«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛҺӨЙӘРҘӘР ТӘРБИӘЛӘЙ
+  - 

Мин ғүмер буйы гәзит-журнал уҡып үҫкән быуын вәкилдәренең береһе булам. Бала саҡтан килә был яҡшы ғәҙәт. Ул замандарҙа матбуғат баҫмаһы алдырмаған ғаилә һирәк ине ауылдарҙа. Минекеләр кеүек, уҡытыусылармы атай-әсәйҙәребеҙ, әллә ябай колхозсылар, йә эшселәрме - бөтәһелә гәзит алдырып уҡырға әүәҫ инеләр. Уҡып ҡына ла ҡалмайҙар, аҙаҡ теге йә был мәҡәлә, унда күтәрелгән мәсьәләләр буйынса өйҙә лә, эштәрендә лә бергәләп һөйләшер, фекер алышыр булдылар.

"Уҡыныңмы әле, бөгөнгө гәзиттә шулай тип яҙылған..." тигәнде йыш ишетергә тура килә ине беҙгә, мәктәп уҡыусыларына ла. Беҙҙең өсөн балалар баҫмаларына ла яҙылып ҡайтыр ине атайым. Матбуғат һүҙенә ихтирам һәм һөйөү ана шулай бала саҡтан башланды миндә. Бөгөн дә мин әллә күпме гәзит-журнал алдырып уҡыйым, уҡығандарын ташламайым, төпләмәләргә туплап, һаҡлап барам. Шулар араһында сыға башлауына хәҙер 21-се йыл киткән "Киске Өфө" гәзите лә үҙенең лайыҡлы урынын тапты. Мин уны тәүге һандарынан алып уҡыйым һәм, әйтергә кәрәк, уның йөкмәткеһенә ҡыҙыҡһыныуым һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә, сөнки уның үҙенә күрә генә алдан ныҡлы уйланылған идея йөкмәткеһе, маҡсатлы йүнәлеше бар.
Был гәзиттә баҫылған бөтөн мәҡәләләр ҙә уҡыусыһын халҡыбыҙҙың рухи донъяһы, мәҙәни хазиналары өлгөләре менән таныштыра, тарихыбыҙҙы һөйләй, зыялы башҡорттарыбыҙҙы күрһәтә һәм уларҙың данын күтәрмәләй. Тап бына ошо "Киске Өфө"нө уҡып, мин үҙебеҙҙең заман башҡорттары, уларҙың эшмәкәрлеге, ижадтары хаҡында күберәк белә алдым. "Киске Өфө" гәзитенә тиклем башҡорттоң милли кейемдәре, биҙәүестәре, йолалары, тарихы хаҡында шулай ентекләп яҡтыртҡан баҫма юҡ ине, тиһәм, башҡа баҫмалар үпкәләмәҫтер, моғайын. Атаҡлы ғалимыбыҙ, археолог Нияз Мәжитовтың да Өфө тарихы буйынса фәнни-археологик асыштары тураһында тәүләп яҙып сығыусы, уның үҙе менән күп тапҡырҙар ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойоштороусы ла ошо гәзит булды.
Быларҙы мин ни өсөн яҙам? Бөгөн бәғзе бер маңҡорт һәм наҙандарҙың, ауыҙҙары ла ҡыйшаймайынса, хәҙер гәзиттәрҙең кәрәге бөттө, тип әйтеүҙәренә яуап итеп һөйләйем быларҙы. Ошо әйткәндәр хаҡында интернетта берәй материал уҡығанығыҙ бармы һеҙҙең, улайға китеп, гәзитте бөгөн интернет алыштырҙы, тип әйтергә батырсылыҡ итәһегеҙ икән? Эйе, таныйым, бөгөн интернет күпселек өсөн төп мәғлүмәт сығанағына әүерелде: унда, үкенескә, дөрөҫө лә бар, ялғаны ла етерлек. Һүҙ бутҡаһы, самаһыҙлыҡ сиге ул, минеңсә, интернет хәбәрҙәре. Юҡҡамы ни уның йәштәрҙе һәм бала-сағаны аҙҙырыусы йоғонтоһо хаҡында күптән инде саң ҡағыла.
Ә гәзиттәр, айырыуса үҙебеҙҙең милли матбуғат баҫмалары мәғлүмәт биреп кенә ҡалмай, үҙ уҡыусыларында илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары ла тәрбиәләй. Шуның өсөн генә лә алдырып уҡырға тәҡдим итер инем мин милли матбуғатыбыҙ баҫмаларын. Ғаиләләргә, ауыл-ҡала китапханаларына, мәктәптәргә булһа ла.
Мин "Киске Өфө"нө уҡып, мәғлүмәт алыу менән генә сикләнмәйем, яҙышып та торам: теге йә был тәҡдимдәрем, фекерҙәрем менән уртаҡлашам. Ошо йәһәттән мин Башҡортостан Республикаһын "Башкирия" тип әйтеүгә һәм яҙыуға ҡаршы булыуым хаҡында төрлө гәзиттәргә яҙып ҡараным, шул иҫәптән, "Киске Өфө"гә лә, ләкин бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ. Гәзит аша БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына ошо фекеремде еткерергә ине, бәлки, был йәһәттән берәй закон ҡабул итерҙәр. Тағы бер фекерем "төбәк" һүҙенә ҡағылышлы. Минең тыуған яҡтарым Мәсетле районында "төбәк" ул төпкөл бер урын, аҡлан йә һыу буйы һ.б. Бәләкәй саҡта әсәйем миңә: "Быҙауҙарҙы йә ҡаҙҙарҙы төбәккә ҡыу", - тип йомош ҡушыр ине. "Регион" тигәнде беҙгә "төбәк" тип түгел, ә "аймаҡ" тип әйтеү урынлы булыр кеүек. Өсөнсө тәҡдимем дә бар: гәзитебеҙҙә мин спорт темаһын киңерәк яҡтыртыуҙы үтенер инем, сөнки беҙҙә спорт яҡшы үҫешкән, билдәле спортсыларыбыҙ, төрлө кимәлдәге чемпиондарыбыҙ күп, улар хаҡында яҡшыраҡ белергә кәрәк беҙгә. Ә дөйөм алғанда, "Киске Өфө" миңә бик оҡшай, минән күреп, хатта туғаным да яҙылды әле уға. Гәзит журналистарына эштәрендә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Дим ӘХМӘҘИЕВ,
хеҙмәт ветераны.
Нефтекама ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.03.23 | Ҡаралған: 203

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru