«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОЙМАҒЫҢ ТӘМЛЕМЕ?
+  - 

Шундай сәйер ғәҙәтем бар: ҡатын-ҡыҙҙы бешергән ризығына ҡарап баһалайым. Хатта йәмғиәттәге иң шәп, уңышлы ханымдарҙы ла ошо ҡалыптарға индергән булам. Ҡайҙан беләһең уның нисек бешергәнен, өйөндә ҡунаҡ булғаның бармы, тиерһегеҙ. Һуң, интернет бар ҙаһа. Үҙҙәре ҡуя бит бар бешергән нәмәләрен кеше иғтибарына, бына мин бөгөн ҡоймаҡ бешерҙем, бөгөн бәлеш, тип яҙып ҡуя. Мода бит шундай, нимә ашағаныңды ла, шул-шул ризыҡтарҙы бешерә белгәнеңде кешегә "һөйләргә" кәрәк.

Әйткәндәй, бер танышым кешенең нисек һалма йәйеүен ҡарай ҙә йөрөй. "Әллә кем булып, хәбәр һөйләмәһен, күрҙем инде йәйеп киптерергә һалып ҡуйған һалмаһын, өҙөк тә йортоҡ", - тип әйткән һүҙе ошо сәйер ғәҙәтемде иҫкә төшөрҙө лә инде. Мин күберәк ҡоймаҡҡа иғтибар итәм. Ҡоймаҡтың уңыуы-уңмауы уның йөҙөнә "яҙылған" була. "Йомро-йомро йомғағым" әкиәте иҫегеҙгә төштөмө? Йомғаҡ эҙләп, өйөнә килеп ингән ике ҡыҙҙан да ҡоймаҡ ҡойҙороп ҡарай бит әбей, уларҙың күңеленең сафлығын ошолай һынап ҡарай.
Тағын бер баһалаусы критерийым бар: картуфты нисек әрсей, шыма ғына итепме, әллә юнып, күҙҙәрен йәмһеҙ итеп соҡопмо. Картуф та әрсергә өйрәнә алманы бит ул, тип уйлаған саҡтарым күп була ҡайһы бер таныштарға ҡарап. Иң ҡыҙығы, "Эй, тағын уңмаған ҡоймағының фотоһын һалған, иренә ошоно ашатып йәшәй инде", тип, ирен йәлләп алам да китәм. Йәки: "Үәт, ҡоймағы уңа башлаған да инде!" - тип ҡыуанам. Сөнки ашарға бешереү - ул ҡатын-ҡыҙҙың төп бурыстарының береһе. Һәм, әгәр ҙә ул бик тәмле итеп бешерһә, был уға ҙур уңыш килтерә, тип өйрәтә.
"Ир-егеттең күңеленә юл ашҡаҙаны ашы үтә" тигән мәҡәл дә бар. Ашарға тәмле бешерһәң, ирең ҡәнәғәт була, тәмһеҙ бешерһәң, ныҡ ҡәнәғәт булмай икән, тип өҫтөн генә фекер йөрөтөргә кәрәкмәй. Мәҡәлгә тәрәнерәк аҡыл йәшерелгән. Ризыҡ - ул матур, тәмле булырға, витаминдарҙан, аҡһымдан, майҙан, углеводтарҙан торорға мөмкин. Тик ризыҡтың ошо тышҡы билдәләренән тыш, эске энергетикаһы ла бар, тип өйрәтә ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һүрәтләгән боронғо китаптар. Дөрөҫ энергетика менән әҙерләнгән ризыҡ аша иреңде лә үҙгәртеп, уға рухи йәһәттән үҫешергә булышлыҡ итеп була икән. Тимәк, ошо ризыҡты ашаған ирҙе йәлләү тойғоһо бик урынлы бында. Яҡты уйҙар менән, иренә, балаларына изге теләктәр теләп бешеренгән ҡатын-ҡыҙҙың ошо ыңғай энергияһы матдилашып, алдыбыҙға ризыҡ булып ултыра. Ә һеҙҙең ниндәй сәйер ғәҙәттәрегеҙ бар? "Киске Өфө"ләге ошо рубриканы тағы ла йәнләндереп ебәрәйек әле. Бер ҡыҙыҡ булһын әйҙә!

Ләйсән НАФИҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 297

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru