«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠТАШТАР ОРАН ТАШЛАЙ: БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ТЕРӘК БУЛАЙЫҠ!
+  - 


Мәләүез ҡалаһында республиканың 12 районынан - Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Мәләүез, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Стәрлебаш, Миәкә, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондары вәкилдәре ҡатнашлығында "Минең кесе Ватаным - Атайсал" бишенсе муниципаль форумы булып үтте.

Форум, ғәҙәттәгесә, күргәҙмәнән башланды, унда муниципалитеттар үҙ биләмәһендә ғәмәлгә ашырылған әһәмиәтле проекттар менән таныштырҙы. Экспозицияла меценаттарҙың һәм битараф булмаған яҡташтарҙың тыуған төйәгендә тормошто яҡшыртыуы: ауыл урамдарын төҙөкләндереүе, мөһим социаль объекттар төҙөүе һәм ремонтлауы, тыуған яғының мәҙәни үҙенсәлектәрен һәм тарихын һаҡлауға үҙ өлөшөн индереүе сағылдырылған. Үткән муниципаль-ара форумдарҙағы кеүек үк, бында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү темаһына айырым иғтибар бүленде. Башҡортостандың һәр районында һәм ҡалаһында яугирҙарға ярҙам йыйыуҙы ойоштороу дауам итә.
Артабан тематик секциялар башланды. Форумда 4 майҙансыҡта тиҫтәнән ашыу секция эшләне. "Ауыл йәки ҡалала уңайлы мөхит тыуҙырыу өсөн нимә эшләргә?" тигән эшлекле уйынды алып барыусы, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр үҙәге директоры кәңәшсеһе Урал Ибраһимов билдәләүенсә, бындай саралар конкурстың идеяһын яҡшыраҡ аңларға һәм бөтәһе өсөн дә файҙалы проект төҙөргә ярҙам итә. "Тәү сиратта бизнес-берләшмәләр, әүҙем граждандар һәм власть органдары бер-береһен тыңларға һәм аңларға тейеш. Шул ваҡытта дөйөм эш уңышлы буласаҡ", - тине ул үҙ сығышында. "Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн гранттар. Нимә ул һәм ни өсөн кәрәк?" тигән секцияла сығыш яһаусылар гранттар менән эшләүҙең нескәлектәре тураһында һөйләне, ҡунаҡтар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә алды "Заманса мәктәп телевидениеһы" секцияһында башлыса балалар ҡатнашты. Улар өсөн "Тамыр" телестудияһы оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. Мәктәп уҡыусылары асыҡ студия майҙансығында фекер алышты. Үҙеңде камера алдында нисек тоторға, интервью барышында ниндәй һорауҙар бирергә һәм тамашасыны нисек үҙеңә йәлеп итергә - журналистар ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. "Мәләүез ере - батырлыҡ биләмәһе. Илһөйәрҙәр үҫтерәбеҙ" тип исемләнгән майҙансыҡҡа йыйылыусылар киләсәк быуында ватансылыҡ, тоғролоҡ, Тыуған илгә һөйөү кеүек изге тойғолар тәрбиәләү хаҡында фекер алышты, ошо йүнәлештә эш алып барғандар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
"Заман шарттарында яҡташтар ойошмаларының ауылдарҙы һаҡлап ҡалыуҙағы роле"нә арналған секцияла ошо яҡташтар ойошмаларының эшмәкәрлеге, тәжрибәһе, уларҙы һәр районда тергеҙеү тураһында ихлас фекер алышынды. Секция эшендә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сығыш яһап, "Атайсал" программаһының бурыстарын, әһәмиәтен аңлатты. Урал Таһир улын һәм башҡа яҡташтар ойошмалары етәкселәренең үҙ тәжрибәләре тураһында һөйләгәнен секция эшендә ҡатнашыусылар менән бергә 12 райондың хакимиәт башлыҡтары ла тыңланы. Беҙ беләбеҙ, төрлө райондарҙың яҡташтар ойошмалары бик күптән эшләп килһә лә, был хәрәкәт властағыларҙың иғтибарын бик үк йәлеп итмәне. Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән "Атайсал" программаһы был мөнәсәбәтте үҙгәртер, тигән ышаныс тыуа хәҙер. Ошо форумдағы сығыштарҙан да аңлашылыуынса, тыуған ауылдарынан ситтә йәшәгән күптәр атайсалына ярҙам итергә, уны йәшәтеү, йәнләндереү өсөн ҡулдан килгәнде эшләргә теләй - урындарҙағы власть әһелдәре шуны аңларға, яҡташтарҙың тәҡдим-теләктәрен ҡабул итергә тейеш. Тап шуның менән әһәмиәтле лә инде "Атайсал" дың ошондай муниципаль форумдары - улар бер-береһе менән аралашты, бер-береһен ишетте, тип ышанырға кәрәк.
- Рәхмәт "Атайсал" программаһын уйлап сығарған республика Башлығы Радий Хәбировҡа, уны ғәмәлгә ашырыуға ең һыҙғанған Урал Килсенбаевҡа һәм уның фекерҙәштәренә, - тине "Торатау" Ишембай яҡташтар ойошмаһы етәксеһе Рәүҙәт Ҡолманбәтов. - Беҙ, ситтә йәшәгән яҡташтар, быға саҡлы ла ауылдарыбыҙға ҡайтып, ниндәйҙер мәҙәни саралар, осрашыуҙар ойоштора ала инек. Әммә күптәребеҙҙең ауылға ҡайтып, әйҙә әле мин һеҙҙең теге йәки был объектты төҙөкләндерәм, төҙөйөм, тип әйтергә ҡыйыулығы етмәй ине. Йөрөй шунда ҡыҫылып, тип әйтеүҙәре лә ҡурҡыта бит инде. Ә был программа беҙгә ауылдарыбыҙға ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтергә юл асты. Кемдер ниндәйҙер предприятие асып, эш урындары булдыра ала, кемдер мәсет төҙөй, зыяраттарҙы, шишмәләрҙе тәртипкә килтерә. Тик яҡташтарҙың ошо ярҙамын ҡабул итергә өйрәтергә кәрәк әле беҙҙең район етәкселәрен.
Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың һәр районында яҡташтар берлеген ойошторорға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев бер йыл элек "Атайсал" зона форумдарын яҡташтар хәрәкәтен тергеҙеү өсөн уҙғара башлауҙарын әйтте. "Бер йыл элек беренсе республика форумында ҡуйған төп бурыстарыбыҙҙың береһе һәр районда яҡташтар хәрәкәтен тергеҙеү ине. Әлеге тема менән шөғөлләнгән хакимиәт башлыҡтары, муниципалитет етәкселәре ошондай ассоциациялар булдыра башланы. Шуныһы ҡыуаныслы: бының өсөн бер ниндәй ҙә тырышлыҡ кәрәкмәй, бының менән ҡыҙыҡһынған һәм күп кешеләрҙе берләштерә алған кешене табыу зарур", - тине Урал Таһир улы.
Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, яҡташлыҡ институтына ярҙам һәм ватандаштарыбыҙҙы республика тормошона йәлеп итеү хәҙерге шарттарҙа, тәү сиратта биләмәләрҙе артабан үҫтереү өсөн бик мөһим. "Ҡасандыр үҙ-ара ярҙам итеү өсөн булдырылған яҡташтар берлеге бөгөн дә тормоштоң ҡатмарлы осорҙарын еңеп сығырға ғына түгел, ҡыйыу рәүештә киләсәккә ҡарарға мөмкинлек биргән терәк булып тора. Үҙ-үҙеңә, күршеңә ышанмайынса, территорияның стратегияһын төҙөп булмай. Еңеү өсөн аяғыңда ныҡлы баҫып торорға кәрәк, был иһә стратегик планлаштырыу законы", - тип үҙ фекерен белдерҙе Юлдаш Йосопов.
Ошо уҡ фекерҙе ҡеүәтләп, Стәрлебаш яҡташтар ойошмаһы вәкиле, республиканың Күсемһеҙ мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин шулай тине: "Эйе, тыуған ауылдан сығып китһәң дә, Ватанға һөйөү һәр ваҡыт үҙең менән. Олоғая килә тыуған ергә һөйөүҙе ярҙам рәүешендә күрһәтеп булыуын да аңлай кеше. Бөгөн мин дә тыуған ерем - Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылына ярҙамым, район хакимиәте менән бергәләп эшләүебеҙ тураһында һөйләнем, тәжрибә уртаҡлаштым. Ғөмүмән, тыуған ереңә нисек файҙалы булырға, тигән һорау һәр кемдең аҡылына килһен ул. Сөнки ауылдар киләсәге - үҙебеҙҙең ҡулда!"

Шулай итеп, аралашыу, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу дауам итә, "Минең кесе Ватаным - Атайсал" алтынсы муниципаль форумы 14 апрелдә 9 район ҡатнашлығында Баймаҡта үтәсәк, тип билдәләнде һәм күсмә кубок Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа тапшырылды.

Ләйсән СӘЛИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru