«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛЕБЕҘ КӨН ҺАЙЫН БАЙРАМҒА СӘБӘП БУЛҺЫН
+  - 


Башҡортостан халҡы дәррәү билдәләгән матур байрамдарыбыҙ бихисап. Шулар араһында 2015 йылдан йәмәғәтселек көстәре менән ойошторола килеп, 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы рәсми билдәләнгән Башҡорт теле көнө лә бар. Был әһәмиәтле дата 14 декабргә, башҡорт халҡының бөйөк уланы, шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килә һәм йыл да төрлө ярыштар, шиғри флешмобтар, кисәләр, осрашыуҙар, түңәрәк ҡорҙар, сағыу саралар ярҙамында олоһон да, йәшен дә берләштерә. Быйыл да тап шулай булды.

Байрам саралары Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә уҙғарылды. Өфөлә иһә байрам Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан һәм уҡыуҙа, фәнни эшмәкәрлектә алдынғылыҡ күрһәткән студенттарға шағир-мәғрифәтсе исемендәге премия тапшырыуҙан башланды. "Башҡорт теле, милләт теле, туған тел - халҡыбыҙҙың иң мөһим байлығы булыуын барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ. Башҡорт телен һаҡларға, үҫтерергә кәрәк. Башҡорт телен өйрәнеү модала булырға тейеш, тип әйтергә теләйем. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым!" - тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрам сараларына старт биреп.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙа ғына ла ул сараларҙың һаны 50-нән ашып китте. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары башҡортса шиғыр һөйләү флешмобына ҡушылды, социаль селтәрҙәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында һәм урамдарҙағы реклама бағаналарында темаға ярашлы мәғлүмәт урын алды. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте йылы һәм рухи мираҫ йылын йомғаҡлау сараһын да Башҡорт теле көнөнә тура килтереп ойошторҙолар. Республиканың алты төбәгендә үткән "Ижади майҙан" проектының һуңғыһы, йәғни етенсеһе Өфөлә үтте, төрлө майҙансыҡтар гөрләп эшләп торҙо. "Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт" майҙансығында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, тележурналист, "Ашҡаҙар" радиоһы етәксеһе, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Гәүһәр Батталова журналистар, яҙыусылар, театр артистары, китапханасылар, студенттар өсөн "Ғаиләлә һәм мәктәптә илһөйәрлек тәрбиәһе" темаһына түңәрәк ҡор ойошторҙо. "Урал батыр" эпосының "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!" тигән саҡырыуына ауаздаш ине бында ҡатнашыусыларҙың сығыштары. Күп ер-һыу күргән әҙибә Гөлсирә Ғиззәтуллина телде һаҡлау, үҫтереү буйынса үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рәшит Шәкүр, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков уҡытыу системаһына ҡалғылған мөһим мәсьәләләрҙе күтәрҙе, йәш быуынға рухи тәрбиә биреү буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәрен дә еткерҙе. "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин үҙенең сығышында йәштәрҙең туған телгә мөнәсәбәтенә ҡағылды, милли ғорурлыҡ тәрбиәләү, милли үҙаң тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. Шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың башҡорт телен үҙаллы өйрәнгән Шура исемле төрөк ҡыҙының тарихын бәйән итеүе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. "Ғаиләлә һәм мәктәптә илһөйәрлек тәрбиәһе"нә арналған майҙансыҡ үҙ маҡсатына өлгәште. Йәш кеше булһынмы, өлкәнеме, асыҡтан-асыҡ үҙенең ҡарашын еткерҙе, тәжрибәһе менән дә, шик-шөбһәһе менән дә уртаҡлашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов ижадын сағылдырған бер нисә сара ла әҙиптең тыуыуына 90 йыл тулыуға һәм Башҡорт теле көнөнә бағышланды. Мәҫәлән, баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәрендә республика театрҙары артистары һәм төрлө уҡыу йорттары студенттары ҡатнашлығында үткән майҙансыҡтарҙа шағирҙың "Туған тел" шиғыры яңғыраны. Ә был шиғырҙың донъя халыҡтары телдәренә тәржемәһе тупланған йыйынтыҡ Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан нәшер ителде. Проект авторы - шағирә Лариса Абдуллина һәм Беларусь Республикаһынан Светлана Быкова, рәссамы Азамат Ғарипов, дизайнеры Анатолий Корнеев. Шиғырҙы Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең 54 ҡәләм оҫтаһы 45 телгә тәржемә иткән. Хәҙер "Туған тел" рус, авар, себер татарҙары, нуғай, ҡумыҡ, украин, итальян, белорус, цахур, фарсы һәм башҡа телдәрҙә ғорур яңғырай.
Шулай уҡ "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Минең Рәми" төбәк-ара шиғри конкурсын йомғаҡлау сараһы үтте. Был ярышта быйыл 800-ән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың ун өсө генә финалға уҙған. Бына шундай ҡатмарлы һынау үтеп, Гран-приҙы һәм 100 мең һумлыҡ сертификатты Хәйбулла районынан Тимур Сынбулатов яуланы.
Башҡортостандың Милли музейында байрам сараһы булараҡ "Тамға" III халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асылды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, "Бәхет биләмәһе" хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, РФ Дәүләт думаһы депутаты Элвира Айытҡолова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне. Экспозицияла конкурс финалына сығыусыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре күрһәтелде. "Башҡорт халҡының кейеме фотоһүрәттәрҙә һәм реконструкцияларҙа" китабының презентацияһы үтте. Китапҡа Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондында һаҡланған, ғаилә архивтарынын алынған һәм "Тамға" конкурсы оҫталарының фотоһүрәттәр коллекцияһы ингән.
Был көндә Башҡортостандың барлыҡ белем усаҡтарында "Башҡорт телен яратам" тигән башҡорт теле буйынса берҙәм дәрес үткәрелде. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла "Аҡмулла һүҙе" республика конкурсы, Өфө фән һәм технологиялар университетында "Туған телем - илһамым" шиғыр һөйләүселәр конкурсы, "Башҡорт теле оҫталары" викторинаһы, башҡортса КВН уйыны уҙғарылды. "Мега" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә "Туған телем - башҡорт теле" концерт акцияһы Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, "Бишбармаҡ" оркестры һәм "Зәйнетдин" этно-шоу проекты ҡатнашлығында сағыу тамашаға ҡала халҡын йәлеп итте. Тағы ла З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Автограф көнө" һәм балалар өсөн китаптарҙың презентациялары уҙғарылды. Көн дауамында шау-гөр килеп үткәрелгән барлыҡ тантаналы, сағыу сараларға М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының яңыртылған төп сәхнәһендә тәүге тапҡыр күрһәтелгән "Аҡмулла" спектакле матур йомғаҡ-нөктә ҡуйҙы.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Ҡыштың сатлама һыуыҡ бер көнө меңәрләгән милләттәштәр ҡатнашлығында күңелдәрҙе йылытыр, илһамландырыр, хәл ителәһе мәсьәләләр төйөрөн башлап һүтер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр мәлгә әүерелде. Сөнки ул беҙҙең иң ҡәҙерле ҡиммәтебеҙ - туған телебеҙҙе хәстәрләгән, уның күркәмлеген сағылдырған, йәш быуынға әһәмиәтен аңлатҡан, Башҡортостанда татыу йәшәгән башҡа халыҡ вәкилдәрендә ихтирам тойғоһо уятҡан саралар, ваҡиғалар һәм кешеләр менән мөлдөрәмә тулы булды. Был матур йола киләсәктә тағы ла киңерәк ҡолас алып дауам итер, моғайын. Тик һәр йылдың 14 декабре милләттәштәребеҙҙең үҙ өйөндә туған телен йәшәтеү өсөн һалған тырышлыҡҡа, хөкүмәттең был өлкәләге иғтибарлы эшмәкәрлегенә, йәмәғәтселектең әүҙемлегенә йыл йомғағы кеүек булһын ине. Башҡорт телен йылына бер тапҡыр иҫкә төшөрөүгә әүерелеп ҡуймаһын берүк.

Сәриә ҒАРИПОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 185

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru