«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒАИЛӘ ЫҒЫ-ЗЫҒЫЛАРЫН ЙЫРЛАП КӨЙЛӘЙЕК!
+  - 


Минең ҡайным бик ҡыҙыҡ кеше ул. Ул һәр ваҡыт йылмайып, берәү әйтмешләй, ауыҙ сите менән генә көлөмһөрәп йөрөй. Ә үҙе һәр ваҡыт шат. Етмәһә, гел генә мөңгөрләп ниндәйҙер йыр көйләй. Әллә күңеле шулай моңло, әллә үҙе шулай йыр ярата, белмәҫһең уны. Ә бына уның асыуланған сағын бик һирәк күрәм. Дөрөҫөрәге, бөтөнләй күргәнем юҡ. Ә бына мин яман ныҡ асыуланам. Әйтеүе лә оят, хатта ваҡыты менән ҡысҡырып ҡуям. Ҡайһы ваҡыт кәләшкә шул хәтлем тауыш күтәрәм, хатта минең ошо баритон тауыш (әллә бас микән) ауылдың теге осонда ла ишетелә. Быны ишеткән кешеләр үҙҙәре һөйләй. Ауыл осона ишетелерлек тауыш сығарыу өсөн йәндә шул хәтлем көслө асыу, ә күкрәккә апаруҡ киңлек кәрәктер. Ә былай беҙҙең ауыл әллә ней ҙур түгел. Ваҡыты менән шыбырлап ҡына әйткән һүҙ ҙә ауылды йәшен тиҙлегендә урап сыға.

Ә нимәгә шул хәтлем ҡысҡыраһың һуң, тип һораусылар булыр. Һеҙгә сер итеп кенә әйтәм: кәләш аптырата! Тыныс ҡына эшләп йөрөгән мәлдә килә лә нервыларҙы ҡаҡшата башлай. Тәүҙә ябай ғына һүҙҙәр теҙә. Аҙаҡ һүҙ артынан һүҙ китә. Иң аҙағы талашыу менән тамамланып ҡуя. Теге юлы берәү, ахыры заман етер алдынан кемде һөйләйһең, шул алдыңа килер, тигән булғайны. Көлөмһөрәп ҡуйғайным. Үәт әй, әйтеүҙәре хаҡ булған бит. Ана, кәләш үҙе килә лә ята минең янға. Хәҙер башлана инде үтмәҫ бысаҡ менән игәү. Эшләр эшкә һәм йылдың миҙгеленә ҡарап, беҙҙең "йәнле һөйләшеү" сама менән ошолайыраҡ бара: Таҡтаны тигеҙ сөйләмәйһең бит (Минең яуап шулай: "Күҙкәйҙәрең ҡыйыш булғанға мин ғәйепле түгел"). Иҙәнде дөрөҫ түшәмәгәнһең ("Беләм, беләм, тикшереү өсөн генә һалып ҡуйғанмын"). Нишләп кисә эштән һуң ҡайттың? ("Бергә эшләгән иптәштәр менән һыу инеп ҡайтыуҙан ней булған?") Нисек башыңды юғалтманың? ("Һуң уны муйын тотоп тора ла инде"). Һыйырҙы нишләп көтөүгә еткерә ҡыуманың? ("Ярай, бар ҡайт, үҙем ҡыуам, тигән күршегә нисек юҡ тип әйтәһең инде"). Бесәнде ҡасан һарай башына алаһың? ("Һарай эргәһенә килеп ултырған кәбән ҡасып китмәҫ, алырмын әле сентябрь аҙағында"). Утынға ҡасан барырға уйлайһың? ("Барырмын, әле утынлыҡта бер ҡышлыҡ кипкән утын ята"). Малайҙарын ҡарап ҡына йөрөтөр тиһәм... ("Күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап торҙом, хатта күҙҙәрҙең алмалары арып китте"). Һин был эште онотманыңмы? ("Онотоу ҡайҙа, арҡаға ятһам да, эсемә ятһам да онота алмайым, ҡабырғаға ятып ҡарарға микән, тип уйлап йөрөйөм әле"). Башҡаларҙың ире ир һымаҡ (Ана шул башҡаларға сығыр кәрәк булған"). Шулай шул, ана шул С.-ға сығырға кәрәк булған миңә ( "Ә С. һине алам тип йән-фарман һыбай сабып килгән бит инде. Атын әйтәм, һине күреп ҡалғас, өрккән һәм йән-фарманға кирегә сабып сығып киткән"). Ир тип тә әйтеп булмай бит һине ("Ә шулай ҙа күршеләр, һин урамыбыҙҙың йәме, тип ҡыуана"). Шуға аптырайым. Бына ошондай, берәү әйтмешләй, беспощадно талашҡан ваҡытта, әйтәм тиһәң, һүҙе табылып ҡына тора бит әле.
Бына ошолай йәшәп ятыла. Ваҡыты менән кәләш ике-өс көн һөйләшмәй йөрөп ала. Ваҡыты менән, берәү әйтмешләй, мин нимуй. Бына ошолай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда бер көн кәләш ҡәйнәмдәргә ҡайтты ла китте. Артынан бер биҙрә көл һибеп ҡалғанда йәтеш булыр ине. Уныһы кәрәк сағында ҡул аҫтында ғына булманы. Кәләш бер көн ҡайтманы. Ҡайтмауына ике көн булып китте. Кис-иртәнсәк һыйырҙы килеп һауа ла, һөтлө биҙрәне тып иттереп туфаға ултыртып, өйгә лә инмәй, шыҡылдата баҫып сығып киткән була, берәү әйтмешләй, зараза. Мин ул биҙрәне шунда уҡ һалҡынға ултырта һалам. Кис эштән ҡайтыуыма ике малайым йүгереп килә. Беҙ һөттөң өҫтөнә йыйылған ҡаймаҡты икмәк телеме өҫтөнә һөртәбеҙ, уның өҫтөнә бер аҙ шәкәр һибәбеҙ һәм рәхәтләнеп (хатта ләззәтләнеп) көйшәйбеҙ. Һөт-шәкәрҙе әйтәм, бер аҙ түгелә инде. Түгелһә лә ризабыҙ. Сөнки арттан әрләп торған кеше юҡ. Рәхәт!
Әммә бындай рәхәтлек оҙаҡҡа барманы. Яңғыҙ йәшәп ятыуҙың өсөнсө көнөнә күңелде ниндәйҙер болоҡһоу баҫып алды. Сәбәбен аңлай алмай эт булынды. Ә сәбәбе ябай. Йә һыуыҡ тейҙе, йә эҫе һуҡты. Шул ваҡыт башҡа ошондай ҡурҡыныс уй килә - әллә кәләште юҡһынам инде? Бындай уйҙан үҙем ҡурҡа төшәм. Ҡуй, булмаҫ, тип ҡул һелтәйем. Тора биргәс, көлә биреп ҡуям. Үәт әй, кеше ышанмаҫтай нәмәне уйлап торам бит әле. Ундай кәләштең, берәү әйтмешләй, ундай бисураның нимәһен юҡһынаһың инде? Әрләүҙән башҡа нимә белә ул! Был уйҙарҙан тыныслана биреп ҡуям. Ә шулай ҙа кәләш ҡайта ҡалһа, ҡабат уға ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәҫ кәрәк. Йөрөһөн әйҙә үҙ яйына һөйләнеп. Бары тик ҡайтһын ғына!
Кәләш ҡайтты. Дөрөҫөрәге, үҙем барып алдым. Эштән ҡайтышлай юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡәйнәмдәргә инеп сыҡтым. Йәнәһе лә, кисә быҙау ҡайтманы. Шуға ҡайғырып йөрөйөм, йәнәһе. Был яҡта күренмәнеме икән, тип аптырап инеп тороуым, тигән булдым уфтанып. Ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәт инде. Минең хәлде аңлап, юҡ эштәрен бар итеп, өтәләнә баҫып өйҙән сығып киттеләр. Кәләш менән өйҙә икәү яңғыҙ ҡалдыҡ. Ә ул торғаны бер әртис инде. Миңә сығып ҡына әрәм булған. Ай-һай, бигерәк килештерә. Әле бына ҡыҫынҡы күҙҙәрен шарҙай итеп асып, "һағынышлы" күҙҙәре менән миңә ҡарап тора. Бот сабып, ул быҙау ҡайҙа булыуы бар икән, тип, минең менән бергә "ҡайғыра". Өйгә күҙ йөрөтөп сыға. Ихласлап эҙләй башлаған була. Бәлки, мейес артында торалыр, тигән булып уның артын ҡарай. Ҡушһаң, эшләмәҫ ине. Ә хәҙер йыбанмай. Тубыҡланып, урындыҡ аҫтына күҙ һала. Яҫтыҡ-ҡаралты өҫтөнә һуҡҡылап ҡуя. Хатта түңкәрелгән сынаяҡты күтәреп ҡарай. Аҙаҡ, юҡ шул, был тирәлә күренмәй быҙау, тип уфтанып ҡуя. Ярай, тигән булам, был тирәлә күренмәгәс, башҡа ерҙән эҙләрмен. Аптырап, өйҙән ишек алдына сығам.
Ошо ерҙә кемдер берәү, хәбәреңде йырсы ҡайныңдан башланың, ә үҙең уның мыжыҡ ҡыҙын һөйләүҙән бушамайһың, тип әйтеп ҡуйыр. Юҡ, йырсы ҡайным бер ергә лә китмәгән. Ана, ул мине аласыҡ эсенән ихлас йылмайып ҡул болғап саҡырып тора. Баҡтиһәң, ҡәйнәм дә бында икән. Мәйтәм, ҡыҙҙарына төкөрөп бирәйем. Ҡайным менән ҡәйнәм һәйбәт. Ҡыҙҙарына дөрөҫ тәрбиә бирә алмаһалар ҙа, ана бит, рәхмәт яуғырҙары, самауыр ҡуйып ебәреп, мине көтөп ултыралар. Индем аласыҡҡа. Ә әртис ҡыҙҙарына төкөрөп бирәйем. Әйҙә йөрөһөн өйҙә юҡ быҙауҙы эҙләп! Шул кәрәк уға. Үсем! Сәй эсеп алғас, кәйеф бермә-бер күтәрелеп китте. Тамаҡҡа хуш иттек тә ҡайным менән ишек алдындағы эскәмйәгә сығып ултырҙыҡ. Киске тынлыҡҡа һоҡланып, бер аҙға тын ҡалдыҡ. Әлбиттә, ҡайным беҙҙең ғаиләлә һауыт-һабаның бер аҙ шылтырап алғанын аңлай. Шуға мин, берәү әйтмешләй, был оло быуын һүҙҙе нимәнән башлар икән, тип уйлап ултырам әле. Шул саҡ ҡайным миңә бер аҙ борола биреп, ошолай әйтә ҡуйҙы.
- Кейәү, әйҙә мин һине йырларға өйрәтәм.
Был көтөлмәгән һүҙҙәрҙән саҡ көлөп ебәрмәнем... тип алдап булмай. Рәхәтләнеп, берәү әйтмешләй, һын ҡатҡансы көлдөм генә. Былай күптән көлгән юҡ ине. Кейәү, матур йәшәгеҙ, тип өйрәтәһе урынға, мин һине йырларға өйрәтәм, тип ултыра бит әле, берәү әйтмешләй, был ҡартбаш. Йәшермәйем, моң бар минең күңелдә. Хатта урғылып ята. Әммә, моңло бала бәхетһеҙ була, тигәндәре генә бер аҙ ҡурҡыта. Шуға йырламайым мин. Бер аҙ тыныслана биргәс, ҡайныма ҡарайым.
- Эй, кейәү, алма ағасынан алыҫ төшмәй бит ул.
Был һүҙҙәр мине уйландыра төшә. Шул арала ҡайным һүҙен дауам итә.
- Йәш саҡта мин дә ошолай бер аҙ ыҙалап алдым. Йыр ҡотҡарҙы мине. Ә йырларға ҡайным өйрәтте. Хәҙер һинең сират инде, кейәү.
Үәт әй, берәү әйтмешләй, кисә үлһәм, бөгөн белмәҫ инем. Иҫ китмәле, йырсылар араһында йәшәп ятам икән мин. Өлкән ҡайным йырлаған, үҙемдең ҡайны йырлап йәшәй, хәҙер миңә лә сират еткән, имеш. Иҫ-аҡыл китеп аптырап ултырған арала ҡайным яйлап барыһын да төшөндөрөп бирҙе. Һәм мине үҙ яйыма ҡалдырып, өйгә инеп китте. Ә эштең әтнәкәһе бына нимәлә икән... Уны һеҙгә аңлатып ҡына өлгөрөп булманы. Сөнки өйҙән сәсрәп кәләш килеп сыҡты.
- Мин быны быҙау эҙләргә сығып киткән, тиһәм. Ә ул ултыра йәйелеп бер эскәмйә булып. Әйтмәһәң, билләһи, иҫе китеп, көнө-төнө ултырасаҡ.
Мин ошо мәл эстән урғылып килеп сыҡҡан һүҙҙәрҙе көскә тыйып өлгөрәм. Бына хәҙер миңә йырсы ҡайным өйрәткәнсә берәй йыр башҡарырға кәрәк. Әммә кәрәкле мәлдә кәрәкле йыры, уның һүҙҙәре иҫкә төшәме әле ул. Шул мәл кәләштең "көнө-төнө" тип әйткән һүҙҙәре ярҙамға килә. Һәм мин бына ошо йырҙы көйләй башлайым.
Көн булайыммы һиңә,
Төн булайыммы һиңә,
Татлы төшөңдәй ҙә татлы,
Өн булайыммы һиңә!
Кәләш миңә бер килке иҫе китеп ҡарап тора. Шунан, бынан булмай, тигәндәй, ҡулын һелтәп, үҙебеҙҙең өй яғына ыңғайлай.
Бына ошо көндән беҙҙең тормош рәтләнеп китте бит, әй. Әлбиттә, кәләш мине һәр ваҡыттағыса "маҡтап" тора. Ә бына мин уға ҡаршы яуап бирмәйем. Ә тыныс ҡына үҙ яйыма йыр көйләп эшләп тик йөрөйөм. Бына, әйтәйек, ара-тирә ошо йырҙы башҡарып ҡуям. Һүҙҙәрен үҙгәртмәйем, ә мәғәнәһе барыбер ярылып ята. Уныһы йәйә эсендә бирелә.
Килә яуа, килә яуа, (Килә маҡтай, килә маҡтай),
Эйәләште бер болот. (Эйәләште был кәләш).
Осар ҡанаттарым булһа, (Осар ҡанаттарың булһа),
Тормаҫ инем бер минут. (Осор инең бер сәғәт).
Ҡайһы ваҡыт йырҙың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеп ебәрәм. Теге юлы, күршеләргә сәйгә инеп сығам, тигәс, ошолай көйләп ҡалдым.
Ҡунаҡтарға барһаң - һыҙғырып кер,
Тешкәйҙәрең осоп китмәһен.
Сит ерҙәрҙә йөрөһәң - яҡшы йөрө,
Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!
Ә бына был йырға ваҡыты менән кәләш хатта үҙе лә ҡушылып китә. Шуныһы ҡыҙыҡ, нимәгә килгәнен, нимәгә "маҡтап" торғанын да онота. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ әле. Бына ошо йырҙан һуң нисек һүҙ көрәштереп тормаҡ кәрәк!
Ғүмер берәү, икәү түгел ғүмер,
Йәшендәрҙәй кәрәк йәшәргә!
Шул ғүмерҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Йәшәргә лә әле йәшәргә!
Бына шулай, йырлап асыла күңел, тип халыҡ бушҡа әйтмәй икән. Йырлай торғас, шуны һиҙеп ҡалдым. Халҡыбыҙҙың мәғәнәле һәм тормоштоң һәр бер ығы-зығыһына ҡағылышлы йырҙары күп икән. Әле бына шуны уйлап ултырам. Кем белә, бәлки, ҡайнымдың был кәңәше (хәҙер ул минең дә кәңәш) ҡайһы бер гәзит уҡыусыларға ла ярҙам итер. Әйҙәгеҙ...

Һөйләүсене
Әғләм ШӘРИПОВ
тыңлап торҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.22 | Ҡаралған: 490

Киске Өфө
 

Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru