«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨҘӨК ЙОРТТАРҘА ЙӘШӘЙБЕҘ
+  - 

Республикабыҙҙың баш ҡалаһы миңә үҙенең матурлығы, йәшеллеге, үҙенә генә хас булған ығы-зығыһы, мәшәҡәттәре һәм йәшәйеше менән оҡшай. Көн һайын иртән эшкә ашыҡҡан һәм кисен өйҙәренә табан юлланған кешеләр ағымы күңелемә яҡын. Уҡыу мәле етеп, балалар мәктәпкә, студенттар уҡыу йорттарына йөрөй башлағас, Өфөнөң ҙур икәнлеге айырыуса күҙгә салынды.

Көҙгө Өфө айырыуса күңелемә яҡын, сөнки тәбиғәт тә үҙгәрә, ҡала урамдарын тағы ла йәнлерәк итеп ауыл хужалығы баҙарҙары эшләй башлай. Был ялда Киров районында үткән ошондай йәрминкәгә барып, уңыштың мул булыуына ҡыуанып ҡайттым. Рабкорҙар урамында уҙған был баҙарға республиканың 14 районы үҙенең ауыл хужалығы продукцияһын алып килгән икән. Мин Архангел, Белорет, Бөрө райондары аграрийҙарынан картуф, кишер һәм бал һатып алып ҡайттым. Хаҡтары ла тешләшмәй, сифаты ла яҡшы.
Күп фатирлы йортта йәшәүсе кеше булараҡ, миңә үҙ фатирымдың ғына түгел, ә тотош подъездың, ихатаның төҙөк, йыйнаҡ һәм матур булыуы шарт. Быйыл беҙҙең йорт подъезын ипкә килтереп, бик ҡыуандырҙылар. Беҙҙең подъезд менән бер рәттән, Өфөнөң Октябрь районында тағы ла 23 подъезда баҫҡыстар йүнәтелгән, тәҙрә һәм яҡтыртҡыстар алмаштырылған, диуарҙар һәм түбә буялған, шулай уҡ подъезға ингән ишектәр тирәһе лә рәтләнгән.
1 сентябрь Телеүҙәк яғына барғанда Пушкин урамындағы өр-яңы балалар майҙансығын асыу тантанаһын күрергә насип булды. Майҙансыҡ әкиәт мотивтары буйынса эшләнгән һәм бик күркәм урын, балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора ине. Ошондай уҡ әкиәт темаһына эшләнгән балалар майҙансыҡтары күберәк булһын ине баш ҡалала, тигән теләктә ҡалабыҙ һәм улар араһында башҡорт халыҡ әкиәттәре нигеҙендә эшләнгәндәре лә булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Шулай уҡ халыҡ эпостары, легендалары йөкмәткеһе буйынса парк һәм сквер барлыҡҡа килһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине.

Гөлсәсәк АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 197

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru