Хәҙерге заман театры һәм уның тамашасыһы ниндәй, йәки улар бер-береһенең һулышын тоямы? Нәҡ шул һорауға яуап эҙләнеләр ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән "Замандаш" театраль белем биреү майҙансығы сиктәрендә ойошторолған саралар барышында. Драматургия өлкәһендә яңы исемдәр асыуға, театр әһелдәре менән тығыҙ бәйләнештәр булдырырға ярҙам итеүгә һәм, әлбиттә, тәжрибә уртаҡлашыуға, ижади үҫеш йүнәлеше биреүгә ҡоролған был әһәмиәтле майҙансыҡ дүрт көн дауам итте.
"Замандаш" майҙансығы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Драматургия һәм режиссура үҙәге, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарафынан ойошторолдо. Уның сиктәрендә үткән төп сараларҙың береһе - Заманса драматургия республика семинарына быйыл башҡорт, рус, татар телдәрендә ижад ителгән ҡырҡтан ашыу үҙенсәлекле пьеса һәм проза әҫәрҙәренең инсценировкалары тәҡдим ителгән. Ошо эштәр араһынан 13 пьеса һайлап алынып, уларҙы театр белгестәре тикшереп, йәш драматургтарға үҙ фекер-кәңәштәрен еткерҙе. Ә режиссерҙар был яҙма рәүешендәге әҫәрҙәргә "йән өрөп", өҙөктәрен сәхнәләштерҙе. Һәр эште ҡарағандан һуң философия фәндәре докторы, сәнғәт фәне кандидаты, профессор Галина Вербицкая, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Ирина Шәмсетдинова, драматург һәм сценарист Наталья Мошина әҫәрҙе ижад иткән драматургтың һәм режиссерҙың, сәхнәләштереүҙә ҡатнашҡан актерҙарҙың эшенә үҙ баһаһын бирҙе, тәьҫораттары һәм профессиональ кәңәштәре менән бүлеште.
Бына шундай һөҙөмтәле семинарҙың һуңғы көнөндә ҡатнашыу һәм дүрт авторҙың әҫәрҙәренән алынған өҙөктәрҙе ҡарау форсаты тейҙе беҙгә лә. Екатерина Тимофееваның "Полина ищет па" пьесаһы буйынса Туймазы дәүләт татар театрында Редик Ғәниев, Әнгизә Ишбулдинаның "Вот где ты северный юг" пьесаһы буйынса М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Илшат Мөхөтдинов, Баныу Ҡаһарманованың "Яҙмыш математикаһы" буйынса Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Лиана Ниғмәтуллина, Айбулат Сәсәнбаевтың "СуперБулат"ы буйынса Эльмир Хаертдинов "Нур" Өфө дәүләт татар театрында артистар менән эшләгән. Киләсәктә тулы спектакль булып үҫеп етеүе ихтимал әҫәрҙәрҙән күренештәр бик үҙенсәлекле, заманса, йәштәрсә килеп сыҡҡан. Ошо дүрт әҫәрҙең өсәүһендә ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ арҡаланыр, балалар яратып "атай" тип атар ир-егеттәрҙең юҡлығы сағылдырылыуы бөгөнгө йәмғиәттебеҙҙәге хәлдәргә ишаралап, күптәрҙе уйға һалды. Екатерина Тимофееваның төп героиняһы - үҫмер ҡыҙ, ул атаһын бөтөнләй күргәне булмаған һәм уны эҙләп, күрше ҡалаға сығып китә. Ә Әнгизә Ишбулдина пьесаһындағы өҙөктән биш геройҙың береһе генә егет кеше һәм был ғаиләләге һәр ҡатын-ҡыҙҙың көслө зат менән мөнәсәбәттәр ҡороуҙа үҙ ҡыйынлыҡтары булыуын сағылдырҙы. Баныу Ҡаһарманованың пьесаһында ла балаларын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырырға тырышып йәшәгән эшҡыуар әсәй образы. "Драматургия тормошто сағылдыра", - ти икән профессор Галина Вербицкая, тимәк, бына ниндәй бөгөн беҙҙең ысынбарлыҡ...
"Замандаш" майҙансығы сиктәрендә йәш драматургтар, республикабыҙ театрҙары хеҙмәткәрҙәре өсөн бик файҙалы оҫталыҡ дәрестәре үтте һәм билдәле театраль тәнҡитсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Тихоновец лекциялар ҙа һөйләне. Ул үҫмерҙәр өсөн сәхнә әҫәрҙәре ижад итеү һәм Рәсәйҙең милли театрҙарының үткәне, киләсәге тураһында бик ҡыҙыҡлы телмәр тотто. Был махсус дәрестәр тураһында драматург Әнгизә Ишбулдина тәьҫораттары менән бүлешкәндә: "Үҫмерҙәр менән алып барған эшмәкәрлегемдең дөрөҫ йүнәлеш булыуына тағы ла нығыраҡ инандым", - тине.
- Замандаш" театраль белем биреү майҙансығы үҙе лә шундай оҙаҡ йылдар дауамында даими рәүештә алып барылған эштең бер сағылышы бит. "Замандаш"тың тамыры бик алыҫтарға, 1990 йылдарға барып тоташа. Белеүемсә, был осорҙа Яҙыусылар союзында йәш яҙыусылар конференциялары үткәрелә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн драма әҫәрҙәре ижад итеүсе йәштәрҙең осрашыуҙары ойошторола. Азат Абдуллин, Фәрит Богданов, Нәжиб Асанбаевтар йәштәрҙе порукаға алып, улар яҙғандарҙы тикшереп, өйрәтә торғайны, - ти билдәле журналист, драматург Сәрүәр Сурина. - Ә инде 1992 йылда Наил Ғәйетбаев йәш драматургтар өсөн беренсе булып семинарҙар ойоштора башланы. Бөгөн барыбыҙға ла билдәле М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ул ваҡытта Йәш тамашасылар театры тип аталып, Олег Ханов етәкселегендә балалар һәм йәштәр өсөн пьесалар яҙыусылар араһында конкурс уҙғарҙы. Унда "Камикадзе" пьесаһы менән Флорид Бүләков - Гран-при, "Һарысәс" өсөн Рәмил Ҡол-Дәүләт - беренсе, мин "Алтын балта" өсөн - икенсе, "Айыу бабай йоҡламай" пьесаһы өсөн Сафуан Әлибай өсөнсө урын алыуы хәтеремдә. Шулай уҡ бөтәбеҙгә лә билдәле "Талҡаҫ семинарҙары" ла йәштәр араһынан драматургтар эҙләү маҡсатында эшләне. Шунда белем алған йәштәр - Зиннур Сөләймәнов һәм Әлиә Яхина 2014 йылда Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәген булдырҙы һәм Рәсәй кимәлендә эшләрлек йүнәлеш бирҙе. Бына шундай күптән нигеҙ һалынған эштең дауамы ул "Замандаш" белем биреү майҙансығы. Был эш бөгөн башланды тип әйтеп булмай, шуныһы бик шатлыҡлы. Ул эшмәкәрлеген һаман киңәйтә барып, ижади оҫтаханалар ҙа үткәрелә хәҙер. Был юлы ҡул осондағы әйберҙәрҙән реквизиттар, бутафория эшләргә өйрәттеләр. Драматург өсөн уныһы ла файҙалы, сөнки ҡуйып булмаҫлыҡ әйберҙәр яҙмаҫ өсөн сәхнә талабын, шарттарын белеү ҙә кәрәк...
Ғөмүмән, һәр ҡатнашыусы "Замандаш"тың әһәмиәтен юғары баһаланы. Билдәле журналист, әҫәрҙәре А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ҡуйылған Баныу Ҡаһарманова ла нәҡ ошо семинарҙарҙың береһенән ҡанатланып ҡайтып ижад итеүен йәшермәй: "Замандаш" - этәргес көс", - тине.
ШУЛАЙ ИТЕП...
"Замандаш" театраль белем биреү майҙансығына йомғаҡ яһалған кисәлә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов милли театрҙарҙың туған телдәрҙә ижад итеүсе драматургтарға ҡытлыҡ кисереүе тураһында әсенеп телгә алғайны. Башҡорт драматургияһының классиктарын ҡабат-ҡабат сәхнәләштереү генә етмәй, бөгөн тамашасы, бигерәк тә йәштәрҙе, ылыҡтырырлыҡ замандаштар тураһында заманса тамашалар кәрәк. Шуға "Замандаш" яңы исемдәр асып һәм халыҡ күңелен арбарлыҡ әҫәрҙәргә юл ярып, үҙенә нигеҙ һалған башланғыстарҙың эшен лайыҡлы дауам итһен!
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА