«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Өсөнсө бүлек. Иртә тимер эпохаһы

Ошо турала археологияла байтаҡ ҡына бәхәсһеҙ дәлилдәр бар. Мәҫәлән, иртә тимер быуатында ла Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйына Көньяҡ Урал баҡыры күпләп килтерелә. Был хаҡта б.э. тиклем VI-IV быуаттарға ҡараған күп кенә ҡомартҡыларҙа табылған баҡыр-бронза әйберҙәрҙең составын тикшергәндән һуң беленде: уларҙың 24-36% Көньяҡ Уралдан килтерелгән баҡырҙан ҡойолған. Бай археологик материал аша тауарҙарҙың кире йүнәлештә, йәғни Көньяҡ Уралға килтерелеүен асыҡлап була. Был осорҙа Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында етештерелгән ювелир әйберҙәренең: ольвия көҙгөләренең, һырғаларҙың, һәм башҡа шундай нәмәләрҙең бында күпләп килтерелеүе күҙәтелә. Алтын һәм баҡыр ятмаларына хужа булыу өсөн исседондар, аримасптар һәм аргиппейҙар араһында йыш ҡына конфликттар ҡубып тора, был Геродот хеҙмәтендә сағылыш тапҡан. Ул, айырым алғанда, былай тип яҙа: "Барса был халыҡтар күршеләре менән йыш һуғышалар, беренсе булып аримасптар һуғыш башланы. Аримасптар исседондарҙы илдән ҡыуҙы, ә исседондар скифтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы".
Геродоттың юғарыла килтерелгән мәғлүмәттәре унан алдараҡ йәшәгән авторҙарҙың хеҙмәттәренә нигеҙләнә. Улар араһында исседондар иленә сәйәхәт иткән, б.э. тиклем VII быуатта йәшәгән шағир Аристей төп урынды биләй. Тап ул аримасптарҙың йылҡы өйөрҙәренең һәм мал көтөүҙәренең күп булыуы хаҡында яҙып ҡалдырған. Дамаста Сигейский мәғлүмәттәре бер ни тиклем үҙаллы булып күренә. Ул, мәҫәлән, үҙе белгән Риппей тауҙары буйлап һалҡын төньяҡ елдәренең даими иҫеп тороуы хаҡында яҙа, ә был тулыһынса ысынбарлыҡҡа тап килә. Хәҙерге заман тикшеренеүҙәренә ярашлы, Көньяҡ Уралда, бигерәк тә уның көнсығыш итәктәрендә, йәйҙәрен төньяҡ елдәре өҫтөнлөк итә, ҡайһы саҡта уларҙың тиҙлеге 18-21 м/c етә. Тап ошо елдәр арҡаһында бында климат ярайһы уҡ һалҡыная. Көньяҡ Урал тураһында ошондай деталдәрҙе тик бында булып киткән кешенең генә белеүе мөмкин.

Карта № 3. Геродот мәғлүмәттәре буйынса (б.э. тиклем V б.) Көньяҡ Уралда һәм уға йәнәш территорияларҙа йәшәгән ҡәбиләләрҙең урынлашыуы (яҡынса). 1 - фиссагеттар; 2 - дай (даик, дахтар); 3 - исседондар, аримасптар, аргиппейҙар, иирктар; 4 - сактар, массагеттар; 5 - савроматтар.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 28-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 167

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru