Беҙҙең Учалы районы ағинәйҙәре үҙҙәренең дәрте, энтузиазмы, ойошторған саралары менән аптыратыуҙан, һоҡландырыуҙан туҡтамай. "Көҙгө ҡатыҡ" байрамы ойоштороп, һыйыр ағынан әллә күпме ризык әҙерләп була икәнен, башҡорттоң борон-борондан бынамын тигән туҡланыу рәүеше барлығын раҫлаусылар - улар. Онотола башлаған ер-һыу атамалары тураһындағы хәтерҙе сүпләп йыйып, хәҙер инде бер китаплыҡ итеп туплаусылар - улар. Аяҡ аҫтыбыҙҙа үҫкән дарыу үләндәре белгестәрен, халыҡ дауалары менән шөғөлләнеүселәрҙе йыйып, ата-бабаларҙың халыҡ медицинаһы серҙәрен иҫкә төшөрөүселәр - улар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының ҡорама ҡорау тигән кәсебен тергеҙеүселәр ҙә - улар. Учалы районында йәшәүсе табын ырыуы башҡорттарының милли кейемдәрен, милли биҙәүестәрен тергеҙеү менән дә иң әүҙем шөғөлләнеүселәр - улар. Һанай китһәң, ағинәйҙәр эшләмәгән, улар ҡатнашмаған берәй сара бармы икән беҙҙең төбәктә?
Бына әле күптән түгел үткәргән сарабыҙ "Һарыҡ йөнө - файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем" тип аталды. Йыл башында уҡ был фестиваль-конкурсты илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арнарға һөйләшкәйнек. Һарыҡ малы бит халыҡты туҡландыра ла, кейендерә лә, хатта дауалай ҙа. Шулай уҡ тирмәләр, түшәк-юрғандар эшләргә лә һарыҡ йөнө - төп сеймал. Ә йөндөң сайыры иһә иң шәп дауалау сараһы икәнен дә белмәгән кеше юҡтыр. Шуға ла һарыҡ малы менән бәйле шөғөлдәр, мәҫәлән, һарыҡ йөнөн эшкәртеүҙе, кейеҙ-кейем баҫыуҙы үҙ эсенә алған кәсептәр иң тәүге сиратта тергеҙелергә тейеш. Юҡһа, ҡасандыр халҡыбыҙ көнитмешендә ҙур урын алып торған һарыҡ йөнө лә кәрәкмәгән бер нәмәгә әйләнеп китте бит: ҡырҡып алған йөн сүплеккә ырғытыла, бынамын тигән тун сеймалы булырҙай тире лә ергә күмеп ҡуйыла хәҙер.
Шулай итеп, Илсе ауылы клубы ул көндө халыҡтың ошо шөғөлөн, кәсебен тергеҙеү, көнкүрешкә индереү өсөн ең һыҙғанып эшкә тотонған кейеҙ баҫыусыларҙы, балаҫ һуғыусыларҙы, һарыҡ йөнөнән юрған күбеүселәрҙе, йылы әйберҙәр бәйләүселәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Бына Иҫке Байрамғол (Әүеш) ағинәйҙәре янына киләбеҙ. Оло ғына йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һарыҡ йөнө кейеҙенән эшләнгән оҙон камзулдарын кейеп (үҙҙәре уны елән тип атаған), йылмайып ҡаршыланы улар баһалама ағзаларын һәм ҡунаҡтарҙы. Ҡара йөндән бик килешле итеп баҫып, сит-ситенә ап-аҡ ҡынанан милли биҙәген дә һалып эшләгән был оҙон камзул әлегә районда ғына түгел, республикала ла тәүге тәжрибә тип баһаланды.
Шул уҡ Иҫке Байрамғол ауылынан Венера Насырова үҙе эшләгән әйберҙәр менән таныштырғанда һарыҡ йөнөн әрәм-шәрәм итмәүҙәре менән ғорурланып та алды. Ул үҙе һарыҡ йөнөнән түшәген, юрғанын, хатта мендәрҙәрен дә эшләй икән. Машинала барғанда һөйәнер арҡалығы ла, сәйнүген ҡаплағысы ла ошо һарыҡ йөнөнән эшләнгән. "Кемдәрҙеңдер ҡаҙ мамығына аллергия булһа, һарыҡ йөнөнән эшләнгәненә ундай сир янамай. Себер яҡтарында йәшәгән саҡта уҡ ятыр-торорҙо һарыҡ йөнөнән әҙерләп өйрәндем. Тыуған яҡҡа ҡайтҡас та был кәсебемде ташламайым, шундай файҙалы сеймалды ни эшләп сүплеккә ташлап ҡуйырға, ти", - тип һөйләне ул әйберҙәрен күрһәтә-күрһәтә. Тағы бер әйбер менән аптыратты ул. Һарыҡ йөнөнән "йорон" тип аталған кейеҙ рәүешендә эшләнгән был әйбер шартаяҡ (хоккей) һуғыусы ир-егеттәргә енси ағзаларын һаҡлау өсөн ҡаплама итеп тәғәйенләнгән икән. Улы Фәрит Насыров уны әсәһенән Салауат Юлаев исемендәге хоккей командаһы егеттәре заказы буйынса эшләткән. Бына әле хоккей уйнаусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа түштәренә ҡуйыу өсөн ошондай уҡ һарыҡ йөнөнән ҡаплама эшләргә заказ биргән...
Ураҙ ауылы ағинәйҙәре күргәҙмәһенә киләбеҙ. Улар ҡалыныраҡ итеп аҡ йөндән баҫҡан көртөйҙәрен (камзул) кейеп, тыпырлап, бейеп тә китә. Өҫтәлдәрендә шулай уҡ йөндән зауыҡлы итеп баҫылған бейәләй, түбәтәйҙәр күҙ яуын ала. Элек өләсәйҙәребеҙ генә кейә торған оҙон ҡуңыслы ап-аҡ ойоҡбаштары ла күренә.
Шулай уҡ ап-аҡ йөндө камзул итеп баҫып, сит-ситенә башҡорт биҙәге, ырыу тамғаһы ла һалған Ҡунаҡбай ағинәйҙәре лә үҙ эштәренән ҡәнәғәт күренә. "Әле был камзулдарҙы дүрт ағинәйгә генә баҫып кейҙек, артабан барыбыҙға ла эшләйәсәкбеҙ. Беҙ бик күмәкбеҙ. Ошо эшкә тотонғас, йөндө артыҡ ҡабаланмай, дөрөҫ кенә итеп һалыу, баҫыу өсөн ете ҡат тирең сығырлыҡ көс кәрәклеген дә татыныҡ", - тип һөйләй-һөйләй үҙҙәренең эшләү алымын да күрһәтеп өлгөрәләр. Һарыҡ йөнөнән әүәләп баҫылған, бәйләнгән береһенән-береһе аҫыл әйберҙәр, уйынсыҡтар эргәһенән ары атлайбыҙ.
Фестивалдә ҡатнашыусы ағинәйҙәр һарыҡ малынан алынған ризыҡ, йөн һәм тире сеймалы тураһында шул тиклем кәрәкле, фәһемле мәғлүмәттәр ишеттерҙе. Бына Илсе ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Зилә Кәлимуллина) һарыҡ йөнө ҡырҡыу буйынса йола күрһәтә. Кемдер йөндө тетә, икенсеһе иләй, өсөнсөһө сирата, дүртенсеһе бәйләй. Әҙер продукция алыу өсөн бына күпме ҡул аша үтә йөн тигәне. Эш араһында һәр кем үҙе белгән аҡылды еткерә: һарыҡ йөнөн сайырланғас ҡына ҡырҡырға кәрәк; беләккә сайырлы йөндән эшләнгән еп бәйләү - ҡулдарға, сайырлы йөндө шул килеш тубыҡҡа бәйләп ҡуйыу - аяҡтарға дауа; яҙғы йөн - бейәләй, ойоҡбаштар бәйләргә, көҙгөһө быйма баҫыуға китә; һарыҡ итендә холестерин аҙ. "Элек һәр йортта 10-15 баш һарыҡ булды бит, - ти кемелер.- Күмәкләп тау буйына йыйылып, һарыҡ ҡырҡалар ине. Шул тиклем күңелле бер өмә күренеше ине ул саҡта. Һарыҡ тиҙәген кирбес һымаҡ итеп һуғып ҡуялар ҙа, Силәбе яҡтарынан килеүселәргә биреп ебәрәләр ине, улар уны яғыулыҡ итеп файҙаланғандар икән..."
Артабанғы аллы-гөллө төҫтәр уйнатҡан рәттәрҙә һарыҡ йөнө һалып күбелгән йомшаҡ юрғандар урын алған. Иренмәгәндәр, юрғандарының тыштарын да төрлө төҫтән ҡорағандар! Наурыҙ ауылы ағинәйе Миннур Байғарина бына шундай мәғлүмәт еткерҙе: "Беҙ юрған күбергә тотонор алдынан оло ғына әбейҙән элегерәк был эште нисегерәк атҡарғандары тураһында төбәшеп һорашып алдыҡ. Ул өйрәткәнсә, башта күп итеп көлдән һелте ҡайнатып алдыҡ. Тондоролған шул һыуҙа һарыҡ йөнөн йыуҙыҡ. Көл һыуы йөндө йомшарта. Шунан уны шапылтатҡыс менән теттек. Элек йөн тетеү өсөн муйыл ағасынан ян эшләйҙәр ине, хәҙер уны эшләүсе юҡ инде. Шунан йөндө юрған өсөн әҙерләнгән тышлыҡтың һул яғына теҙеп сығып, уратып, уң яғын анһат ҡына әйләндерәбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Бына юрғаныбыҙ еп-еңел, йөнө лә анан-бынан сығып сәнскеләп тормай".
Балбыҡ ауылы ағинәйҙәре иһә һарыҡ йөнөнән юрғанды балалар өсөн эшләй икән. Бала һалҡын тейеп ауырыһа, уны ошондай юрған менән урап һалалар ҙа ҡуялар. Ағинәй Зәһинә Ибраһимованың һөйләгәне лә иғтибарға лайыҡ: "Халыҡ бит һарыҡ йөнөнөң шифалы икәнен һәр саҡ белде. Минең 90 йәшлек инәйем быуындары һыҙлап китһә, сайырлы ғына йөндө аяҡтарына урап бәйләп ҡуйыр ине. Ысынлап та, бер ни тиклем ваҡыттан һыҙлауы баҫыла тегенең. Бөгөнгө сара бик күп нәмәне иҫкә төшөрҙө, белмәгәнде белеп ҡалдыҡ..."
Күргәҙмәләр менән танышыу дауам итә. Килмәк ағинәйҙәре станоктарын да алып килгән икән, улар шунда уҡ тула һуғып күрһәтте. Үҙҙәре эшкәрткән, буяған һарыҡ йөнөнән келәм дә (беҙҙә аҫалы балаҫты шулай тиҙәр) һуғалар булып сыҡты. Арыраҡ күҙгә ташланып торған оло кейеҙгә "Ғәлиәхмәр" тигән яҙыу баҫылған. Кемдеке икәне әллә ҡайҙан күренеп тора: уны Ғәлиәхмәр ауылы ағинәйҙәре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп махсус рәүештә ошо сараға әҙерләп алып килгән. Тәүге тәжрибә булһа ла, бынамын тигән килеп сыҡҡан кейеҙҙәре. Арыраҡ ағас ҡолғаларында йөн иләп ултырған Рысай ауылы ағинәйҙәре янында туҡтайбыҙ. Йөн эше - күмәк ҡул талап итә шул. Бында ла кемдер иләй, кемдер иләнгәнен сирата, йомғаҡлаусылары ла бар. Эргәләрендә бер өйөм бәйләнгән йөн ойоҡбаштары ла ята. Тоҡ-тоҡ йөндө эшкәртеп, яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәребеҙгә әҙерләүҙәре икән. Ғөмүмән, Учалы районының һәр ауылында ағинәйҙәр ҙә, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йәй башынан алып көҙ буйына ошо эш - яуға киткән ир-егеттәргә һарыҡ йөнөнән ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләү менән мәшғүл. Был хаҡта һөйләгәндә һәр кем күҙҙәренә йәш алды, һүҙҙәрен "Иҫән-имен генә әйләнеп ҡайтһын инде улдарыбыҙ", тигән теләктәре менән йөпләп ҡуйҙы...
Күргәҙмә ваҡытында оҫталыҡ дәрестәре лә ҡараныҡ. Иҫке Байрамғол ағинәйе Римма апай баҫып кейгән кейемдәренә биҙәкте махсус энә ярҙамында төшөрөп булыуын билдәләһә, Елена Ҡорамшина иләнмәгән йөндән ырғаҡ менән ойоҡбаш, бейәләй бәйләү оҫталығын күрһәтте. Бындай әйберҙәр бик йылы килеп сыға икән. Бөйҙө ағинәйе ӘлфиәТимерғәлинаның оҫталыҡ дәресе лә күптәргә оҡшаны. Оҫтабикә еңел генә итеп йөндән өйҙә кейә торған аяҡ кейеме баҫырға өйрәтте. Биҙәп тә ебәрһәң, бына тигән була икән!
Этнограф Азат Ғарипов сарыҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Үҙе эшләгән сарыҡтарын күрһәтеп, эшләү алымдары менән уртаҡлашты. Биҙәктәрҙең мәғәнәһе, ир-егеттәр өсөн әҙерләнгән сарыҡтағы биҙәктәрҙең төрө, ҡатын-ҡыҙҙар сарығындағы биҙәктәрҙең һалыныу алымдарын да бик ентекле итеп аңлатты. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә район ағинәйҙәре менән табын ырыуы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре, биҙәүестәре, шулай уҡ сарыҡ, ҡата кеүек аяҡ кейемдәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә килде. Шуға ла бөгөн Учалы ағинәйҙәренең һәр береһе тиерлек ырыуға хас милли кейемдәре, яғалары менән маҡтана ала, улар белгестәрҙә лә һорау тыуҙырмай. Сарыҡты ла иң тәүҙә Учалы ағинәйҙәре башлап эшләне. Был юлы ла Азат Салауат улы сарыҡ тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе: "Тула менән кейеҙҙең айырмаһы шунда: кейеҙ сарыҡ эшләүгә яраҡһыҙ. Еүешләнһә, ҡата ла ҡуя. Ә тула һыу үткәрмәй", - тигәне лә һорау биреүсегә урынлы яуап булды.
Ошондай файҙалы ла, күңелгә ятышлы ла, халыҡты ла берләштергән сараны Учалы районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторҙо. Илсе ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ниәтебеҙҙе ишеткәс, сараның үҙҙәрендә үтәсәген ихлас ҡабул итте, иркен, яҡты фойела һәр ҡатнашыусыға тәғәйен урын әҙерләп ҡуйҙы. Майҙанға сыҡҡан оҫтабикәләрҙе ауыл хакимиәте башлығы Азат Вәлитов ҡайнар сәләмләп, сараның үҙҙәрендә үтеүенә шатлығын да белдерҙе. Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шағәлина ла сикһеҙ һоҡланыуын белдереп, райондың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына оло рәхмәтен еткерҙе, бындай фестивалдең дауамы булырға тейешлегенә ишара яһаны. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров "Ағинәй" ойошмаһының бик әүҙем, кәрәкле эштәр башҡарыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, улар менән берлектә эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһап ҡуйҙы. Бер төркөм иң әүҙемдәргә Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ла беҙҙең байрам кәйефен арттырып, йылы һүҙҙәре менән дәртләндереп, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттарын тапшырып шатландырҙы.
Бына шулай, илебеҙ имен булып, күңелдәребеҙгә им, шифа ғына булып ятҡан ошондай саралар үтеп торһон, халҡыбыҙ мираҫы шул рәүешле быуындан-быуынға тапшырыла барһын, тигән теләктә тамамланды был күркәм сара.
Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА