«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАУЫЛСЫ - 4
+  - 


"Ҡарбузды апҡайтам да тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы биҙрәгә һалам... Ул сағында боҙҙай ҡарбуз кетерҙәп кенә торасаҡ! - Емеш шәрбәтен ауыҙымда тойғандай, ҡылҡылдатып шайығымды йотоп ҡуйҙым. - Тфү, биғәләш, мин ятам тау башындағы ҡуянға һыу йылытып!.." Икеле-микеле уйҙарға бирелеп, тишеккә яйһыҙ тығылғайным, салбарым сөйгә эләкте бит, ҡәһәрең, бөгөлгән тутыҡ ҡаҙау ҡармаҡтай эләктереп алды, еңел генә ҡотолормон тимә! Ысҡынмаҡ булып балаҡтан нығыраҡ тартҡайным, кәртә һелкенгәндәй итте лә, баҫыу буйына тимер сымдарға тағылған буш кәнсирҙәр дөңгөр ҡаҡҡандай даңғыр ҙа доңғор килә башланылар. Бая йоҡомһораған эт ҡабаттан яр һалып өрөргә тотондо, һүрән яҡтылыҡ бөркөп, будка ишеге шар асылып китте. Кинәт ҡалҡып миңә ҡарай йүгергән ҡарасҡы яйын табып, тимер сымдар араһына йылғыр тығылып баҫыу аша һикерҙе, шул мәлдә будка яғынан мылтыҡ атҡан тауыш ишетелде. Гөрһөлдәү ҡолаҡты тондороп, тирә-яҡҡа таралды ла, беҙ килгән тау яғына барып ҡаҡлыҡҡас, ҡайтауазға әүерелеп, кире ҡайырылды, шунан тулҡын-тулҡын булып тирә-яҡҡа таралды. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә бит инде ул, бындай шартлауҙы тәүләп ишетәм һымаҡ. Ергә һылаштым. Эт бәйен өҙөрҙәй булып быуылып өрөүен дауам итте. Ҡарасҡы сумған тарафтан тауыш-тын ишетелмәй. Тимәк, ҡарауылсы уға тоҫҡап атҡан. Тура, йән еренә тейҙергәндер, юғиһә, теге терелеген нисек тә белдерер ине.
Бер мәл ҡабырға яҡтан ҡыштырҙаған аяҡ тауыштары ишетелде, былай булғас, эш харап, бөттө баш, сикәләремде ҡулдарым менән ҡоршап тынып ҡалдым. Ергә тамсы булып һеңге, тупраҡты селәүсен һымаҡ соҡоп инеп йәшеренге килә лә, ҡайҙа инде! Елкәмә мылтыҡ көбәгенең һалҡын тимере терәлде:
- А-а-а, зайчик, попался?
Быуындар тотмағанға һенағастай ҡатып ята бирәм. Арҡам буйынан һалҡын зымбырҙау йүгереп үтте, тыным быуылғандай итте.
- Нимә унда ҡомда арҡаңды йылытҡандай итеп һуйҙайғанһың, килгәнһең бит, тор!
Теләкһеҙ генә туңҡаңлап ҡалҡтым да, өҫ-башымды ҡаҡҡылағас, бирелгәнлегемде белгертеп, ике ҡулымды күтәрҙем.
- Ҡулыңды күтәрҙең, әләйгәс! Ә һин Мәскәү янында еңелгән фриц һымаҡ ҡыланаһың, киттек, тотҡон! - Ҡарасҡы көбәкте арҡама терәп, торлағы яғына ҡарай этте.
Будка янындағы ояһы ауыҙына сынйырға бәйләнгән эт ике аяҡтарына баҫып абалай ғына, бәйҙән ысҡынһа, өҙгөсләп ташламаҫ, тимә.
- Тыныслан, Барс, фу! Йә, тыныслан, кемгә әйтәләр, бына биләмәбеҙгә үтеп ингән шпионды ҡулға алдым, хәҙер унан һорау аласаҡмын!
Торлаҡтың эсендә бөләңгерт яҡтылыҡ, һәр нәмә шәүләләй тоноҡ күренә. Майҙандың ҡап яртыһын биләгән, ҡулдан һумалтыр әтмәләнгән ағас өҫтәл өҫтөндә һауынсылар фермаға йөрөткән, тимер сым менән ҡоршалған фонарь ҡуйылған. Һулаҡай ҡулда тимер башлы, йыртыҡ матрац түшәлгән, өлбөрәгән одеял, кәпрәнһеҙ бысраҡ яҫтыҡ ятҡан карауат. Танауға янған кәрәсин төтөнөнөң, тағы ла йыуынмаған тәндең ауыр еҫе бәрелде. Арттағы көбәк өҫтәл янындағы берҙән-бер ултырғысҡа ултырырға ҡушып этәрҙе. Буйһонмай сара юҡ. Ҡарасҡы үҙе үтеп, әсе сыйнатып, карауатҡа гөрһөлдәне. Уға һынамсыл ҡарашымды аттым.
Айыуҙай уҫлаптай кәүҙәле, тулы бит-йөҙөн һарғылт шырт мыйыҡ-һаҡал ҡаплаған, ялбыр ҡашлы, ташбыҡ күҙҙәре соҡорҙарына тәрән батҡан урта йәштәрҙәге ир икән. Ыңғайы бер шуға иғтибар иттем, күҙҙәр уҫал, яһил түгелдәр, хатта ҡайһылыр кимәлдә йыуаш ҡарайҙар. Күҙҙәр күңелдең көҙгөһө, тиҙәр бит, мәрхәмәтле әҙәмгә оҡшаған. Шулай ҙа сатраш биҙәкле бумазый күлдәк, бысрана барып төҫөн юғалтҡан спорт салбары, аяҡтарҙағы резинанан ҡойолған итектәр йәмһеҙләй алмай тулы, йыуантыҡ кәүҙәне. Уң ҡулдың мускулдары ҡабарып ишелгән, көс-ҡеүәте бар, тимәк. Һулаҡай ҡул төбөнән юҡтыр, күлдәктең буш еңе салбар ҡайышына тартып ҡыҫтырған.
Ир ҡушкөбәк мылтығын карауаты ҡырына һөйәне лә, янтая төшөп, кеҫәһенән тышы керләнә барып йышылып бөткән тәмәке кисете килтереп сығарып, унан бер семтем ваҡланған япраҡҡа тартым нәмә алды, шуны өҫтәл ҡырындағы дүрткә бөкләнеп, билдәле ҙурлыҡта йыртып әҙерләнгән гәзиткә таратып һипкәс, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән кәзә тояғы төрөргә керешеп китте. Ҡулындағының ян-тирәһен теле менән еүешләп нығытҡас, бармаҡ оҙонлоҡ тәмәкеһенә фонарь ҡулайламаһын күтәреп, милтәнән ут ҡабыҙҙы. Тәрән итеп һурып, ашыҡмай ғына тарта башланы. Былай ҙа тынсыу һауаға ҡырҡыу самосад төтөнө өҫтәлде. Ундай сәсеп үҫтерелгән, ир-аттың һөйләүенә ҡарағанда, һурһаң, эс-бауырҙы өҙөрлөк ҡырҡыу тәмәкене беҙгә ситтән килеп ялланып, һарыҡ көтөүен көткән Александр ғына тарта. Уны, класташым Зиннур ҡайҙандыр темеҫкенеп йөрөп табып килтергәнде, беҙ ҙә картуфлыҡ осондағы кесерткән араһына боҫоп тәмләп ҡарарға иттек бер тапҡыр. Сәсәп йығылдыҡ та ундай зәһәр нәмәгә башҡаса оронмаҫлыҡ булдыҡ.
Бер ҡул менән дә шулай етеҙ, оҫта эш итеп булғанлыҡҡа аптыраңҡырап ҡарап ултыра инем, ир талапсан тексәйеп һораны:
- Ниңә улай күҙҙәреңде яндырып, тикшереп ҡарайһың, егет?
- Юҡ та, - тәүге тапҡыр телгә килдем, - ҡарамайым шыпа...
Ҡарашымды һеперелмәгән, бысраҡ иҙән таҡтаһына ҡаҙаным башта, шунан, бер аҙҙан, мәрхәмәт һорап инәлдем:
- Мине ебәр инде ағай, ә мин башҡаса һис ҡасан улай эшләмәм.
- Нимәне улай?
- Инде ғүмеремдә лә урлашмам!
- Юҡ инде! Һин кем?
- Һин егет, тиһең дә баһа, ызнашит, егет.
- Шулай итеп, исемеңде әйтергә теләмәйһең?! Партизан ише исемеңде атамаҫҡа ла мөмкин, уныһы мөһим дә түгел әлеге мәлдә, тик шуны әйт, ҡайҙан килдең? - Уйланғандай итте. Хәйер, быныһы ла билдәле! Эйәге менән беҙҙең ауыл яғына ҡарай ымланы.
Бер ни ҙә өндәшмәй башымды түбән эйҙем.
- Һиҙемләүемсә, һеҙ икәү инегеҙ шикелле. Ә һинең һыңарың ҡурҡаҡ йән булып сыҡты, һине яҙмыш ҡосағына ташлап һыпыртты, шулай бит?!
- Ул ҡурҡаҡ түгел!
- Улай булғас кем инде?
- Һин бит уға аттың, ул, нәвирне, совсем мертвый стал.
- Һеҙҙе ҡурҡытыу өсөн мин һауаға аттым, ә һеҙ ыштандарығыҙ төбөн еүешләнегеҙ, шулаймы?
- Штан у миня сухой, сәпсим сухой.
- Ә бына һинең дуҫыңдың ыштаны ни хәлдә икән?
- Нит, кагда страшно, он тоже не писает в штан!
Ирҙең йөҙөнән бер аҙға ғына, болот араһынан күренеп ҡалған ҡояштай һаран йылмайыу йүгереп үтте.
- Я сдись! - Ишек ауыҙында Батырйән күренде.
- Бына бит, икенсеһе лә күренде! Дуҫыңды ташламаның була, был ҡылығың маҡтауға лайыҡ! - Ирҙең ошоғаса төмһәргән ҡарашы бер аҙ яҡтырғандай итте.
- Ни мог я бросить сваего таварища!
- Товарищ, тимә, дуҫым, тигән! - тип төҙәтмә индерҙе ир. - Ә һин бындараҡ баҫ, күреп тораһың, икенсе ултырғысым юҡ!
Батырйән яныма баҫты ла, үҙенең именлеген белдерергә теләгәндәй усын түбәмә баҫып алды, ә мин бирешмәгәнлекте аңлатып терһәк менән ҡорһаҡҡа ҡағылдым.
- Шулай итеп, һеҙҙең бында килеү маҡсаты һүҙһеҙ ҙә аңлашылып тора, ә бына һеҙ, иптәш бурҙар, кемдең балалары әле? Хәйер, - танығандай итеп ҡараны, - һин бит...
- Я тебя ни знай! - Батырйән уны тәүләп күреүен аңлатырға теләгәндәй ҡарашын ситкә йүнәлтте.
- Хәтерләнем, һин бит бригадирҙың малайы!
- Ни знай никакой бригадир.
- Һыуҙы болғатма һәм тиҫкәреләнмә, йәме, һине теге саҡ атайың Фазылйән менән осратҡан инем! Абруйлы, хөрмәтле кешенең улы шул тиклем дә түбәнселеккә төшһөнсе әле, ояты ни тора!
- Он ни минауат. Он са мной прусты ходил, я шел суда варават. - Хәҙер эш ҙурға китһә Фазылйән ағайға һүҙ тейәсәк, уның абруйы төшәсәк, ә миңә нимә, ярты етемгә ике донъя бер мөрйә, уға ниндәй ғәйеп, яла яҡһаң да йоға, һылаша һалып бара, һылаша, әммә бысратмай. Ғәйепте өҫтөмә алып Батырйәнде яҡларға иттем.
- Бына, яҡлаусыһы ла табылды!
- Ни приступник я!
- Юҡ, енәйәтсе түгел, кеҫә ҡараҡтары һеҙ! Йәшелсә ашағығыҙ килдеме?
- Нит! - Икебеҙ бер тауыштан баш тарттыҡ.
- Ул сағында нимә?
- Мне арбуз наҙы! Тульке один штук. Один. Панимаете? - Һуҡ бармағымды күрһәтеп урынымдан ҡалҡтым.
- Ултыр, борғаңлаҡ! Аңланым. Кемгә?
- Ҡарсыҡ...
- Ҡарсыҡ? Асығыраҡ итеп һөйлә! Ул ҡарсыҡ һинең өләсәйеңме?
- Нит. Сәпсим чужой, далукий чужой. Его бог радил кагда-то белый свит, вот и живет один. Сәпсим один.
- Һәм ул көтмәгәндә-уйламағанда ҡарбуздан ауыҙ иткеһе килдеме?!
- Болит он сильне. Гаварит тульке арбуз хачу. Тульке один раз. Силне хучет, - беҙҙең әңгәмәгә Батырйән ҡушылды.
- Ул дауаханала ятамы?
- Нит. Отпустили на сәпсим, сәпсимгә ҡайтарҙылар! - Быныһын инде мин өҫтәнем.
- Ах, бына нисек икән... - тип ниҙер төшөнгәндәй һуҙҙы ир. Ҡулында күптән һүнгән тәмәке төпсөгөн өҫтәл ҡырына һалды ла урынынан ҡалҡты. - Шулай итеп, хөрмәтле көҙгө әтәстәр, һеҙҙең еүеш ыштандарығыҙҙы бында, - тар торлағын ҡарашы менән иңләне, - хан һарайында киптерергә мөмкинлек юҡ, әммә һәйбәт сәй менән һыйлай алам! - Бер яҡ мөйөштәрәк торған керогазы янына килеп унда ҡуйылған ҡоромло сәйнүктең эсенә күҙ атты ла, һыу барлығын күргәс, миңә эйәге менән ымланы. - Улым, яҡынла әле бында, ярҙам итеп ебәр: керогазды ҡабыҙ ҙа бына бынауында шырпы һыҙып яҡынлат!
Бер ни тиклем ваҡыттан Батырйән менән мине карауатына ултыртып ҡуйған ир, аҙыҡ-түлеген карауаты аҫтынан сығарып, өҫтәлгә теҙә башланы, алюмин көрөшкәләргә сәйнүктән гөбөрҙәтеп сәй ағыҙҙы. Будка эсенә мәтрүшкә, тағы әллә ниндәй үләндәрҙең хуш еҫе тулды.
- Как моя заварка, как мой чабрец?! - тип ҡәнәғәт төҫтә ҡыҙыҡһынды ир.
- Хараша! - тип маҡтаныҡ бер тауыштан.
- Шул-шул! Ун бер төрлө үләнде йыйып алам да, ит турағыстан үткәргәндән һуң еләҫ, күләгәле ергә һалып киптерәм һәм эсеп һыуһының ҡанмаҫ бына ошондай сәй хасил була! Әммә сәйҙең төп өлөшөн барыбер тауҙа үҫкән еҫле гөл тәшкил итә. Бындай сәй һыуыҡ тейеүҙе, тымауҙы, башҡа сирҙәрҙе тәнеңдән һә, тигәнсе ҡыуып сығара!
Беҙ, саҡырылмаған ҡунаҡтар, ваҡ киҫәктәргә бүлгеләнгән салоны ҡабып, ҡара икмәкте умраһынан тешләп, кетерҙәтеп шәкәр кимереп сәй һөрпөлдәтә башланыҡ. Батырйәнде белмәйем, әммә үҙем ирҙең беҙгә ҡарата мөнәсәбәтенең кинәт кенә үҙгәреп китеүен аңлап етмәй аңҡы-тиңке килеп ултырам.
- Йылындығыҙмы әҙерәк?
Батырйән танауын мыршылдатып тартып ҡуйҙы.
- Танауҙарығыҙ мыршылдай икән, тимәк һеҙҙән һыуыҡ ҡыуылып сыға шулайтып, бына һәйбәт! - Ир сәй эсеү урынына ҡабаттан тәмәке төрә башланы ла әүәләгәнен ауыҙына ҡабып, тоҡандырып ебәргәс, бер күҙен ҡыҫа төшөп дауам итте. - Бына нимә егеттәр, һеҙ мине баштан уҡ бер ҡылығығыҙ менән хайран иттегеҙ, дуҫығыҙҙы ауыр мәлдә ташламанығыҙ, ҡалдырманығыҙ, тимәк һеҙгә ышанырға, һәм һеҙҙең менән разведкаға барырға була. Тураһын әйтәм, була! Һәм бына ҡарсыҡ... Тағы, ауыр мәлдәрҙә һеҙгә таянырға, ышанырға мөмкин! - Әңгәмәләшеү барышын үҙгәртте - Минең улым баҡсасылыҡ эштәре менән шөғөлләнә, сулаҡ булһам да уға ярҙам итеп маташам, тәүлек әйләнәһенә баҡсаны бөжәктәрҙән, ҡайһы бер ҡоротҡостарҙан һаҡлайым! - Шелтәләгәндәй беҙҙең тарафҡа һирпелеп алды.

(Дауамы. Башы 39-41-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.22 | Ҡаралған: 607

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru