«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РӘХМӘТ ӘЙТЕҮ САРАҺЫ ӘЛШӘЙҘӘ, СУРАЙҘА ҮТТЕ
+  - 


Йылайыр районының Ҡәҙерша ауылы аҡһаҡалы Нуретдин Хәсән улы Игебаев гәзитебеҙҙең элекке бер һанында ("Туфан яйлап ҡалҡа", 2008 йыл, 6 сентябрь, №36) халҡыбыҙҙың кешелек донъяһында тотҡан урынына бәйләп, рәхмәт һүҙенең әһәмиәте хаҡында шулай тигәйне: "...башҡорттар Урал төбәгендәге иң рәхмәтле халыҡтыр. Күпме халыҡ вәкилдәрен суҡындырыуҙан, крепостнойлыҡ ҡоллоғона төшөүҙән, аслыҡ-яланғаслыҡтан, ҡырылып бөтөүҙән йолоп ҡалған, үҙебеҙгә һыйҙырған милләт беҙ...
Беҙ "Рәхмәт" һүҙенә үтә ябайлаштырып ҡарайбыҙ. Белгегеҙ килһә, "Рәхмәт" фатихаға торошло мөғжизәле, доғаға тиң һүҙ ул. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ был донъяла "Рәхмәт" һүҙе өсөн йәшәйбеҙ. Юҡҡа ғына "Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр" тимәгәндәр. Бында рәхмәтте яулаған кеше хаҡында ғына һүҙ бармай, был һүҙҙе ваҡытында әйтә белеү ҙә бәндәне мең бәләләрҙән ҡотҡара. "Рәхмәт"те яулап ала белергә лә кәрәк. Был һүҙ ваҡытында һәм урынлы әйтелергә тейеш..."

Ғүмерлек уҡытыусылар

Уҡытыусылар көнөндә Әлшәй районының Сурай ауылындағы "Ағинәй" мәсетендә үткән сара ысын мәғәнәһендәге "Рәхмәт әйтеү" тантанаһына әүерелде. Ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле шәхес, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле эшҡыуар, "РУМИКС" ғилми-етештереү фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова үҙенең уҡытыусыһы Радик Тимерхан улы Мостафинға бағышлап ҡорбан салдырып, хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторҙо. Сараға Сурай мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары, оло йәштәге ауылдаштары килде. Кисәне Сурай дөйөм урта белем биреү мәктәбе директоры Солтангәрәева Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы алып барҙы, мәсеттең имам-хатибы Жәүит Һәүбән улы Ризуанов Радик Мостафин рухына доға бағышланы.
Радик Тимерхан улы Мостафин 1934 йылда Ташлы ауылында тыуған. Атаһы һуғышта һәләк була, әсәһе лә донъя ҡуйғас, Өфөләге балалар йортона (ул хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһы) барып эләгә. Артабан Тимирязев исемендәге Мәскәү педагогия институтында уҡып сыҡҡас, 21 йәшендә Ҡармыш ауылына эшкә ҡайта. Ҡайтҡас та уны директор итеп ҡуялар. Һуңынан тыуған ауылындағы мәктәпкә күсә. Мәғариф системаһында 40 йылдан ашыу эшләгәндән һуң ауыл хакимиәте башлығы булып хеҙмәт итә.
Әлшәй районы мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Рәсимә Радик ҡыҙы атаһы хаҡында беҙгә шундай мәғлүмәт еткерҙе: "Атайыбыҙ һуңғы көнөнә тиклем уҡытыусы булып ҡала белде. Ысын уҡытыусылар - ғүмерлек уҡытыусылар. Ташлы ауылы халҡы донъя ҡуйғанына тиклем уға кәңәш һорап килде. Ауылдаштарына зыяратта туғандары ерләнгән урындарын табышырға, мәрхүмдәргә ҡәбер урындарын билдәләргә ярҙамлашты, хатта бесәнгә төшкән егеттәрҙең салғыларына тиклем сүкеп ултырҙы. Салғы сүкергә лә уҡытыусы һымаҡ өйрәтте. 2 октябрҙә уның баҡыйлыҡҡа күсеүенә 13 йыл тулды. Рима, Дамир туғандарым исеменән атайымды ололап иҫкә алыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күскәнсә шәжәрәбеҙҙе төҙөнө һәм өсөбөҙгә лә нәҫел ағасыбыҙҙы яҙып ҡалдырҙы. Үҙен зона буйынса шәжәрә байрамы үткән көндә ерләнек. Үҙебеҙҙең һәм ауылдаштарыбыҙҙың шәжәрәһен төҙөп өлгөргәне өсөн был ғәмәленән риза булып баҡыйлыҡҡа күсте ул. Беҙҙең тамырҙар Ҡармыш, Сурай ауылдарына ялғана. Шуға күрә сараның тап Сурайҙа үтеүе лә урынлы..."

Ул милләт тәрбиәләүсе

Миңзәлә Фазлетдиноваға Радик Мостафин Өфө тип аталған оло донъяға сығырға булышлыҡ иткән. Уның мәсеттәге сығышынан бер кәлимә:
"Беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ Фатиха апай Саубанова булды. Ул һәр ваҡыт беҙҙә уҡытыусыларҙы ихтирам итеү өлгөһө булып торҙо. Уҡытыусы баланы ғына түгел, милләтте тәрбиәләүсе лә. Уларҙың биргән белеме, тәрбиәһе аша киләсәк быуын үҫә. Әгәр ҙә беҙ белем һәм тәрбиә алһаҡ, ҡайҙа ғына барһаҡ та, кеше булып йөрөй алабыҙ. 2006 йылда "Ҡатын-ҡыҙ директор" титулына эйә булып, хәләл ефетем менән Англияға барҙыҡ. Ҡайтышлай туғандарға бүләк алырға кәрәк булды. Ҡаршыбыҙға йәш кенә егет менән ҡыҙ килә. Уларҙы туҡтатып, инглиз телендә Рәсәйҙән килеүебеҙҙе әйтеп, бүләк алырлыҡ магазиндарҙы һораштым. Егет ҡайҙа ниндәй магазин барлығын иремә аңлата башланы. Аптырауға ҡалдым: нишләп ул миңә, йәғни һорау биреүсегә был хаҡта һөйләмәй икән? Баҡтиһәң, инглиздәрҙә нескә заттың түгел, уның янындағы һаҡсыһының ғына күҙенә тура ҡарап нимәнелер аңлатыу, мәғлүмәт еткереү мәҙәниәте бар икән.
Ҡармыш мәктәбе директоры булып эшләүсе Радик Тимерхан улы уҡыусыларында ғына түгел, үҙенең уҡытыусыларында ла ана шундай кимәлдәге шәхестәр тәрбиәләргә ынтылды. Минән алда ла уҡыусылар кемеһелер балалар йортона, интернат-мәктәпкә барып урынлаштылар. Мин дә 7-се класты тамамлаған ун дүрт йәшлек сибек кенә ҡыҙыҡай инем. Шул тиклем уҡығым килә. Һораша башлағас, 1960 йылда Өфөлә интернат-мәктәп барлығын белдем. Йома көндө ауылыбыҙ ҡатындары район үҙәгенә баҙарға баралар ине. Уларға эйәреп, Раевкаға барҙым. Роноға инһәм, унда Радик Мостафинды осраттым. Нишләп йөрөүемде һорашты. Уҡығым килә, ҡайҙа барырға була икән, тинем. Ул мәғариф бүлегендәге хеҙмәткәрҙәр менән һөйләште лә: "Әгәр ҙә бөгөн ауылға ҡайтып, бер справка алып килеп өлгөртһәң, документтарың Өфөгә китә", - тине. Йүгереп ҡайттым, йүгереп килдем, справканы өлгөрттөм. Документтарым китте, минең иһә ауылға ҡайтыр өсөн атларлыҡ та хәлем ҡалмағайны. Уның ҡарауы, Радик Тимерхан улының ярҙамы менән Өфөләге 1-се республика башҡорт интернат-мәктәбендә уҡый башланым.

Изгелек менән һынау мәктәбе

Сурай урта мәктәбе директоры Зәкиә Солтангәрева үҙенең сығышында Радик Тимерхан улының педагогик эшмәкәрлегенә баһа биреп үтте:
"Беҙ һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә ир-ат уҡытыусылар етешмәүе хаҡында күп һөйләйбеҙ. Ташлы мәктәбендә эшләгәндә Радик Мостафин ун бишләгән ир-егетте уҡытыусылыҡҡа йәлеп итә. Күбеһенең педагогик белеме лә булмай, уларға махсус юғары белем алыуға ярҙам итә, ситтән тороп уҡырға индерә. Ул уҡытыусылар әле булһын атҡаҙанған исемдәргә лайыҡ булып эшләп йөрөйҙәр.
Радик Тимерхан улының өс балаһы ла атаһының юлын дауам итә. Оло ҡыҙҙары Рима Радик ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу мәктәптә физика һәм математика фәндәренән уҡытты, директор, завуч булып эшләне. Икенсе балаһы Дамир Мостафин шулай уҡ мәктәптә физиканан уҡытты. Артабан ауыл хакимиәте башлығы булып эшләп, хәҙер Әлшәй районы хакимиәте башлығы вазифаһында. Рәсимә Радик ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар Ҡармыш мәктәбендә физика, математика фәндәрен уҡытып, бөгөн район мәғариф бүлеге хеҙмәткәре.
Рима Радик ҡыҙы атаһының тормош девизын шулай билдәләй: "Кешене тик изгелек эшләп кенә һынап була. Әгәр кеше һинең изгелегеңә изгелек менән яуап бирә икән, был кешенең иң юғары баһаһы. Атайым бик талапсан һәм ғәҙел етәксе булды. Ул кешене матур һүҙҙәр менән генә түгел, ә изге эштәр менән күтәрә белде. Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, тик яҡты эҙ ҡалдырырға өйрәтә торғайны..."

Барлыҡ рәхмәттәр ҙә уға!

Ул көндө Сурай ауылы мәсетендә иң күп тапҡыр яңғыраған һүҙ "Рәхмәт!" булғандыр. Тағы ла шуныһы: был һүҙҙәр сарала ҡатнашыусыларҙың кемеһенә генә төбәлеп әйтелмәһен, ауыл ултырған төбәктең ысын мәғәнәһендәге уҡытыусыһы, тәрбиәсеһе Радик Тимерхан улы Мостафинға барып ялғанды һәм барлыҡ рәхмәттәр һуңғы сиратта уға әйтелде. Был йәһәттән бер генә дәлилде әйтеп үтергә кәрәктер: әгәр ҙә Радик Тимерхан улының хәстәрлеге булмаһа, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы оло донъяларға - Өфөләргә нисек сығып китер ине лә, атаҡлы эшҡыуар Ҡадурий Әбдрәхим улы Фазлетдиновты осратыр инеләме, үҙ эштәрен асып, меңәрләгән-меңәрләгән кешеләргә ярҙам итә алыр инеме? Сурайҙа мәсет һалыуҙы, һуғыш ветерандарына стела асыуҙы ойоштороусылар ҙа, был изге эштәрҙең төп спонсоры булыусылар ҙа, ауыл мәктәбен ябылыуҙан һаҡлап ҡалыусылар ҙа улар. Ә бит, төптән уйлап ҡараһаң, ошоларҙың барыһының нигеҙендә Радик Мостафиндың тынғыһыҙ педагогик эшмәкәрлеге ята.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Бәндәләренең бер-береһенә һәм Үҙенә рәхмәтле булыуҙарына һөйөнөп, Хоҙай Тәғәлә лә Үҙ рәхмәтен әйтергә ашыҡты. Кисә башланыуға күптән һыуһыҙ сарсап ҡорғаҡһыған ерҙе рәхәтләндереп ауылда ямғыр яуырға тотондо.

Әмир ҒҮМӘРОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 369

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru