«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЙЫЛА ТОРҒАН СИР РӘҮЕШЛЕ БОҘОҠЛОҠТАР
+  - 


Ошо көндәрҙә Рәсәй Дәүләт Думаһына традицион булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе киң матбуғат сараларында, интернетта, рекламала, әҙәбиәттә һәм кинола пропагандалау һәм аҡлауҙы тыйыу хаҡындағы закон проекты индерелде. Тәү ҡарауға беҙҙең ижтимағи мөхит өсөн бер ни тиклем сәйерерәк тойолған проблема ни өсөн уны дәүләтебеҙҙә закон ҡабул итеү юлы менән хәл итеү кимәленә күтәрелде һуң?

Хәҙерге заманда бына шуныһы ла сер түгел: үҙҙәрен бар донъяға кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм һаҡлау үҙәге итеп иғлан итә килгән Көнбайыш - Европа илдәре һәм АҠШ - ошо сиргә тарығандарҙы, йәғни традицион булмаған енси йүнәлеште үҙ итеүселәрҙе яҡлаусы хоҡуки акттар ҡабул итеп кенә ҡалмай, ошо ғәҙәти булмаған енси мөнәсәбәттәрҙе пропагандалауҙы ла ирекле бер күренеш итеп ҡарай. Был илдәрҙә даими уҙғарыла килгән гей-парадтар, гәзит-журналдарҙа гомосексуализм һәм лесбияндар мөхәббәтен аҡлаусы мәҡәлә-интервьюлар, шундай енси ориентациялы сәнғәт әһелдәрен, спортсыларҙы киң реклама селтәренә йәлеп итеү, интернет селтәрендә генә түгел, кино залдарында ошо тема менән бәйле нәфис һәм порнофильмдар күрһәтеү - былар инде уларҙа ғәҙәти күренешкә лә әйләнеп бөткән. Шуныһы тағы ла ғәжәберәк: әгәр ҙә мәгәр уларҙа бер үк енесле кешеләр ғаилә ҡора икән, ул закон менән рөхсәт ителә, төрлө матбуғат саралары, телевидение каналдары улар хаҡында тапшырыуҙар төшөрә. Эш хатта шуға барып етте - бындай ғаилә ҡорғандарға етем балаларҙы уллыҡҡа йә иһә ҡыҙ итеп алыуға рөхсәт бирелә! Быны, ғөмүмән, меңәр йылдар буйына һаҡлана килгән ғаилә институтын, аталыҡ-әсәлек төшөнсәләрен тамырынан юҡ итеүгә генә тиңләп булалыр.
Ошо проблема хаҡында һүҙ алып барғанда замандаштарыбыҙға әҙәми заттар араһында ғәҙәти булмаған енси йүнәлештең нисек, ниндәй сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килеүе хаҡында ла аңлатма биреү зарурлығы бар.
Белебеүеҙсә, әҙәм балаһы донъяға биологик зат булараҡ килә, уның организмы, ата-инәһенең енес күҙәнәктәрендәге парлы хромосомаларға ярашлы, ир йә иһә ҡатын-ҡыҙ енесле булып ярала. Әлбиттә, енси яҡтан малайҙарҙың ир-егет, ҡыҙ балаларҙың ҡатын-ҡыҙ булараҡ биологик үҫеше - тәбиғи хәл. Улай ғына ла түгел, инде меңәр йылдар дауамында кешелек йәмғиәте, ижтимағи мөхит ир балала - тик ирҙәргә, ҡыҙ балала ҡатын-ҡыҙға хас сифаттарҙы тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әлбиттә, бындай тәрбиә иң элгәре ғаиләлә башҡарыла. Бала тәрбиәләүҙә атай кешенең дә, әсәнең дә тик уларға ғына - ир затына һәм ҡатын кешегә тәғәйен бурыстары бар, һәм уларҙың мөмкинлектәре лә бер үк түгел. Юҡҡамы ни беҙҙең башҡортта шундай тапҡыр һүҙ бар: "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән".
Шулай ҙа тағы бер нәмәне оноторға ярамаҫ ине. Кешелек донъяһында хатта ғалим-биологтарға ла сәбәптәре билдәһеҙ ҡала биргән бер күренеш бар, уны кеше үҫешендәге биологик тайпылыш, тип нарыҡларға булыр ине. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: енси өлгөрөү башланғанға тиклем малай һәм ҡыҙҙар араһында тик балаларға ғына хас, енси эмоциялар һис бер ҡатнашмаған мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Ваҡыты еткәс, малайҙарҙың ҡыҙҙарға, ҡыҙҙарҙың малайҙарға ҡарата, ғәмәлдә, ҡапма-ҡаршы енси зат менән бәйле рәүештә ҡыҙыҡһыныуы арта бара, үҫмер күңелендә енес менән бәйле хис-тойғолар ярала. Был - мәңгелек тәбиғәт ҡануны, шунһыҙ беҙ, кешеләр, мөхәббәт тигән оло хис феноменын да, ҡәҙимге ғаилә тормошон да белмәҫ-кисермәҫ инек. Тик шуныһы ла билдәле: кешелек, бәлки, үҙ тарихының башынан бирлелер, бер үк енесле әҙәми заттар араһында енси мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килеүенә лә шаһит. Бына боронғо йәһүдтәрҙең Тәүрат ("Библия") китабының "Тормош китабы" тип аталған бүлегендә ул заман кешеләренең һуңынан содомия тип атала башлаған гонаһы хаҡында бәйән ителә. Бынан 2 000 йылдан әүәлерәк Үле диңгеҙ буйҙарында, Иордан йылғаһы үҙәнендә Содом һәм Гоморра тигән ҡалалар булған икән. Ундағы халыҡ араһында зина ҡылыу ғәҙәти хәлгә әйләнә, һәр төрлө аҙғынлыҡ сәскә ата, хәҙерге заманда гомосексуализм тип аталған боҙоҡлоҡ һис бер тыйылмай. Ошо боронғо яҙмаларҙағы мәғлүмәткә ярашлы, Ибраһим бәйғәмберҙең энеһе Лут та Содомда йәшәгән була. Сиктән ашҡан гонаһтары өсөн Аллаһы Тәғәлә Содом һәм Гоморра ҡалаларын ер йөҙөнән юҡ итергә була. Шулай итеп, аҙғын халыҡ юҡ ителә...
Йәнә бер миҫал. Беҙҙең эраға ҡәҙәре һәм унан аҙағыраҡ Рим империяһы, ошо дәүерҙең иң ҡеүәтле дәүләте булараҡ, Европа һәм Азия илдәрендә билдәлелек таба. Башҡа ҡәүемдәрҙе баҫып алып, уларҙы талап, ҡолдар хеҙмәтен файҙаланып йәшәгән империя аҡһөйәктәре лә һәр төрлө аҙғынлыҡтың сигенән сыға. Империяла һуңынан бар донъяға бығаса күрелмәгән фажиғәгә тарыған Помпеи ҡалаһы ла була. Был ҡалала ла, барса империялағы кеүек, эскелек, зина ҡылыу, фәхишәлек менән бер рәттән, гомосексуализм да ғәҙәти бер хәлгә әүерелә. Б.э. тиклем 76 йылда ҡала эргәһендәге Везувий вулканы атылып, унан сыҡҡан көл һәм лава ҡала халҡын тулыһынса юҡ итә. Шуныһы лә ғибрәтле: күп метрлы көл ҡатламы аҫтында һәләк булған помпеялыларҙың таш булып ҡатып ҡалған һындары Аллаһының мәңгелек бер киҫәтеүеләй, беҙҙең заманға килеп еткән...
Нисек кенә булмаһын, гомосексуализм, шулай уҡ башҡа бер енси тыйнаҡһыҙлыҡтар, тәбиғәт менән бер ҡатар йәмғиәт ҡанундарына ҡаршы килә. Бындай күренештәрҙе йәмғиәти сир, тип атау фарыз. Уны тыймау, пропагандалау, аҡлау, дәүләт ҡанундары менән яҡлау - халыҡтар киләсәгенә иҫ киткес зыян килтереүгә, йәш быуындарҙың аңына һәм үҙаңына үтә зарарлы, ағыулы орлоҡ сәсеп, яңылыш юлға баҫтырыуға барәбәр. Ә бит кеше ғүмеренә хәүеф янаған сирҙәргә ҡаршы көрәш алып барыу, сирлеләрҙе дауалау - борондан килгән ҡанун икәненә һис бер шик юҡтыр. Беҙ бит алкоголизм, наркоманлыҡты ла шул уҡ тыйылған йәмғиәти сирҙәр иҫәбенә индерәбеҙ.
Мәҡәләбеҙҙе йомғаҡлап, шуны ла әйтергә булыр ине. Ер йөҙөндә көн күргән барса кешеләр, бик тә боронғо замандарҙан бирле, бары тик хәҙергеһен, ҡәҙимге көнитмешен генә ҡайғыртып йәшәмәгән, киләсәгенә нигеҙ һалған - ғаилә ҡорған, йорт-ҡура төҙөгән, хәләл ризығын булдырған, балалар үҫтергән. Улар, боронғосараҡ әйткәндә, Аллаһы Тәғәләнең кешеләргә еткерелгән ҡанундарына тоғро ҡалырға тырышҡан: "Эй, Әҙәм балалары! Беҙ һеҙҙе ир һәм ҡатын рәүешле яралттыҡ, ҡауышығыҙ, үрсегеҙ, ейәр хәләл ризығығыҙҙы тир түгеп табығыҙ!"
Иманыбыҙ камил, ошо мәңгелек ҡағиҙәне үтәүҙән башҡа кешелектең киләсәген күҙ алдына ла килтереп булмай.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 207

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru