«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ҮҘГӘРӘ, ТИП ҮҘГӘРМӘНЕ
+  - 

"Киске Өфө"бөҙгә 20 йыл да булып киткән икән! Тәү ҡарашҡа әҙ тойолған кеүек, ләкин ошо ике тиҫтә йыл эсендә әллә күпме хәл-ваҡиғалар булды, яратып уҡыған гәзитебеҙ ҙә үҫте, нығынды. Өфөләрҙең генә түгел, ә тотош республиканың һәм хатта ил кимәлендә ихтирам яулаған баҫмаға әйләнде. Интернетты әрләһәләр ҙә, уның республиканан ситтә йәшәүселәргә ошондай милли баҫмаларыбыҙҙы уҡырға мөмкинлек биреүен билдәләп үтергә кәрәктер.

"Булыр бала - биләүҙән", ти халыҡ аҡылы. Ошо мәҡәлде "Киске Өфө"гә ҡарата ла ҡулланырға була, сөнки ул тәүге һандарынан уҡ үҙенең үҙенсәлеге, баҫылған материалдарының әһәмиәтлеге менән уҡыусыларының күңелен яуланы һәм ошо йылдар арауығында үҙ бәҫен бер кәлимә лә төшөрмәне, заман үҙгәрә, тип, үҙе тәүҙән үк алған юлынан тайпылманы - милләтенең иң яҡын дуҫы булып ҡалыуға өлгәште. Гәзит 20 йыл элек халыҡ өсөн ни тиклем кәрәк булған, бөгөнгө көндә лә уҡыусылары тарафынан көтөп алынған баҫма һәм артабан да ошо юғарылығынан төшмәҫенә иманым камил.
Гәзит үҙ биттәрендә үҙенең журналистарына ғына урын биреп ҡалмай, ә ситтән дә мәртәбәле авторҙарҙы йәлеп итә белеүе менән дә күп баҫмаларҙан айырылып тора. Мин, мәҫәлән, әллә күпме ваҡыт инде Урал Мостафиндың мәҡәләләрен яратып уҡып барам, шулай уҡ Фәүзиә Яхинаның да яҙғандары күңелгә ятып ҡына тора. Хәлил Һөйөндөковтың тормош тәжрибәһенә таянып, юморға ла бай телле мәҡәләләре минең генә түгел, барлыҡ гәзит уҡыусыларҙың да күңеленә яҡындыр, тип уйлайым. Юмор, тигәндәй, гәзиттә элек "Алдар менән Ерәнсә ҡоро" тигән шәп рубрика була торғайны, һуңғы ваҡытта ул һирәк-һаяҡ ҡына күренгеләй. Ундағы юмористик донъяуи хәлдәрҙе уҡып бөтә өйөбөҙ менән деү килешеп көлөп ала торғайныҡ. Үҙем дә төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында яҙырға уҡталып-уҡталып ҡуям да, йә баҙнат итмәйем, йә яҙғаным гәзиттәге һымаҡ килешле генә килеп сыҡмай. Тормошҡа юмор аша ҡарау күп хәлдәрҙән еңелерәк сығырға ярҙам итә бит ул. "Киске Өфө"нөң алмаштырғыһыҙ һәм бик тә кәрәкле рубрикаһы - "Уңыш ҡаҙан". Ошо 20 йыл эсендә мин әлеге рубрика аша күпме аҡыл уҡыным, тормош юлында ниндәй ауырлыҡтар килеп тыуһа ла, уларҙы еңеп сығып була икәнен аңланым, ауыр саҡта ла, күңелдәрҙә ҡыуаныслы хистәр урғылғанда ла сама белеү кәрәклеге тураһында яҡшы төшөндөм. Һәм минең кеүектәр байтаҡ икәнен күреп-ишетеп торам.
Баҫмалағы тағы ла бер әһәмиәтле рубрика тураһында әйтеп үткем килә. Ул - "Һорау - яуап" рубрикаһы. Әлбиттә, интернетта хәҙер һәр һорауға яуап табып була кеүек, ләкин гәзиттә яуап ҡыҫҡа, аңлайышлы һәм шул уҡ ваҡытта йөкмәткеле итеп бирелә. Шулай уҡ төрлө өлкәне яҡтыртыуы менән яҡшы, ниндәй һорауға ла яуап табырға мөмкин.
"Киске Өфө"нө республикабыҙ мәҙәниәтенең йөҙө тиһәм дә хата булмаҫ, моғайын, сөнки ошо 20 йыл эсендә әллә күпме сәнғәт әһеле менән әңгәмәләр сыҡты, уларҙың хәтирәләренә лә урын бирелде, йырсыларға концерттары алдынан мәҡәләләр ярҙамында тамашасы йыйырға булышлыҡ итте. Ә һәр һан һайын театр һәм филармонияларҙың буласаҡ тамашалары тураһындағы мәғлүмәт тураһында әйтеп тораһы ла түгел, уны уҡып, һәр кем күңеленә ятырлыҡ сара хаҡында белеп тора. Һаулыҡ булғанда ғына донъя йәмле. Ошо хәҡиҡәтте оноторға юл бирмәүе менән гәзит үҙенең баһаһын тағы ла нығыраҡ күтәрә. Табиптар, халыҡ дауалаусылары тураһындағы мәҡәләләр, уларҙың кәңәштәре бихисап кешегә ярҙам итеүенә шигем юҡ. Белгестәрҙең баҫма бите аша гәзит уҡыусыларҙы үҙ һаулығын хәстәрләргә саҡырыуы һәр ваҡыт урынлы булып сыға.
Гәзит тураһындағы матур фекерҙәрем бик күп, алдағы көндәрҙә әле әйтелмәй ҡалғандары менән дә уртаҡлашырмын тип торам. Ә үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе баҫмаға уңышлы эшмәкәрлек, тоғро гәзит уҡыусылары һәм тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар беҙҙе ҡыуандырып йәшәүен теләйем.

Илүзә ЯҠШЫБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 195

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru