«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Календарҙа яңы дата - наставник, йәғни Кәңәшсе-тәрбиәсе (Остаз) көнө булдырыу тәҡдимен күпселек хуплап ҡабул итте. Был беҙҙең өсөн ниндәйҙер яңылыҡ булып тормаһа ла, кәңәшсе-тәрбиәсе эшмәкәрлеге бөгөнгө шарттарға ярашлы нисек ойошторолорға тейеш, тип уйлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУГИРҘАРҒА ТОННА ЯРЫМ БАШҠОРТ БАЛЫ
+  - 

"Торатау" Конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында Ҡортсолоҡто үҫтереү форумы үтте. Уның эшендә Татарстандан, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Пермь, Приморье крайынан, Кузбасстан меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

Баш ҡаланың йәш рәссамының нейросеть менән авторлыҡта эшләгән "Киләсәк ҡортсолоғо" тип аталған күргәҙмәһе форумдың үҙенсәлекле бер мәле булды, сөнки сара һуңында картиналар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам маҡсатынан ойошторолған хәйриә аукционында һатылды. Махсус "валюта" - Башҡортостан төбәктәрендә йыйылған бал иҫәпләшеү сараһына әйләнде. Йәғни, ҡатнашыусылар картиналарҙы бал түләп алды. Аукционды Өфө ҡала хакимиәте, "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт автономиялы учреждениеһы һәм "Башспирт" акционер йәмғиәте ойошторҙо. Унда республиканың 22 умартасыһы ҡатнашып, яугирҙарға оҙатыу өсөн барлығы 1500 килограмм бал тапшырҙы. Ошо көндәрҙә "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" белгестәре балдарҙы махсус лабораторияла тикшереп, таҙартып һауыттарға тултырыуҙы тамамланы. "Беҙ тәҡдимебеҙҙе ишеткән һәм уртаҡ маҡсатта берләшкән умартасыларға ҙур рәхмәтлебеҙ", - ти "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт автономиялы учреждениеһы директоры урынбаҫары Лилиә Сабитова.
Балдарҙы һауыттарға тултырыу барышында учреждениеға Әбйәлил районының "Красная Башкирия" ауылы умартасыһы Роман Малышев тағы ла бер ни тиклем бал килтерҙе һәм журналистар менән ихлас аралашты. Ул үҙенең һөнәрен ата-олаталарынан күскән кәсеп булыуы менән аңлата һәм йәне-тәне менән умартасылыҡҡа бирелгән кеше. Үҙен "күсмән умартасы" тип баһалай, сөнки миҙгел дауамында умарталарын бер нисә урынға күсереп йөрөтә. "Хәйриә сараһында картинаны бал түләп һатып алыу аукционында ҡатнашырға тәҡдим иткәс, бер һүҙһеҙ ризалаштым, - ти ул. - Махсус хәрби операцияла беҙҙең егеттәр илде һаҡлай, уларға рухи йәһәттән генә түгел, физик яҡтан да бик ауыр, һәм бал көс бирәсәк, иммунитеттарын нығытасаҡ. Беҙ ебәргән бал - ҡулыбыҙҙан килгән ярҙамдың бәләкәй генә бер өлөшө".
Башҡортостандың төрлө төбәгенән йыйылғанлыҡтан, яугирҙарға сәскә, ҡарабойҙай, акация, шул иҫәптән йүкә балы ла оҙатыласаҡ. Улар 4 килограмлыҡ биҙрәләргә тултырылып, һәр ҡайһыһына умартасының исем-фамилияһы, районы яҙылған этикетка йәбештерелә. Был - "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт автономиялы учреждениеһының махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға шундай ҙур күләмдә оҙатҡан тәүге партия балы. Улар бындай аукциондарҙы артабан да ойошторорға ниәтләй.
Әйткәндәй, Башҡортостан умартасылары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла яҡташтарын тәбиғи антибиотиктан өҙмәгән. Ә инде 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары өсөн хатта бер вагон бал оҙатҡандар.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.23 | Ҡаралған: 226

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru