«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТМЕШ ТӨРЛӨ ҺӨНӘР ЭЙӘҺЕ
+  - 


Оҫта ҡуллы, бар эшкә маһир ир-егеттәр тураһында бер һөйләм менән шулай тибеҙ: "Етмеш төрлө һөнәр эйәһе". Редакциябыҙҙың бөгөнгө ҡунағын да ошолай ҡылыҡһырларға була, шуға ла уның шәхесен ҡайһы яҡтан, ҡайһы һөнәре менән асырға, тип тә аптырарға тура килде. Ни тиһәң дә, ул Башҡортостандың атҡаҙанған ғына түгел, ә халыҡ артисы. Үҙе бейеүсе, үҙе төньяҡ амуры, үҙе мәргән уҡсы, үҙе... Хәйер, үҙе тураһында һөйләүҙе уның үҙенә - "Амантай" ижад үҙәге етәксеһе Рафаэль АМАНТАЕВҡа йөкмәтәйек.

Һеҙ республиканың мәҙәниәт өлкәһендә генә түгел, ә башҡорт халҡының абруйлы шәхесе Ғабдулла Амантайҙың ейәне булараҡ та билдәлеһегеҙ. Олатайығыҙ тураһында ниндәй хәтирәләр ишетеп үҫтегеҙ?

- Атай-әсәйем ул ваҡыттағы алдынғы ҡарашлы Мөхәмәт Исҡужин, Рәшит Солтангәрәев һәм башҡа башҡорт зыялылары кеүек үк, 20-се башҡорт мәктәбенә (хәҙер Ф. Мостафина исемендәге Башҡорт гимназияһы) нигеҙ һалыусылар сафында, һуңынан ата-әсәләр комитетында торғас, беҙҙе - мине һәм һеңлемде - ошо белем усағына уҡырға бирҙе. Һәм бында төп маҡсат булып Ғабдулла Амантайҙың - Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының беренсе директорының, биш йыл етәкселек итеү осоронда башҡорт тел ғилеме, фольклористикаһы, әҙәбиәт теорияһы һәм мәҙәниәт өсөн бик ҙур эштәр башҡарырға өлгөргән шәхестең ейәндәренең башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, мәҙәниәтен белергә тейешлеге торғандыр, моғайын. Бынан тыш, ҡартатай Ленинградта лингвистика философияһы институтында уҡый, ете тел белә һәм уны Көнсығыштың ғәрәп илдәренә илсе итеп әҙерләйҙәр. Әммә Башҡортостанда яңы институт асылғас, ашығыс рәүештә саҡыртып алалар һәм директор итеп ҡуялар, ул хатта аспирантура тамамлап та өлгөрмәй, һуңынан ситтән тороп тамамлап ҡуя.
Икенсе яҡтан, атайым үҙе лә башҡорт телен өйрәнеп ҡала алмай, сөнки ҡартатай ҡулға алынғас, атайым менән уның һеңлеһе Роленаны айырып, төрлө балалар йортона тапшыралар. Атайыма ул ваҡытта - 10, һеңлеһенә 4 кенә йәш була. "Халыҡ дошманы" балаһы ярлығы атайым артынан һәр саҡ эйәреп йөрөй, ул һәр ерҙә ҡағынды була, мәктәптә иң артҡы партаға ултырталар, хатта ваҡыты-ваҡыты ашханала аш етмәй ҡала. Хрущев заманына тиклем шулай дауам итә. Атайым ул мәлдәрҙе яҡшы хәтерләй ине, әммә бик асылып һөйләп барманы, бәлки, совет власына үпкәһе лә ҡалғандыр.
Һуңынан атайымды Нальчиктағы бер туғаныбыҙ табып, үҙенә алып ҡайта. Ролена һеңлеһе балиғ булғанға тиклем балалар йортонда үҫә һәм тәрбиәләнә. Ағаһы менән улар 17 йылдан һуң ғына осраша.
Әлбиттә, беҙҙең 20-се ҡала башҡорт мәктәбендә башҡорт зыялылары балалары уҡыны, шуға улар минең ниндәй нәҫелдән икәнде белә ине. Әммә мәктәптән һуң, Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдә бейегәндә, был турала, йәғни Ғабдулла Амантайҙың ейәне булыуым хаҡында бик асылып барманым, сөнки тамашасы һөйөүен үҙем, үҙемдең хеҙмәтем, ҡаҙаныштарым менән яулағым килде. Хатта был турала пенсияға сыҡҡансы белмәүселәр ҙә булғандыр әле...

"Әсәнән күргән - тун бескән, атанан күргән - уҡ юнған", ти халыҡ мәҡәле. Һеҙгә атай-әсәйҙән ниндәй сифаттар күскән?

- Атайым өйҙә бөтөн нәмәне үҙе эшләй ине. Уға ҡарап, мин дә үҙем тотоп, нимәлер эшләгем килә торғайны. Минең ынтылышымды күреп, ул 10 йәш тирәһендә еҙ табаҡҡа нисек итеп һүрәт күсерергә, сүкеп биҙәктәр эшләргә, ниндәй фон һайларға өйрәтте. Шунан алып мин ғүмер буйы ошо ижад менән шөғөлләнәм. Мәктәптә уҡығанда кемдеңдер тыуған көнөнә барырға булһа, ата-әсәйҙән аҡса һорамайым, үҙем эшләгән бүләк алып бара торғайным.
Әрме хеҙмәтендә мин Волга буйы хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә бейеүсе булдым. Ул саҡта ла минең был һәләтемде беләләр һәм стендтар эшләргә ҡушалар, башҡа биҙәү эштәренә йәлеп итәләр ине. Һуңынан, үҙебеҙҙең ансамблдә бейегәндә Риф Ғәбитов миңә "Еҙ үксә" бейеүе өсөн тибенге (шпора) эшләргә ҡушты. Үксәләрҙе бер-береһенә бәреп бейегән ваҡытта улар тауыш сығарырға тейеш булды. Тибенге эшләгәс, ул "4 тарханға бай ҡәмәрҙәр - билдектәр эшләргә кәрәк", тине. Эшләнем һәм бейеүселәр 30 йыл буйы минең ҡәмәрҙәрҙе тағып, сәхнәгә сыҡты. Башҡа бейеүҙәр өсөн дә нимәлер эшләргә тура килде. Ансамбль ҡыҙҙары ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре - балдаҡтар, алҡалар эшләүемде һорай башланы. Улар өсөн дә эшләнем.

Тимәк, "Амантай" оҫтаханаһы, һуңынан ижад үҙәге юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән...

- Бейеүселәрҙең сәхнә ғүмере ҡыҫҡа - 20 йыл дауамында софиттар нурына ҡойоноп, тамашасының һөйөүенә, алҡыштарына күмелеп йәшәйһең дә, 40 йәштә пенсияға сыҡҡас, япа-яңғыҙ ҡалаһың. Икенсе һөнәрең юҡ. Ошо осорҙо күптәр ауыр кисерә, ир-ат эсә башлай, ҡатын-ҡыҙ депрессияға бирелә. Минең алдымда артабан нимә менән шөғөлләнергә тигән һорау торманы: оҫталығымды арттырыу өсөн Өфөләге 159-сы һөнәрселек училищеһына ювелирҙар курсына уҡырға инеп, диплом алып сыҡтым.
Тәүҙә "Амантай" ижади оҫтаханаһын ойошторҙом, һуңынан киңерәк проекттар уйлап табып, уларҙы тормошҡа ашырып, ижади үҙәк тип атаныҡ. Киләһе йыл "Амантай" ижади үҙәген ойоштороуға ла 15 йыл була. Хәҙер арҡаҙаштарым - синыфташтарым рәссам-реставратор Азат Ҡужин, тарих фәндәре кандидаты Юлай Әбсәләмов менән проекттарыбыҙҙы грантҡа тәҡдим итеп, гранттар яулайбыҙ һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы тарихи китаптар, төрлө плакаттар нәшер итәбеҙ.

Башта сәхнә әйберҙәренә элементтар эшләгәнһегеҙ, һуңынан тарихи реконструкция менән шөғөлләнә башлағанһығыҙ. Шуларҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын һәм нығыраҡ ҡәнәғәтлек килтерә?

- Әлбиттә, бынан 200-300 йыл элек беҙҙең атай-олатайҙар кейеп йөрөгән кейемдәрҙең элементтарын тергеҙеп эшләнгән тарихи реконструкция мине бик ныҡ рухландыра. Хәҙер миңә ниндәйҙер коллектив өсөн сәхнә кейеменә, билбауҙарға заказ бирһәләр ҙә, мин уларға тарихи мотивтарҙы, тарихи элементтарҙы өҫтәп ебәрергә тырышам. Үҙем сәхнә кешеһе булғас, уларға нимә ярай, нимә ярамай икәнен дә яҡшы беләм, мәҫәлән, төрлө элементтар бейеүгә ҡамасауламаҫҡа, еңел сиселергә тейеш.

Һеҙ быйыл "Тамға" конкурсында кантон начальнигы кейемен реставрациялап, Гран-при яуланығыҙ...

- Был конкурста икенсе тапҡыр ҡатнашам. Беренсеһендә, атрибутика буйынса махсуслашҡас, тарихи эйәр, сбруй, йүгән, ҡалҡан, һаҙаҡ, ҡалъян, ҡамсылар менән барҙым һәм икенсе урынға лайыҡ булдым. Былтыр, операция үткәреп, ҡатнаша алманым һәм өсөнсө конкурсҡа маҡсатлы әҙерләндем. Конкурс шарттарының береһе - тарихи дөрөҫлөк, документаль раҫлау тейеш булғас, кантон начальнигы, зауряд йөҙ башы Фәхретдин Өмөтбаевтың фотоһы буйынса уның кейемен реконструкцияларға булдым. Тағы был фото мине нимәһе менән ылыҡтырҙы: беҙ бит башҡорттарҙың баш кейемен гелән оҙон төлкө ҡойроҡло итеп кенә күреп өйрәнгәнбеҙ. Ә бит уны Фәйзи Ғәскәров сәхнә образы итеп индереп ебәргәне барыбыҙға ла тарихтан билдәле. Әйткәндәй, башҡорт ир-егеттәре бер ваҡытта ла төлкө тиреһенән тегелгән бүрек тә кеймәгән, уны ҡулланмаған да. Был хәйләкәр йәнлек тиреһен улар ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип ҡараған. Башҡорттарҙа күн бүректәр генә түгел, малахайҙар, һарыҡ, бүре, бурһыҡ, ҡама тиреһенән тегелгән баш кейемдәре булған. Кантон начальниктары бейек конус формаһындағы ҡалпаҡтарҙа йөрөгән, конустың бейеклеге уларҙың статусын күрһәткән. Бынан сығып, ябай халыҡ эшләпә кеүек тирәсле кейеҙ ҡалпаҡтар кейгәндер, тип фаразларға мөмкин.
2012 йылда "Төньяҡ амурҙары" составында "Любизар" - 1-се Башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубын Бородинола ҡатнашырға саҡырғас, мин тәүге тапҡыр ҡолаҡсын теккәйнем. Ул ваҡытта уҡ мин бер төрлөлөктән ҡасып, беҙҙең күп төрлө баш кейемебеҙҙе күрһәткем килгәйне. Һуңынан "Мәргән уҡсы" клубы ағзалары ла ошондай ҡолаҡсында сығыш яһай башланы. Әммә улар милли кейем кимәлендә түгел. Бына райондарға сыҡһаң, башҡорт милли кейемендә йөрөгән ағинәйҙәрҙе күрһәң, күңелгә рәхәт булып китә. Баш кейемдәребеҙ ҙә шулай халыҡ араһына сығарылып, популярлаштырылырға тейеш.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында булған һөйләшеүҙә ошо ҡалпаҡты көндәлек итеп замансалаштырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Ҡырғыҙҙар бит үҙҙәренең кейеҙ баш кейемен замансалаштырып, биҙәп, һәр сараға кейеп йөрөй. Хәҙер беҙ ҙә ҡайһы бер башҡорттарҙың малахайҙарҙа, түбәтәйҙәрҙә йөрөгәнен күрәбеҙ.

Икенсе яҡтан ҡараһаҡ, бындай кейемдәрҙе көндәлек кейем итеп ҡуллана башлаһаҡ, мәҫәлән, лайыҡ булмаған кеше кейеп, кейемдең йәки баш кейеменең бәҫен, статусын төшөрөргә лә мөмкин бит... Бәлки, статуслы кейемдәрҙе берәм бөртөкләп эшләп, бүләк итергә, ә статусты күрһәтмәгәндәрен көндәлектә ҡулланырғалыр?

- Башҡорт кейемдәренең бит хәрбиҙәрҙеке кеүек айырма рангтары бар. Мәҫәлән, ҡалпаҡта галун (лампас) алтын йәки көмөш булыуы мөмкин. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының янсығы һәр саҡ үҙе менән, тигән кеүек, башҡорт ир-атының абруйы ла уның кейгән баш кейеменән алыҫтан күренеп торорға тейеш булған. Әгәр металлы галун тегелһә, тимәк, был персонаж ниндәйҙер ҙур хәрби түрә (командир). Ябай халыҡтың кейемен уҡа менән биҙәрлек мөмкинлеге булмаған.
Дөрөҫөн әйткәндә, кейемдәрҙе реконструкциялағанда тоттоң да тектең түгел. Тәүҙә уны ентекләп өйрәнәһең, тарихи факттар менән танышаһың. Баҡтиһәң, кантон начальниктарының, юғары хәрби составтың кейемендәге уҡалар киң булған, түбән составтыҡы - тар. Шулай уҡ ҡылыс бөлдөргөһө (темляк, ҡулға кейә торған элмәк) осондағы суҡ та көмөш булған. Кейемде ни тиклем ентекләберәк өйрәнәһең, шул тиклем уның эйәһенең яҙмышы ҡыҙығыраҡ.

Һеҙҙең шөғөлдәрегеҙ тиекме, мауығыумы, әллә йәгәү рәүешеме - шул тиклем күп. Тағы бер мауығыуығыҙ - ул төньяҡ амуры. Шул хаҡта ла һөйләп китегеҙ әле.

- Был "сирҙәрҙең" барыһының да диагнозы бер - реконструкция. Шул уҡ "Төньяҡ амурҙары" составындағы "Башҡортостан Республикаһының "Любизар" - 1-се башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы төбәк йәмәғәт ойошмаһының маҡсаты - ул тарихты тергеҙеү. Был хәрәкәт бөтөн донъяла киң билдәле. Һәр ерҙә үҙҙәренең тарихын, алыштарын реконструкциялайҙар. Беҙ 2013 йылда Лейпцигта үткән "Халыҡтар алышы" Халыҡ-ара хәрби-тарихи фестивалдә, ошо ваҡиғаның 200 йыллығында ҡатнаштыҡ. Унда тотош донъянан реконструкторҙар килгәйне. Уларҙың кейемдәре 1000 евро тора, сөнки был темаға бик етди ҡарайҙар, үҙҙәре текмәй, оҫталарға заказ бирәләр Мәҫәлән, гусар кейемендәге ҡарттар килде эргәбеҙгә, уларҙың ҡылысы мамыҡ кеүек еңел, һығылмалы, хатта тотҡаһына тиклем бөгөп тә була. Хаҡын һорағайныҡ, баһаһы юҡ, тинеләр. Баҡтиһәң, ул тарихи ҡылыс һәм уға 200 йыл икән.
"Төньяҡ амурҙары" ойошторолоу менән Бородино реконструкцияһына командирыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов барҙы. Әлбиттә, ул ваҡытта реконструкцияланған кейемдәребеҙ юҡ, филармониянан сәхнә кейемен алып торғандар. Һәм беләһегеҙме - уларҙы сарала ҡатнаштырырға теләмәгәндәр, әммә бары тик башҡорт булғандары өсөн генә йәйәүле ғәскәр араһында барырға рөхсәт иткәндәр. Саранан һуң: "Гравюралар, тарихи сығанаҡтар буйынса шул осор кейемдәрен өйрәнегеҙ", - тип ҡайтарғандар. Ватан һуғышында бит яугирҙар тәүҙә көндәлек кейемдә йөрөгән. Улар яуҙарҙа туҙғас ҡына Багратион үҙ аҡсаһына тотош бер полкка дон казактары кейеме өлгөһөндә зәңгәр мундирҙар һәм ҡыҙыл лампаслы салбарҙар тектерә. 1812-1814 йылдарҙа йәмғеһе 5 башҡорт атлы полкы ошондай мундирлы кейемдәргә кейендерелә. Тағы ла 15 полкта командирҙарға, сотниктарға үҙаллы кейенергә тәҡдим ителә, ә ябай яугирҙарға үҙҙәренең милли кейемдәрендә йөрөргә рөхсәт бирелә.
Шулай уҡ ойошма 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт таратыу, генерал Шайморатовты данлау менән дә шөғөлләнә. Уның һуңғы алышта ҡатнашҡан Тербун рубежы реконструкцияһында ла ҡатнаштыҡ. Әле бына инициатива менән сығып, Совет майҙанында Шайморатовтың яңы асылған һәйкәленә дивизия яугирҙары кейемендә ылыҫлы ағастан яһап, һалдат гирляндаһын һалдыҡ. Был сараны ла беҙ көтөп алдыҡ, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының макетын алып сыҡтыҡ.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Пермь крайында ойошторолған 20-се кавдивизияға арналған хәтер сараһында ҡатнаштым, унда ла кантон начальнигы костюмында булдым.
Шулай уҡ "Төньяҡ амурҙары" идеяһы менән беҙҙең арҡаҙашыбыҙ Юлай Ғәлиуллин "Мәргән уҡсы" хәрәкәтен башлап ебәрҙе. Ул нимәһе менән яҡшы: ярыштарҙа мотлаҡ милли кейемдәрҙә ҡатнашырға кәрәк. Шундай шарт булғас, олоһо ла, кесеһе лә милли кейем тарихын өйрәнә, уларҙы тегә башланы. Тәүге осорҙа Юлай мине саҡырып, оҫталыҡ дәрестәре, асыҡ дәрестәр ойоштора инек. Уларҙа үҙебеҙ реконструкциялаған кейемдәр тарихын һөйләйбеҙ, атрибутика менән таныштырабыҙ, кәрәкле һылтанмалар бирәбеҙ. Бөгөн мәргән уҡсылар хәрәкәте киң ҡолас алды, хәҙер хатта һыбай килеш уҡ атыу буйынса ла ярыштар үткәрелә.

Яңыраҡ шундай фекер ишетергә тура килде: башҡорт телендә баҙар механизмы эшләмәй, йәғни башҡорт телен популярлаштырыу менән шөғөлләнеп, байып булмай. Ә бына милли кейем, төрлө тарихи ваҡиғаларҙы реконструкциялау өсөн баҙар механизмы эшләйме?

- Мин әлеге ваҡытта шуның менән генә аҡса эшләйем. Кем үҙе күн әйберҙәр, билбауҙар, портупеялар, ҡалъян, һаҙаҡ эшләй алмай, беҙгә мөрәжәғәт итә. Шөкөр, гаджеттар, интернет бар. Ижад үҙәге тап тарихи кейемде һәм тарихи атрибутиканы популярлаштырыу, семинарҙар, лекциялар, күргәҙмәләр ойоштороу маҡсатында булдырылғайны ла инде. Беҙ һәр саранан һуң фотоларҙан, атрибутиканан күргәҙмәләр эшләйбеҙ.

Әгәр ҙә бейеүсе булмаһағыҙ һәм ошо реконструкция менән шөғөлләнмәһәгеҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?

- Бала саҡтан клоун булырға теләнем. Моғайын, артислыҡ ылыҡтырғандыр. Клоундар бит кешене көлдөрөп кенә йөрөмәй, улар жонглер ҙа, ниндәйҙер кульбиттар ҙа яһай белергә тейеш. Ә мин тиктормаҫ малай булдым. Шулай ҙа ата-әсәйем мине Пионерҙар йортона бейеү түңәрәгенә бирҙе.
Тағы археолог булырға теләгем ҙур ине. Тарих һәм ҡаҙыныуҙар ныҡ оҡшай торғайны. Әсәйем, Роза Ғабдрахман ҡыҙы, йәш сағында походтарға йөрөнө, төрлө таштар алып ҡайтып, ҡайҙа, нисек тапҡандарын һөйләр ине. Ул бит өҫтәүенә Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең Республика советы президиумы секретары, етәксеһе булды. Баш ҡала буйлап экскурсиялар үткәргәндә мине лә үҙе менән алды. Шулай итеп, тарихҡа, тыуған яҡҡа, мәҙәниәткә һөйөү уятты, өйөбөҙҙә тарихи китаптар күп булды.

Тимәк, Өфөнө арҡырыға-буйға йөрөп сыҡҡанһығыҙ, тиергә була. Шулай ҙа күңелегеҙгә иң оҡшаған, һиллек тапҡан урынығыҙ ниндәй?

- Элекке Крупская баҡсаһы (хәҙер Салауат Юлаев скверы) күңелемә яҡын. Салауат Юлаев майҙанында кеше һәр саҡ күп була, ә бында тыныс, матур, беседкала ултырып йәки аҫылмалы күперҙә тороп, йәнеңә тыныслыҡ табырға, тәбиғәт менән серләшергә, үҙеңде тыңларға мөмкин. Бында ысынлап та боронғолоҡ еҫе сыға, йәнең ял итә.

Ҡабат олатайығыҙға урап ҡайтҡанда, атайығыҙ, бәлки, һөйләгәндер, һуңынан улар ошо репрессияланған шәхестәрҙең балалары, туғандары менән осрашып, аралашып йөрөгәнме? Ғөмүмән, бер-береһен белгәндәрме?

- Беҙ һәр демонстрациянан һуң Ҡасим ағай Аҙнабаевтарға (хәҙерге "Башҡортостан" гәзитенең ул ваҡыттағы баш мөхәррире) бара торғайныҡ. Улар Дорофеев урамында иҫке йортта йәшәне. Ҡартатайым менән бергә репрессияға эләгә, әммә уны һөргөнгә ебәрәләр. Ул ваҡытта бәләкәй булғанмын һәм бер ни аңламағанмын, аҙаҡ атайымдан да төпсөнөп һорашмағанмын - шуға үкенәм. Ә әсәйем был яҡты донъянын иртә китте - 49 йәшендә яман шеш уны беҙҙән айырҙы. Ул Ҡасим ағайҙан һәр саҡ нимәлер һораша, һорауҙар бирә, уны иғтибар менән тыңлай торғайны. Әгәр иҫән булһа, бер нисә иҫтәлек китабы яҙыр ине, моғайын...

Тормошта шундай билдәле кешенең, оло шәхестең фамилияһын йөрөтөүе ауырмы?

- Атайым йомоҡ булды, уның балалар йорто һалған эҙе ғүмерлеккә ҡалды. Ауырлыҡты ул шулай йомолоп күтәргәндер. Беҙгә иң мөһиме - ҡартатайҙың, атайҙың исеменә тап төшөрмәҫкә кәрәк. Уларҙың рухы беҙҙең эшләгән эштәргә, беҙ уларҙың фамилияһын дауам иткәнгә ҡыуанһын. Һәр кем үҙенең мөмкинлегенән сығып данлай фамилияһын. Ғөмүмән алғанда, ҡартатайҙың исемен баш ҡала урамдарының береһенә биреүҙе юлланым, ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, "Амантай" ижад үҙәге лә уның хөрмәтенә атала.

Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" киноһын ҡарағанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ? Олатайығыҙ менән осрашҡандай тойғо ҡалманымы?

- Улар кино буйынса сценарий яҙғанда уҡ минән бик күп атрибуттарҙы, һаҡланған документтарҙы килеп алдылар. Аҙаҡ хатта сәхнә бейеүҙәрен ҡуйырға ла саҡырҙылар. Шуға күрә фильмды сыҡҡас ҡына күрҙем, тип әйтә алмайым. Бер үкенесем ҡалды: кино төшөрөлгәндә Венгрияға ҡоролтайға саҡырҙылар, билеттар алынған. Фильмда театр гастролдә сығыш яһағанда сәхнәлә ҡатнашып, мин дә бейергә тейеш инем. Олатайымдың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә тағы ла бәләкәй генә булһа ла өлөшөм инер ине...

Шулай итеп...
Рафаэль Альберт улы менән башҡорт милли кейеме, биҙәүестәр, тарих буйынса оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырырға була. Башҡорт яугиры төшөрөлгән бер гравюра буйынса ғына ла ул әллә күпме мәғлүмәт бирергә мөмкин. Бер ҡараһаң, ул тормошта барыһын да ваҡытында эшләп, барыһына ла өлгөргән кеүек, әммә уның күңелендә лә хыял йәшәй: беренсеһе, Амантаев фамилияһының өҙөлмәй дауам итеүе булһа, икенсеһе - "Амантай" ижад үҙәге оҫтаханаһын музей итеп йыһазландырыу. "Унда килеп, халыҡ минең раритет әйберҙәрем, экспонаттар, сит илдәрҙән алып ҡайтҡан төрлө артефакттар менән танышыр, балаларын таныштырыр ине. Улар нимәнелер тотоп, нимәнелер үҙҙәре эшләп ҡарап, ижад серҙәре нигеҙҙәрен алыр, ҡасандыр мине атайым еҙ табаҡҡа сүкеп матурлыҡ тыуҙырырға өйрәткән кеүек, күңелдәрендә осҡон ҡабыҙыр ине", - ти әңгәмәсем. Булыр, Алла бойорһа, Амантай алдына алғанды үтәмәй ҡала торғандарҙан түгел.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.22 | Ҡаралған: 264

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru