Мин уға тиклем театрға бик бармай ҙа инем, бергәләп концерттарға, театрға йөрөй башланыҡ, Салауат актерлыҡҡа уҡығас, ошо тамашаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды.

Салауат, ә һинең Сәлимәне тәү күргән сағың хәтереңдә нисек тороп ҡалған?

Салауат:
Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем, дөйөм ятаҡҡа урынлаштым, уҡый башланыҡ. Ноябрь айҙарында дуҫ егет Морат: "Бер ҡыҙыҡай менән таныштым. Уның дуҫы бар, һинең менән таныштырырға уйлайым", -тине. Беҙ яңы ғына ҡалаға килеп уҡый башлаған йәштәр, яңы кешеләр менән танышыу ҡыҙыҡ, шуға ризалаштым. Кис ҡыҙҙарҙың бүлмәләренә барҙыҡ. Мин танышасаҡ Сәлимә ҡайтмағайны әле, уны көтөп ултырабыҙ. Бына бер саҡ ишектән матур итеп йылмайып Сәлимә килеп инде. Шунда мин уны беренсе тапҡыр күрҙем. "О-о-о-о, ҡалай матур ҡыҙыҡай!" тип уйлап ҡуйҙым. Матурлығы ғына түгел, мөләйемлеге лә шундуҡ күңелгә ятты. Аралашып киттек. Унан инде ятаҡ коридорында, Өфө урамдарында һөйләшеп үткәргән кистәр башланды.
Сәлимә менән танышҡанға хәтлем бер ҡыҙыҡ хәл булды. Мин 10-11-се кластарҙа уҡып йөрөгәндә Заһит Ҡунафиндың бер яңы йыры сыҡҡайны: "Ҡалдырма, иркәм, кире ҡайтҡым килә…" Беҙ, малайҙар, ул йырҙы гел тыңлап йөрөр булдыҡ. Миңә ул йырҙың ҡушымтаһы бигерәк оҡшай ине. Уны бер ҡыҙ башҡара ине. "Ох, был ҡыҙыҡай матурҙыр инде, тауышы ла матур бит", - тигән уй тыуғайны шул саҡта уҡ башымда. Артабан институтҡа уҡырға индем, Сәлимә менән таныштым. Ҡышҡы каникулдарҙан һуң шул йыр яҙылған дискты тотоп, Сәлимәгә киттем. Коридорҙа ултырабыҙ, "Һиңә бер йыр тыңлатҡым килә", тип, йырҙы ҡуйҙым. Сәлимә: "О-о-о, быны мин йырлайым бит!" - тимәһенме! Киләсәгеңде нисек күҙ алдына килтерәһең, нисек фаразлайһың, шулай буласаҡ, тип әйтәләр бит. Бына шулай хыялымда йөрөткән үҙем һоҡланған тауышлы ҡыҙ менән осраштым да ҡуйҙым.

Нисә йыл дуҫлашып йөрөнөгөҙ?

Сәлимә:
Беренсе курстың ноябренән алып мин 5-се курсты бөткәнсе дуҫлашып йөрөнөк, шунан өйләнештек.
Салауат: Апрелдә никах булды, августа туй үткәрҙек.
Сәлимә: Әсәйем колледжа уҡып йөрөгәндә атайым менән таныша, аҙаҡ Стәрлетамаҡ институтында уҡый һәм һуңғы курста декабрь айында өйләнешәләр. Мин бәләкәй саҡтан, нишләптер, минең дә яҙмышым шулай булыр, уҡып бөткәс, кейәүгә сығырмын, тип уйланым. Күңелгә ныҡ һалғанмын шикелле был уйҙы.

Улай булғас, Сәлимә, тағы ла бер һорау бирәйем. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа "Тормош юлдашым кем булыр?" тигәнерәк уйҙар килмәй ҡалмайҙыр бит инде. Үҙең тыуҙырған хыял, образ була торғайнымы?

Сәлимә:
Иң мөһиме, буласаҡ кейәүем яҡшы атай булһын, тип уйлай торғайным. Һәм, ниңәлер, алыҫ-алыҫ яҡтарҙан булыр, тип күҙ алдына килтерә инем. Киреһенсә килеп сыҡты, Салауат Ейәнсура районынан, Сибайға әллә ни алыҫ түгел, Аллаға шөкөр. Әлбиттә, атайыма оҡшағаныраҡ булһын, тип хыяллана инем.

Ә бармы оҡшашлыҡ? Ниндәйҙер һыҙат, сифат?

Сәлимә:
Музыка яҙмаһа ла, шиғырҙар яҙа. Атайым һымаҡ тыныс холоҡло. Кәрәк саҡта йомшаҡ, кәрәк саҡта ҡаты була белә.

Салауат, ниндәйерәк һыҙаттар ғаиләлә һалына? Ниндәй ғаиәләлә үҫтең?

Салауат:
Атайым башта Күмертауҙа физкультура техникумында уҡый, шунан Силәбелә юғары уҡыу йортон тамамлай. Мин бәләкәй саҡта Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбендә эшләп йөрөнө, шунан милицияға эшкә күсте. Заманында көрәш буйынса абсолют чемпион булып, мотоцикл алғайны, уны миңә бүләк итте. Атайым спортты үҙ итһә лә, сәнғәтте ныҡ ярата, ҡурайҙа, баянда уйнай, йырлай ҙа. Әсәйем шәфҡәт туташы. Ул да бик дәртле, бейергә ярата, балаларға әкиәттәр ҡуя. Әсәйемдең атаһы ла, әсәһе лә клуб хеҙмәткәрҙәре булдылар. Өләсәйем бейей торғайны, ҡартатайым киномеханик булып эшләне. Бына шундай сәнғәткә, мәҙәниәткә хеҙмәт иткән ғаиләлә үҫтем инде мин.

Өйҙә ниндәй булды мөнәсәбәт? Талапсанлыҡ көслө инеме, әллә ирек ҡуйҙылармы?

Салауат:
Юҡ, дилбегәне артыҡ бушатманылар. Һәр хәлдә, ярай-ярамай, тигәнде белеп үҫтек. Ни өсөн ярай йәки ярамай икәнен балаға аңлата белеү кәрәк. Ғөмүмән әйткәндә, "ярамай"ға асыҡ яуабы булырға тейеш. Былай ғына "ярамай", тип әйтәһең икән, бала аңламай ҙа, һине тыңламаясаҡ та. Аңһыҙ үҫәсәк, йәки үҙенә бикләнәсәк. Ә аңлап үҫһә, үҙе лә аңлата беләсәк. Уның бер әйтеүҙән генә аңламауы ла бар, тимәк, тағы аңлатырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта иҫтә тоторға тейешһең: ябып-тыйып, уның күңелен бикләп ҡуйма. Был еңел түгел, әлбиттә.

Һөнәреңдең үҙенсәлеге нимәлә? Образға ингәндә үҙ булмышыңдан китеп буламы?

Салауат:
Актер булғас, төрлө образдарға инергә тура килә. Шулай ҙа, нисек кенә тырышһаң да, тотошлайы менән үҙлегеңдән китеп булмай. Уҡытыусыбыҙ Таңсулпан Бабичева: "Салауат сусҡаны һынландырһа ла таҙа сусҡаны, мәҙәниәтле сусҡаны һынландырыр ул", - тип көлә торғайны. Һин ниндәйҙер роль башҡарырға тейешһең. Башҡараһың да, тик барыбер һин - һин булып ҡалаһың. Нисек кенә булмаһын, шәхесең ролеңдә барыбер күренәсәк. Улар бер-береһенән бөтөнләй үк айырыла алмай. Ғөмүмән, үҙлегеңдән китергә лә кәрәкмәй, китһәң, аҡылдан яҙыуың ихтимал.

Һөнәреңә килгәндә, был юлды үҙең һайланыңмы?

Салауат:
Хатта үҙем дә аңлата алмайым. Мәктәпте тамамлар алдынан әсәй-атай: "Ҡайҙа уҡырға бараһың?" - тип һорай. Мин бик әйтеп бармайым. Медицина университетына барыу тураһында ла уйлана инем. Унда имтихан бирә торған фәндәрҙән яҡшы уҡыным, ул фәндәрҙе яраттым. Ләкин медик булам тиһәң, ныҡ шөғөлләнергә, күп уҡырға кәрәк. Ә мин бер урында оҙаҡ сыҙап ултыра торған кеше түгелмен. "Был һөнәрҙәрҙең бөтәһен дә берләштерергә була бит", тип уйланым. Актер булараҡ, врач булып та уйнарға була, йәнәһе.
Сәлимә: Тик әлегә табип менән полицейскийҙы уйнағаның юҡ.

Уйнап ҡарау тигәндән. Уҡырға инергә килгәндә этюд эшләп ҡарайҙар бит. Элекке артистарҙың бәғзеләре: "Уҡырға килдек, ә этюдтың нимә икәнен белмәй инек", - тип көлөп хәтерләйҙәр…

Салауат:
Иҫәнғолда саҡта йыр түңәрәгендә шөғөлләндем, ә этюд буйынса… Оялсанлыҡ көслө бит беҙҙә. Шуға ла этюдтар ауырыраҡ бирелде миңә. Был юҫыҡта Азамат Юлдашбаев ағайымдың ярҙамы тос булды. Ул миңә этюдтың сценарийын яҙып бирҙе. Үҙемсә шөғөлләнгән булдым инде шул сценарий буйынса. Уҡырға инергә килгәндәрҙе күҙәтәм дә, күңел ҡайта: "Ох, был мотлаҡ уҡырға инәсәк, ҡиәфәте - артистыҡы, тегенеһе лә инер, ныҡ ышаныслы тота үҙен, бында миңә урын булмаҫ, ни матур итеп йырлай, ни бейей белмәйем", - тип өмөтһөҙлөккә биреләм.

Һин шулай тип күҙәткәндәр араһынан кемдәр хәтерҙә ҡалған?

Салауат:
"Илгиз Таһировтың йөҙө Салауат Юлаевтыҡына оҡшаған - быны алалар, Роберт Йылҡыбаев ҡурайҙа, думбырала уйнай, һәйбәт бейей, был да уҡырға инә", тип уйланым. Ысынлап та, уҡырға инделәр, Роберт хәҙер ГИТИСта, ВГИКта уҡытып йөрөй.

Сәлимә, һинең уҡырға инеү тарихы нисек булды? Сәнғәткә килеү хыял инеме, әллә атай-әсәй теләгеме?

Сәлимә:
Әсәйҙең роле ҙур, сөнки ул бөтәбеҙҙе лә музыка мәктәбенә уҡырға бирҙе. 9-сы кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһының музыка бүлегендә уҡый башланым. Һис үкенмәйем, миңә оҡшай, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамблендә яратып эшләйем. Игеҙәгем Кәрим һәм Салауат ҡустым менән Өфөгә бер йылда килдек. Беҙҙең ғаиләләге ун баланың да музыка белеме бар.
Өфө сәнғәт институтының 1-се курсында уҡығанда опера һәм балет театрында эшләй башланым. 3-сө курста уҡып йөрөгәндә "Мираҫ"ты асҡайнылар, тағы ла бер йылдан ансамблдең төп хормейстеры Эльвира Ғизетдин ҡыҙы Ғәйфуллина үҙенә саҡырып алды. Мин опера театрында, "Мираҫ"та параллеь эшләп һәм уҡып та йөрөнөм. Балалар тыуғас, театрҙан китергә мәжбүр булдым. Хәҙер Самираға 11 йәш, Тамерланға - 9, Арыҫланға 7 йәш. Беҙ "Йәшел сауҡалыҡ" микрорайонында йәшәһәк тә, балаларыбыҙ Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһында уҡыйҙар. Башҡорт мәктәптәре Өфөлә әҙ. Шуға ла беҙҙең өсөн балаларҙы ҡайҙа уҡырға бирергә тигән һорау ҙа тыуманы. Көн һайын мәктәпкә үҙебеҙ алып барабыҙ, алып ҡайтабыҙ.
Салауат: Атай-әсәй булараҡ, туған тел тураһында хәстәрлек беҙҙең өсөн бик мөһим. Телгә һөйөү уятырға кәрәк. Ҡыҙыҡһыныу! Ә ҡыҙыҡһыныу һинең аша бирелә, быны оноторға ярамай. Аллаһы Тәғәлә балаға айырым күңел биргән. Ул үҫә һәм атай-әсәйҙән айырыла. Ул туған телде, туған мөхитте, башҡортлоҡто үҙенең кимәлендә дауам итә. Шуның өсөн уға ваҡытында рух һалып өлгөрөргә, ярҙам итергә кәрәк. Бигерәк тә туған телебеҙҙе матур яҡтан күрһәтеп, ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәк.
Сәлимә: Һин башҡортһоң, һин башҡортса һөйләшергә тейешһең, тип әйтергә, аңлатырға, әгәр ҙә һин башҡортса һөйләшмәһәң, телебеҙҙең яйлап-яйлап бөтөүе лә бар бит, тип күңеленә уй һалырға кәрәк.

Күп балалары ғаиләлә туғанлыҡ тойғоһо көслө була. Улар бер-береһенә ярҙам итеп үҫә. Һеҙ үҫкән ғаиләләге мөнәсәбәтте белге килә.

Сәлимә:
Сибайҙағы беҙҙең өйҙән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Йәй етте ниһә, бөтөн абитуриенттар беҙҙең өйгә килеп тула. Туғандар, дуҫтар, таныштар балаларын уҡырға индерергә булһа, беҙгә алып киләләр, әсәйем уларға һәр ваҡыт ярҙам итә торғайны - кәрәк булһа, ректорға, директорға ла инеп һөйләшә. Урамда танышы осраһа, мотлаҡ уны сәй эсергә алып инә. Бына шундай мөнәсәбәткә өйрәндек беҙ ғаиләлә.
Атайға килгәндә, нота танымағандарға, һәүәҫкәрҙәргә үҙе нота яҙа, фонограммалар эшләй торғайны, тәжрибәле йырсыларға ныҡ ярҙам итте, фонограммаларын бушлай таратты. Композиторлыҡ эшен башлаған ғына сағында ул ауылдар буйлап йөрөгән. Берәй кешенең юбилейымы, тыуған көнөмө, сығарылыш кисәһеме, туймы - аппаратураһы менән барып, музыка яғынан ярҙам итә ине. Бушлай. Атай-әсәйемдә бына шулай ярҙамсыллыҡ сифаты ныҡ көслө булды. Әле яңыраҡ ҡына халыҡ Сибай һәм Баймаҡ ҡала хакимиәттәренә берәй урамға Юлай Моратов исемен биреү тураһында юллама ла яҙғайны.
Мине күптәр Зөлфиә Ханнановаға оҡшата. "Туғаны булаһыңмы, ҡыҙы түгелһеңме?" тип һорайҙар. Зөлфиә апай һөйләүенсә, ул бер мәл шиғыр яҙыуҙан туҡтаған. Бүтән яҙмайым, илһам юҡ, тип йөрөгәнендә радионан үҙенең һүҙҙәренә яҙылған йыр ишетеп ҡала. Баҡтиһәң, атайым Зөлфиә апайҙың "Мин бәхетле, әсәйем бар" тигән шиғырына йыр яҙған икән. Уны Гөлсөм Бикбулатова башҡара. "Шул йырҙы ишеткәндән һуң, яңынан ҡанатландым һәм ижадымды дауам иттем", тине Зөлфиә апай. Атайым күп шағирҙарҙың һүҙҙәренә йырҙар яҙҙы.

Ғаиләлә төрлө хәлдәр ҙә була, бер мәсьәләгә ике төрлө ҡараш тыумай ҡалмайҙыр һеҙҙә лә?

Сәлимә:
Аңлашылмаусылыҡтар ҙа булғылай, бер мәсьәләгә төрлө фекер булыуы ла тәбиғи. Мин бәхәсләшергә яратам, фекеремде мотлаҡ иҫбат итәм, тигән маҡсаттан түгел, әлбиттә. Ҡайһы саҡ Салауат уны иҫбат итергә маташыу тип тә ҡабул итә шикелле. Миңә бәхәсләшеү оҡшай. Шундай мәлдә нимәнелер асыҡлайһың, уртаҡ фекергә киләһең. Етди мәсьәлә булғанда, уйлап-үлсәп, уртаҡ ҡарашҡа киләбеҙ.
Салауат: Әллә нисәмә йыл бергә йәшәйбеҙ һәм бер-беребеҙҙе белеп бөткәнбеҙ, тип әйтеп булмай, әлбиттә. Хатта иртәнсәк кеше бер кәйеф менән уяна, көндөҙ икенсе кәйефтә була. Әҙәм балаһы көн һайын үҙгәреп тора, беҙ ҡай саҡ шуны онотабыҙ. Иң мөһиме, бер-береңде тыңлай белеү, ысын күңелдән аңларға тырышыу һәм шул уҡ ваҡытта, уны бөтөнләй аңлап бөтмәйәсәгеңде лә белергә кәрәк. Сөнки икенсе кешене түгел, кеше үҙен үҙе лә аңлап бөтә алмай. Һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө бар. Бер тулҡында йәшәргә тырышырға кәрәк.

Ғаилә башлығы, йорт хужаһы тигәнде нисек аңлайһың? Ғаилә ҡорғанда ниндәй дөйөм маҡсаттарығыҙ бар ине?

Салауат:
Башҡорт аттары өйөрөнә ҡараһағыҙ, өйөрҙә утыҙ-ҡырҡ ат тупланған була, ә башлығы арыраҡ китеп, уларҙы ҡарап тора. Сөнки ул үҙ өйөрөн ҡырҙан, ситтән тороп күрә белергә тейеш. Өйөр эсендә булһа, офоҡ тарая. Ә ҡырҙараҡ тороу, ул беҙҙең менән түгел, тигәнде аңлатмай. Ғаилә башлығының да маҡсаты шулайыраҡтыр: үҙе йөкмәгән яуаплылыҡты атҡарыу өсөн ул ғаилә эсендәге бар мөхитте, мөнәсәбәттәрҙе, ихтыяжды күрергә, аңларға, шунан сығып эш итә белергә тейеш.

Ял итеү хәлдәре нисек?

Сәлимә:
Йышыраҡ ауылға туғандарға ҡайтабыҙ, тыуған яҡтарға. Элек ике яҡҡа ла бер иш ваҡыт бүлә инек Минең атай-әсәй булмағас, хәҙер йышыраҡ Ейәнсураға ҡайтабыҙ.
Салауат: Туғандар менән аралашып йәшәргә тейешбеҙ. Балалар яҡындарын белеп-ҡатнашып үҫергә тейештәр. Ә һуңынан үҙҙәре хәл итер. Әлегә улар өсөн беҙ яуаплы. Балаларҙың бала сағы тиҙ генә үтеп китә бит, улар күңелендә матур хәтирәләр ҡалһын, тип тырышабыҙ. Сибай яғында апалары, ағалары, һеңлеләре, ҡустылары - ике туғандары күп, улар аралашып үҫергә тейештәр. Мин был осраҡта туғанлыҡты маятник менән сағыштырыр инем. Ике маятникты бәүелтергә ҡуйһаң, улар бер иш бәүелә башлай. Өс маятникты өс яҡҡа бәүелтһәң, бер ни тиклем ваҡыттан улар бергә бәүелә башлай. Унды ебәрһәң, улар ҙа, төрлөһө төрлө яҡҡа түгел, бер заман бер булып бәүелергә тотона. Ҡырҡ маятник та шулай, артабан бер булып бергә эшләй башлай. Был нимәне аңлата? Кешеләр бергә булһалар, бер тулҡында йәшәйҙәр. Беҙ ҡайта алмаһаҡ, атай-әсәйҙәргә рәхмәт, балаларҙы үҙҙәре килеп алып ҡайтып китәләр. Атайымдың тыуған ауылы Самаҙыла йыл һайын берәй сара үткәрәләр. Башҡорт телен бына шундай саралар аша өйрәтеп була балаларға, был - бер. Икенсенән, Ислам ҡанундарын өйрәтеү мөһим. Әгәр ҙә милләтте бөтөрөргә теләһәң, диненән һәм еренән айыр, тип әйткәндәр бит. Ял итеүгә килгәндә, яңы ерҙәрҙе күрергә тырышабыҙ. Ғаилә менән ике тапҡыр Ҡырымға барып ҡайттыҡ. Башҡортостанда хәҙер туризм үҫә бара. Һалда ағыу әлегә беҙҙең хыял булып ҡала.

Балаларығыҙ һеҙҙең һөнәр менән ҡыҙыҡһыналармы?

Сәлимә:
Самира менән Тамерланды балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә ниндәй генә сара булмаһын, йырлата торғайнылар. Арыҫлан әҙерәк йомоғораҡ, ваҡыты еткәс асылыр тип уйлайым. Тамерлан театрҙа әллә нисә тапҡыр уйнаны инде, кинола ла төштө. Сәнғәткә ынтылыштары бар.
Салауат: Балаға донъяны төрлө яҡлап асып бирергә тейешбеҙ. Улар үҙҙәрен бар өлкәлә һынап ҡарарға тейештәр. Тамерлан футболға йөрөп ҡараны: "Туп тибергә яратам, командала уйнарға яратмайым", - тине. Ике малай ҙа тхеквондоға йөрөп алдылар, оҡшатманылар. Хәҙер көрәшкә йөрөйҙәр. Өлкәндәре бассейнға йөрөй, бәләкәсе уны оҡшатманы. Ҡыҙыбыҙ тхеквондоға йөрөй.

Ғаиләгә ваҡытың әҙ ҡала, тип, бер-берегеҙгә дәғүә белдергәнегеҙ юҡмы?

Сәлимә:
Беҙ икебеҙ ҙә сәнғәт кешеһе булғас, аңлайбыҙ. Әле яңыраҡ ҡына 18 көнгә Себергә сығып киттек. Салауат бер үҙе балалар менән ултырып ҡалды. Салауат бер нисә районда гастролдә йөрөп ҡайтты. Мин балаларҙы мәктәпкә йөрөттөм. Салауатһыҙ ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Ҡайһы берҙә уның көн дә спектаклдәр булып китә, ҡайһы берҙә - минең концерттар. Эшебеҙ шундай булғас, бер-беребеҙҙе аңлап торабыҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 194

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru