«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАҘАУ ҠАҒА БЕЛМӘГӘН ИР - ИР ТҮГЕЛ ИНДЕ!
+  - 

Талантлы медицина фәндәре докторы, профессор, операцияһыҙ дауалау ысулдары авторы Сергей Бубновскийҙың һәр яңы китабын уҡып ҡына ҡалмайым, ә ентекле өйрәнәм дә. Авторҙың ир-егеттәр һаулығына ҡағылышлы хеҙмәтен уҡығанда билдәле доктор яҡташыбыҙ, Венер Сәхәүетдиновтың ҙур үкенес менән: "Ҡустым, ни өсөн мине бер кем дә аңламай, бер генә бюрократ та тыңларға теләмәй икән?" - тигән һүҙҙәре ҡолағымдан китмәне. Венер Ғәзиз улын иң ныҡ борсоған мәсьәләләрҙең береһе - тик хәрби комиссариаттарға барыр ваҡыт еткәс кенә ир-егет һаулығына иғтибар ителеүе булды.

Бына Сергей Михайлович Бубновский ҙа, ул осор, йәғни ир-егетте ир-егет итеп тәрбиәләү ваҡыты 6-8 йәшкә тиклем үк башланырға тейеш, ти. Үҙенең фекерен профессор күп һанлы кире ҡаҡҡыһыҙ миҫалдар менән иҫбат итә. Мин ул китапты уҡығанда ике-өс класс белемле атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе нисек дөрөҫ итеп тәрбиәләгәнен аңланым. Мәҫәлән, ауыл малайының һыуҙа йөҙә белмәгәне минең өсөн мәңгелек аңлашылмаған һорау булып ҡала. Беҙҙең ауыл ҙур йылға буйында ултырмай, әммә атай-әсәйҙәр бәләкәй генә шишмәне быуып, балаларға йөҙөрлөк быуа булдырҙылар, уның өсөн өлкән быуынға беҙ тик рәхмәтле генә. Тимәк, улар ысынлап та баланың йөҙә белергә тейешлеген күҙ уңында тотоп эшләгән быны.
Бала саҡта тиҫтерҙәремдең хәтерендә ҡалған иң иҫтәлекле күренештәрҙең береһе - һыбай йөрөү. Совхоздың 70-80 аты - беҙҙең ауылда, һәр ат ҡараусының берәр улы - минең тиҫтер. Йәй көнө йылҡы малын көтөү - балалар елкәһендә. Беҙ, башҡа малайҙар, иртән иртүк яланға сығабыҙ, оҡшаған атты тотоп менәбеҙ, эйәр тураһында уйлау ҡайҙа ул! Бер нисә тапҡыр осоп ҡалғанымды бөгөн көлөп кенә хәтерләйем. Хәҙер рөхсәт булһа ла ауылдарҙа фермерҙарҙан башҡа йылҡы малы аҫраусы юҡ. Ат һөймәй үҫкән милләтебеҙ малайҙары быуыны арта. Ә бит, билдәле булыуынса, борон-борондан башҡорт улын өс йәштән атҡа атландырған, тимәк, шул осорҙан алып уларҙан ир-егет тәрбиәләгән. Өс йәштән! Ә беҙ мәктәпкә барғандарына ла "өф-өф" тип торабыҙ.
Бала саҡтағы бер ваҡиғанан алған һабаҡ ғүмерлеккә етте. Район гәзитенән яһаған пилоткама йондоҙ ҡаҙаным да һыу инергә юлландым. Түбән остоң биш-алты малайы ҡаршы сыҡты, сәбәп итеп йондоҙомдо тартып алырға йәбеште, һуғышып киттек. Быны тәҙрәнән күреп ҡалған әсәйем сыбыҡ тотоп йүгереп сыҡҡас, тегеләр ҡасты. Шунан ни булды тийәрһегеҙ? Сыбыҡ кемгә эләкте тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, миңә! "Ниңә шуларға бирешеп тораһың!" - тине әсәйем.
Урамда һалдат ҡайыштары менән һуғышып, туҡмалып, бляханың йондоҙонан алған мисәт менән ҡайтҡанда ла атай-әсәйгә ошаҡлашыу ҡайҙа ти ул, хатта бер туған ағайым да белмәй торғайны. Әнғәм Атнабаевтың "Өйрәттеләр" шиғырындағы кеүек, "Туҡмап өйрәттеләр иламаҫҡа, кеше илағанда көлмәҫкә, ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла, дошман алдында төкөрмәҫкә..."
Бөгөн малайҙарҙы ир-егет итеп тәрбиәләргә тейешле кешеләрҙең интернеттағы сығышын уҡыһаң, иҫтәрең китә. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) дәресен тергеҙеү тураһында һүҙ күтәрелеү менән, шуны ғына көткән кеүек, ҡаршы булғандар геү итеп ҡалды. Малайҙарға, буласаҡ һалдаттарға, дәрестә автомат һүтеп-ҡороуҙан да күркәмерәк нимә бар? Ә уҡыу йылы аҙағында өйҙән ситтә аҙналыҡ хәрби йыйындар, автоматтан атыу үҙе ни тора!
Бөгөнгө закон буйынса, әгәр уҡытыусы уҡыусыға бер аҙ тауышын күтәрһә - бөтә интернет киңлеге тула, бахырҙы нәмә тип кенә битәрләмәйҙәр. Ә һуңынан, үҫкәс, әлеге бешмәгән елғыуар әсәһе аҡса бирмәгәнгә бөтә ғаиләһен үлтерә, был осраҡта ниңәлер тәрбиә "бирмәгән" мәктәпте ғәйепләйҙәр…
Беҙҙең класты рәсем дәресенән Михаил Быков исемле талантлы педагог уҡытты. Дәрес буйы һөйләшеп ултырған Рафаэлде уҡытыусыбыҙ бер нисә тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, һуңғыһы ҡолағына ла элмәне, башҡаларға ҡамасаулауын танырға теләмәне. Түҙемлеге бөткән Михаил Егорович уның елкәһенә биреү менән Рафаэль парта араһына һуҙылып төштө, башҡаса дәрестә тауышланып ултырманы. Иң ҡыҙығы, был ваҡиға класс бүлмәһенән тышҡа сыҡманы. Ә хәҙер йәмғиәтебеҙ малай түгел, мәмәй әҙерләй…
Мәктәп тураһында тағы бер фекерем менән уртаҡлашайым әле. Беҙҙе 5-7-се кластарҙа - ағас, 6-8-се кластарҙа тимер менән эшләргә өйрәттеләр. Шуға күрә бысыу, йышыу өсөн бер ваҡытта ла башҡа кешегә мөрәжәғәт итмәйем. Ошо тәжрибәмдән сығып, ейәнемә тәүге уйынсыҡ итеп ысын сүкеш һәм ҡул бысҡыһы алып бирҙем. Өйҙә ҡаҙау ҡаға белмәгән ир ир түгел инде.
Ир-егет тәрбиәләү мәктәптең генә эше түгел, ә, тәү сиратта, ғаиләнең бурысы. Үрҙә әйткәнемсә, атай-олатайҙар был бурысты өс йәштән башлаған, малайҙарҙы сүкеш-балта тотоуҙан тыш, Тыуған илен һаҡларға бурыслы итеп тәрбиәләү ҙә мөһим. Бының өсөн иң тәүҙә спортҡа ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Кем әйтмешләй, ҡарт көнөңә байлыҡ түгел, ә һаулыҡ туплау кәрәк. Бының өсөн сәләмәт тәндә сәләмәт рух та булырға тейеш.

Сәйфулла ӘМИРОВ. Мәләүез ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 292

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru