Салауат районы Малаяҙ ауылында, Салауат Юлаев музейында билдәле уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны, һәүәҫкәр фольклорсы Зәнүфә Ғарифуллинаның хәтер кисәһе булып үтте. Бар йәмәғәтселек менән хөрмәтләп иҫкә алдыҡ уны баҡыйлыҡҡа күскән көнөндә. Сауаплы эш атҡарҙы Салауат Юлаев музейы коллективы, Зәнүфә апайҙың ҡыҙҙары Зөлфиә һәм Әлфиә.
Бәләкәйҙән белемгә ынтылып, бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп, Башҡорт дәүләт университетының тәүге ҡарлуғастары араһында юғары белем алған ауыл уҡытыусыһы Зәнүфә Ғарифуллинаның тормош юлы һоҡландырғыс һәм фәһемле, халҡыңа хеҙмәт итеүҙең лайыҡлы өлгөһө.
Беҙ уның менән 2000 йылдарҙа яҡындан аралаша башланыҡ. Ул инде пенсияла, әммә бер фольклор байрамын да уның ҡатнашлығынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Әле ул йылдарҙа үҙе шәхсән тегеп кейгән башҡорт милли кейемендә Зәнүфә апайҙан башҡа бер кем дә йөрөмәй ине. Тәңкәләрен сылтыратып, күҙҙең яуын алырлыҡ зауыҡлы итеп кейенә, бар ҡиәфәтендә башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас әҙәплелек, иплелек ята. Сихри йылмайыуы, мөләйемлеге менән Зәнүфә апай һәр кешене үҙенә ылыҡтыра, ә инде үҙе менән алып йөрөткән башҡорт халҡының көнкүреш әйберҙәре менән таныштыра башлаһа, бар тамашасыны арбай ҙа ҡуя.
Үҙенең тыуған ауылы Иҙелбайҙа фольклор ансамбле төҙөп, драма түңәрәктәрен йәнләндереп, мәктәп уҡыусылары менән дә, ололар менән дә төрлө сараларҙа ҡатнашып, дәртләнеп, ҡайнап йәшәне ул. Заманында хәләл ефете менән ауылдарында беренселәрҙән булып этнографик йорт-музей ҙа ойошторалар. Ә Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейы асылғас, унда етмешкә яҡын экспонат тапшыралар.
2000 йылдарҙың данлы, шаңлы Салауат йыйындарының иң сағыу йондоҙо булды Зәнүфә апайыбыҙ. Ошо йылдар Зәнүфә Ғәүнетдин ҡыҙының ысын мәғәнәһендә йондоҙло мәле булған, сөнки ғүмере буйы йыйып туплаған ауыҙ-тел ижадын ташҡа баҫтырып, китап итеп сығарыуға ла өлгәшкәйне ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат районында йыйған риүәйәттәр, һынамыштар, көләмәстәр, йырҙар, таҡмаҡтар һәм мөнәжәттәрҙән торған "Йүрүҙән ынйылары" тигән ул китабы бөгөн бик аҙ ғына кешеләрҙә һаҡлана. Уны ҡабатлап баҫтырыу сараһын күрергә кәрәк ине, тигән теләк белдерҙе йыйылған тамашасылар.
Рәми Ғариповтың: "Мин халҡымдың сәскә күңеленән бал ҡортондай ынйы йыямын..." - тигән шиғыр юлдары уның яҡташы, йәштәше Зәнүфә апай Ғәрифуллинаның да тормош девизы була. Шундай берҙән-бер генә, үҙенсәлекле илаһи күңелле, эшлекле, бөтмөр шәхес ине Зәнүфә Ғәүнетдин ҡыҙы Ғәрифуллина.
Көнһылыу ҒӘЛИЕВА.
Салауат районы.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|