«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ МӘСКӘҮҘӘ БӘЙГЕ ТОТТО
+  - 


Уҙған аҙна ҡыуаныслы яңылыҡ менән тамамланды: Мәскәүҙә үткән Туған тел уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды һәм унда барлыҡ пьедесталды тиерлек республикабыҙ педагогтары яуланы. 2-се "СМАРТ" Республика полилингваль киң профилле гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ләйсән Мостафина менән 308-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәшиҙә Ғибәҙуллина (һүрәттә) үҙ номинацияларында беренсе урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Миңлебаева, Дыуан районы Мәсәғүт ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлиә Фәтҡуллина үҙ номинацияларында 3-сө урынға лайыҡ булды.
Мәлде файҙаланып, балаларға кескәй саҡтарынан уҡ әсә теленә һөйөү орлоҡтары һалған тәрбиәсе - Бөрйән районының Мәһәҙей ауылы ҡыҙы, 2007 йылдан 308-се Башҡорт балалар баҡсаһында эшләгән Рәшиҙә Рәхим ҡыҙына төбәнек һорауҙарыбыҙҙы.

Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә "Туған телгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыусы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы тәрбиәсеһе" номинацияһында Башҡортостан беренсе тапҡыр ҡатнаша һәм шунда уҡ ҙур уңыш - беренсе урын. Тәүге тәьҫораттар ниндәй?

- Тәьҫораттар иң ыңғай һәм иң яҡты. Әлбиттә, юлға бер аҙ ҡурҡыңҡырап, икеләнеп сыҡҡайным, сөнки үҙем эшләгән мәғариф учреждениеһы ғына түгел, тотош республика беҙгә ҡарап тора, беҙгә ышаныс белдерә. Шуға, "Ышаныстарын аҡлармынмы?" тигән уйҙар ҙа ҡайнаны башта. Әммә жюри ағзаларының алсаҡлығы, изге күңеллелеге, конкурсанттарҙың бер-береһенә ихтирамлы һәм хөрмәт менән ҡарауы шунда уҡ тынысландырҙы. Беҙ бер-беребеҙгә дәғүәсе түгел, ә коллега булдыҡ, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙоҡ.
Театр гардеробтан башлана, тигән кеүек, конкурсты ойоштороуҙың юғары кимәлдә уйланылыуы беҙҙе ҡаршы алып, урынлаштырыуҙан уҡ күренеп торҙо. Ҡыҫҡаһы, был сара артабан үҫешем өсөн сираттағы баҫҡыс булды, республика педагогтарының ышанысын аҡланым, тип уйлайым.

Еңеүсе берәү булһа ла, уның артында тотош коллективтың тырышлығы һәм хеҙмәте ята...

- Эйе, был конкурсҡа мин яңғыҙым ғына әҙерләнмәнем. Эшләгән коллективымда барыһы ла ярҙам итте, иң мөһиме, миңә ышандылар, сөнки 2021 йылда "Башҡортостандың баш ҡалаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының иң яҡшы педагогы" ҡала һөнәри конкурсының "Туған телгә өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе" номинацияһында еңеү яулағайным, быйыл "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" республика һөнәри конкурсы лауреаты булдым. "Һаумы, һаумы әкиәт!" конкурстарында ҡатнашып, төбәк-ара кимәлгә барып еттек. "Бишек йыры"нда ҡатнашып, ҡала кимәлендә 1-се урын алдыҡ. "Иң яҡшы авторлыҡ уйыны" конкурсында ҡала буйынса икенсе урын яуланым.
Мөдиребеҙ Фәйрүзә Мусабирова шәхсән өтәләнеп йөрөнө, дәресемде ҡарап, ҡайҙа нимәне, нисек үҙгәртеү тураһында фекерҙәрен әйтте, сығыштарҙы яҙыуҙа ла ныҡ терәк булды. Өлкән тәрбиәсебеҙ Мәйсәрә Хамматова уйындар эшләшергә ярҙам итте. Дөрөҫөн әйткәндә, улар икеһе лә идеялар генераторы һәм ошо идеяларын коллегалары менән бүлешеп, һәр саҡ уларҙы тормошҡа ашырырға дәртләндереп торалар.

Бөгөн туған телгә ҡарата төрлө ҡараш йәшәй, хатта башҡорт ауылдарында ла балалар баҡсаларында тәрбиә башҡорт телендә алып барылһа ла, балалар русса һөйләшә. Бының сәбәптәре нимәлә һәм балаларҙы башҡорт телен өйрәнеүгә нисек ҡыҙыҡһындыраһығыҙ?

- Был күренештең сәбәптәрен инде күптән асыҡлап бөттөләр, тиер инем. Бөгөн үҫешкән технологиялар заманында йәшәйбеҙ һәм хатта гаджеттар аша балалар Алисаға һорау биреп, йәнһүрәттәр табып ҡарау мөмкинлеген белә. Интернетты, телевизорҙы асһаң да йәнһүрәттәр, кинолар нигеҙҙә рус телендә, башҡорт телендәгеләре бик һирәк. Әммә күп нәмә ғаиләнән тора, балала телгә һөйөү ғаиләлә һалына, тиер инем. Әммә шуныһы аяныслы: беҙгә башлыса башҡорт ата-әсәләр килә һәм балалары менән русса һөйләшә. Ошо күренеш күңелде ҡыра. Шуға ҡарамаҫтан беҙ, тәрбиәселәр, башҡорт теленә һөйөүҙе бәләкәйҙән һалырға тырышабыҙ һәм был беҙҙең бурысыбыҙ ҙа. Бының өсөн төрлө алымдар ҡулланып ҡарайбыҙ. Минең ошо конкурсҡа алып барған темам башҡорт телен дидактик уйындар аша үҫтереүгә арналды, сөнки бәләкәй ваҡытта балалар донъяны нигеҙҙә уйындар аша өйрәнә. Күргәҙмә материалдар булғанда, дәрестә балалар ҡыҙыҡһына, уйында ҡатнашырға ынтылып тора.

Республикала ғына түгел, федераль кимәлдә туған телдәр буйынса төрлө саралар һәм конкурстар үтеп тора, әммә йәмғиәттә "Туған телдәрҙе ҡыҫалар", тигән фекер нығынған. Ысынлап та, туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен дә ҡыҫалармы, әллә был "ғаилә-мәғариф системаһы-йәмғиәт" өсмөйөшөнөң эшләп еткермәүеме?

- Мәктәптәрҙә туған телдәрҙе ҡыҫыу, әлбиттә, һиҙелә һәм был дәрестәрҙең ҡыҫҡартылыуында сағыла, башҡорт ата-әсәләре балалары башҡорт телен уҡыһын өсөн ғариза яҙа. Балалар баҡсаһына килгәндә, ундай ҡыҫым һиҙелмәй, әммә күп нәмә үҙебеҙҙән дә тора, әүҙем булырға кәрәк. Беҙ ҡала кимәлендә лә, республика кимәлендә лә башҡортса үткән төрлө сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Мәҫәлән, Милли кейем көнө, фольклор байрамдары, башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ла коллективыбыҙ әүҙем ҡатнаша.

Ҡабат конкурсҡа урап ҡайтҡанда, был сарала мәктәпкәсә учреждениеларҙан ҡатнашыусылар күп булдымы? Рәсәйҙең ниндәй субъекттары вәкилдәренән фәһем алырға, уларҙың эш алымын өлгө итеп ҡулланырға мөмкин, йәғни үҙегеҙ өсөн файҙалы ысулдар күрҙегеҙме?

- Рәсәй кимәленә, йәғни финалға үтеүселәр күп булманы, әммә баһалама ағзалары әйтеүенсә, күптәр ситтән тороп ҡатнашыу турынан төшөп ҡалған. Төньяҡ Осетия, Ҡабарҙы-Балҡар, Алтай Республикаларынан килгән ҡатнашыусыларҙың сығыштары, эш алымдары оҡшаны. Уларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән биҙәүестәре бик матур ине. Әммә Башҡортостан делегацияһын барыһы ла, төплө итеп, ныҡлы итеп әҙерләнгәнһегеҙ, тип маҡтанылар.

Башҡорт теленең һәм башҡорт телендә тәрбиә биреүсе балалар баҡсаларының киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

- Башҡорт балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәр, педагогтар ҡурҡмайынса ошондай мәртәбәле конкурстарҙа әүҙем ҡатнашһалар, үҙ эштәренә ата-әсәләрҙе йәлеп итеүгә, уларҙы ла туған тел менән ҡыҙыҡтырыуға өлгәшһәләр, балалар баҡсаһында ла башҡорт теле йәшәр тип уйлайым һәм быға ныҡлы ышанам.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 214

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru