«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠСА ЭШЛӘЙЕК!
+  - 

Кеше йәмғиәттән ситләшеп йәшәй алмай. Һәр кемебеҙ эргә-тирәһендәгеләрҙең йәшәйешен белеп тора. Дуҫтар, күршеләр, хеҙмәттәштәр, ауылдаштар, бер подъезда йәшәүселәр һәм башҡалар - барыбыҙ ҙа теләйбеҙме-юҡмы уларҙың нимә менән шөғөлләнгәндәре хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Бөгөн "Киске Өфө"нөң ошо рубрикаһына үҙемдең күршем хаҡында яҙып үткем килә.

Беҙ Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Күрше булыуыбыҙға ла 10 йылдан ашты. Ошо йылдар эсендә күршем Сәлихтең сослоғона, ниндәй эшкә тотонһа ла уның рәт-сиратын белеүенә, бөтә өлкәлә лә таныштарының күплегенә аптырап та, һоҡланып та ҡарайым. Мәҫәлән, ул аҡса эшләүҙең әллә ниндәй юлдарын белә һәм уларҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Үҙе эшләп алған бәләкәй генә тракторы менән ҡышын ҡар таҙарта, яҙын ер һөрә, көҙөн шул уҡ тракторын бәрәңге ҡаҙыу өсөн ҡулайлап эшләп ала ла ауыл буйлап йөрөп аҡса эшләй. Ихатаһындағы өс ҙур теплицала иртә яҙҙан еләк-емеш өлгөрә башлай, кинәнеп һата. Йәйгеһен ике малайын ултыртып ала ла урмандан еләк йыйып алып ҡайта, ҡатыны варенье, ҡаҡ итеп етештереп, ҡышын һатыуға сығара. Шул уҡ баҡсаһындағы емеш-еләкте лә эшкәртеп тәҡдим итә. Сифатлы ла, тәмле лә булған продукцияны һатып алыусылар сиратҡа теҙелә хатта.
Әле яңыраҡ ҡына тәҙрәгә тыштан беркетеп ҡуйып, ҡоштарға ем ашатыу өсөн эшләгән ҡулайламаһын күрһәтте. Тәү ҡарашҡа ябай ғына эшләнгән - тәҙрәне лә бысратмай, балалар өсөн әүрәр әйбер ҙә, ҡоштарға ла файҙа. Урындағы интернет төркөмгә һалған ине, ике көндә 10 заказ алды. Һәр береһе 1000 һум, бына һиңә 10 мең һум аҡсаны эшләне лә.
Сәлих күршегә миндек артынан да баралар, сөнки унда һәр ваҡыт төрлө сортлы миндек етерлек була. Аҡ шыршы төнәтмәһе кәрәкме? Әлбиттә, Сәлихтә бар. Төнөн аэропорт, тимер юл вокзалына барырға йәки ҡалаға сығырға кәрәкме? Күрше һәр саҡ әҙер. Әле бына барыһы ла Яңы йылға әҙерләнеү мәшәҡәттәре менән йөрөй. Ул был ваҡытты ла аҡса эшләп ҡалыу өсөн ҡуллана: кемгәлер исемле шыршы уйынсыҡтары яһап бирә, икенселәр бүләккә тип футболкаға ниндәйҙер яҙмалар яҙҙыра (махсус ҡоролма һатып алған күптән), ҡатынына байрам өҫтәленә ҡуйырға төрлө тәм-том бешереүгә күптән сират торалар, балалар буяуы өсөн 2023 йыл символы булған ҡуян һындарын гипстан эшләп теҙеп ҡуйған (әйткәндәй, йығылышып китеп алалар) һәм башҡалар.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тағын берҙе ҡабатлаһам да яҙыҡ булмаҫ - күршемдең һәр төрлө аҡса эшләү ысулын үҙләштереп, донъяһын етеш итеп, эшһеҙлеккә, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланмайынса, емертеп донъя көтөүенә һоҡланып ҡарайым. Уның тағы ла бер һыҙаты - үҙе белгәндәрҙе күрше-тирәһендәге малайҙарға ла өйрәтә. Уның ҡулы аҫтында һәр малай өйөнә берәр ултырғыс эшләп ултыртты, ағасҡа тағараҡтар элде. Бына шундай уңған кеше менән күршеләш булыу бәхете тейҙе. Уның һәр саҡ нимәлер эшләүен күреп, үҙебеҙ ҙә тик ултырыуҙан арына башланыҡ, өй-эш-өй юлын ғына тапауҙан ситләшеп, ниндәйҙер шөғөл табып йәшәп ятабыҙ, ә ҡайһы берәүҙәр үҙ шөғөлөн аҡсаға әйләндерә лә башланы. Уңдыҡ күршенән. Үҙе лә аҡса эшләй, башҡаларҙы ла өйрәтә, өндәй. Уға ҡарап беҙ теләк булғанда аҡса эшләүҙең төрлө ысулын табырға була икәнлеген аңланыҡ.

Илнур ШӘФИҒУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 272

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru