«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БҮЛӘК" ӨСӨН ДӘ ҮҘЕБЕҘ ТҮЛӘЙБЕҘ!
+  - 

Әле яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙәрҙә "ун өсөнсө пенсия" хаҡында хәбәр таралғайны. Сираттағы алдаҡ булдымы был, әллә социаль йүнәлештә эшләүсе бер нисә депутаттың эшкә ашмаҫ хыялымы - ҡапыл пәйҙә булған кеүек, ҡапыл юҡҡа ла сыҡты.

Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, әҙме-күпме ышаныслыраҡ интернет порталдарын ҡарай башлағас, был хәбәрҙең, ҡағиҙә булараҡ, тәҡдим-проекттары көн алдын уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар ителеүсе ЛДПР менән "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияларының башланғысы икәне асыҡланды һәм шуның менән 13-сө пенсия хаҡындағы "утопик хыял"ға ҙур нөктә ҡуйылыуы аңлашылды. Шулай ҙа был хәбәрҙең тикмәгә таратылмауы уның менән бәйле күңелдә тыуған хәүефте көсәйтә генә бирҙе: беҙҙә бит йыл ахыры, ғәҙәттә, халыҡҡа "Яңы йыл сюрприздары һәм бүләктәре" эшләй торған осор. Тимәк, әлеге татлы фейк төтөнө артынан әсе хәҡиҡәт пәйҙә буласаҡ!
Һәм шулай килеп сыҡты ла: декабрҙә фаразланған сираттан тыш пенсия урынына ... коммуналь хеҙмәттәргә сираттан тыш тариф арттырыу хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйылды. Иғтибар итегеҙ, был коммуналь хеҙмәттәргә быйыл ғына икенсе тапҡыр хаҡ арттырыу! "Икенсе тулҡын" күп ғаиләләрҙең бәкәленә һуғасаҡ, сөнки һуңғы мәғлүмәттәр буйынса илдә халыҡтың килем күләме кәмеүгә табан бара. Шуға ҡарамаҫтан, Яңы йыл бүләгенә "тишек" кеҫәбеҙҙән беҙ үҙебеҙ сығарып түләйәсәкбеҙ: " торлаҡ-коммуналь хужалығы эшен өҙлөкһөҙ дауам итеүгә һәм уның инфраструктураһын үҫтереүгә" хөкүмәт беҙҙән аҡса талап итә. Эйе, был өлкәлә хаҡ арттырыуҙы беҙгә гел генә "йылылыҡ трассаларын йүнәтеү, һыу үткәргес торбаларҙы ямау һәм алмаштырыу" өсөн кәрәк, тип һылтаулап киләләр, ләкин был "ямауҙар"ҙың осо-ҡырына сығырлыҡ түгелдер, күрәһең. Хәҙер бындай яуап хатта нигеҙһеҙ рәүештә хаҡтар артыуына юл ҡуймаҫҡа бурыслы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең дә (ФАС) ғәҙәти аңлатмаһына әйләнде.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарына сираттан тыш индексацияның сикке кимәле 9 процент тип билдәләнә һәм был һан ҡайһы бер эксперттар, шул иҫәптән Монополияға ҡаршы хеҙмәт өсөн дә йәбешер һаламға әүерелде: йәнәһе лә, 9 процент бөгөнгө инфляция кимәленән түбәнерәк, шулай булғас, тауышланырға ла урын юҡ. Юғары иҡтисад мәктәбенең иҡтисад институты директоры Илья Долматов фаразлауынса, йыл һөҙөмтәләре буйынса инфляция кимәле 12,4 процент булыр тип көтөлә. "Был, тимәк, Рәсәй Хөкүмәтенең "инфляция минус" принцибын һаҡлауы һәм беренсе сиратта ҡулланыусылар мәнфәғәтен яҡлауы хаҡында һөйләй", - тип һығымта яһай эксперт. Ә бына ҡулланыусы мәнфәғәтен яҡлауҙы икенсе юҫыҡтараҡ, халыҡ мәнфәғәте - ул беренсе сиратта ҡулланыусының глобаль хаҡтар артыуына ҡаршы торорҙай түләү һәләтен тәьмин итеү, ә бының өсөн эш хаҡы һәм пенсиялар күләмен арттырыу, илдәге коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуға ҡаҙна аҡсаһын тотоноу, тип аңлай инек беҙ. Ләкин... Дөрөҫ, быйыл сентябрь башында үҙенең Telegram-каналында вице-премьер Марат Хөснуллин төбәктәргә тап ошо маҡсаттарҙан 8 млрд бүленеүе хаҡында яҙып сыҡҡайны ла ул, тик был айырым коммуналь хеҙмәттәр предприятиеларына төбәлгән адреслы ярҙам сараһы булып сыҡты.
Былай ҙа ауыр, хәүефле мәлдә тарифтарға хаҡ арттырыу кеүек популяр булмаған ҡарарҙы аҡлауы ҡыйын, әлбиттә. Хәтергә төшөрәйек, ошо йылдың йәйендә генә бит әле, 1 июлдән электр энергияһына -5,1, һыу менән тәьмин итеүгә - 4.4, һыу үткәреүгә - 3.4, йылылыҡ өсөн - 3,7, газға 3 процентҡа хаҡ арттырылғайны инде, хәҙер килеп, тағы ла 9 процентҡа ҡиммәтләнә. Ә башҡа күрһәткестәр үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ... тип уйлаһағыҙ, яңылышырһығыҙ, нөктә ҡуймай торайыҡ, сөнки беҙҙең тағы бер һәм берәгәйле аҡса һурғыс тороп ҡала яҙған бит! Яңы йыл "бүләктәре" мул булмаҡсы, күңелегеҙҙе киң тотоғоҙ: властар капиталь ремонт өсөн хаҡтарҙы 18-20 процентҡа арттырыу ниәте менән яна. Күрәһең, болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға теләүселәр бихисап. Шундайҙарҙан "БР төбәк операторы" менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы капремонт хаҡын арттырыу тураһында ҡарар проекты әҙерләп тә ҡуйған, ти. Төбәк операторы етәксеһе Павел Сафонов Дәүләт Йыйылышының профиль комитеты ултырышында аңлатыуынса, торлаҡтың кв.метрынан 7-9 һум - ул бүстәк, шуға ла был һанды 17-19 һумғаса арттырыу кәрәк, тип ҡырталаша икән. Депутаттар ни тиһен инде, улар һәр ваҡыттағыса икеләнеберәк ҡалған һәм төбәк Хөкүмәте яғына баш һелккән: унда ни тиерҙәр?
Уйлап ҡараһаң, утҡа, һыуға ярты эш хаҡын түләйбеҙ ҙә ул, тик бына һыуҙан тамаҡ туймай бит әле. Үлмәҫ өсөн халыҡҡа ашарға ла аҡса кәрәклеген властар иҫтәренә төшөрөрмө? Ошо квартал башынан ғына ла икмәккә - 21,5, һөт ризыҡтарына - 22,7, ярма төрҙәренә - 19,2, иткә - 17,1, макарон төрҙәренә - 16,5, шәкәргә 31,7 процентҡа хаҡтар артҡан, тип яҙа гәзиттәр Башстат мәғлүмәттәренә һылтанып. Эшләмәүсе пенсионерҙарҙы сираттағы индексация көтә, ә бына эшләүселәрҙең эш хаҡтары ни хаҡ? Ҡайһы бер эксперттар әйтмешләй, бөгөнгө тотороҡһоҙлоҡ шарттарында тотороҡло эш хаҡтары һәм уның ыңғайға йүнәлеше хаҡында фекер йөрөтөүе - ҡатмарлы мәсьәлә. Шуға ҡарамаҫтан, киләһе йылдың ғинуарынан чиновниктарға, көс һағы һәм бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу ҡарала, тигән хәбәрҙәрҙең фейк булмауына бик тә ышанғы килә. Шуныһын да иҫтә тотайыҡ: ысын булһа, киләһе йыл коммуналь түләүҙәргә хаҡ артмаясаҡ, тип вәғәҙәләй икән властар. Ысын һүҙ булырмы, әллә тағы алданырбыҙмы?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 223

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru