«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕАТРЫ ИКӘН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘҺЕН!
+  - 

Ауылыбыҙҙа Сибай театр-концерт берекмәһенең "Сулпан" балалар театры А.П.Чеховтың "Каштанка" хикәйәһе буйынса сәхнәләштерелгән спектакль менән сығыш яһаны. Иҫке Монасип ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауылдың уҡыусылары менән зал шығырым тулды. Хатта балалар баҡсаһынан 2 генә йәшлектәренән алып береһе лә ҡалмай йыбырлашып килеп тамаша ҡылдылар.

Сибай актерҙары, һәр ваҡыттағыса, беҙҙе һоҡландырып, оҫта уйнанылар, балаларҙың йотлоғошоп ҡарауы ла быға дәлил ине. Әҫәр үҙе лә тәрбиәүи яҡтан бик фәһемле булды. Тамаша бер тынала ҡаралды. Шулай ҙа...
Күңелдә ялған өмөт китеге ҡалды. Был тәнҡит тә түгел һәм әлеге спектаклгә лә ҡағылышы юҡ. Сибайҙар килә, тигәс, ниңәлер, актерҙар тарафынан матур яңғыраған саф башҡортса сығыш көткәйнек. Бөгөнгө көндә балаларыбыҙ интернет йоғонтоһо менән русса аралашыуға күсеп барғанда, башҡортса йәнһүрәт, кинофильмдарҙың аҙ булыуын, ауылдарҙа балалар өсөн спектакль-концерттарҙың һирәк күрһәтелеүен иҫәпкә алғанда, һуңғы 10 йылда тәүгә килгән театрҙың башҡортса сығыш яһауы бик ваҡытлы, кәрәкле һәм мөһим сара булыр ине лә бит. Юҡ, башҡорт театры башҡорт ауылына килеп, рус телендә сығыш яһаны...
Балалар өсөн эшләгән театрҙар, йыр, бейеү ансамблдәре, һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ: килегеҙ беҙгә, беҙ һеҙҙе әлегеләй зал тултырып ҡаршыларбыҙ. Тик шуны онотмағыҙ: балаларыбыҙҙы башҡорт рухында тәрбиәләү, уларҙың кескәй йөрәгендә халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә, сәнғәтенә оло һөйөү уятыу, башҡорт телендә матур итеп аралашыуҙың мөһимлеген аңлатыу өсөн һеҙҙең сығыштарығыҙ беҙгә ҙур ярҙам булыр ине.

Динара ҠОТЛОБАЕВА.
Бөрйән районы.

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.22 | Ҡаралған: 503

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru