«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫНЫҢ ЯҢЫЛЫШЫРҒА ХАҠЫ БАРМЫ?
+  - 


Быйылғы йылды Педагог һәм остаз йылы тип атанылар. Уҡытыусы халҡы былай ҙа һәр саҡ иғтибарыбыҙ уртаһында инде, улар хаҡында күп кенә яҙалар. Ғүмер буйы ошо өлкәлә эшләгән ғалимдарыбыҙҙың юғары уҡыу йорттарында буласаҡ мөғәллимдәребеҙҙе уҡытыу эшендә ҡулланған алымдары ла бихисаптыр. Үҙем уҡытыусы һөнәренән бөтөнләйгә алыҫ торһам да, ошо хаҡта бер аҙ уй-хистәремде, күргән-белгәнемде, бер-ике кәңәшемде яҙып китергә булдым әле.

Уҡытыусының ниндәй булырға тейешлеге тураһында артыҡ нәсихәт уҡырға йыйынмайым, әлбиттә. Мөғәллимдәребеҙ хаҡында бер аҙ фекерләп алырға "Киске Өфө"нөң 3-сө һанында Радик Өмөтҡужиндың "Күҙҙәр йомоҡ булғанда ла, күңел күҙе асыҡ булһын" исемле мәҡәләһе сәбәпсе булды. Мауыҡтырғыс был яҙманы ентекләп уҡып сыҡтым. Бер тәжрибәле педагогтың сәғәт урлаған уҡыусыһын уның синыфташтары алдында фаш итмәгәнлеге һәм шул сәбәпле әлеге баланың төҙәлеп, һуңынан үҙе уҡытыусы булып китеүе хаҡында ине ул. Ана шул "кинәйәне киңәйтеп", үҙенең фекерен дә уҡыусының күңеленә үтеп инерлек итеп яҙған автор.
Ошо фәһемле мәҡәлә менән танышҡас, бала саҡтағы күрше ауыл мәктәбе уҡыусыһы менән булған бер фажиғәле хәл иҫемә төштө. Бишенсе синыфта уҡыған бер шуҡ малай уҡытыусының баҡсаһына рөхсәтһеҙ инеп, алма алған мәлдә, баҡса хужаһы уны тотоп алған. Был хаҡта "бурҙың" ата-әсәһенә һәм милицияға хәбәр итәсәге хаҡында ла иҫкәрткән. Әллә ҡурҡышынан, әллә оялышынан, малай үҙҙәренең утын һарайына инеп, аҫылынып үлгән…
Бер яҡтан уйлаһаң, был уҡытыусының баланы шелтәләүе, ғөмүмән, уға ҡарата тәрбиәүи алымы дөрөҫ һымаҡ. Һис һүҙһеҙ, малай ғәйепле бит! Әлеге бала үҙе лә, моғайын, ана шундай инаныуҙа булғандыр. Мин ул малайҙы яҡындан белә инем. Бергә уйнап йөрөгәнебеҙ ҙә бар. Шат, телдәр, зирәк был баланың шундай фажиғәгә тарыуын ошоғаса башыма һыйҙыра алмайым. Булған хәлде, әлбиттә, кире ҡайтарыу мөмкин түгел, ә шулай ҙа… Бындай осраҡтарҙа, минеңсә, "зыян күреүсе" оло кеше әлеге балаға, яҡынса, ошолайыраҡ итеп әйтергә тейеш булғандыр: "Мин был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәйәсәкмен. Атай-әсәйеңә лә, хатта иптәштәреңә лә. Тик башҡаса рөхсәтһеҙ сит кеше әйберенә ҡағылаһы булма! Мин һиңә ышанам. Алма кәрәк булһа, бар, инеп йыйып ал, көсөң еткәнсе…" Ошондай һөйләшеүҙән һуң бала кешенең тура юлды тиҙерәк тыбыуына иманым камил. Әлеге алма баҡсаһының хужаһы уҡытыусы булмаған осраҡта, мин, бәлки, был хәлде иҫләмәҫ тә инем. Һәммә педагог, бер үк ваҡытта психолог та булырға тейеш, тигән инаныуҙамын. Уҡытыусы, үҙенең һөнәри белеменән тыш, балаларға ҡарата дөрөҫ мөғәмәләлә була белергә тейеш.
Тағы бер миҫал килтермәк булам. Быныһы - үҙем менән булған хәл. Юҡ, һис бер нәмә урламаным! Бишенсе-алтынсы синыфтарҙа уҡыған сағымда дуҫым менән һәр саҡ иң алғы партала ултыра инек. Маҡтанырға йыйынмайым, әммә мин үҙем гел генә "бишле"гә өлгәштем. Дуҫым да уҡыу алдынғыһы. Бер мәл математиканан сираттағы "контроль эш" яҙҙыҡ. Һәр ваҡыттағыса, мәсьәлә, миҫалдар беҙҙең өсөн бик еңел ине. Еренә еткереп, эшебеҙҙе тапшырып, ҡайтып киттек. Иртәгеһен, һис шикһеҙ, "бишле" өмөт итеп, дәрескә индек. Әммә уҡытыусы икебеҙгә лә ҙур итеп… "икеле" билдәһе сәпәгән ине! "Икегеҙҙең эшегеҙ бер иш. Берегеҙ икенсегеҙҙән күсереп яҙғанһығыҙ!" - тине уҡытыусыбыҙ. Ә минең һәм дуҫым өсөн "икеле" түгел, хатта "өслө" алыу ҙа - оло тетрәнеү! Икебеҙ ҙә "мыш-мыш" килеп иланыҡ. Шуның менән эш бөттө, әммә мин ошо көнгәсә аңлап етмәйем был уҡытыусы ағайҙың ни өсөн беҙгә икеле ҡуйыуын. Беҙҙең икебеҙҙең дә уҡыу отличнигы икәнлегебеҙҙе яҡшы белә ине бит ул. Икенсенән, "икегеҙҙең эше бер иш" тип, әйтәйек, башҡорт йә урыҫ теленән инша, изложение яҙғанда һүҙ йөрөтөргә була. Ә был бит - математика! Миҫал һәм мәсьәләләрҙең сиселеше бер иш була ла баһа! Әгәр миҫалдарҙа бер-ике хата киткән хәлдә, "хатта хаталарығыҙ ҙа бер иш, берегеҙҙең күсереп яҙғаны күренеп тора", тип әйтергә булыр ине…
Һүҙ юҡ, үҙенең дәресен ифрат яҡшы аңлата ине был мөғәллим. Дәрестә уның һөйләгәнен тиҙ генә аңлап, "тота һалып" алам. Ә иртәгеһен, үткән тема буйынса ниндәй генә һорау бирһен йә таҡта янына сығырға кәрәк булһын, шунда уҡ ҡул күтәрәм. Дөрөҫ итеп яуап бирәм. Киләһе һорауға тағы ла ҡулымды һуҙам. Әле генә яуап биргән булһам да. Әммә ана шул мәлдә уҡытыусым миңә йыш ҡына: "Мөхәммәт, һин - маҡтансыҡһың! Бер мәртәбә яуап бирҙең дә баһа, тағы ла һонолаһың! Тик кенә ултыр!" - тип, етди генә итеп иҫкәртә. Бөтә класс алдында мин ҡыҙарырға мәжбүр булам. Оло кеше "маҡтансыҡ" тип әйткәс, әлбиттә, ғәрләнәм, илауҙан көскә тыйылып ҡалам. Боғаҙыма ниндәйҙер төйөр килеп тығылғандай тоям. Әгәр ул миңә: "Һинең был һорауға яуапты белеүеңдә шигем юҡ, Мөхәммәт, молодец! Бер аҙ ғына сабыр итеп ултыр. Башҡалар ҙа яуап бирергә тейеш", - тигән һымағыраҡ һүҙҙәр тапһа, был уҡытыусыға ихтирамым бермә-бер артыр ине…
Инде өлкән синыфтарҙа уҡығанымдағы бер ваҡиға ла иҫемдә ҡалған. Ун дүрт - ун биш йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, малай кеше бәғзе ваҡыт шаярып та ала торғандыр. Шулай, тәнәфес ваҡытында шаярып йөрөгәндә, уҡытыусының йоҡа фанерҙан яһалған ултырғысын яңылыш ҡына ботинка үксәһе менән "тишә" баҫтым. Дәрестән һуң ремонтлап ҡуйырмын, тип ниәт иттем һәм уҡытыусы дәрескә ингәс, уға үҙемдең эш боҙоуым хаҡында әйттем. "Математик"тан әрләнеремә, әлбиттә, шикләнмәнем, әммә… класс таҡтаһына мөйөш үлсәп һыҙа торған ауыр, дәү транспортир менән уҡытыусым башыма "шуҡылдатыр" тип башыма ла килмәгәйне. Ғәйәт ныҡ ауыртты. Инде ҙур малай булғаным өсөн генә иламай ҡалғанмындыр. Бындай "тәрбиәүи ысул" хәҙерге уҡыусыларға ҡарата ҡулланылмайҙыр, моғайын, тигән ышаныстамын. Әйткәндәй, дәрестәр тамамланыу менән әлеге ултырғысты мәктәп оҫтаханаһына алып барып, ҡалын фанер үлсәп ҡырҡып, матур итеп йүнәтеп, хатта өҫтөн йылтырап торған лак менән буяп та ҡуйҙым…
Бәғзе бер шаян малайҙарҙың баштарын ҡәләм менән "сүкеп" йә "ҡолағын бороп" тәрбиәләүҙәрен дә күргеләй торғайным. Ундай язаны миңә татырға тура килмәне, әлбиттә, әммә әлеге малайҙарҙы ныҡ йәлләй инем. Шулай ҙа, өйгә ҡайтҡас, ата-әсәйҙәребеҙгә ошо хаҡта бер ни ҙә һөйләмәй торғайныҡ. Уларҙың үҙҙәренән дә шөрләгәнбеҙҙер, моғайын. Балаларын уҡытҡан барлыҡ уҡытыусыны ата-әсә ныҡ ихтирам итә ине. "Уҡытыусы һәр саҡ хаҡ" тигән инаныуҙа булды күпселек. Уҡытыусыға ҡарата юғары органдарға ялыу яҙыу тигән нәмәне лә бөтөнләйгә ишеткәнем булманы. Ниндәй ҙә булһа уҡытыусы өҫтөнән ҡайҙалыр ялыу яҙыуҙы бик насар нәмә тип тә һанайым. Аныҡ берәй мөғәллимдең "битен йыртып", уның етешһеҙлектәрен бар тирә-яҡҡа фаш итеү һис кенә лә ярамай. Тик мәғлүмәт сараларында (бер ниндәй исем-фәлән күрһәтмәй) бына ошоноң һымаҡ аныҡ миҫалдар килтереү, бәғзе бер ҡыҙыуыраҡтарҙы иҫкәртеүгә, уларҙың бер аҙ "саңын баҫырға" ярҙам итер тип ышанам. Бала теге йәки был педагогтың дәресенән ҡурҡмаһын ине, тимәксемен. Мин уҡыған дәүерҙән инде ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Бөгөнгө көндәге педагогтарыбыҙ юғарыла һанап кителгән һымаҡ "ҡаты" ысулдарҙы ҡулланмайҙыр, моғайын. Ә, бәлки, балаларҙы уҡытыу-тәрбиәләүҙә шул ысулдарҙың ыңғай яғы ла барҙыр? Кем нисек һанай?

Редакциянан: Йылға арнап, "Киске Өфө"лә "Педагог һәм остаз" тигән рубрика асабыҙ һәм уҡыусыларыбыҙҙың ошо изге һөнәргә хеҙмәт иткән кешеләрҙең маҡтаулы тәжрибәһе тураһында яҙып ебәреүҙәренә өмөт итәбеҙ. Уҡытыусыға арналған рубриканы ошондайыраҡ, кинәйәле мәҡәләнән башлау ҙа юҡҡа түгелдер. Был рубрикалағы яҙмалар уҡытыусымын тигән уҡытыусының, остаздарҙың матур тәжрибәһен генә түгел, ә… хаталарын да сағылдырырға тейештер, тип уйланыҡ. Кемдер бер аҡыл эйәһе әйткән бит: "Хаталанмаһам, дөрөҫ эшләргә икәнде ҡайҙан белер инем?" Ҡыҫҡаһы, һеҙҙән күләме 2-3 биттән артмаған, мотлаҡ уҡытыусы-остаздың үҙенсәлекле тәжрибәһен сағылдырған мәҡәләләр көтәбеҙ.

Мөхәммәт ВӘЛИЕВ.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.02.23 | Ҡаралған: 263

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru