Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Рәсәй ҡораллы көстәренең Хәрби һауа флоты өлкән мичманы, тыумышы менән Баймаҡ районы Темәс ауылы ир-уҙаманы - Искәндәр Иршат улы ИСҠУЖИН. Уның йәшәйеш, хәрби хеҙмәт, бәхет, дуҫлыҡ тураһында фекерҙәре, уйланыуҙары уҡыусыға ҡыҙыҡ булыр, тип уйланыҡ.
Тыуған яҡ, бала саҡ хәтирәләрең менән бүлеш әле.
- 1984 йылдың 17 октябрендә Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы - Темәс ауылында донъяға килгәнмен. Ғаиләбеҙҙә өс бала үҫтек. Ике һеңлем бар. Атайым "Һәүәнәк" совхозында водитель булып эшләне, ә әсәйем - ауыл хакимиәте хеҙмәткәре.
Бала саҡтан техника менән ҡыҙыҡһындым. Атайҙың машина йүнәтеүен ҡарап торорға яраттым. Балалар баҡсаһында бер хәл булғайны. Тәрбиәсе апай беҙҙән: "Үҫкәс кем булырға теләйһегеҙ?" - тип һораны. Мин ныҡлы ышаныс менән: "Автокран водителе буласаҡмын!"- тип яуапланым. Көн һайын атайҙың эшенә барам, уның бар хәрәкәттәрен, кешеләр менән нисегерәк эш итеүен ҡарайым. Егет кеше өсөн иң файҙалы, иң мауыҡтырғыс өлкә инде ул - техника. 8 йәшемдә мотоцикл йөрөтөргә өйрәндем. 10 йәшлек сағымда бер ағайым кирбес заводында экскаваторҙа эшләргә өйрәтте. Атайым да төрлө машиналарҙың руле артына мине ултырта торғайны.
Атайым менән әсәйем мине медицина хеҙмәткәре итеп күрергә теләне. Ә минең бала сағым техника, тимер менән бәйле үтте. Минән ниндәй медик сыҡһын инде? Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Сибай медицина училищеһына ебәрҙеләр. Ә мин Сибайға барып төшкәс, училище эргәһендәге бер эскәмйәлә имтихандар бөтөүен, абитуриенттар сығыуын көтөп ултырҙым. Улар сыҡҡас, үтәлгән бурыс тойғоһо менән автобуста ауыл яғына һыпырттым. Ҡайтҡас, атайым менән әсәйемә, имтиханды бирә алманым, тип кенә әйттем. Ә ике аҙна үттеме, юҡмы, минең ҡырын эш беленде тәки! Ике аҙнанан әсәйем, мине эйәртеп, Сибайға юлланды. Барып индек бер заман училищеға мин "бирә алмаған" имтихандарҙы яңынан бирергә. "Был абитуриенттың беҙгә килгәне булманы", - тип тик торалар. Шулай итеп, мин медицина училищеһынан ҡотолдом.
Әрмегә, профессиональ хеҙмәткә нисегерәк барып эләгеүең тураһында һөйлә әле?
- Әрмегә тиклем, хеҙмәт итеп ҡайтам да, ауылда үҙ йортом, хужалығым булыр, ишле итеп мал-тыуар аҫрап, вахта ысулы менән Себерҙә эшләрмен, тип хыяллана инем. Ер эше бик оҡшай үҙемә. 2002 йылдың 2 декабрендә әрмегә алындым. Севастополь ҡалаһында Ҡара диңгеҙ флоты морягы булып киттем. Өйҙән сығып киткәндә һыуыҡ, ҡар ине, ә тегендә йылы, ағастар япраҡҡа күмелеп ултыра. Аптырап киттем. Ике ай йәш һалдат курсы үттем дә, 2003 йылдың 13 февралендә карапҡа эләктем. Карап ул мәлдә Феодосияла ине. Икенсе көндө үк ниндәйҙер диңгеҙгә сығарҙылар. Тәүҙә әллә нисегерәк ине, яйлап өйрәндем, хеҙмәт оҡшай башланы. Ике айҙан карабыбыҙ Новороссийск ҡалаһына, үҙенең төбәгенә - портына юлланды. Диңгеҙгә бик йыш сыға инек. Башлыса Севастополь, Феодосия, Сочи ҡалаларына барып ҡайта торғайныҡ. 2004 йылда егеттәр менән ҡапыл ғына контракт төҙөргә булып киттек. Дүрт егет инек. Әйтәйем әле, хәрби булырмын тип ете ятып бер төшөмә инмәй торғайны.
Контракт менән хеҙмәт итергә ҡалыуыңа атайың менән әсәйең ни тине?
- Һүҙмә-һүҙ хәтерләмәйем, яңылышмаһам, хат яҙып, уларҙың фекерен һорағайным, улар, һинең үҙ тормошоң бит, үҙең ҡара, беҙ ҡаршы түгел, тигән мәғәнәлә яуап яҙҙы. Бына шулай 2004 йылдың майында, медицина тикшереүе үткәндән һуң, егеттәр менән контрактҡа ҡул ҡуйыштыҡ. Әммә бер йылдан, минән башҡалар, хеҙмәт иткеләре килмәй, ҡайтып китте.
2008 йылда Белгород дәүләт технологик университетының Новороссийск филиалына технология факультетына ситтән тороп уҡырға индем. 2008 йылда Грузия менән Абхазия сыуалышында тыныслыҡ һаҡлау операцияһында ҡатнаштыҡ. Был операцияла ҡатнашыуым өсөн хәрби хәрәкәттәр ветераны таныҡлығын алдым, Президенттың маҡтау ҡағыҙына, "За боевые отличия" миҙалына лайыҡ булдым. 2014 йылда, университетты тамамлауҙың икенсе йылына, икенсе юғары белем алыу өсөн Новороссийск дәүләт хәрби академияһына уҡырға индем. Алдағы дипломым булғанға күрә, шунда уҡ 4-се курсҡа ултырҙым. 2018 йылда "Караптарҙың энергия установкаларын хеҙмәтләндереү" һөнәренә эйә булдым.
Карабығыҙҙың исеме - сер, тигәйнең, ә хәрби һөнәрең тураһына белергә мөмкинме? Моғайын, капитандан кәм түгелдер?
- Юҡ, капитан түгел. Мотор командаһы старшинаһымын. Механиктың уң ҡулы, ярҙамсыһы, урынбаҫарымын. Хәрби дәрәжәм - өлкән мичман. Алла бирһә, киләсәктә, механик булһам, офицер дәрәжәһе алырмын. Белемем офицер булыу мөмкинлеге бирә. Ваҡыт күрһәтер.
"Диңгеҙ ауырыуы" тураһында һөйләп үт әле. Ул һиңә тәьҫир итәме?
- Ҡайһы бер кешеләрҙең күңеле болғана. Ҡайһы саҡта кеше тик торған карапта ла ауырый. Ел дә юҡ, карап тик тора, ә кеше ҡыйынлыҡ кисерә. Әйтәләр бит, диңгеҙ ауырыуынан бер кем дә үлмәгән. Ә үҙемә килгәндә, бәхеткә, был "сир" миңә тәьҫир итмәй. Әллә нисә тапҡыр дауылға эләккәнебеҙ булды. Ҡайһылары 7 балға етә яҙып ҡуя ине. Йырып сыҡтыҡ, киләсәктә лә бирешмәҫбеҙ. Бындай ваҡытта йоҡлауы ғына уңайһыҙ. Сәңгелдәктә һымаҡ бәүелтә. Йә баштүбән әйләндерә, йә ятҡан килеш аяҡ өҫтө килтереп торғоҙа.
Һиңә оҙайлы ваҡыт бер үк кешеләр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәргә, эшләргә тура килә. Дуҫлыҡ бармы ул?
- Бер иштәр бер-береһенә тартыла, тигән һүҙ бар бит. Дуҫың булыуын теләһәң, үҙеңдән башла: башта үҙең дуҫ булырға өйрән. Кем - дуҫ, ә кем эргәңдәге иптәш кенә икәнен ваҡыт үтеү менән тормош үҙе күрһәтә.
Әйт әле, ә әрмелә хеҙмәт итеү - ул эшме, әллә күңел ялымы? Әрмелә романтикаға урын бармы?
- Әлбиттә, әрмелә хеҙмәт иткән ауыл кешеhе ауырлыҡты еңел кисерә, бирешмәй. Ғөмүмән, әрмелә хеҙмәт итеү - тәү сиратта һәр ир-егеттең Ватан алдындағы бурысы ул. Әрме минең өсөн романтика түгел. Мин уны ир-егетте һынау һәм ауыр хеҙмәт тип ҡабул итәм. Ә шулай ҙа романтикаға урын юҡ тип тә әйтеп булмай. Ҡайһы саҡта карапты дельфиндар оҙатып килеүен күрәһең. Матур, күңелле!
Беҙ, кешеләр, донъяға тыуыр алдынан да әсәйҙең йөрәге аҫтында, һыуҙа бәүелеп кенә ятабыҙ бит инде. Карап та шулай бәүелтә. Мин карапҡа күптән өйрәндем. Шуға ла унда үҙемде ерҙәгегә ҡарағанда ла тынысыраҡ тоям. Һыуҙағы хеҙмәт менән ер өҫтөндәге хеҙмәтте сағыштыра ла алмайым. Карапта хеҙмәт ауыр, шулай ҙа ҡыҙыҡлы. Диңгеҙ минең йәшәйешемдең бер өлөшө, үҙе тотош бер донъя. Егерме йыл эсендә уға ныҡ өйрәнгәнмен. Шулай ҙа була: причалда оҙаҡ торһаҡ, күңел диңгеҙгә тартыла. "Диңгеҙ йәнле" тигән төшөнсә бар. Мин дә, моғайын, диңгеҙ йәнлелер. Был тойғо диңгеҙгә ғашиҡлыҡты ла, уның ҡеүәтен, көсөн, бөйөклөгөн, диңгеҙҙең бер өлөшө булыуыңды таныуҙы ла үҙ эсенә ала. Йыш ҡына диңгеҙ яры буйлап атлап барам да, туҡтап, уйланып ултырам. Ярҙа китап уҡырға яратам. Диңгеҙ шауы йәнгә ял, тыныслыҡ бирә.
Белорет ҡыҙы - Гөлназ еңгәй менән табышып ҡауышыуығыҙ нисегерәк булды?
- Бары тик башҡорт ҡыҙына ғына өйләнәм, тигән әйтеүем ҡасан барлыҡҡа килгәндер, хәтерләмәйем. Әммә был минең күңелемдә ине. Ҡатыным менән уйламағанда, социаль селтәрҙәрҙең береһендә танышып, ышанаһыңмы, юҡмы, тәүге көндән үк һин дә мин аралашып киттек. Әйтерһең, бер-беребеҙҙе ғүмер буйы белгәнбеҙ. Йәндәр күптән таныш булған да, мәлен генә көткән, тиҙәр бит әле... Дүрт айҙан һораттым, тағы өс айҙан никах уҡытып, өйләнештек тә. Былтыр улыбыҙ тыуҙы. Рамазан тип исем ҡуштыҡ.
Бәхет нимә ул? Һин үҙеңде бәхетлемен, тип әйтә алаһыңмы?
- Бәхет нимә ул, тиһең инде... Беҙ был донъяға аяҡ-ҡуллы, асыҡ зиһенле булып тыуғанбыҙ икән - иң ҙур бәхет шул. Һәм һәр кемдең даланы үҙенсә, төрлө-төрлө. Ысынында, был донъяла бәхетле йәшәү өсөн сәбәптәр шул тиклем күп. Бәхет һәр саҡ эргәлә, үҙеңдә генә икән ул - һинең һөйөүең, хис-тойғоларың. Бер һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел.
Эйе, мин - бәхетле! Яратҡан ҡатыным, улыҡайым, ниндәй генә ауыр булһа ла, яратҡан эшем бар. Ҡатыным минең хеҙмәтемдең ауырлығын аңлай. Бөтөн ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, минең өсөн ҡурҡа, шомлана, хәүефләнә, шулай ҙа, кире бороп маташмай. Миңә һәр яҡтан теләктәш ул. Ғорурланам! Ошондай үҙегеҙҙе аңлаған, һәр саҡ арҡа терәге булған ҡатындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, тим ир-егеттәргә!
Һәм тағы. 70 йәшең тулып, ошо үтелгән ғүмереңдә барлыҡ маҡсаттарың, теләктәреңдең тормошҡа ашыуын аңлаһаң, шул да бәхеттер...
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА