«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРҘӘР ҘӘ ИЛАЙ...
+  - 

Ниһайәт, көс йыйҙыҡ, оборонанан һөжүмгә күсергә тырышабыҙ. Ҡаланы ҡамауға алдыҡ тиерлек. Беҙҙең диверсион разведка төркөмө дошман тылына үтеп кереп, уның оборонаһының "тишек" урындарын ҡапшарға кереште. Бер төркөм икенсеһен алмаштыра - ял итеү, ашау, һуғыш кәрәк-яраҡтары туплау мөмкинлеге бирә.
Беҙҙең бер төркөмдө дошман ҡыҫымға ала. Алыш башлана: биш бөртөк яугирыбыҙ 30-40 дошманға ҡаршы алыша. Төркөмдө үҙебеҙҙең яҡҡа сығара алмайбыҙ - артналёт баш күтәрергә лә ирек бирмәй. Беҙҙекеләр ҡала эсендә хәрәкәт итә башлай, урамдар буйлап йөрөй. Дошман сылбыры үҙ тылы яғында көсһөҙ генә була, шуға күрә беҙҙең баяғы төркөм шул тирәлә йырып сыға алыр, тигән ышаныс тыуа.
Кискә табан беҙҙән өҙөлөп ҡалған төркөм менән бәйләнеш юҡҡа сыға - күрәһең, аккумуляторҙары "ултыра". Шартлауҙар аша үтеп кереп, ҡала эсендә яйлап ҡына төркөмдө эҙләй башланыҡ. Шул саҡ украиндарҙың ҡысҡырған тауышы ишетелде: улар беҙҙекеләрҙең әсиргә бирелеүен талап итә ине. Хәҙер дошмандың ҡайҙа икәнен белдек, төркөм дә ошо тирәлә, тик ҡайһы йортта икәне генә билдәле түгел. Украиндар уларға уйларға 5 минут ваҡыт бирелеүе тураһында хәбәр итә. Шул саҡ бер көй ишетелә. Аҙаҡ белеүебеҙсә, ҡурайҙа уйнайҙар икән. Был төркөм тик башҡорттарҙан ғына торған булып сыҡты. Барыһы ла - отставкалағы офицерҙар, Грозный аша яуға үҙ теләктәре менән килгәндәр. Улар ултырған подвалда сығыр урын бер генә - улар дошман ҡапҡанында. Башҡорттар әсиргә төшмәҫкә ҡарар итеп, һуңғы алыш алдынан ҡурайҙа уйнап, үҙ-үҙҙәрен шартлатырға әҙерләнгән булған...
Беҙ дошманға ташландыҡ. Атыш барған ваҡытта ла көй тынманы, күрәһең, башҡорттар ҡурай моңо аҫтында йән бирергә әҙерләнгән. Улар атыш тауыштарының украиндарҙыҡы ғына түгел, ә беҙҙеке лә икәнен, беҙҙең башҡорт туғандарыбыҙҙы ҡотҡарырға килгәнебеҙҙе белмәй ине бит. Бына был, исмаһам, рух ныҡлығы! Башҡалар дошманға бирелер йәки илап ултырыр ине, юҡ, былар ғүмерҙәренең һуңғы мәлен үҙҙәренең ҡурай моңо менән ҡаршы ала ине...
Уларҙы подвалдан сығарҙыҡ. Бишәүҙең береһе генә йөрөй ала, уныһының да ике ҡулы ла сәрпәкләнгән, ҡалғандары шыуыша ғына ала, аяҡтары пуля, снаряд ярсыҡтары менән теткеләнеп бөткән. Был ир-азаматтар - 40 йәштән уҙған офицерҙар, бына тигән ысын офицерҙар! Их, шундайҙар күберәк булһа икән!
Теге ҡурай башҡорттарҙың береһенеке икән. Ул ике өлөштән торған металдан йыйып яһалғайны. Беҙҙе күргәс кенә башҡорттарҙың күҙҙәренә йәштәр эркелде, күңелдәре йомшарҙы. Беҙ ҙә илаштыҡ. Ирҙәр ҙә илай шул...

Глеб СТАЛЬСКИЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 240

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru