Аллаһы Тәғәләнең беҙгә төйәк итеп биргән һәр ере матур, йән һәм тән өсөн шифа. Шул ерҙәрҙе йәмләр, уға ҡот-бәрәкәт өҫтәр кешеләр булыуы менән беҙ ғорурланабыҙ. Халҡыма замандың төрлө һынауҙарын үтергә тура килә. Ләкин үҙенә булған ышанысы, тормошто яратыуы, донъяһын матур итеп ҡора белеүе уны һәр саҡ көслө һәм маҡсатлы иткән. Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылы тураһында ла шулай тип кенә әйтергә була. Унда йолаларыбыҙҙы тотҡан, хеҙмәт менән дан алған егәрле һәм рухлы халыҡ көн итә.
Дөйөм хужалыҡтар тарҡала башлаған 90-сы йылдарҙа күптәр юғалып ҡалды, был хәл ауыл тормошона, кешеләр психологияһына йоғонто яһамай ҡалманы. Шул уҡ ваҡытта үҙ ағышына ҡуйылған тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына алған ир-егеттәребеҙ ҡалҡып сыҡты. Ергә, хеҙмәткә булған мөнәсәбәт тап шунда сағылды ла инде. Аллағыуат ир-егеттәре лә шул мәлдәрҙә тәүгеләрҙән булып үҙ иңдәренә яуаплылыҡ алды. Бөгөн Түбәнге Аллағыуатты фермерлыҡ йәһәтенән ныҡ үҫешкән ауыл, тип атайҙар. Ер ҡәҙерен беләләр, эшкәртелмәгән, буш ятҡан аяҡ баҫыр урын да юҡ, тиҙәр. Фермер хужалығы үҫешкәс, әлбиттә, эш урындары ла бар. Хеҙмәтте бүлешә белеү мәсетте һалған саҡта ла күренгән - кемеһелер бура ҡайтарған, кемеһелер төҙөгән, кемеһелер йылытыу системаһын булдырған. Шыңғырлап торған бүрәнәләрҙән һалынған иман йорто йылы ла, яҡты ла. Мәсеттән тыш, ауылға һулыш бирер икенсе усаҡ тураһында ла әйтергә кәрәк: мәктәп тормошо гөрләй. Мәктәпте һаҡлап ҡалыр өсөн шулай уҡ көс һалырға тура килгән. Ә бит был мәктәптең данлы тарихы бар. Беҙ унан сыҡҡан бик күп шәхестәрҙе ғорурлыҡ менән телгә ала алабыҙ. Матур традициялар һаҡланһын, йәш быуындың заманға әйтер һүҙе булһын, тип теләргә генә ҡала.
Түбәнге Аллағуат ауылы үҙе тураһында быйыл республикаға ла ишеттерергә ҡарар итте. Үткән аҙнала унда "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә йомғаҡлау сараһы үтте. Абруйлы ҡунаҡтар - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, "Айыҡ ауыл " республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Сәлиә Мырҙабаева, режиссер, "Йөрәк һүҙе" телевизион шиғриәт программаһы авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин ошо сарала ҡатнаштылар.
Бик тығыҙ һәм йөкмәткеле булды әҙерләнгән программа. Алда аталған сара эсендә район кимәлендә "Йөрәк һүҙе" конкурсы үтте. Түбәнге Аллағыуат ауылы клубы өс тиҫтәнән ашыу шиғыр һөйләүсене үҙенә йыйҙы, олоһо ла, кесеһе лә ҙур теләк менән ҡатнашты сәмле һәм ғәмле ярышта. Тетрәндергес, уйға-моңға һалыр шиғри юлдарҙы тыңлағанда ирекһеҙҙән күҙгә йәштәр ҙә төйөлдө. Баһалама ағзалары "Иң яҡшы шиғыр авторы" тип Зөлфирә Булатованың исемен атаны. Гран-приға лайыҡ булған Наҙгөл һылыу Туҡтамышева республика кимәлендә үткән "Йөрәк һүҙе"ндә тағы ла бер тапҡыр осрашырыбыҙға шик юҡ. Һәр кемдең күңелендә әйтер һүҙе, хис тойғоһо була. Бына шул һүҙҙе ваҡытында әйткән кеше ҙур хөрмәткә лайыҡ
Йәш быуынға иғтибар спорт ярыштарында асыҡ сағыла. Стәрлебаш районында еңеү яулаған һәм "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсына сыҡҡан Түбәнге Аллағыуатта спорт ярыштары гөрләне. Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондары батырҙары милли көрәш буйынса район-ара турнирҙа иң көслө, дарманлы һәм таһыллыларҙы асыҡланы. Бында бөтә иғландар ҙа башҡорт телендә яңғырауы шулай уҡ күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалманы. Гөлфиә Янбаева "Айыҡ ауыл" конкурстарында ир-егеттәрҙең әүҙемләшеүен бик урынлы һәм хаҡ билдәләне. "Ауылдарҙа күп кенә ир-егет шөғөлдәрен тергеҙҙеләр, йәштәрҙе, балаларҙы үҙебеҙҙең халыҡҡа ғына хас спорт төрҙәренә йәлеп иттеләр", - тине ул.
Спортҡа ла, рухи ҡиммәттәргә лә әһәмиәт биргән аллағыуаттарҙың иң "тәмле" һәм бай эстәлекле йола байрамын үткәреүен айырым бер йылылыҡ менән телгә алырға кәрәк. Һүҙ, әлбиттә, "Баш ите ашы" байрамы хаҡында. Баш ите ашына саҡырыу беҙҙең халыҡта борон-борондан йәшәп килгән. Уны, ғәҙәттә, яҙ еткәс үткәрер булғандар. Борон ҡара ергә, йәки күгүләнгә иҫән-имен аяҡ баҫҡандары өсөн ҡыуанғандар, бер-береһенә изге теләктә булғандар, мал-тыуар үрсеһен, йылдың ҡото-бәрәкәте артһын тип, доғалар ҡылғандар, йолалар башҡарғандар. Шундай йолаларҙың береһе лә инде яҙғылыҡҡа һаҡлап ҡуйылған мал башын өтөп, таҙартып, ашын бешереп, ыуыҙ ҡоймағын да өҫтәп, бар ауыл халҡын һыйлай торған "Баш ите ашы" табыны ҡороу.
Дөрөҫ, ҡайһы бер яҡтарҙа был байрам онотола төшкән. Шуға ҡарамаҫтан, яҙ килеүен белдергән күркәм йолабыҙҙың хәҙер тергеҙелә барғанын да күрәбеҙ. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, килер быуындарға еткереү буйынса республиканың һәр районы, ауылында ағинәйҙәр һөҙөмтәле эш алып бара. Тағы ла шуға шаһитбыҙ - был байрамда һәр төбәктең үҙенсәлеге сағыла. Аллағыуаттарҙың баш итенә ҡунаҡ саҡырыу йолаһында беҙ ҡәйнә һәм килендәрҙең нисек итеп һәр береһенең үҙҙәренә бирелгән бурыстарҙы теүәл үтәүен күрҙек. Быны дөйөм хеҙмәт һәм уртаҡ байрам ҡыуанысы, тип атарға кәрәктер. Балалар ҙа ҡунаҡ ҡаршылап, һөйөнсөләп, үҙҙәренә бирелгән ролдәрҙе оҫта атҡарҙы.
Байрам булғас, байрам инде: халыҡсан шаяртыуҙарға ла ҙур урын бирелә. Әммә һәр һүҙҙәр тәрбиә, һабаҡ һәм дәрес булараҡ ҡабул ителде:
- Мейеһе һеҙгә, балалар, аҡыл-зиһен өҫтәһен, ошо йола, һеҙ үҫкәс тә, бөтмәһен, онотолмаһын.
- Илдар көрәшсегә ҡаптырайыҡ эйәктән, йәштәрҙе өгөтләп торһон, китмәһендәр төйәктән.
- Ҡолағы силсәүиткә, барын ишетеп торһон, яҙыҡ юлдан йөрөгәнде тиҙ ара кире борһон.
Шулай уҡ ҡәйнәнең әйткәне иҫтә ҡалырлыҡ, ышандырырлыҡ: "Күҙҙәрен үҙемә алам, күҙ ҡараһындай ирем. Икәүләп ашап ҡуйырбыҙ иң затлы ғына ерен".
Һәр бер һүҙҙә тәрбиә, фәһем. "Баш ите ашы" йола ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың тәрбиә мәктәбе, оло быуындың тормош тәжрибәһе булып күҙаллана. Хәйер, ҡайһы ғына йолабыҙҙы алып ҡарамайыҡ, улар халыҡты берләштереүсе һутлы тамыр бит ул. Һутлы тамырҙар ил-йортҡа ырыҫ-ҡот, йәшәүгә көс-илһам бирә. Беҙ ошо илһамлы юлдың юлсылары булдыҡ. Һәм, үҙ сиратыбыҙҙа, сәмле, сағыу тормош алып барған, киләсәккә яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәгән аллағыуаттарға изге ынтылыштарында уңыштар ғына теләйбеҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА