Башҡорт ғаиләһендә Яңы йыл табыны ниндәй булырға тейеш? Яңы йыл табыны һыйҙан һығылып торорға тейеш, сөнки йылды нисек ҡаршы алаһың, ул шулай була, тигән ырымға ышанып йәшәй бит халыҡ. Әлбиттә, йәшерәк саҡта мин дә шулай уйлай инем, әммә хәҙер саҡ ҡына икенсерәк фекерҙәмен. Бөтә нәмәлә сама булыуы мөһим.
Беҙҙең байрам өҫтәлендә мотлаҡ бишбармаҡ, буҙа, ҡымыҙ, баллы сәк-сәк йәки бауырһаҡ кеүек башҡорт халыҡ аштары урын ала. Элегерәк өҫтәлдә тик магазиндан алынған ризыҡ урын ала ине, бөгөн иһә үҙ ҡулдарым менән бешергәндәренә өҫтөнлөк бирәм. Алдан уҡ тултырма эшләп, туңдырып ҡуям, ҡаҙы һатып алам. Тултырылған ҡаҙ быға тиклем традицион ризыҡ була торғайны. Хәҙер был ризыҡтан баш тарттыҡ. Ит әрәм-шәрәмгә китә. Бешереп, һурпаһын ҡоротлап эсеүгә етмәй. Ҡоротто ла күпләп әҙерләп ҡуям. Уны йәшел тәмләткестәр, ҡара, ҡыҙыл борос менән йомарлап, бәләкәй контейнерҙарҙа туңдырам. Был һөт ризығын бөтә ғаиләбеҙ менән яратабыҙ.
Шулай ҙа байрам табынын Йыл хужаһы нимә ярата - шуға ҡарап та әҙерләргә тырышам. Динебеҙ йондоҙнамәгә ышаныуҙы тыйһа ла, Яңы йыл ул тылсымға, мөғжизәгә бай байрам бит ул.
Быйыл - Ҡуян йылы. Йомшаҡ ҡуян, аҡ ҡуян беҙгә ҡунаҡҡа килгән... Яңы йыл иртәлектәрендә балалар яратып һөйләгән шиғырҙарҙың береһе шулай тип башлана. Билдәле булыуынса, һәр ун ике йыл һайын берәр йәнлек исемен йөрөткән йыл ҡабатланып килә. Беҙ ҡаршы алырға әҙерләнгәне - шиғырҙағынан айырмалы Ҡара һыу ҡуяны. Уны кемдер йорт ҡуяны йылы тип тә ебәрә. Минең улым балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә ҡаршыланыҡ бындай символды йөрөткән яңы йылды. Тәрбиәселәре балаларға ятларға шиғырҙар таратҡанда минең улыма эләкте ул. Тәғәйенләнгән көн килеп еткәс, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу алдына сығып:
"Йомшаҡ ҡуян, аҡ ҡуян,
Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.
Ҡолағы ҡыҫҡаҡ ҡына,
Ҡойроғо ергә тейгән...",-
тип башланы һәм яңылыш һөйләгәнен аңлап, илап ебәрҙе.
Ҡуян үпкәләмәһен өсөн ул яратҡан ризыҡтарҙы ғына бешерәсәкбеҙ тип тынысландырҙыҡ улыбыҙҙы. Киләһе йыл символының интуицияһы көслө булыуы билдәле, шуға күрә уның өсөн матурлыҡ мөһим. Был йыл шәхси тормошта үҙгәрештәр, дуҫтар, туғандар менән аралашыуҙы яҡынайтасаҡ.
Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ҡуянды үпкәләтеп ҡуймаҫ өсөн байрам өҫтәлендә ниндәй ризыҡ ултыртыуҙы тағы бер ҡат иҫебеҙгә төшөрәйек. Йорт ҡуяны - тыныслыҡ һөйөүсе, ул йорт уңайлыҡтары, комфорт һәм бай йорт йыһаздары ярата. Ҡуяндың тәбиғәттә вегетариан ризыҡ ҡулланыуы һәр кемгә билдәле, хәйләкәрлек, ҡыйыулыҡ күрһәтә, ҡурҡыныс килгәнде тиҙ генә аңлап ҡаса һала.
Иң тәүҙә Рәсәйҙә модаға ингән ризыҡтарға туҡталайыҡ. Улар "оливье" һәм "тун аҫтындағы сельдь". Һуңғыһы тураһында ишеткәс, элекке бер көләмәс иҫкә төшә. Ир менән ҡатын ҡунаҡтан ҡайтып килә, ти. Ҡаршыларына хужаның әрмелә бергә хеҙмәт иткән иптәше осрай, ҡайҙа барғандарын, нимә менән һыйлауҙарын һораша. "Тун аҫтында сельдь" тигәнде ишеткәс, һаман шул ғәҙәтеңде ташламағанһың икән, әрмелә лә икмәкте юрған аҫтында йәшереп ашай торғайның, тигән.
Росстатта иҫәпләүҙәренсә, бер йыл эсендә "оливье" салаты 8,53 процентҡа, "тун аҫтындағы сельдь" 5,52 процентҡа ҡиммәтләнгән. Был йыл дауамында йәшел борсаҡҡа, маринадланған ҡыярға, сельдь балығына хаҡ артыуы менән аңлатыла. Йомортҡа, йәшелсә, картуф, кишер арзанайыуын иҫәпкә алһаң, һуңғы салаттың хаҡы уртаса 480 һум торасаҡ.
Һәр хужабикә аш-һыу әҙерләүҙә, бигерәк тә Яңы йыл табынын биҙәгәндә, оҫталығын күрһәтергә тырыша. Ҡуянды итте күреү ҙә ҡурҡыта, быны байрам табынын ойоштороусылар бер генә лә оноторға тейеш түгел. Ул нисек кенә ас булмаһын, хатта сысҡанға ла теймәй, ләкин өҫтәлдә кәбеҫтә йә кишер күрмәһә, һеҙҙе аңламаясаҡ. Ә ит ризыҡтары яратыусылар өсөн кәңәш: ҡош-ҡорт итен генә бешереү менән сикләнегеҙ.
Ҡуян һөтимәрҙәр класына ҡарай, шуға күрә байрам табынына һөт эсемлектәре, һөт ризыҡтары ла ҡуйырға онотмағыҙ. Бынан тыш, лимонад, кофе, какао күрһә, ҡуян ҡыуанасаҡ ҡына. Борщ, башҡа төрлө ашты бешерергә ашыҡмағыҙ, сөнки улар Яңы йылды ҡаршылағас ҡына өҫтәлгә ҡуйылырға тейеш. Ҡуян майонезы, сыры, ите күп булған блюдоларҙы яратмай, шуға күрә "оливье"ны берәр еңел генә салатҡа алмаштырһаң, һәйбәт булыр, өҫтәп, емеш-еләк менән сикләнергә, аҙ һәм урта калориялы ризыҡ өҫтәлдә төп урын алырға тейеш.
Йыл хужаһы сәләмәт тормош яҡлы, шуға күрә һаулыҡҡа, матур буй-һынға, бигерәк тә ашҡаҙанға зыян итмәгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Бешерелгән картуф, ҡабаҡ, төрлө салат-винегрет, емеш-еләк, ҡош-ҡорт ите блюдолары, тәм-том, бигерәк тә кишер һәм кәбеҫтә күрһә, ҡуян был хужалар мине ысын күңелдән ҡаршы ала, уларға йылымда тик яҡшылыҡ ҡына килтерермен, тип риза ҡалыр. Әйҙәгеҙ, табын ҡорғанда ошоларҙы ла иҫтә тотайыҡ!
Фәриҙә МАНСУРОВА,
хужабикә.
Мәләүез ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №52, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА