«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫНАУҘЫР БЫЛ...
+  - 

Беҙҙең бала саҡ һуғыштан һуңғы яңы аяҡҡа баҫып килгән осорға тура килде. Ҡартатайҙар һуғышта ятып ҡалған, өләсәйҙәр тол, әсәйҙәр етем. Яңы-яңы һуғыш тамамланып, әҙәмдең тамағы икмәккә туйыр-туймаҫ ҡына саҡта ла әле донъя ауырлығы төшмәгән ҡатын-ҡыҙ иңенән, уларҙы йыйып, урман ҡырҡырға оҙатҡандар. Әсәйҙәргә ошо яҙмыш та яҙған...

Беҙҙең өләсәйҙәр ал-ял белмәй, ғүмерҙәрен хеҙмәткә бағышланы. Һуғышта эсергә өйрәнеп ҡайтҡан, нервылары ҡаҡшаған ирҙәрҙән балалар тыуҙы.
Кем контузия менән, кем башҡа төрлө сирҙәр менән интеккәндәр етерлек ине инде ул ирҙәр араһында. Беҙ шуларҙы күреп үҫтек..
Беҙҙең заманда әле һуғыш ветерандары мәктәптәрҙә белем бирә ине. Кешелә артыҡ кейем, мебель булманы. Ауылда урындыҡ - һике бөтә нәмәне лә алыштырҙы. Урындыҡта ашайһың, йоҡлайһың, икмәк баҫаһың, һалма йәйәһең, ҡунаҡ һыйлайһың. Шунда сабый тыуа, шунда әҙәмгә йыназа ҡылып, хушлашып, һуңғы юлға оҙаталар...
Кейем элер өсөн һәр өйҙә урҙа аҫылынып торҙо. Иң ҡәҙерле нәмәләр генә өләсәйҙәрҙә һандыҡта ятты... Ошо булды малдан башҡа бөтә матди байлыҡ. Малды ла бер заман нисә баш булырға тейешлеген иҫәпләп, артығын тоторға рөхсәт итмәне хөкүмәт. Ә ишек, ҡапҡалар бер ҡасан да бикләнмәне...
Етмешенсе йылдарҙа әле артыҡ кейем юҡ ине кешелә. Әсәйемә килеп, ҡунаҡҡа барырға күлдәк, пальто, атайымдан толоп һорап алып китерҙәр ине...
Һыралар магазин алдында мискәләп һатылды. Һуғыштан һуңғы яңы тормош шулай башланғандыр, күрәһең. Һәм беҙгә уларҙың зыяны күп тейҙе...
Көҙ етһә, ул Мәскәүҙән, ул әллә ҡайҙарҙан иген йыйырға ярҙамға һалдаттар килер ине ауылға. Улар беҙгә инеп йыуынып, үтекләнеп алырҙар ине...
Атайым ауылда беренсе булып аҡ-ҡара телевизор һатып алды. Кисен кино ҡарарға бөтә күршеләр инер ине беҙгә. Беҙҙең өй кинотеатр ҙа, ҡунаҡхана ла. Сөнки совхоз бүлексәһенә килгәндәрҙең барыһы ла беҙҙең туғандар йә атайымдың дуҫтары булды. Хатта бер йылды ҡыш беҙҙең өйҙә Сәлим ауылынан килеп, өс көн буйына туй ҙа үткәрҙеләр...
Кешенең аяғында ҡар яуғансы эрзинкә итек булды. Ҡыш етеүгә иһә быйма кейҙеләр. Атайым оҫта ҡуллы булды. Эштән һуң кешеләрҙең быймаларын төпләп, самауырын, радио, телевизорын төҙәтеп бирер ине...
Әсәйҙәрҙең декретһыҙ-ниһеҙ шул сама бала тәрбиәләп, алһыҙ-ялһыҙ донъя көтөүен күҙ алдына килтереп, һаман да иҫ китә. Күберәген беҙ, балаларҙың өлкәндәре ҡараныҡ инде үҙебеҙҙең кескәй һеңле-ҡустыларҙы...
Шул етмешенсе йылдар тирәһендә тәүгә кримплен тигән материалдан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн костюм, күлдәктәр һата башланылар. Шунан нейлон... Шунан шәшке яғалы пальтолар сыҡты, әсәйем дә ундайҙы үҙенә кредитка һатып алды. Магазинға тәүге күн итектәр килде, ҡыҙыл төҫтәгеһен апайыма ла алып бирҙеләр. Магазинда артыҡ нәмә булманы...
Етенсе кластарҙамы икән, походҡа барҙыҡ, аҙыҡ магазинында беҙ бығаса күрмәгән вафли һатыла ине. Ҡалған ғына аҡсаға иҫкергән вафли алып, ҡоҫҡансы ашағаныбыҙ хәтерҙә...
Шунан стационарҙар, промтауарҙар, китап магазиндары, хужалыҡ тауарҙары, аяҡ кейеме магазиндары асылды. Беҙҙә ул саҡта пекарня ла, дөйөм мунса ла, дөйөм ятаҡ та, ашхана ла, хатта дауахана, бала табыу йорто ла булды, шөкөр...
Был совет осоро ине...
Етмеш биштә ҡоролоҡ булып, бөтә әҙәм Латвияға, тағы ҡайҙалыр һаламға барҙы. Шунан колорадо ҡуңыҙы алып ҡайттылар "күстәнәскә..."
Бына килде 90-сы йылдар. Халыҡ ысҡынды, демократия тип һөрәнләй башланылар... Күпләп сит илдән тәм-томдар, пластик, ҡалай һауыттарҙа һыралар килеп тулды... Ауылдан ҡалаларға уҡырға киткән студенттар шул һыраларҙы һөйрәтеп йөрөп һемерергә өйрәнде...
Донъя үҙгәрҙе. Әллә ҡайҙан төрлө секталар килеп сыҡты. Сит ил косметикалары, витамин-маҙарҙар һатыусы пирамидалар барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер кешеләр ҡапыл байып китеп, ныҡ ҡына шашынды.
Ике меңенсе йылда кеҫә телефондары күпләп күренә башланы. Унан смартфон, айфон һәм башҡалары...
Бер мәл ауылдарҙан күпләп ҡалаға күстеләр. Шунан тағы кире ауылға ҡайта башланылар...
Магазиндар, аптекалар аҙым һайын, быуа быуырлыҡ. Күңел асыу клубтарын әйтергә лә түгел...
Мәсеттәр төҙөлдө, муллалар күбәйҙе, дин етмеш төрлө йүнәлеш алып, әллә күпме төркөмгә бүленде. Аяттар, ҡөрьән аштары күп осраҡта табын тултырып, өҫтәл муллығы күрһәтеү өсөн генә үткәрелә...
Туйҙар, мәжлестәр күбеһе тамада менән үткәрелә башланы, ҡунаҡтарҙың кем ҡоҙа, кем килен икәнен дә белмәй ҡайтып киткәндәре лә булғылай хәҙер...
Ҡорама ҡорау, кейеҙ баҫыу кеүек элекке кәсептәр яңынан модаға инде, түшелдерек, селтәр, ҡашмау кеүек ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре тергеҙелә башланы.
Ҡатын ҡыҙҙарҙың күбеһе яһалма ҡаштар, күпертмә ирендәр яһап ҡуйыуға күсте...
Интернет, инстаграмдарҙа геройҙар, хайп тотоусылар күбәйҙе...
Йыртыҡ, ямалған ыштан кейеү хәтәр модаға әүерелде...
Әҙәмдәрҙә ысынбарлыҡ һәм ихласлыҡ юғалды. Кем эреләнде, ә күптәре ваҡланды...
Туғандар бер-береһе менән интернет, ватсап, телефон аша ғына аралашыуға күсте. Телефондан шылтыратып, алдан хәбәр итмәйенсә, бер кемгә лә барыу юҡ хәҙер. Ошоноң менән аралашыу бөтөнләй бөттө...
Туғанлыҡ ептәре өҙөлдө. Көнсөллөк күбәйҙе. Кешеләр бай менән ярлыға бүленде...
Ерҙе, тәбиғәтте аяуһыҙ исрафлау дауам итә...
Әле килеп, Хоҙай Тәғәлә төрлө һынауҙарын ебәреп тора. Әҙәм балаһын уйланырға мәжбүр итә...
Был һынауҙыр... Ай-һай, һынауҙыр...
Ошолар тураһында минең төн йоҡоларымды йоҡламай һыҙланыу - уйланыуҙарым...

Мәрйәм ЗӘКИРЙӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 224

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru