«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨТӨНҺӨҘ ТАРТЫУ - БАЛАЛАР УЙЫНЫМЫ?
+  - 


Балаларҙың электрон сигареттар менән мауығыуы нимәгә килтереүе ихтимал? Вейптар, электрон сигареттар, айкостар күптән түгел модаға инде. Күптәр уларҙы бөтөн урындарҙа ла, хатта бинала ла көйрәтеүе уңайлы булған өсөн һатып ала.

Эйе, уларҙы һатыу һәм ҡулланыу тәртибе оҙаҡ ваҡыт закон нигеҙендә көйләнмәй килде. 2019 йылда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары электрон тартыу әйберҙәрен тәмәке төрҙәренә тигеҙләп, балиғ булмағандарға һатыуҙы тыйғайны, ләкин уларҙы йәмәғәт урындарында сикләү йәштәрҙе һис кенә лә ҡаушатманы. Төтөнһөҙ генә тартыусы өйөрҙө мәктәп янында ла, йорт алдарында һәм парктарҙа ла осратырға була. Үҫмерҙәр өлкәндәрҙән дә, хоҡуҡ һәм тәртип һаҡсыларынан да ҡурҡмай, шуға күрә йәшенмәйҙәр ҙә һәм иркенләп үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашалар. Был мода ҡайҙан, нисек башланып китеүен йәштәр үҙҙәре лә хәтерләмәй. Шулай бер ваҡыт бөтөн уҡыусыларҙа ла пәйҙә була улар. Электрон сигареттарҙан тәмәке еҫе сыҡмағанлыҡтан, ата-әсәләре алдында фашланмаясаҡтарын бик тиҙ төшөнөп ала балалар.
Һәр хәлдә, "Башинформ" хәбәрсеһе әңгәмәселәре тартҡыс гаджеттарға шул сәбәпле күсәләр. Элинаға (исемдәр үҙгәртеп алынды - Авт.) 16 йәш, 3 йыл инде тарта. Ҡәҙимге тәмәкенән башлаған, ә аҙаҡ дуҫтары араһынан иң тәүҙә "быу сығарғыс"тар һатып алған. "Шул саҡ мин тарта башланым. Тәмәкенән һуң үҙемде насар тойҙом, күңел болғана ине. Унан һуң тәмәке һаҫығы ла оҡшаманы, шуға күрә электрон сигареттар һатып ала башланым",- тип һөйләй ҡыҙыҡай. Ә 14 йәшлек Александра электрон сигареттарҙы бынан ике йыл элек тарта башлай. Компанияла һыйлайҙар уны һәм ул баш тарта алмай, шунан ғәҙәткә инеп китә. Шәп ҡыҙ йә өлкән булып күренеү өсөн дә түгел, үҙенә шулай оҡшаған өсөн тарта. "Ғөмүмән, мин быны шәплек билдәһе тип иҫәпләмәйем, сәләмәт тормош алып барыусыларҙы ихтирам итәм. Бәлки, үҙем дә бер ваҡыт шундай тормош рәүешенә күсермен", - ти Саша. "Тәүҙәрәк атайым менән әсәйем был ғәҙәтемде бик насар ҡабул итте, тора-бара күнделәр инде. 13 йәшемдә әле тартыуҙың зыяны тураһында күп һөйләйҙәр ине, хәҙер өндәшмәйҙәр"-, ти Элина.
"Минең атай-әсәйем бөтөнләй ҡаршылар, миңә 14 кенә йәш бит әле. "Ташла, һин бит спорт менән шөғөлләнәһең!" - ти улар, ә үҙҙәре тарталар", - ти Саша. Александра ысынлап та спорт менән шөғөлләнә, волейболға йөрөй, хип-хоп бейергә ярата.Тартыуҙың һаулығы өсөн ниндәйҙер кире тәьҫирен һиҙмәй әле. Дөрөҫ, спорт секцияларында саҡта тыны быуылыуын таный, әммә бында электрон сигареттарҙың зыянын күрмәүен белдерә.

"Попкорн сире"

Ләкин был ҡыҙҙар электрон сигареттарҙың һаулыҡҡа тәьҫире юҡ тип бик ныҡ яңылыша. Асылда, эш үпкәне күсереп ултыртыуға барып етеүе бик ихтимал. Быу сығарыусы был саралар ҡәҙимге тәмәкеләр кеүек үк зарарлы. Составтары яғынан да хатта әллә ни айырмалыҡтары юҡ. Өфө табибы, онколог Замир Абдуллин әйтеүенсә, бындай быу бүлеп сығарыусы сигареттар бала ҡулдарында шуныһы менән хәүефле: улар эскә быуҙы нисә тапҡыр һурыуҙарын контролләй алмай. Ҡәҙимге сигарет көйрәткәндә, ғәҙәттә, бер юлы берәүҙе генә ҡулланһалар, электрон сигареттарҙы бер юлы "күңелдәре булғансы", бүккәнсе тарталар. Шунлыҡтан, уны күпме һулауҙарын контролләй алмайҙар һәм күберәк ағыуланалар.
Балалар өсөн электрон сигареттар уйын менән бер булып тойолһа ла, әйтелеүенсә, уларҙың үпкәләрендә хәүефле эҙемтәләр башлана, ти доктор. Ҡоро һәм тамаҡты гел ҡуҙғытып торған йүткерек барлыҡҡа килеүе ихтимал, ә ул дауалауға бирелмәй. "Электрон быу сығарғыстар составындағы глицерин үпкә туҡымаларына ултыра һәм бронхиолит сире башлана. Уны дауалауға оҙаҡ ваҡыт китә, бик күп антибиотик, гормондар ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Улар бер аҙ хәлде еңелләштереп, йүткеректе баҫҡан һәм температураны төшөргән хәлдә лә был сир барыбер тулыһынса дауалауға бирелмәй", - тип аңлатма бирә Республика клиник онкодиспансерҙың торакаль онкологы Замир Абдуллин.
Донъя медицина йәмәғәтселегендә электрон быу сығарыу саралары менән мауығыусылар йүтәлен тиҙ әҙерләнеүсе попкорн етештереүселәргә генә хас сир билдәләре менән сағыштыралар һәм ул "үпкәләрҙең попкорн сире" тигән атама менән йөрөтөлә. 2019 йылда был сир Канадала йәшәүсе 17 йәшлек вейперҙа раҫлана һәм уға үпкәләр күсереп ултыртыу мәсьәләһе килеп тыуа.

Әсәһе "һыйлаған"

Өфөлә йәшәүсе Людмила Тихонова тартыуға ҡаршы әүҙем көрәшсе. Урамда тартыусы үҫмерҙәргә киҫәтеү яһамай үтеп китә алмай ул, ләкин улар быны ишетергә лә теләмәй, ҡайһы саҡ хатта ҡаршы ирешеп, һүгенеп тороп ҡалыуҙары ла бар. Ләкин Людмила өндәшмәй ҡала алмай, сөнки модаға әйләнгән был алама ғәҙәттең йәштәрҙе һәләкәткә илтеүен аңлай ул. Людмила үҙе лә 13 йәшенән сигарет тарта башлаған, сөнки өлкәнерәк ҡыҙҙар менән дуҫлашҡанлыҡтан, улар өйрәткән. Ул саҡ фильтрлы сигареттар ҙа булмай әле, арзан ҡәҙимге тәмәке алып тарталар. Люданың мутлығын әсәһе бик тиҙ һиҙеп ҡала һәм ныҡ асыулана. Бындай осраҡтарҙа ҡәтғи тәрбиә яҡлы әсә ҡыҙын ике тәмәкене бер юлы ашап бөтөргә мәжбүр итә. Ҡыҙыҡай был "тәрбиә" алымынан һуң үҙен бик насар тоя, ҡоҫҡоһо килә һәм башҡаса тәмәкегә ҡарай ҙа алмаҫ хәлгә килә. "Башинформ"дың тағы бер әңгәмәсеһе үҙенең 15 йәшлек ҡыҙы тартыуын белгәс, шундай уҡ ҡәтғи сараға барырға әҙер була. Ләкин ҡыҙыҡайға әлеге "ашалған сигареттар" хаҡында тасуирлап һөйләү ҙә яҡшы тәьҫир итә.

Тыйылған татлы буламы?

Үкенескә, бөтөн ата-әсәләр ҙә хәүефле модаға ҡаршы көрәштә әлегеләй ҡәтғи тәрбиә саралары ҡулланырға әҙер түгелдәр. Үҫмерҙәрҙең күбеһе белдереүенсә, уларҙың шөғөлө хаҡында ата-әсәләре яҡшы белә, ләкин өгөт-нәсихәттәре менән мейене "серетмәй". Ә өлкәндәрҙең был юҫыҡта фекере ябай: тыйыуҙар менән генә хәлде үҙгәртеп булмаясаҡ. Балалар барыбер йәшенеп тартыуҙарын дауам итәсәк, ти улар. Өфөлә йәшәүсе Светлана Брякова һөйләүенсә, уның ҡыҙы бынан ике йыл элек тарта башлаған. Әсәһе уға бының зыянын аңлатырға тырышып ҡараһа ла, файҙа булмай. Шунан ҡатын үҙенең дә "буйһонмаҫ" йәш сағын иҫкә төшөрә һәм тыйыуҙан файҙа юҡ тигән фекерендә нығына. Электрон быу сығарыу ниндәйҙер кимәлдә тәмәке тартыуҙы алмаштырһа ла, уның зарарын да аңлай Светлана һәм зыяны әҙерәген һайлауҙы хупларға мәжбүр була.
Әйткәндәй, Республика психотерапия үҙәгенең үҫмерҙәр менән эшләү бүлегендә баланың 13 йәшенә электрон сигарет бүләк итеүсе ата-әсәнең ҡылығына күптән инде ғәжәп ҡылмайҙар. Белгестәр фекеренсә, ата-әсә ошондай юл менән балалары күңеленә юл табырға, ышаныслы мөнәсәбәттәр тыуҙырырға тырыша. Ысынында иһә бала менән бындай рәүештә дуҫлашырға маташыуҙарҙың ахыры бик ҡыҙғаныс тамамлана. Ата-әсә "фатиха" биргәс, үҫмер, мин инде ярайһы ҙурайҙым, үҙаллымын, тип уйлай һәм өлкәндәргә, ғөмүмән, буйһонмай башлай. Башҡа бер төркөм ата-әсәләр, киреһенсә, ҡәтғи тыйыу алымын һайлай. Ләкин был да дөрөҫ сара түгел, ти психологтар, сөнки шул уҡ ваҡытта атай менән әсәй үҙҙәре тарта икән, был ғәҙәттең зыянлы булыуында баланы инандыра алмаясаҡтар. "Тартыу зарарлы!", "Бер тамсы никотин атты үлтерә", "Тартыуҙы ташлаһаң, һиңә шуны-шуны һатып алабыҙ", "Һин әле бәләкәй" кеүек дөйөм һүҙҙәр, аҡыл һатыу бер ниндәй файҙа бирмәйәсәк.
Психотерапевт кәңәш итеүенсә, бала менән һөйләшеүгә алдан һәм ентекле әҙерләнергә, тәмәке, сигареттарҙың зыяны хаҡында мәғлүмәтле булырға кәрәк. Дәлилдәреңде тормошҡа бәйләү, мәҫәлән, сигарет һатып алған аҡсаны башҡа маҡсаттарҙа тотоноуҙың отошлоғо, бала һаулығы өсөн борсолоуҙарығыҙ хаҡында һөйләү ҙә урынлы буласаҡ. Атай-әсәй үҙе сәләмәт йәшәү рәүеше өлгөһө күрһәтеп, балаһын алама ғәҙәттәрҙең һаулыҡ өсөн генә түгел, ә артабанғы тормошо өсөн дә хәүефле икәненә ышандыра алырға тейеш.

Ләйсән ЗАКИРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 277

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru