«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИР ХАЛЫҠТЫҢ ҒЫНА ТАРИХЫ ҺӘМ ҮҘЕНЕҢ ЙӘШӘЙЕШ ҠИММӘТТӘРЕ БУЛА
+  - 


Яңыраҡ бер ханымдың ауыҙынан шундай һүҙҙәр ишетергә тура килгәйне: "Ҡатын-ҡыҙ һәр йәһәттән әүҙемлек күрһәтеп, ирҙәрҙең позицияларын яулап бөткәс, беҙ көслө зат тормошта кәрәге ҡалмаған енескә әүерелде, тип яңылышҡанбыҙ икән. Украиналағы хәлдәр килеп тыуғас ҡына беҙ ир-аттың ни өсөн кәрәк булғанлығын аңланыҡ..." Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан беҙ "Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы" БР төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәп улы РӘЖӘПОВ һәм Башҡортостан Миграция үҙәге дауаханаһы баш табибы Раян Нурулла улы МИҺРАНОВ менән осрашып, ир-ат тәрбиәһе, әрме хеҙмәте хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты һуңғы юлға оҙатырға килгәндә башҡорт халҡының ватаныбыҙҙы яҡлау һәм һаҡлау буйынса тарихтағы ваҡиғаларға һәм хәҙерге заманда күрһәткән хәрби ҡаһарманлығына ҙур баһа бирҙе. Уның һүҙҙәре халҡыбыҙға бирелгән баһа ла булды, беҙҙең турала ысын һүҙҙе әйтте ул. Был һүҙҙәрҙе бар донъя ишетте. Һеҙ уның был баһаһын нисек ҡабул иттегеҙ?

Тимерйән Рәжәпов:
Был һүҙҙәр самолетҡа ултырыр алдынан әйтелһә лә һәм беҙҙең өсөн ҡапыл яңғыраған һымаҡ тойолһа ла, осраҡлы әйтелмәне улар. Рәсәй Президентының был осраҡта 1812 йылғы Ватан һуғышын, Бөйөк Ватан һуғышын, хәҙерге махсус хәрби операцияны миҫал итеп килтереүе бик урынлы яңғыраны. Беҙ былар хаҡында барыһын да беләбеҙ, әммә уларҙың ил башлығының ауыҙынан яңғырауы бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Путиндың был һүҙҙәре, ысынлап та, беҙгә, башҡорттарға бирелгән хаҡ баһа булып яңғыраны. Бар донъя алдында ул тағы ла беҙҙең дәрәжәне күтәрҙе.
Раян Миһранов: Рәсәй Президентының юҡтан-барҙан бер һүҙҙе лә әйтмәгәнен яҡшы беләбеҙ. Һәр һүҙе уның әллә нисә тапҡыр уйланылып әйтелә. Икенсенән, ул ватан өсөн ауыр ваҡытта башҡорт ҡаһарманлығын миҫал итеп килтереп, бының менән күптәргә ишара ла яһаны. Өсөнсөнән, шундай ҡаһарман тарихы булған башҡорт халҡының үҙенә лә үҙ ҡәҙеребеҙҙе үҙебеҙ белер өсөн ишара булды. Әйтәйек, беҙ Наполеонға ҡаршы һуғышҡан башҡорт яугирҙарының исемдәрен яҡшы белһәк тә, граждандар һуғышы осоронда илебеҙ өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың исемлеген әле булһын тергеҙә алмайбыҙ. Тарихи арауыҡ бирерәк ятыуына ҡарамаҫтан, был осорҙоң ҡара таптары байтаҡ.
Беҙҙең ата-бабалар Рәсәйгә ҡушылып, оло ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн көрәшеп яңылышмағандыр тием. Сөнки ул саҡта Рәсәйҙе яҡлау һәм һаҡлау Башҡорт илен дә яҡлауға һәм һаҡлауға тиң булған. Рәсәй һәр заманда ла халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән ныҡ булған. Шул ныҡлыҡҡа әле лә һынау килде.

Билдәле тележурналист, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин үҙенең киң билдәле "Тарихи мөхит" программаһында шундай фекер әйткәйне: "Яугир халыҡтың ғына тарихы бар..." Бының менән ул шуны аңлатырға теләй: яугир булмаған халыҡ элек йәшәмәгән, сөнки тик яугир булып ҡына улар һаҡлана алған, йә булмаһа, ул халыҡ һуңғы осорҙа ғына формалашҡан. Был фекергә һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

Тимерйән Рәжәпов:
Салауат бик дөрөҫ әйткән, тарих алдында беҙҙең оялыр бер генә мәлебеҙ ҙә юҡ. Әммә икенсе бер мөһим мәсьәлә: үҫеп килгән быуын, балаларыбыҙ шул тарихыбыҙҙы беләме-юҡмы? Белгән хәлдә лә, ниндәй кимәлдә белә? Икенсенән, беҙгә тарих һабаҡ алыр өсөн дә кәрәк.
Раян Миһранов: Тимерйән ағайҙың әйткәндәренә шуны өҫтәр инем: хәҙерге заманда ҡулына ҡорал тотоп һуғышып йөрөгән кеше генә яугир түгел. Сөнки был быуатта иң ҙур һуғыш мәғлүмәт яланында бара. Улай ғына ла түгел, хәҙерге тормош һәр халыҡтың булмышы, киләсәге өсөн яу. Тел өлкәһен алайыҡ. Беҙҙең тел Евразия халыҡтары араһындағы иң боронғо телдәрҙең береһе. Лексик яҡтан ҡарағанда ла телебеҙҙә ҡыпсаҡтан башлап, фарсыға тиклем әллә нисәмә төрлө компонент бар. Улар халҡыбыҙҙың бик боронғо икәнен дәлилләй, сөнки шул телдәрҙә һөйләшкән халыҡтар, ҡәүемдәр менән башҡорттар тығыҙ аралашып йәшәгән. Башҡорт булып һаҡланыр өсөн халҡыбыҙ туҡтауһыҙ көрәшкән. Телебеҙ был ваҡытта үҙгәреш тә кисергән, әммә башҡорт башҡорт булып ҡалған. Мәҫәлән, йәһүдтәр хәҙерге заманда ниндәй генә телдәрҙә һөйләшмәй, уларҙың бик аҙы ғына ивритты белә. Әммә уларға айырым диндә булыуҙары ярҙам итә. Шуға улар үҙҙәрен йәһүд тип һаҡлап алып ҡалған. Йәһүҙи диненән алыҫлашҡан йәһүдтәр бер-ике быуын үтеүгә йәһүд булыуҙарынан туҡтай. Беҙҙе, асылда, тарихыбыҙ, милли рухыбыҙ, яугирлығыбыҙ һаҡлай, тибеҙ. Ата-бабаларының халҡыбыҙҙың киләсәге, хәҙерге көндәге үҙе өсөн йәнен аямай һуғышҡанын белгән башҡорт балаһы хатта туған телен белмәгән көйө лә үҙен киләсәктә башҡорт тип танырмы? Бөгөн туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу менән бер рәттән, ошо мәсьәлә лә беҙҙе борсорға тейештер тип уйлайым. Тарихты онотоуҙоң милләттең юғалыуына килтереү ихтималлығын да аңлау мөһим. Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә бер мәктәптәге осрашыуы хаҡында яҙғайны. Ул балаларҙан: "Үҙегеҙҙең райондан Советтар Союзы Геройҙарынан кемдәрҙе беләһегеҙ?"- тип һораған. Берәүҙе лә атай алмағандар. Башҡортостандан ундай геройҙарҙан кемдәрҙе беләһегеҙ, тигән һорауға бер бала ғына тороп Муса Гәрәевтың фамилияһын атай алған. Ысынлап та, мәктәп балалары Боронғо Рим, Греция, Вавилон тарихын Рәсәй, Башҡортостан тарихына ҡарағанда яҡшыраҡ белә...

Совет осоронда егет кеше мотлаҡ әрмелә булырға тейеш ине. Унда бармағандарға ҡыҙҙар икенсел ҡарашта булды. Хәҙер иһә кемдәр әрмегә бармай тороп ҡала ала, улар иғтибар үҙәгендә. Был хәл ниндәйҙер кимәлдә "Ватан һуғышы бәйете"ндәге ошо юлдарҙы хәтерләтә:
Һалдат итеп алдылар,
Билгә ҡайыш һалдылар.
Бай-бетсәнең балалары
Өйҙә тороп ҡалдылар.
Совет осоронда ысын ир-егеттән тәмәке, араҡы еҫе сығып торорға тейеш тигәнерәк тә ялған маркер йәшәне. Нисек уйлайһығыҙ: хәҙерге ҡыҙҙар ысын ир-егетте ниндәй билдәләренә ҡарап баһалай?

Тимерйән Рәжәпов:
Әхмәр ағай, һин үҙең дә Совет Армияһында хеҙмәт иткән кеше булараҡ, ул саҡта ҡыҙҙарҙың һалдаттарға ҡарата булған мөнәсәбәтен яҡшы аңлайһың. Ул саҡта беҙҙе әрмегә нисек оҙата, нисек ҡаршылай инеләр. Беҙ ул саҡта Совет Армияһында хеҙмәт итеүебеҙҙе оло ғорурлыҡ менән әйтә инек. Әрме хеҙмәтен үткәндәргә юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә лә өҫтөнлөк бирелде. Ул заманда армияға бармау өсөн ауырыуҙар уйлап сығарыу, башҡа һылтауҙар эҙләү егеттәрҙең уйында ла булманы. Беҙҙең Баймаҡ районы Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылдарында икешәр-өсәр кеше генә әрмегә бармай ҡалғандыр ул саҡта. Хәтереңдәме, беҙ Ташкит башына автобусҡа сыға торғайныҡ. Автобус килмәһә, йә урын ҡалмаһа, военкомат саҡыртты, тип, Баймаҡҡа, Сибайға йәйәүләп атлай торғайныҡ. Әрмегә бармай, оятҡа ҡалмаҫ өсөн. Военкоматҡа ла ауылдан йәйәү барып, әрмегә китеүселәр булды.
Хәҙер иһә донъя ҡапма-ҡаршы яҡҡа үҙгәрҙе, йөҙ ҙә һикһән градусҡа боролдо. Хәҙер әрмегә бармаҫ өсөн ниндәй генә ауырыуҙар уйлап сығармайҙар. Ҡала урамдарында "Законлы юл менән хәрби билет алырға ярҙам итәм" тигән яҙыулы машиналар йөрөй хатта. Минеңсә, законлы юл менән хәрби билет алыуҙың бер генә юлы бар: ул да булһа, үҙ теләгең менән әрмегә барып, намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайтыу. Ул осраҡта һиңә, ысынлап та, законлы рәүештә хәрби билет бирелә. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ундай хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларҙы сикләү, уларға штрафтар һалыу тураһында закон проектына тәҡдим менән сығыш яһаны. Бик ваҡытлы ҡарар.
Әле әрмелә хеҙмәт итеү мөҙҙәтен тәүҙә йыл ярымға, артабан элекке кеүек ике йылға еткереү тураһында закон ҡабул ителә. Мин быға бик шатландым, сөнки бер йыл ғына хеҙмәт итеү бик аҙ. Махсус хәрби операцияға барыусылар араһында бер йыл әрме хеҙмәтен үтеүселәр был ваҡыт эсендә хатта автомат тотоп та ҡарамауҙары хаҡында әйтә.
Ә ҡыҙҙарға килгәндә, уларҙың күбеһе хәҙер егеттәрҙе иң тәүҙә кейгән туфлийына, ҡулындағы смартфонына, йөрөгән машинаһына ҡарап баһалай. Мин бындай баһалау алымын ваҡытлыса күренеш тип иҫәпләйем. Бигерәк тә махсус хәрби операция барған ошондай ҡатмарлы заманда.
Билдәләрҙе, ҡиммәттәрҙе беҙ үҙебеҙ ҙә булдыра алабыҙ. Бына беҙ Өфөнән Баймаҡҡа ҡайтҡан саҡта Белорет районы территорияһын өс сәғәткә яҡын ваҡытта үтәбеҙ. Әммә юл буйына ошо районда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройының, исмаһам, һүрәте төшөрөлөп, исем-шәрифе яҙылған бер генә баннерҙы күргәнебеҙ бармы? Чечняла, мәҫәлән, юл ситтәрендә геройҙарының фотолары, исем-шәрифтәре яҙып ҡуйылған.
Раян Миһранов: Совет власы бөткәндә мин туғыҙынсы класта уҡый инем. Мәктәбебеҙҙә пионер ойошмаһының һуңғы дружина советы рәйесе булдым. Комсомолға инергә әҙерләнеп йөрөгәндә беҙгә комсомолдың бөтөүе хаҡында еткерҙеләр. Маркерҙарға килгәндә, совет кешеһенең әхлаҡ кодексы төп ҡиммәт булды. СССР тарҡалған осорҙа ла үҙенең ҡиммәттәре булды. Әлегә мәлдә иһә йәштәр менән эшләү насар ҡуйылған. Беҙ уларҙың нимә уйлағанын, нимә теләгәнен бөтөнләй белмәйбеҙ. Үҙебеҙ "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына, ирҙәр ҡорона берегеп, бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ, ә йәштәр үҙ ихтыярына ҡуйылған. Шуға күрә, Рәсәй кимәлендә йәштәр ойошмаһын булдырыу ихтыяжы күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Беҙҙә әле ҡиммәттәр баҙар иҡтисадына көйләнгән. Хәҙер кемдә аҡса бар - шул батыр, уның һүҙе дөрөҫ. Әрмегә бармау мәсьәләһендә лә шул уҡ хәл. Кем әрмегә бармау шартын һатып ала икән, тимәк, батыр. Ә инде әрмегә барыусылар бөтөнләй икенсе төркөмдә, уларҙы хуплаған кешеләр әҙ. Мәктәпте бөтмәҫ борон машина йөрөтөүгә таныҡлыҡ һатып алып, дәрескә машина менән килде икән - ул текә, был уңышлы кеше маркеры.
Ни өсөн беҙҙә суицид осраҡтары күп? Берҙән, йәмғиәт дини тәрбиә бирмәй. Сөнки дин юлына баҫҡан кеше шундуҡ ниндәйҙер секта вәкиле тип иҫәпләнә. Шуға күрә йәштәр үҙҙәренә ут яуҙырмаҫ өсөн диндән алыҫыраҡ торорға тырыша. Ҡиммәттәрҙе беҙ үҙебеҙ ғаиләлә тәрбиәләргә тейешбеҙ. Сөнки йәштәр хәҙерге донъяла нимә уңайлы, шул яҡшы тип аңлап өйрәнгән. Был хатта үҙ милләтеңде билдәләүгә лә ҡайтып ҡала. Халыҡ иҫәбен алған ваҡытта бер йәш кешенән ниндәй милләт вәкиле булыуын һорағандар икән, ул: "Ә нисек кәрәк?" - ти икән. Бында ҡулайлашыу килеп сыға. Ҡиммәттәрҙе, йәғни билдәләрҙе беҙ тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Совет осоронда күптәр үҙаллы фекер йөрөтөргә, ҡарар ҡабул итергә өйрәнмәгән. Күберәген район, республика етәкселәренән көтәбеҙ. Әйҙә, шулай итәйек, былай итәйек, тип күмәкләшеп кәңәшләшеп эшләргә онотҡанбыҙ. Шул йолаларҙы тергеҙһәк, үҙ ҡиммәттәребеҙ барлыҡҡа киләсәк.

Кемдәндер өҫтән, командирҙан көтөп ултырыу һалдатҡа хас. Был беҙҙең яугирлыҡтың кире һөҙөмтәһе түгелме икән?

Раян Миһранов:
Минеңсә, улай түгел. Яуҙа командирҙар стратегик ҡарар ҡабул итеү өсөн кәрәк. Һалдат дошманға атмаһа, үҙе һәләк була. Эргәһендәге яуҙашына дошманды ут менән ҡаплап ярҙам итмәһә, иң тәүҙә яуҙашын, шунан үҙен атасаҡтар.
Беҙҙең халыҡ инициативалы булған. Исмәғил Тасимовты ғына алайыҡ. Ул берәүҙән дә фарман көтөп ултырмаған. Үҙенең аҡсаһын һалып, тау эштәре буйынса уҡыу йорто асҡан. Килешеү буйынса унда илле башҡорт балаһы уҡырға тейеш булған. Тәүҙә был шарт үтәлгән, аҙаҡ онотҡандар, уныһы инде башҡа мәсьәлә. Элек барлыҡ мәсьәләләрҙе тәүҙә ырыу ҡоронда, аҙаҡ дөйөм халыҡ ҡоронда хәл иткәндәр. Бер ваҡытта ла өҫтән көтөп ултырмағандар.
Ә инде райондарҙа батырҙарҙы мәңгеләштереү мәсьәләһенә килгәндә, беҙ тыуған ауылыбыҙ Маныштыла ҙур обелиск ҡуйҙыҡ. Унда репрессияға дусар булыусыларҙың, һуғышҡа китеүселәрҙең, яу яланында һәләк булыусыларҙың, тыл ветерандарының исемлеген төҙөргә булғас, урындағы военкоматҡа мөрәжәғәт иттек. Унда исемлек булманы. Шунан һуң ғаилә архивтарынан, архивтарҙан, сайттарҙан эҙләнек. Унда ла бер үк фамилиялар төрлөсә яҙып бөтөлгәйне. Ауылдан күсеп китеүселәр, яугирҙарҙың ҡайһыларының туғандары ҡалмаған, уларҙы ла табырға тырыштыҡ. Әгәр ҙә быны дәүләттән көтһәк, килеп сыҡмаҫ ине. Был, ысынлап та, ҡиммәттәрҙе булдырыу йүнәлешендәге эш булды.
Хәҙерге йәштәрҙең байтағы, нисек булһа ла, үҙҙәренең исемдәрен яңғыратырға тырыша. Уның заманса атамаһы ла бар - хайп.

Әрмелә хәрби устав, уставтан тыш мөнәсәбәттәр, казарма иерархияһы, ҡырҡ телдә аралашыусы ҡырҡ ата балалары менән һыйышып йәшәү шарттары үҫмергә, әйтәйек, ун-егерме йылда ала торған тормош һабағын ике йылда бирә. Йәғни, әрмелә булыусылар тиҙерәк ир ҡорона тулыша. Миңә, мәҫәлән, әрме күңел кирелегемде, тәкәбберлегемде еңергә, сама белергә өйрәтте. Ә бына һеҙҙе әрме нимәгә өйрәтте?

Тимерйән Рәжәпов:
Беҙ алдан уҡ әрмегә барырға тейешлегебеҙҙе белә инек. Учебкаға эләктем, хәрби әҙерлектең муштраһы тап унда икәнлеген хеҙмәт иткәндәр белә. Автомат та тоттоҡ, ҡар ҙа көрәнек, иҙән дә йыуҙыҡ. Тулы кимәлдә рәсми булмаған "дух", "черпак", "дед", "дембель" баҫҡыстарын үттек. Афғанстандағы бачалар (бала-сағалар) беҙҙең ниндәй баҫҡысҡа ҡарауыбыҙҙы төҫ-һыныбыҙға ҡарап билдәләй инеләр хатта. Был үҙенә күрә әрме һынауын нисек үтеүеңде күрһәтә торған билдә-маркер.
Әрме күп кенә һабаҡ биргәндер тием. Афғанда күп тапҡырҙар иптәштәремдең һәләк булыуҙарын күреү ғүмерҙең фанилығын аңларға, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә ярҙам иткәндер. Ҡайтҡас, шул-шул иптәшем урынына мин һәләк булырға тейеш инем бит, тигән уйҙарға ла төшәһең. Холҡомда ла үҙгәрештәр барлыҡҡа килде.
Раян Миһранов: Мин әрмегә университеттан һуң лейтенант званиеһында хәрби табип булып барҙым. Ғаиләбеҙҙә етенсе төпсөк бала булараҡ, атай-әсәй, өлкән туғандарым нимә әйтә, шуны тыңлап йөрөгән кеше инем. Интернат мәктәптә уҡыным, университетта уҡығанда йәштәр иттифағында йөрөнөм. Ә әрме иң тәүге сиратта миңә ҡыйыулыҡ бирҙе, үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы. "Бабайлыҡ" офицерҙар араһында ла булды. Беҙҙә унда "пиджәк", "двугодичник" баҫҡыстары бар ине. Разведрота командиры менән эләгешеп китеп, мин өҫтөн сыҡҡас, мине "пиджәк", "двугодичник" тип әйтмәй башланылар, "иптәш лейтенант", "Раян Нуруллович" йә "Раян" тип кенә өндәшә башланылар. Ошо ваҡиғанан һуң үҙемдән күп нәмә торғанын да аңлай башланым. Тағы ла үҙемдең нимә һәм нисек теләгәнемде ҡыҫҡа һәм тура итеп, кеше аңларлыҡ итеп еткереп әйтергә лә өйрәтте миңә әрме. Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ уҡытыусы булараҡ, беҙгә өс кимәлдә маҡсат ҡорорға өйрәтә торғайны, йәғни ҡыҫҡа ваҡытҡа, урта ваҡытҡа һәм ғүмерлек маҡсат. Әрмелә мин уларҙың хаҡлығын аңланым. 25 йәшемдә 35-кәсә пландарым төҙөп ҡуйылғайны инде. Әрме артабанғы тормошомдоң пландарын кәштәләргә һалырға булышлыҡ итте. Унда байтаҡ аҡса туплау мөмкинлеге лә булды. Ҡайтҡас, өйләнгәндә, туйҙың ярты сығымын үҙем күтәрҙем.
Кеше нимәнелер тапһа, нимәнелер юғалта ла. Был - философия ҡануны. Мин әгәр ҙә әрмегә бармаған булһам, фән юлынан китеп, был өлкәлә лә үҙемде күрһәтә алыр инем. Йәштәрҙе лә, һин әрмелә хеҙмәт итергә тейешһең, тип, бөтәһен дә бер тараҡ менән тарарға ярамайҙыр. Бөтә егеттәр ҙә әрмелә хеҙмәт итергә тейеш тә түгелдәр. Сөнки халыҡта "Инә һөтө менән инмәгән, тана һөтө менән инмәй" тигән мәҡәл бар. Психологик тикшереү үткәреү мөһим. Шуның өсөн дә кемдәрҙелер ашнаҡсы итеп ҡуялар, сөнки ундайҙар коллективта йәшәй алмай. Йәки булмаһа күҙлекле китап яратыусы "ботаник"тарҙы штаб тирәһенә алалар, һис юғы, хат ташыусы, мунса яғыусы йә киномеханик итеп ҡуялар. Ҡыҫҡаһы, һәр кем әрмелә хеҙмәт итмәһә лә, кәрәк саҡта үҙенең тыуған илен, тыуған ерен һаҡлар өсөн әрме әҙерлеге үтергә бурыслы.

Ирҙәр ҡорон ойошторғанда уларҙың алдына маҡсатты дөрөҫ итеп ҡуйырға кәрәктер. Ир-ат, ғәҙәттә, үҙҙәренә ҡыҙыҡ йә кәрәк булған урынға ғына йыйыла. Шулай түгелме?

Тимерйән Рәжәпов:
Элек-электән ауылды тотоп торған аҡһаҡал булған. Аҡһаҡалдар ауыл халҡы менән етәкселек итеп кенә ҡалмаған, ирҙәрҙең дәрәжәһен һаҡлау буйынса ла эш башҡарған. Хәҙер инде ауылдарҙа төрлө ирҙәр ҡорҙары ойоштороп ҡарайҙар, ысынлап та, дәррәү ҡуҙғалыш юҡ, бигерәк тә егеттәрҙе туплай алмайҙар. Әлбиттә, уларҙы туплау тигән маҡсат бар, әммә ул маҡсат һәр бер егеттең тормош маҡсаты менән тап килмәгәс, уларҙы трактор менән һөйрәтеп тә ир-аттар ҡорона алып килеп булмай.Ҡайҙандыр аҡса табып, күңелләнеп алырға тигән маҡсат менән йөрөүселәр хаҡында әйтеп тә тормайым инде.
Раян Миһранов: Ҡараһаң, ауылдарҙа күп кешеләр янып-көйөп йөрөгән һымаҡтар, ә ысынында, бер нәмә лә эшләнмәгән һымаҡ. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында беҙ нисек итеп республикабыҙға иҡтисади үҙаллылыҡ яуларға өлгәшә алдыҡ? Сөнки ул ваҡытта көллө халыҡ бер маҡсат менән эш итте. Аҙаҡ башлыҡтар күбәйеп киткәйне, халыҡ яйлап кире тарҡала башланы. Бөгөн ир-аттың ғына өс ойошмаһы бар: ир-егеттәр ҡоро, аҡһаҡалдар ҡоро һәм атайҙар ҡоро. Иң ҡыҙығы: уларҙың өсөһөндә лә бер үк кешеләр йөрөй. Мин ир-егеттәр ҡоронда икәнмен, аҡһаҡалдар ҡорона инер өсөн һаҡал үҫтерергә, атайҙар ҡорона инер өсөн атай булырға тейешмен. Был хәл берҙәмлектең юҡлығын күрһәтә. Берҙәмлек тә булыр ине, бер-беребеҙгә ышаныс юҡ. Берҙәмлек һәм ышаныс булмайынса, бер нәмә лә эшләп булмай.
Беҙ Инйәрҙә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡатай ырыуы вәкилдәренә стела ҡуйҙыҡ. Дәүләт бында бер тин дә аҡса бүлмәне, үҙебеҙ йыйҙыҡ. Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында ҡуйылған һәйкәлдән тыш, бындай стелалар бүтәнсә юҡ та шикелле. Үҙебеҙҙең геройҙарҙың исемдәрен беҙ трассаларға ҡуя алмайбыҙ, сөнки улар федераль ведомствоға ҡарай. Тыуған ауылыбыҙҙа турнир үткәрҙек. Шул саҡта юл сатына "Манышты. Турнир" тип яҙыр өсөн генә лә күп кәртәләр аша үтергә тура килде.

Ир-ат тәрбиәләү халҡыбыҙҙа тәрбиәнең төп өлөшө һаналған. Ир-ат яуҙа, мал табыу юлында йөрөгәс, күберәк был ғәмәлде әсәйҙәр башҡарған. Һеҙ үҙегеҙ атайығыҙҙан ниндәй тәрбиә алдығыҙ, улдарығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ?

Тимерйән Рәжәпов:
Беҙҙең ғаиләлә, мәҫәлән, атайыбыҙ ғүмерҙә лә беҙгә ҡысҡырып һүҙ әйткәне, әрләгәне булманы, ҡайыш тотоп та ярманы. Атайыбыҙ тыныс холҡло ине, ғүмер баҡый тракторҙа эшләне. Беҙҙе күбеһенсә әсәйебеҙ тәрбиәләне. Атайым: "Ғәлиә, малайҙарыңды ҡара", - тип әйтер ҙә эшкә китер ине. Ҡайыш та, прәник тә әсәйебеҙҙән эләкте. Өйҙәге барлыҡ эштәрҙе лә үҙебеҙ башҡарҙыҡ, шул уҡ ваҡытта йылғаға төшөп, сәкән һуғырға ла өлгөрҙөк. Хатта атайым менән нимәлер хаҡында һөйләшеп ултырғанды ла хәтерләмәйем. Әрмегә китер алдынан ғына: "Ярар, имен-аман барып ҡайт", - тип кенә фатиха бирҙе. Афғанстанда өс айлыҡ хәрби заданиела йөрөп, хатлаша алмаған мәлдәрҙә лә әсәйем мине эҙләп тапты. Военкоматҡа барып таптырған. Хәрби часты табып, командирыма сыҡҡандар.
Ни тиһәк тә, беҙҙе әсәй тәрбиәләне, кеше итте. Әммә ул быларҙың барыһын да атайыбыҙ исеменән башҡарҙы. Улым да хәрби темаға арналған фестивалдәр үткәргәндә минең урынбаҫарым булырға теләге барлығын белдерә. Уны дөрөҫ юлда баралыр тип иҫәпләйем, сөнки командир юҡ саҡта уны урынбаҫары алмаштыра.
Раян Миһранов: Башҡорттарҙа балаларҙы атҡа ултырыр хәлгә еткәнсе ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләй тигәнде яңыраҡ ҡайҙалыр уҡыным. Шунан һуң ғына ир балалар - атай, ҡыҙ балалар әсәй тәрбиәһенә күскән. Беҙҙе ғаиләлә әсәйебеҙ ҙә, атайыбыҙ ҙа тәрбиәләне. Улар беҙҙе үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләргә тырышты. Беҙҙең затта бер кем дә эсмәне, береһе лә тәмәке тартманы, ә шулай ҙа был насар ғәҙәттәрҙән киҫәтеү һәр ваҡыт яңғырап торҙо. Йәки беҙҙең затта бөтәһе лә юғары белемле, һин нишләп юғары белемле булырға тейеш түгелһең? Беҙ әле лә үҙебеҙҙең өлгөлә үҙ балаларыбыҙҙы тәрбиәләргә бурыслыбыҙ тип уйлайым.
Беҙҙең Маныштыла ир-егеттәр ҡорон ойоштороу буйынса байтаҡ саралар үтте. Күп кенә ир-егеттәр унда үҙҙәренең балаларын алып килеп, турнирҙарҙа бергә йөрөнөләр. Ауылыбыҙҙың әүҙем ойоштороусыһы Руслан Асҡаров һөңгө ырғытыу этабында балалары менән бергә ҡатнашты. Ғайса Мәғәфуров һөңгөләр яһаны, малайы уға ярҙамлашты. Мылтыҡтан атыу этабында Айбулат Абдрахмановтың ҡустыһы эргәһендә ярҙамлашып йөрөнө. Вилдан ағай септә һуҡҡанда малайы септәне тотоп торҙо. Мәҫәлән, Асҡын боҙ мәмерйәһенә барғанда һәр атай кеше үҙенең малайын, ҡыҙын эйәртте. Бындай саҡтарҙа малайҙар аталарын өйҙән тыш шарттарҙа үҙҙәрен нисек тотоуҙарын күрә. Балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләр өсөн әсәһе тураһында - атаһы, атаһы тураһында әсәһе насар һүҙ әйтмәҫкә тейеш. Хатта ки әйтерлек сәбәптәре булған хәлдә лә. "Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, ҡатынды фәрештә иткән дә, фәхишә иткән дә ир" тип әйтелә халыҡта.

Шулай итеп...
Был ике уҙамандың ир-егетлек тураһындағы әңгәмәһенән ниндәйҙер һабаҡ алғанһығыҙҙыр, үҙегеҙ тураһында ла ниндәйҙер һығымталар яһағанһығыҙҙыр, моғайын. "Башҡорт булып һаҡланыр өсөн халҡыбыҙ туҡтауһыҙ көрәшкән", тине Раян Нурулла улы. Эйе, был көрәш ҡулға ҡорал алып, ниндәйҙер яуҙарҙа һуғышып йөрөүҙе түгел, ә беҙҙең ҡәҙимге тормоштағы ғәмәлдәребеҙ - туған телебеҙҙе һаҡлау, мөхитебеҙҙең, йолаларыбыҙҙың, эшләгән эштәребеҙҙең үҙебеҙҙең асылыбыҙға тап килеүе өсөн көрәште аңлата булыр. Шул турала уйланһын ине һәр милләттәш.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 310

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru