«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ МЕНӘН БЕР ТУЛҠЫНДА ҠАЙНАЙ БЫЛ БАҪМА
+  - 

Кешенең бер үҙенсәлеге бар - тәү күргәндәге хис-тойғолар. Мин был үҙенсәлекте гәзит-журналдарға ла күсерер инем, йәғни беренсе тапҡыр ҡулға алғанда ул баҫма йә күңелгә ята, йә юҡ, уны йә рәхәтләнеп уҡыйһың, йә ситкә ҡуяһың да башҡа ҡулға алмайһың.

Беренсе тапҡыр "Киске Өфө" гәзитен ҡулға алыуым хәтеремдә. 16 биттән торған башҡорт баҫмаһын да тәү күреүем ине, буғай. "Һай-һай, был тиклем биттәрҙе тултырғансы нимә яҙмаҡ кәрәк, буш хәбәр менән тултырғандарҙыр инде", тип уйланым да күҙ генә һалып сығырға булдым. Һәм бына ике тиҫтәгә яҡын күҙемде лә алмай һәр һанын уҡып барам "Киске Өфө"нө. Шул тиклем бай йөкмәткеле, мәғәнәле, һәр ваҡиғаға үҙ ҡарашы булған, мәртәбәле баҫмабыҙ бар, йәмәғәт, кинәнеп уҡыйым оҙаҡ йылдар. Аҡыллы кешеләрҙең әйткән аҡыллы, төплө фекерҙәрен махсус рәүештә эҙләп уҡып ултырғандар һирәктер, моғайын. Ә бына гәзиттең һуңғы битендә баҫылған ошондай аҡыллы фекерҙәр һәр ваҡыт урынлы һәм йәмғиәтебеҙҙә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата ғына әйтелгәндәй тойола. Уларҙы беҙҙең йәшәйешкә тура килтереп кенә баҫыуҙары гәзиткә бәр мәртәбә өҫтәй.
Күләмле гәзит күләмле фекерле әйберҙәр яҙа. Хикәйә булһынмы ул, мәҡәләме, интервьюмы - барыһы ла ысын күңелдән яҙылғанлығы күренеп тора. "Бит тулһын" тигән фекер менән өҙөк-йыртыҡ яҙылған баҫмаларҙы ла осратырға тура килә, ләкин "Киске Өфө" ундай мәғәнәһеҙлектән ары тора.
Гәзиттең исеменән сығып һүҙ йөрөткәндә, баҫма тик баша ҡала тураһында ғына кеүек, ләкин ул үҙенә бөтә республикала, хатта төбәктән ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ тураһында ла мәғлүмәт һыйҙыра. Иң мөһиме, "Киске Өфө" халыҡ менән бер тулҡында, уның тураһында яҙа, уны ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп яҙа.
Гәзиттең үҙ стиле, теле бар һәм ул бер баҫманыҡына ла оҡшамаған. Һәр материал аңлайышлы, ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы, артыҡ бер нәмә лә юҡ һәм шуға күрә уҡығанда ялҡытмай. Гәзиттә баҫылған тарихи әйберҙәр шул тиклем мәғлүмәтле, күп кеше өсөн яңы һәм әһәмиәтле. Үҙем тарихты яратҡан кеше булһам да, ундай китаптарҙы әллә ни уҡымайым, сөнки уҡыуы ауыр, ҡайһы бер һүҙҙәр аңлашылмай, исемдәр, ваҡиғалар араһында буталып та китергә мөмкин. Ә "Киске Өфө"лә ниндәй тарихи ваҡиға йәки шәхес тураһында яҙылһа ла, барыһы ла ябай телдә, аңлайышлы итеп бирелә, уҡып күңел була. Һәр кешенең ғүмере үҙе бер тарих бит инде, шуға күрә элекке замандарҙа йәшәгән һәм оло эштәр башҡарған кешеләр тураһында белергә ярҙам иткәндәре өсөн гәзиткә ҙур рәхмәт. Артабан да тарихи мәҡәләләр баҫылыр, тигән өмөттәмен.
Ауылда ғүмер иткән кеше булараҡ, миңә баҡсасылыҡ темаһына арналған, шифалы үләндәр тураһындағы мәҡәләләр бик ҡыҙыҡлы. Гәзиттең ошо теманы яҡтыртып барыуына бик шатмын. Тағы ла өй гөлдәре тураһында ла ҡыҫҡа мәғлүмәттәр биреп барһағыҙ ине.

Фәнилә ИСКӘНДӘРОВА.
Учалы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 201

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru