«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИРАЖДАР КӘМЕЙ, Ә ВЫЖДАН ЫЖЛАМАЙ...
+  - 


Мин матбуғат ҡоломондор, тип уйлайым, сөнки үҙемде белә-белгәндән гәзит-журналдарҙан айырылмай йәшәйем. Шулай ҙа ҡасан тыуҙы миндә матбуғатҡа һөйөү?

Бала саҡта Юлдыбайға барғанымда туғаныбыҙҙың улы ҡулында төҫлө һүрәттәр менән биҙәлгән бер гәзит күреп, мөкиббән булғаным ныҡ хәтерҙә ҡалған. Ҡайтҡас, мин дә атай-әсәйемдән шул гәзитте яҙҙырыуҙарын һораным. Йөкмәткеһен әле аңламаһам да, һүрәттәре бик тә күңелемә ятты, сөнки уларҙа балалар тормошонан мауыҡтырғыс фотолар бирелә, тәбиғәт күренештәре сағыла ине. Был гәзит, һуңынан аңлауымса, "Пионерская правда" булып сыҡты.
Бөгөн иһә мәғлүмәт сығанаҡтары ғәйәт күбәйҙе. Хатта телевидение менән радио ла арттараҡ тороп ҡалды һымаҡ, сөнки һәр кемдең ҡулында - айфон, смартфон, ноутбук... Ни ҡылмаҡ кәрәк, мин яратҡан баҫма матбуғат та әлеге гаджеттарға урынын бирә, тираждары кәмегәндән-кәмей башланы. Матбуғат менән күптән дуҫлашҡанлыҡтан, йыл башынан уҡ үҙем алдырып уҡыған гәзит-журналдарҙың тираждарын яҙып барырға ғәҙәтләнгәйнем. Мәҫәлән, 2006 йыл башынан 24 605 дана сығып килгән "Йәшлек" гәзите алты йылдан һуң 17 мең булһа, тағы ла алты йылдан 10 меңгә ҡалғайы. Бөгөнгә шул кимәл һаҡлана алһа, ниндәй шатлыҡ булыр ине! Юғиһә бит, тәүге һандарынан алдырып уҡыған "Истоки" (2009 йылда ул 7 552 дана менән сыға ине) менән "Аҙна" (2013 йылда 54 810 дана булды) гәзиттәре, белеүегеҙсә, бөгөн юҡҡа сыҡты.
Мин мәғлүмәт сығанаҡтарының ҡағыҙ баҫмала сығыуы яҡлымын һәм яҙма һүҙ көсөнә нығыраҡ ышанам. Урыҫ халҡы әйтмешләй, ҡәләм менән яҙылғанды балта менән сабып ташлап булмай. Был - хәҡиҡәт. Ташҡа баҫылғаны мәңгелек һүҙ булып тарихта ҡаласаҡ. Әлеге заманда ла бит боронғо яҙмаларҙы уҡып, өйрәнеп, бик күп тарихи мәғлүмәттәргә эйә булабыҙ.
Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас та мин "Совет Башҡортостаны", "Ленинсы" гәзиттәрен, районыбыҙ баҫмаһын һәм "Әҙәби Башҡортостан", йәғни "Ағиҙел" журналын алдыра башланым. Ул осорҙағы ҡағыҙ матбуғат саралары мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә ойоштороусы, әйҙәүсе, туплаусы һәм ысын мәғәнәһендә тәрбиәсе лә ине, сөнки гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәлә, очерктар эш һөйөүсе хеҙмәт алдынғылары өлгөһөндә тәрбиәләй, йәштәрҙе лайыҡлы алмаш булырға өйрәтә ине. Тәнҡит материалдары иһә ҡайһы бер бюрократ һәм вайымһыҙ хужалыҡ, район етәкселәрен дә үткер ҡәләм осона, "Өлгөрбай яҙмалары" фельетондарына йыш эләктерҙе, уларҙы ла тәрбиәләне. Халыҡ матбуғат баҫмаһы һүҙенә ышана ине, шуға ла ул саҡ гәзит уҡымаған кеше һирәк булды.
Ә бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит уҡыусылар һирәк күренеш. Матбуғат ижтимағи әһәмиәтен юғалта барып, күбеһенсә мәғлүмәт сығанағы булып ҡына хеҙмәт итә, тиһәм, бигүк дөрөҫ тә булып етмәҫ кеүек. Әле ул күберәк социаль-көнкүреш, мәғариф һәм мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт мәсьәләләрен яҡтырта, сәләмәт тормош рәүешенә өндәй. Ә иң мөһим темаларҙың береһе - туған тел һәм халҡыбыҙ тарихы мәсьәләләре, быныһы ҡыуандыра, әлбиттә. Сөнки, кем әйтмешләй, бөгөнгө көн шуны талап итә лә. Тик, үкенескә, гәзит-журнал биттәрендә элекке кеүек янып-ярһып фекер алышыуҙар, конструктив бәхәс һәм диалогтар юҡ кимәлендә. Был аңлашыла ла: әйтеп китеүемсә, аудитория тарайҙы, гел бер үк авторҙар фекере ҡабатлана башланы. Уның ҡарауы, бая әйткән "янып-ярһып" бәхәсләшеүҙәр, хатта ки бер-беренең йөҙөнән алыу, "бит тырнашыуға" тиклем барып етеүҙәр виртуаль донъяға - интернет киңлектәренә күсте: был донъя сикһеҙ, киң - әйҙә, бәхәсләшегеҙ, тик йәмһеҙләшеүгә, бер-береңде кәмһетеүгә, мыҫҡыллауға юл ҡуймағыҙ.
Баҫма матбуғаттың нимәһе яҡшы - унда әлегеләй тәртипһеҙлек һәм хаялыҡтарға бер ҡасан да юл ҡуйылманы һәм әле лә әҙәп ҡанундары изге күреп һаҡлана, бына шул да гәзит-журналдарыбыҙ өҫтөнлөктәренең мәртәбәһе. Тап ана шул уйлап әйтеү, сама белеү, әҙәплелек сифаттары менән яҙма матбуғатыбыҙ йәшәйәсәк әле һәм, ихтимал, виртуаль киңлек авторҙары ул донъялағы самаһыҙлыҡ менән ялған мәғлүмәттәрҙән бүгеп, бер заман туған гәзит-журналдарыбыҙға яҙыла башламаҫтар, тимә...
Шөкөр, ә мин үҙем бына быйыл да "Киске Өфө", "Башҡортостан","Йәшлек", районыбыҙҙың "Һаҡмар", "Баймакский вестник", "Атайсал", "Ветеран Башкортостана" гәзиттәренә һәм шулай уҡ "Ағиҙел", "Ватандаш" журналдарына яҙыла һалдым һәм шуларҙы уҡып кинәнәм. Ҡиммәтерәк, әлбиттә, ләкин матбуғатһыҙ йәшәү миңә күңелһеҙ һәм мәғәнәһеҙ тойола. Ҡиммәт, тигәндән, бөгөн нимә арзан һуң ул? Минеңсә, гәзит-журнал редакциялары эшенә почта хеҙмәте ҙур ауырлыҡ һала. Был фекерҙе яңыраҡ осратып һөйләшергә тура килгән бер мөхәррир иптәш тә раҫланы: почта матбуғат баҫмаларының ярты хаҡын ала, тине ул. Был ойошма, ысынлап та, сама белмәй башланы түгелме? Элек 4-5 тин торған ябай ғына ҡотлау открыткаларын хәҙер 48 һумға һатып ултыралар бит! Һәр төрлө түләүҙәргә комиссия тотоп ҡалалар, яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары, хужалыҡ тауарҙары ғына түгел, хатта аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән сауҙа итә башланылар бит почта бинаһы эсендә. Үҙҙәренең һаҡлыҡ банкын астылар - был нимә, ябай почта эшселәренең йән аҫрауымы, әллә хужаларына өҫтәмә килем генәме? Етмәһә, былай ҙа фәҡирлек сигендә көн итеп, бына тигән гәзит-журнал ижад итеүселәрҙән аҡса ҡайыра, тиң, ә! Замандаштарымдың вайымһыҙлығы, хуш күңеллегенә лә эс боша. Йәнде өйкәп тороусы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса дөйөм фекер алышыу, йәшәйешебеҙҙәге теге йәки был күренеште хуплау йә булмаһа бер төптән тәнҡитләү тигән нәмә юҡ, һәр кем үҙ өңөнә бикләнгән. Әлбиттә, гәзит алдырып уҡымағас, ниндәй фекер уртаҡлашыу, ти ул! Ҡайһы саҡ сәмләнеп-ғәрләнеп тә китәм: республикабыҙҙа татар телендә нәшер ителеүсе "Без - бергә" тигән гәзит 66 мең 800 дана менән сыға, беҙҙең әсә телебеҙҙәге төп гәзиттәребеҙҙе уҡыусы юҡ кимәлендә - хурлыҡ түгелме ошо?..
Журналистарыбыҙ гәзит-журнал да сығара, өҫтәүенә, инәлеп-ялбарып тигәндәй, үҙ уҡыусыларын эҙләй, уларҙы гәзиткә яҙылырға өндәй. Был дөрөҫмө? Юҡ, әлбиттә! Быларҙы мин зарланыуҙан бигерәк киләсәгебеҙҙе уйлап хафаланыуҙан, балаларыбыҙҙың кем һәм ниндәй телле булып үҫере борсоғандан яҙам. Милләттәштәребеҙҙең һәр береһе булмағанда ла, һәр ғаилә берәр дана матбуғат баҫмаһы алып уҡыһа, был рухи асылыбыҙға ҡайтыуҙа, туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙа мәртәбәле ғәмәлдәрҙең береһе булыр ине.

Йәмних ҠАШҠАРОВ,
йәмәғәт хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 212

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru