«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҪАЛҠЫ БАЙРАМ, ЙӘКИ БАШҠОРТ КАЗАКТАРЫНЫҢ ЯҢЫНАН ОЙОШҠАНЫ
+  - 


Байрамдарҙың, юбилейҙарҙың төрлөһө була - сағыуы, тантаналыһы, киң ҡолас менән бар донъяға ишетелерлек итеп билдәләнгәндәре һәм баҫалҡы, шым ғына итеп үткәрелгәндәре. Шулай ҙа бер дата, түңәрәк булыу-булмауына ҡарамай, йыл һайын билдәләүгә хоҡуҡлы. Ул 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан өлкә шураһы тарафынан Өфө губернаһының - көньяҡ, Ырымбур губернаһының төньяҡ өлөштәренән торған территорияла Башҡортостан милли-территориаль автономияһы иғлан ителеүе. Шул саҡта яңы ғына барлыҡҡа килгән дәүләтте яҡлау һәм һаҡлау өсөн милли ғәскәр - казаклыҡ тибында ойошторолған башҡорт ғәскәре тергеҙелә. Ул ни бары ике йыл ғына ғәмәлдә була, әммә ошо ваҡыт эсендә башҡорттар автономияны яҡлап ҡалырға һәм нығытырға өлгөрә, сөнки халыҡтың быға тиклем башҡорт-мишәр ғәскәрендә кантон системаһы бөтөрөлгәнгә тиклем тупланған тәжрибәһе була һәм ул быуындан-быуынға тапшырыла.

Быйыл августа башҡорт йәмәғәтселәре Ырымбур казак ғәскәренең казаклыкты тергеҙеүгә булышлыҡ итеүсе төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан буйынса "Башҡорт-мишәр казак бүлеге" төбәк бүлексәһен рәсми теркәй. Рәсәйҙә РФ Хөкүмәтенең ҡарары менән казактар йәлеп ителгән дәүләт хеҙмәте төрҙәре билдәле. Улар: ойошма ағзаларының иҫәбен алыу, йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү, уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү менән бер рәттән, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу; тәбиғәтте, дәүләт һәм муниципаль милектә булған объекттарҙы, мәҙәни мираҫ объекттарын, йәмәғәт тәртибен һаҡлау, экологик һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек тәьмин итеү, терроризмға ҡаршы көрәш, ил сиген һаҡлау. Һәм, әлбиттә, был эшмәкәрлекте улар дәүләт органдары һәм компетентлы органдар менән берлектә алып барырға тейеш.
Яңы ғына теркәлгән Башҡорт-мишәр казак бүлеге 15 ноябрҙә үҙенең бәләкәй генә байрамын ойошторҙо. Бер яҡтан, ул Башҡортостан милли-территориаль автономияһына хөрмәт билдәһе булһа, тап ошо көндө казактарға дәрәжә бирелде. Сарала Силәбе өлкәһенән, республика район-ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнашты. Чесноковка ауылы мәсете имамы Фидан хәҙрәт оло ҡорға фатиха биргәс, "Арғымаҡ" этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамазанов ҡурайҙа башҡорт халҡының рәсми булмаған гимны "Урал"ды яңғыратты. Саҡырылған ҡунаҡтарҙың сығышы артабан да музыкаль "күстәнәс" менән аралашып барҙы.
Башҡорт казактарына Ырымбур казак ғәскәренең ғәскәр атаманы Валерий Захаров шәхсән чин бирҙе. Был көндө өс кеше - казак, ике кеше - приказлы казак, берәү - өлкән урядник, ете кеше - подхорунжий, ике кеше - хорунжий, ике кеше - йөҙ башы (сотник), икәү - подъесаул, икәү - есаул, берәү - ғәскәр старшинаһы чинына лайыҡ булды. Ҡайһы берәүҙәргә шунда уҡ ике чин бирелде.

Теманы дауам итеп...

Альберт ИСМАИЛ, Башҡорт-мишәр казак бүлеге атаманы:
Башҡорт-мишәр казаклығын тегеҙеү идеяһы күптән - уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан, Рәсәйҙә казаклыҡты тергеҙеү тураһында беренсе ҡанундар сыҡҡандан алып йәшәп килә. Башҡорт йыйындарында ла казаклыҡты башҡорттарҙың ырыу структураһына индереү мөмкинлеге тураһында фекерҙәр булды, сөнки тарихҡа күҙ һалып, ревизия сказкаларын ҡараһаҡ, һәр ауылда тиерлек казак хеҙмәтендә булған башҡорттар - есаулдар, хорунжийҙар, писарҙар, поход йөҙ баштары булыуын күрәбеҙ.
Башҡорт казаклығын тергеҙеү Бөтә Рәсәй казак йәмғиәте структураһында тормошҡа ашырыла. Бигерәк тә бында Нефтекама башҡорттарының инициативалылығын билдәләргә кәрәк. 2015 йылда Халыҡтар дуҫлығы йортонда "Башҡортостан Республикаһында казаклыҡ тарихы һәм үҫеше" темаһына түңәрәк ҡор үтте, унда Өфө, Нефтекама, Мәләүез, Күмертау ҡалаларының төрлө казак йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
2020 йылда беҙ беренсе круг (йыйылыш) үткәрҙек, унда 20 казак ҡатнашты. Шул ваҡытта уҡ Башҡорт-мишәр казак бүлеге тип аталырға ҡарар иттек. Бындай йыйылыштар йыл һайын үтһә лә, быйыл ғына коммерцияға ҡарамаған ойошма булараҡ теркәлә алдыҡ. Был инде беҙгә федераль закондар, Президент указдары, муниципаль ҡарарҙар һ.б. хоҡуҡи акттар нигеҙендә Рәсәй казаклығы хоҡуҡтары менән ҡулланыу мөмкинлеге бирә.

Руслан ЗАРИПОВ, БР-ҙың "Я ПАТРИОТ" гражданлыҡ-патриотик тәрбиә йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, БР-ҙың Ҡатнаш хәрби бералыш (ММА) федерацияһы президенты: Беҙгә барлыҡ тарихи ваҡиғаларҙы өйрәнергә, тергеҙергә кәрәк. Тарихын өйрәнмәгән, ихтирам итмәгән, уны үҙ мәнфәғәтендә боҙоп күрһәткән халыҡтың киләсәге юҡ икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Рәсәй - күп милләтле ил, уның халҡы - уның биҙәге генә түгел, уның терәге лә. Беҙ Ырымбур казак ғәскәренең Башҡорт-мишәр казак бүлегенең исем туйына арналған сара шаһиты булдыҡ. Материалдар эҙләү һәм табыу, уларҙы өйрәнеү, бер епкә теҙеү - ҙур һәм ентекле башҡарылырға тейешле эш. Әммә ул киләсәктә уҡытыусылар, уҡыусылар, тарихсылар өсөн яҡшы материал, әҙер әсбап буласаҡ.
"Я ПАТРИОТ" ойошмаһы бер нисә йыл рәттән үҙ көсөбөҙ менән иң яҡшы шәжәрә төҙөү буйынса "Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм" республика конкурсын үткәрәбеҙ. Бындай сараларҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Улар халыҡты ҡыҙыҡһындырмай, тип, халыҡ өсөн уйларға кәрәкмәй - беҙҙең конкурсҡа 400-ҙән ашыу эш килде, хатта күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Илһөйәрлек темаһы яңы ойошторолған Башҡорт-мишәр казак бүлеге эшмәкәрлеге планында ла төп урында тора. Ғөмүмән, лайыҡлы граждандар, ил патриоттарын тәрбиәләйбеҙ тиһәк, барлыҡ институттар - йәмәғәт ойошмалары, мәғариф, спорт, мәҙәниәт учреждениелары бергәләп, бер төптән эшләргә кәрәк. Шулай итеп кенә беҙ балаларыбыҙҙы алкоголизм, наркомания кеүек кире күренештәрҙән йолоп ҡала алабыҙ. Мәктәп, ата-әсәләр һәм уҡыусылар араһында яҡшы, эшлекле, сәләмәт бәйләнеш булдырылһа, тәрбиә лә тейешле кимәлдә буласаҡ. Шуға күрә, сәләмәт йәш быуын, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бергәләп, әүҙемерәк эш алып барырға кәрәк.

Салауат ХӘМИҘУЛЛИН, тарих фәндәре кандидаты, өлкән урядник: Башҡорт халҡының барлыҡ тарихы хәрби хеҙмәттән тора. Башҡорттар хазар ҡағанатынан алып Евразия империяһында ойошторолған барлыҡ хәрби йәмғиәттәрҙә лә ҡатнаша. Мәскәү батшалығы составына ингәс тә, аҫаба хоҡуғы һаҡланыу шарттарында, ярым автономиялы йәмғиәт хоҡуғында хәрби хеҙмәт үтәй, көньяҡ-көнсығыш сикте тулыһынса һаҡлай. Дөйөм алғанда, автономиялы хәрби ойошма булып тора һәм бойондороҡһоҙ һуғыштар алып бара, сөнки батша хөкүмәте башҡорттарҙың ҡаҙаҡтарға, ҡалмыҡтарға барымта яһауын һуңынан ғына ишетеп белә.
Ырымбур эскпедицияһынан һуң Башҡортостан тулыһынса Рәсәй империяһы составына инә һәм хәрби ойошма ла Рәсәй империяһының Ҡораллы көстәренә ҡарай. XVIII быуат һуңында башҡорт-мишәр ғәскәре төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ҡатлам тураһындағы положение буйынса улар казак тип иҫәпләнмәй, йәғни казак ҡатламы була, әммә ғәскәр башҡорт-мишәр ғәскәре тип атала. Шул уҡ ваҡытта казактарға һуғыштарҙа ҡатнашҡан өсөн ҡаҙна ере бирелә, ҡоралланыу өсөн эш хаҡы түләнә, ә башҡорттар үҙ иҫәбенә ҡоралланырға тейеш була. Шулай уҡ казак ҡатламында булған башҡорттар ҙа бар, улар Урал, Ырымбур казак ғәскәрендәге башҡорттар. XIX быуат һуңында хатта үҙҙәрен башҡорт казактары тип атаған этнографик төркөм дә барлыҡҡа килә, улар бөгөн дә бар.
Тарихҡа бәләкәй генә экскурс башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтендә казак традицияларының ят булмауын, уларҙың һәр саҡ халҡыбыҙға хас булыуын күрһәтә. Шуға күрә бөгөнгө сара - шул традицияның дауамы ул. Ә традиция дауамы, ул традицияға ҡаршы түгел, ул файҙалы һәм беҙҙең тарихи хәтеребеҙҙе һаҡлауға, үҙебеҙҙең кем икәнлегебеҙҙе аңлауға йүнәлтелә.

Рәжәб КӨМӨШБАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының хәрби-патриотик эш буйынса бүлек начальнигының өлкән ярҙамсыһы: Казаклыҡтың дәүләт хеҙмәте тураһындағы Федераль ҡанун нигеҙендә беҙ казаклыҡ хәрәкәтенә ярҙам итәбеҙ. Был 104-се ҡанунда казактарҙың бурыстары һәм йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү сараларын ҡайҙа үткәреү урыны аныҡ билдәләнгән. Шулай уҡ 7-се статья ойошманың финансланыуына ҡағыла: әгәр ойошма Юстиция министрлығында теркәлеү үтһә, ул дәүләт тарафынан финансланыуға хоҡуҡлы.
Бөгөн ҡайһы бер уҡытыусылар, мәктәп директорҙары казак ойошмалары менән бик эшләргә теләмәй. Был - проблема, әммә атап киткән закон нигеҙендә белем усаҡтарына йышыраҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ошо көндәрҙә беҙ республиканың барлыҡ хәрби комиссариаттарына казак йәмғиәттәренә теркәлеү, йәштәргә патриотик һәм физик тәрбиә биреү буйынса саралар ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү буйынса хаттар ебәрҙек. Тағы шуныһы: әҙерлекле егеттәр хәрби хеҙмәтен Сыбаркүлдәге хәрби часта (Силәбе өлкәһе, танк дивизияһы) үтә ала. Бының өсөн йәш казак хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, йыйылыу пунктында казак ойошмаһы биргән белешмәне беҙгә тапшыра һәм тап ошо хәрби часҡа ебәрелә. Әйткәндәй, былтырҙан алып Әлкәләге хәрби гарнизонда ("Патроит" паркы) 10-сы синыф егеттәре өсөн күнекмә йыйындары ойошторола башланы. Бөгөн барлыҡ саралар шунда үтә. Казактарҙың күнекмәләрен дә шунда үткәрергә була, кәрәк булғанда, ярҙам итергә әҙербеҙ.

Валерий ЗАХАРОВ, Ырымбур казак ғәскәренең ғәскәр атаманы: Мин Башҡортостанға һәр саҡ ҡыуанып киләм, бында үҙебеҙҙәгегә ҡарағанда нығыраҡ аңлау табам. Казактар бөгөн төрлө. Ни өсөн төрлө, сөнки үҙҙәренең тарихын, тәрән тамырҙарын белмәйҙәр. Бөгөн мин бик күп тарихи дәлилдәр ишеттем. Минең төп маҡсатым - халыҡтарҙы берләштереү, халыҡтың аңын асыу. Ә беҙҙең халыҡ - ул 33 бөйөк ырыу. Бөйөк Пушкиндың 33 батыры тураһындағы юлдарҙы барығыҙ ҙа беләлер. 33 батыр - ул 33 ҡеүәтле ырыу. Беҙ берҙәм бөйөк халыҡ, ниндәйҙер төркөмдәргә, бәләкәй ойошмаларға бүленмәгәнбеҙ һәм дошмандарыбыҙға беҙҙе бүлгеләп, юҡ итергә мөрхәт бирмәгәнбеҙ. Ә бөгөн тап шулай бүлгеләп юҡ итергә маташалар. Шуға беҙгә йүнәлеште дөрөҫ һайларға кәрәк. Артабан нимә булырын белмәйем, әммә казактар һәр саҡ һәр ваҡиғаға әҙер булырға тейеш.

Шулай итеп...
Бөгөн тарихсылар араһында ла башҡорт казаклығы тураһында төрлө фекерҙәр йәшәй. Бәғзеләр уларҙы казак булмаған ти, икенселәре иһә башҡорт казактары булыуын раҫлай. Төрлө гравюраларҙа ла башҡорт казактары һүрәтләнә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла Өфөлә Рөстәм Исҡужин башҡорт казаклығын тергеҙә башлағайны. Әгәр тарих ниндәйҙер арауыҡта ҡабатлана икән, тимәк, миссия тулыһынса үтәлмәгән һәм уны кемдер үтәп, ғаләм алдындағы бурысты ябып ҡуйырға тейеш. Бәлки, бөгөнгө казактарҙыр? Уныһын инде Ваҡыт ғали йәнәптәре үҙе күрһәтер һәм баһалар.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.22 | Ҡаралған: 301

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru