«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ФЕДЕРАЛЬ ОЛИМПИАДАЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса II Федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте. Унда республиканың төрлө район-ҡалаларынан 228 мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты.

Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы үткән уҡыу йылында федераль исемлеккә ингәйне. Уның сиктәрендә Рәсәй халыҡтарының 29 теле буйынса 18 вузда ярыштар үткәрелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иһә, Башҡорт дәүләт университеты (хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты) төп ойоштороусы булып тора. Быйыл ярыштың һайлап алыу турында 514 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың 228-е йомғаҡлау турына баш ҡалаға йыйылды. Республиканың 20 районы һәм 7 ҡалаһынан төрлө милләт вәкилдәренән торған 8-11 класс уҡыусыларын башҡорт теленә һөйөү берләштерҙе. Ойоштороусылар әйтеүенсә, олимпиадала башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр ҙә бар, әммә бөтәһе лә бер төрлө һынау үтә. Был үҫмерҙәрҙең белем кимәлен ғәҙел баһалау өсөн кәрәк, сөнки олимпиадала уңыш ҡаҙанғандарҙы бик шәп өҫтөнлөктәр көтә: еңеүсе һәм призерҙар Рәсәйҙең филология һәм педагогия йүнәлешле барлыҡ юғары уҡыу йорттарына имтихандар тапшырмай уҡырға инә ала. Бының өсөн абитуриенттың рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһе 75 балдан юғары булырға ғына тейеш. Бынан тыш, Өфө фән һәм технологиялар университетын һайлағандар быйылдан 50 мең һум стипендия алып уҡыясаҡ. Уҡыусыларҙың еңеүсе таныҡлыҡтары дүрт йыл дауамында үҙ көсөндә була, ә был иһә үҙ сиратында 8-се класта уҡығанда ҡатнашҡан һәм юғары һөҙөмтә күрһәткән бала олимпиадала йыл да ҡатнашмаһа ла, юғарыла телгә алынған өҫтөнлөктәр менән ҡуллана ала, тигәнде аңлата.
- Был олимпиада шундай юғары кимәлдә икенсе йыл үткәрелә. Быйыл ҡатнашыусылар һаны тағы ла күберәк булыуы ҡыуандыра. Олимпиада үҙенсәлекле шарттар тәҡдим итеүе менән мәктәп уҡыусылары өсөн үткәрелгән башҡа ярыштарҙан айырылып тора. Әйткәндәй, былтыр олимпиадала еңеү яулағандарҙың береһе Динара Григорьева беҙҙең Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына имтихандарһыҙ ҡабул ителеп, 27 мең һум стипендия алып уҡып йөрөй. Был башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр һанын арттырыуға, уны популярлаштырыуға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ, - ти факультет деканы Гөлфирә Абдуллина.
Олимпиаданың йомғаҡ һынауҙары башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡағылған һорауҙарға яуаптар һәм текст өҫтөндә эш рәүешендә булып, уҡыусыларға 4 сәғәткә яҡын ваҡыт бирелде. Ҡатнашыусыларҙың береһе, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 30-сы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Әҙилә Ырыҫҡолова әйтеүенсә, бындағы байрамса һәм дуҫтарса мөхит ыңғай көйләнергә ярҙам иткән. "Мин икенсе тапҡыр ҡатнашам был олимпиадала һәм ойоштороусыларҙың эшен телгә алып китмәй булмай: юғары уҡыу йортона килеп ингәс тә әйҙүкләп ҡаршы алып торалар, бинаның өсөнсө ҡатында эҫе сәй эсеп алырға тәҡдим иттеләр, тамаша залында йөкмәткеле сәләмләү өлөшө лә кәйефте күтәреп ебәрҙе. Бындай асыҡ, ихлас мөхиттә күңелем тынысланып, еңеүгә көйләнде. Әйткәндәй, былтыр мин призер булғайным, быйыл үҙаллы әҙерләнһәм дә, тағы юғарыраҡ һөҙөмтәгә ынтылырға тырышам. Быға тиклем 17-се мәктәптә белем алдым, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Земфира Мөхәррәм ҡыҙы Хәйруллина бәләкәй кластарҙан алып мине төрлө ярыштарға, олимпиадаларға, конференцияларға әҙерләгәйне. Бөгөн бында тороуыма тап уға рәхмәтлемен, сөнки яңы уҡыу йылы башланғас күсергә тура килгән 17-се мәктәптә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе төркөмгә балалар һаны тулмағанлыҡтан, дәрестәр юҡ", - ти Әҙилә.
Ә бына Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыһы Сынтимер Билалов башҡорт теленән ойошторолған төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыуын, бында тәүге тапҡыр килеүен һөйләне. Ул киләсәктә программист һөнәрен һайларға ниәтләһә лә, туған телде белеү мотлаҡ кәрәк, тип иҫәпләй. Бына шундай аңлы, аҡыллы һәм маҡсатлы балалар йыйылғайны был II Федераль олимпиаданың йомғаҡлау этабына. Улар дәррәү йыйылып, университеттың аудиториялары буйлап таралғас, уҡытыусылар балаларҙың һәләттәрен үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашырға ҡалды. Олимпиаданың һөҙөмтәләре саҡ ҡына һуңғараҡ билдәле буласаҡ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Рәсәй халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса шундай оло эш башҡарылыуына, был исемлеккә беҙҙең туған телебеҙ ҙә индерелеүенә Федерация советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәроваға бурыслыбыҙ. Икенсе тапҡыр ғына ойошторолған был олимпиаданың ғүмере оҙон була күрһен. Сөнки ул башҡорт теле һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнгән, белгән уҡыусыларға тырышлыҡтарының һөҙөмтәһен ысынлап та асыҡ күрһәтә, лайыҡлы баһалай торған сара.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.02.23 | Ҡаралған: 321

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru