«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОТ ҺӘМ БӘРӘКӘТ ОШО БИҘӘҮЕСТӘРҘӘ
+  - 

Өләсәйем һикһәнде уҙғас, ныҡышып, һоро "бөлөштән" кәзәкей тектерҙе. Аптыраным, олоғайғас нимәгә инде уға кәзәкей, тинем. Кәзәкейен кейеп йөрөй алманы, мәрхүмә булды. Хәҙер генә аңланым, уға күңел йылыһы, боронғолар васыятын үтәү, мираҫтарын тергеҙеү кәрәк булған икән.

Бынан бер нисә йыл элек, әсәйем менән атайым һау саҡтарында, ҡайтып инһәм, икәүләшеп сулпыларҙы сүкеп, йәтешләп яңыртып ултыралар. Уларҙың яратҡан кәсебе һәм көн үткәргес шөғөлө миңә сәйер тойола торғайны. Күптәрҙең, әсәйемдең әйбере, тип ҡәҙерләп, илай яҙып хәтирәләр һөйләгәндәрен дә ишетергә тура килде. Ҡомартҡы әйберҙәрҙә йәшәү көсө, йәме тупланып һаҡланғанын хәҙер генә аңланым. Улар нурға мансылып, күңел дауаһы өләшкән ғәжәйеп ҡот, шатлыҡ һәм ҡыуаныстар бөркөп, ғаилә һәм донъя бәрәкәтен үҫтергән илаһи көс икән. Зат-ырыуҙы ҡурсалаған, ырыҫ арттырған, үҙебеҙҙе мөхәббәтле иткән йомарт-ҡомарт сикһеҙ байлыҡ икәнлегенә лә төшөндөм. Ҡомартҡыны мотлаҡ һаҡларға кәрәк, ти торғайны ололар. Бәрәкәт бөтә, ҡот китә, тип тыҡығандары ла иҫемдә.
Әсәйем үҙ заманында башына, үҙе әйтмешләй, ҡаҡ түбәгә батмус ултыртып бейеп, дан яуланы. Башҡорттар көн дә тотонған, аш-һыу бүлмәһенән сығышмаған алюминий батмустар һәр өйҙә тиерлек булды. Әсәйемдең батмусы ҙур ине, аҫты менән алты пар сынаяҡ теҙеп, башына йәтешләп ултырта ла, ипле генә, талғын елпеү хәрәкәттәр башҡарып, сиртеп, ҡулдары менән батмусын тотмай бейергә төшөр ине, тинеләр шаһиттар. Мин бәләкәй булғанға концертта сығыштарын күрмәнем, әммә олоғайғас бейетеп, камераға төшөрөп алдым. Бейеү бөткәнсе тын алмай ҡарап торҙоҡ, тын алһаҡ, башынан батмусы менән сынаяҡтары килеп төшөр кеүек тойола торғайны, ти торған булған тамашасы. Етмешенсе йылдар башында һабантуйҙа әсәйем Сөләймәнова Фатима Хәлфетдин ҡыҙын Өфөнән килеп, телевидениеға төшөрөп алалар. Ауылдаштары архивта һаҡланған кинотаҫмаларҙан күреп, һөйөнсөләй торғайны. Өләсәйемдең бейеүе башҡараҡ булған, ул башына һыу тултырылған стакандар ултыртып бейегән. Һыуы бер ҙә генә сайпылмауына кеше хайран ҡалып ҡарап торған. "Советская Башкирия" гәзитендә фотоға төшөрөп баҫтырып сығаралар өләсәйемдең бейеүен.

Ҡомартҡы итеп миңә ҡалдырған шау мәрйенле селтәрен дүрт-биш тапҡыр яңыртып эшләне әсәйем. Ҡабатлап йүнәтеп, һүтелгән урындарын тегеп торҙо. Ошо мәрйендәрҙе һыйпаһам, күңелем йүнәлеп китә, ти торғайны. Ҡыуанғанғамы, тирә-яҡ яҡтырып киткәндәй тойола, тип һөйләгәндәре иҫемдә. Бейеүсе булғанғалыр, ғүмер буйы башҡорт күлдәге тектерҙе. Камзул тектереп, тәңкәләр баҫып, күңелен шуға һалды. Хәҙер мин әсәйемдең күлдәктәрен, башҡорт кейемдәрен кейеп, улым менән фотосессия үткәрәм. Ҡайһы бер күлдәктәрен кейеп тә өлгөрмәне, шул килеш һаҡлайым. Ете аҡыҡлы беләҙеген үтә лә ныҡ оҡшатам, минең беләктәргә киң, тағып йөрөрлөк түгел, юғалтырмын тип ҡурҡам. Әммә йыш ҡына тотоп, ҡараштырып алам. Йәнгә йәм һирпкәндәй тойола. Ни тиһәң дә, әсәйем таҡҡан, атайым нығытып сүкеп биргән биҙәүестәр бит. Селтәрҙең һәр мәрйенендә әсәйемдең күҙ нуры һаҡланғандай тойола. Тәсбих Хәлфетдин олатайымдыҡы, "Ҡөрьән" китабы ла ҡәҙерле ҡомартҡы. Әсәйемдән ҙур һумлыҡ тәңкә мираҫ булып ҡалды, бер яғына алтын ялатылған. Түшемдә оҙаҡ тағып йөрөй торғайным - йоҡара икән, ололар әйтеүенсә, көмөшө кәмей. Әлегә таҡмайым, ул 1732 йылғы. Селтәрҙәр башҡортҡа бигерәк ҡәҙерле икәнлегенә хайран ҡалып шаһит булдым. Кемдер илай яҙып һөйләй, кемдер оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәс, күрһәтергә ризалаша. Һәр кем ҡот һәм бәрәкәт икәнлеген аңлай.
Ҡомартҡы биҙәүестәр миңә бынау тажзәхмәт карантины ваҡытында ныҡ ярҙам итте, тиһәм дә, хата булмаҫ. Улар менән яҡынлаштым, ҡомартҡы һандыҡтан оҙаҡ һаҡланып ятҡан әйберҙәрҙе сығарып ҡарап алыу ысынында күңелгә дауа булды. Әсәйемдең һүҙҙәре әле лә күңелемә батып ингән: "Намыҫың булһа, бер биҙәүесте лә һатма һәм юғалтма. Һуғыш йылдарында халыҡ ас ултырһа ла, иҙән аҫтында шау мәрйенле, көмөш тәңкәле селтәрен һаҡланы. Кемдең һыйыры бар, шулар астан үлмәне. Кемдең селтәре бар, рухы һынманы", - ти торғайны. Сәнғәткә оло һөйөүе булғанға ла Әхмәт Лотфуллин апа менән дуҫ булдылар, Вадим Сафин һәм Мирхәйҙәров олатайҙар менән аралашып йәшәне. Күренекле шәхестәр әсәйемдең фекеренә гел ҡолаҡ һалды. Һәр ҡомартҡы биҙәүес йорт нигеҙенә бәрәкәт һәм ҡот биреп торғанына һис тә шик юҡ....
Бер бөртөк ысын диңгеҙҙән алынған ҡортбаш та ҡәҙерле ҡомартҡы, уны мин гелән көшөлөгөмдә йөрөтәм. Яңыраҡ ҡортбаш борон аҡса урынына йөрөгән икән тип уҡығайным, әйтәм, күҙ теймәһен, көшөлөгөмдә аҡса бөтмәй. Редакциянан: Ә һеҙҙең ғаиләлә, зат-ырыуығыҙҙа ниндәй ҡомартҡылар һаҡлана, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ? Әйҙәгеҙ, шул турала яҙып ебәрегеҙ беҙгә.

Мәҙинә ФАЗЫЛОВА.
Әбйәлил районы.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.22 | Ҡаралған: 273

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru