Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған оло кешеләрҙең күптәре үҙҙәренең бала сағында уйнаған уйындарын яҡшы хәтерләйҙер. Элекке уйындарҙың байтаҡ ҡыналары минең дә иҫемдә. Шул ваҡыттарҙа бергә уйнап йөрөгән балалыҡ дуҫтарым да кисәгеләй күҙ алдымда. Бер нисә уйынды беҙгә башланғыс синыф уҡытыусыһы Ильясова Фирҙәүес Абуталип ҡыҙы (Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында йәшәй) өйрәткәйне. Ә иң күбеһен, моғайын, бер-беребеҙҙән өйрәнгәнбеҙҙер. Бала саҡтағы күңелле мәлдәр оноторлоҡ түгел шул.
Ул саҡта беҙҙең бәләкәй ауылыбыҙҙа мәктәбебеҙ дүрт класлы ғына ине. Һәр бер синыфта иң кәмендә һигеҙ-туғыҙар, хатта унан да күберәк уҡыусы (бөгөн, ишетеүемсә, ул мәктәптә - дөйөм уҡыусылар һаны унға ла тулмай). Ике уҡытыусы беҙҙе бүлешеп алып уҡыта торғайны. Оҙон тәнәфескә сыҡҡан арала, мәктәп урамында балаларҙың сыр-сыу килгән шат тауыштары, уларҙың "Аҡ тирәк - күк тирәк"те һамаҡлағандары әле булһа ҡолағымда сыңлай… Уҡытыусы апай беҙҙе ике төркөмгә бүлеп, береһенә үҙе лә ҡушылып ала. Ҡапма-ҡаршы тороп, ҡулға-ҡул тотоношоп, сылбыр яһайбыҙ. Бер яҡта торғандар, ҡулдарын дәррәү алға-артҡа хәрәкәтләндереп, көйләп һамаҡлай:
Ҡабырғаһы ҡамсылы,
Тама торған тамсылы,
Аҡ тирәк - күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
Ҡаршы яҡтан: "Фәлән кәрәк!" - тип, бер малайҙың йә ҡыҙҙың исемен ҡысҡыралар. Исеме сыҡҡан бала йән фарман йүгереп килеп, саҡырыусыларҙың сылбырын өҙөргә тейеш. Өҙә алһа, үҙенә "әсир" итеп был сылбырҙан берәүҙе алып китә, ә өҙә алмаһа, үҙе "әсир" булып, шунда ҡала. Шунан ҡаршы яҡ сылбыр йырлай… Еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә әллә ни юҡ һымаҡ, шуғамылыр, балалар араһында аңлашылмаусылыҡ, бәхәс тә сыҡмай, ҡыйырһытылыу ҙа юҡ. Иң мөһиме - һәр баланың иғтибары бер-береһендә. Саф һауала күңел асылып китә. Тәнәфес ваҡыты үтеп, дежур уҡыусы ҡыңғырауҙы зыңғырҙатҡас, сыр-сыу килеп, көлөшөп, көр күңел менән кластарға инеп ултырышабыҙ. Һәммәләребеҙҙең йөҙө алһыуланған, шат. Уҡытыусының һәр һүҙен күңел биреп тыңлайбыҙ. Балалар өсөн тағы ла ҡыҙығыраҡ булһын типмелер, дәрес буйынса ғына түгел, уңайын тура килтереп, башҡараҡ темаларға ла төшөп китә мөғәллимәбеҙ. Белмәгән һәм күрмәгән нәмәһе юҡ уның! Ҡалала уҡып, театрҙарға, төрлө кисәләргә, осрашыуҙарға йөрөгәнен, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡоҙашева һымаҡ мәшһүр кешеләрҙе, Мостай Кәрим, Сәғит Агиш, Яҡуп Ҡолмойҙарҙы үҙ күҙҙәре менән күргәнен һөйләй. Һәр кемебеҙҙең, үҫкәс, уҡытыусыбыҙ һымаҡ уҡып, "донъя күреп", күп нәмәне белге килә…
Ә икенсе уҡытыусыбыҙ - йып-йылтыр хром итектәр кейгән, төп-төҙ баҫып йөрөгән Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Һағынбаев Яҡуп ағай беҙҙе йыш ҡына ҡырға походҡа алып сыға торғайны. Үҙебеҙ менән бер аҙ ҡапҡыларлыҡ икмәк, шаҡмаҡ шәкәр, шешәгә сәй яһап алабыҙ. Ағайыбыҙ беҙгә тау-таштар араһында һәр төрлө бәйге ойоштора. Йүгереп йә һикереп ярышыу, унан "Шпион-милиция", "Аҡ-ҡыҙыл" уйындарын малайҙар айырыуса яратып уйнай инек. Ҡайһы берҙә уларҙы "атыш" тип кенә атай торғайныҡ." Аҡтар-ҡыҙылдарға бүленешкәндә, әлбиттә, һәр кем "ҡыҙыләрмис" булғыһы килә. Шуға күрә ролдәрҙе алмаш-тилмәш алабыҙ. Шулай уҡ, кинофильмдарҙан, фронтовиктарҙан немец фашистарының бик насар кешеләр булыуы хаҡында белгән булараҡ, атыш уйынында бер кемебеҙҙең дә "нимес" булғыбыҙ килмәй. Сөнки ул еңелергә, ә совет һалдаты мотлаҡ еңергә тейеш! Һалдат булырға хыялланмаған бер малай ҙа булмай торғайны. Бер талай уйнағас, Яҡуп ағай беҙгә "Привал!" командаһы бирә. Тоҡсайҙарыбыҙға һалып алып килгән ашамлыҡтарыбыҙҙы тәмләп-тәмләп ашап алабыҙ. Ҡатҡан икмәк һынығы булһа ла, ғәйәт тәмле тойола. Бер нисә сәғәттән, "Тауҙар һәм үҙәндәр буйлап" ("По долинам и по взгорьям"), "Шайморатов генерал" йә башҡа ниндәйҙер бер йырҙы йырлай-йырлай, ҡайтып китәбеҙ…
Өйгә ҡайтҡас та, дәрестәрҙе әҙерләй һалып, йәнә дуҫтарың янына ашығаһың. Бер нисә малай йыйылышып алғас, "Тағы нимә уйнайбыҙ?" тигән һорау тыуа. Бәхеткә, береһенән-береһе ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс уйындарыбыҙ күп. "Өйрәк-һунарсы", "Бесәй-сысҡан", "Бура һуғыу", "Кәнсир уйыны", "Ҡулһуҡма", "Йәшенмәк" (гөргөлдәк), "Һәпәләк", "Алтын тау", "Ҡырҡташ" һымаҡ бихисап уйындар беләбеҙ, һайлап ҡына өлгөр!.. Шулар араһында "Байтус" уйынын айырыуса яратып уйнағаныбыҙ иҫемдә ("байтус" - уйындағы "көтөүсе"). Уны тик малайҙар уйыны тип кенә һанайбыҙ. Ҡыҙҙарҙың, әлбиттә, үҙ шөғөлдәре. Беҙ, малайҙар, ҡыҙҙарҙың эшенә ҡыҫылмайбыҙ, ғәҙәттә, уларҙан айырым уйнай торғайныҡ (Белеүемсә, ҡыҙҙар, башлыса, йорт ихатаһында һәр төрлө сынаяҡ ярсыҡтарын һауыт-һаба итеп, балсыҡтан "бәлеш", башҡа "тәм-том" бешереп, "аш һыу" тирәһендәге шөғөл менән булыша, йә иһә, түңәрәкләп тороп, "Аҡ ҡалас" уйыны уйнай ине). Ә беҙ уҡ-ян менән "ҡоралланған" бер төркөм малай, ауылдан ситкәрәк берәй иркенерәк яланға барып, шунда уйнауҙы хуп күрҙек. Һәммәбеҙҙә талдан яһалған йәйә (беҙ уны "ян" тип атап йөрөттөк), унлаған ҡалай башаҡлы уҡ. Уйнағанда буталмаҫ өсөн һәр кемебеҙ уҡтарыбыҙҙы үҙенсә буяп, билдәләп ала. Атҡан уғыбыҙ берәй таҡтаға тейһә, кире ҡаҡлыҡмаҫлыҡ, йәғни, сәнселеп торорлоҡ итеп, башаҡтарҙы игәү менән үткерләп ала торғайныҡ. Ялан уртаһында берәй йомшағыраҡ сәп табып алабыҙ (ғәҙәттә, кипкән һыйыр тиҙәген һайлайбыҙ). Илле метрҙай араға алыҫая биреп, ана шул мишенгә уҡтарыбыҙҙы сойорғотабыҙ. Бәғзе бер оҫта ҡуллыраҡтарҙың (ғәҙәттә, ҙурыраҡ малайҙарҙың) уғы тура сәпкә барып тейә, ә ҡалғандарҙыҡы ситкәрәк сәнселә. Кемдең уғы сәптән иң алыҫ торһа, шул байтус (көтөүсе) була. Хәҙер инде был көтөүсе үҙенең уғын алып, хәленән килгәнсе алыҫҡа атып ебәрә. Ҡалғандарыбыҙ уның артынса тағы уҡтарыбыҙҙы осорабыҙ (көтөүсенең уғына мөмкин тиклем яҡыныраҡ төшһөн өсөн). Ә инде киләһе этап көтөүсе өсөн иң күңелһеҙелер, сөнки, һәр кемебеҙ үҙебеҙҙең уғыбыҙ төшкән урындан тороп, көтөүсенең ерҙә ҡаҙалып торған уғына тоҫҡап, сиратлап сәпәй башлайбыҙ. Бик күптәребеҙҙеке, әлбиттә, яҙа китә, әммә… Ҡайһы бер мәргәнерәк малайҙар үҙенең үткер башағы менән әлеге көтөүсенең уғын ҡап урталай ярып ҡуя! Сәпкә берәр мәртәбә генә атыу рөхсәт ителә, малайҙар был ҡағиҙәне яҡшы белә. Көтөүсе күпселек осраҡта, һыр бирмәй, әлбиттә, уның запас уҡтары күп…
Иң мөһиме - беҙ барыбыҙ ҙа тигеҙ, йәғни, беҙҙең кемебеҙҙелер айырып баһалаусы юҡ. Дәрестә яҡшы өлгәшкәне өсөн кемдер уҡытыусынан маҡталып, "бишле", икенселәр "икеле" алһа - бында тигеҙлек һәм иркенлек хөкөм һөрә. Бәғзе берәүҙең уҡыуҙа әллә ни артыҡ күрһәткестәре булмай бит инде, уның ҡарауы, ул мәргәнлектә, йүгереү йә һикереү буйынса беренсе булып сыға. Ә тышта шундай саф һауа! Унда-бында йүгереп, тиргә батаһың, әммә уйын - мауыҡтырғыс, күңелле, өйгә ҡайтҡы ла килмәй. Ошонан да яҡшыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ физик күнекмәнең булыуы мөмкинме! Атай-әсәйҙәр, ашар ваҡыт еткәс, саҡырып ҡайтара. "Дәресеңде әҙерләргә онотманыңмы?" тип еңелсә "иҫкәртеп" тә алалар. Ыш-быш килеп, ярайһы ғына асығып ҡайтып инәһең. Бөгөнгө бәғзе бала-сағалар һымаҡ һайланып ултырыу тигән нәмә төшкә лә инеп сыҡмай. Әсәйҙәр һауытҡа нимә һалып бирһә лә -йыпырабыҙ ғына, малай!
Хәҙерге балаларҙың күптәре бер мәртәбә лә йәйә тартып атып ҡарамағандыр, моғайын. Был хаҡта уларға һөйләүсе лә һирәктер. Белеүебеҙсә, бөгөн һәр уҡыусы баланың шөғөлө "һыйпафон" һыйпау. Беҙҙең саҡта ул нәмә түгел, хатта бөтә ауылға бер телефон да булманы. "Тилфун", "тилвизур" тигән нәмәләрҙе ишетә генә беләбеҙ йә киноларҙа ғына күрергә тура килә. Уны ла булһа аҙнаһына бер тапҡыр күрше Аҡморон ауылынан Ғәлимйән, йә Булат ағай клубыбыҙға алып килеп күрһәтә. Ҡайһы бер малайҙар йәйге каникулда ҡалала йәшәгән туғандарында булып ҡайтҡас, шунда күргән телевизор хаҡында әллә кем булып һөйләй. Беҙ, ауыҙ һыуыбыҙ ҡойолоп, "настаяшный" телевизорҙы күргән малайҙы ышаныр-ышанмаҫтай тыңлайбыҙ.
Сәғәттәр буйы өйҙә диванда, һәр береһе айырым бер мөйөштә "ҡошорайып" телефон ҡарап ултырған бөгөнгө балаларға ошо хаҡта һөйләһәң, хатта ышанғылары ла килмәгәне һиҙелә. Элекке уйындар бөтөнләйгә онотолор һымаҡ та булып китә. Шулай ҙа өмөттө өҙөү ярамай, минеңсә. "Бөгөнгө балалар" тигәндәй, шул уйындарҙы үҙемдең ейәнсәрҙәрем менән уйнағаным бар. Ышанаһығыҙмы, улар күңел биреп, мауығып уйнайҙар. "Ҡартатай, әйҙә һәпәләк уйнайыҡ", "Йәшенмәк уйнағым килә", тип, бәғзе ваҡыт оло кешене хатта йығып алып баралар. Айырыуса: "Бер бабай юлға сыҡҡан, уның тәгәрмәсе боҙолған, тәгәрмәсен йүнәтергә нисә сөй кәрәк булған?" - тип һанашырға ярата кескәйҙәр. Унан, йә диван артына йә шкаф эсенә инеп, йә булмаһа, ванна, туалетҡа йәшенәһең. Үҙҙәре лә мөкиббән китеп уйнай, әлеге "һыйпафондарын" күпмелер ваҡытҡа онотоп торалар. Балаларға мәктәптә лә ана шундай уйындар уйнатыу форсаты юҡмы икән, тимәксемен.
Ә бына бөгөнгө көндә ҡайһы бер мәктәптәрҙә "кадет" кластары асыуҙарын ныҡ оҡшатам. Минең бала сағымдағы иң ҙур хыялым ул! Беҙҙән алдараҡ, илленсе йылдарҙа уҡыған балаларҙың мәктәп формаһына ҡыҙыға торғайным. Батша Рәсәйе гимназияларындағы һымаҡ кокардалы фуражка, еҙ төймәле гимнастерка кейеп, билдәрен йылтырап торған еҙ пряжкалы ҡайыш менән быуып йөрөгән ағайҙарыбыҙға күҙем ҡыҙа ине. Әммә беҙ мәктәпкә барыуға ул форманы, ни өсөндөр, бөтөрҙөләр. Күкһел төҫтәге костюмға алыштырҙылар. Ә бер иш мәктәп формаһы балаларҙы бер аҙ тәртипләндереүе һиҙелә бит! Икенсенән, уларҙың бай йә ярлы балаһы икәнлеге лә күренмәй, өсөнсөнән, егеттәр, ҡыҙҙар үҙҙәрен бер аҙ "хәрби" һымағыраҡ итеп тоя башлай. Уҡытыусылар ҙа балаларға (айырыуса, малайҙарға) берәй иҫкәрмә әйткән саҡта: "Һеҙ - буласаҡ һалдаттар, ил һаҡсылары…" тигән һүҙҙәрен йыш ҡына ҡыҫтырып ебәреүе лә ҙур тәрбиәүи роль уйнай. Ошолар хаҡындағы һүҙемде ҡолаҡ ситенә булһа ла элһен ине беҙҙең уҡытыусылар, тип һүҙ ҡуҙғатҡайным инде…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА