«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘН – КҮҢЕЛГӘ
+  - 

Гәлсәр Байғусҡарова. "Күңел". Концерт иғланынан ап-асыҡ, яҡты йөҙлө, янып торған күҙҙәр баға. Өмөт-хыялға тулы ҡарашы менән үҙенең күңел донъяһына саҡыра.

Бына М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһенә сағыу уттар яҡтыһына сорналып, йәш йырсы сығып баҫа. Уның тирәләй берәм-берәм Мәскәү һәм Башҡортостан музыканттары теҙелә. Зал тын ҡалып Гәлсәрҙең сығышын тыңлай. Моңло күңелдән күңелдәргә моң тула...
Әлеге көндә Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Музыка академияһында һуңғы курста уҡып йөрөүсе, бәләкәй генә сағынан республика халҡына "Тамыр" телеканалы тапшырыуҙары, "Бирешмә" һәм "Ышан" йәштәр сериалдары аша таныш, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Чехияла үткән "Прага буяуҙары" конкурсында, "Йәшлек-шоу"ҙа еңеүсе булырға өлгөргән Гәлсәр Байғусҡарова башҡорт, рус, инглиз телдәрендә, тере тауышта 20-гә яҡын йыр яңғыратты ул кистә. Етмәһә, концертты башынан аҙағынаса, ике сәғәт дауамында, яңғыҙы алып барҙы. Сығыштар араһында йәш йырсының тамашасы һорауҙарына биргән яуаптары ҙур экранға сығарылып, тамашаға тағы бер үҙенсәлек өҫтәне. Репертуарындағы Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим кеүек оло шәхестәребеҙҙең шиғырҙарына Салауат Низаметдинов, Нур Даутов, Ришат Сәғитов һәм башҡа композиторҙар ижад иткән йырҙарҙы шулай тамашасы күңеленә түкмәй-сәсмәй генә еткерә алды йәш йырсы.
Әйткәндәй, тере тауыш, тере музыкаль инструменттар оҙатыуында ойошторолған концертты күптәрҙең тәүге күреүе булғандыр. Әлегә тиклем республиканың йыр сәнғәтендә башлыса "фанера" концерттары өҫтөнлөк итеүгә күнегеп тә бөткәнбеҙ бит. Был йәһәттән Гәлсәр Байғусҡарованың концерты, һис шикһеҙ, ихласлыҡ өлгөһө булды. Серле, мөғжизәле ижад яланына баҫҡан ғына ҡыҙсыҡҡа уңыштар теләп, уның тәүге концертын алҡышлап, киләсәккә фатиха бирҙе тамашасыһы. Хисле, киң һәм гәлсәр күңелле башҡорт ҡыҙының ижады тылсымлы ноталарға бай булһын, тип теләне тамаша ҡылыусылар. Түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәренең фекер-теләктәренә ҡолаҡ һалайыҡ:
Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова: Гәлсәрҙең ижады менән бала сағынан ҡыҙыҡһынып барам. Ул кескәй сағынан йырға мөкиббән китеп, сәнғәткә үҙен бағышларға тырышып ятҡан саф күңелле бала. Үҫеш бара. Үҙенең юлын эҙләй. Ундай алым менән йырлаған йырсылар әлегә юҡ. Йыр сәнғәтен, тыуған ерен шул тиклем ярата. Концертын "Күңел" тип атауы ла күңелгә ятты. Уңыштар теләйем!
Радио һәм телевидение ветераны, журналист, "Тамыр" балалар студияһын ойоштороусы Луиза Фархшатова: Тере тауыш та, үҙе һөйләп, үҙе йырлауы ла танһыҡ булды беҙҙең күңелдәргә. Етмәһә, һорауҙарға яуап биреп тә өлгөрә. Бар яҡлап уйланылған, профессиональ кимәлдә ойошторолған, йөкмәткеле, мәғәнәле концерт. Балаларса ихлас күңелле, йәш ижадсының сәхнәлә йәшәүенә шаһит булдыҡ.
Башҡортостандың халыҡ артисы, музыкант Ғәле Алтынбаев: Был ҡыҙҙың Башҡортостан юлдаш каналындағы сығыштарын күргәнем бар ине. Әлеге концертта башҡорт ҡыҙының шул тиклем мөләйемлеген һәм асыҡ күңелен тойҙом. Йырҙарын композитор көйөнә яңы биҙәктәр өҫтәп башҡара. Ул эҙләнә. Үҙем музыкант булараҡ, киләсәктә уның менән ижади аралашып, тәжрибәм менән бүлешкем килде.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин: Гәлсәрҙең концертын һоҡланып ҡарап ултырҙым. Үҙемә моңдаш тип уйланым. Ике сәғәттән ашыу барған концерт бер тынала үтте. Концерттың аҙағына тиклем йырсы менән бер тулҡында булдыҡ. Йырҙары менән донъя кимәленә лә сығыр әле, тигән өмөттәмен.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, 83 йәшлек өләсәй Альбина Исхаҡова: Мин Гәлсәрҙе тыуған көнөнән алып беләм, тиһәм дә хата булмаҫ. Бишектән йырлай башлағандыр ул. Йәштәр араһында йәштәрсә йырҙар тыңлап, йәшәреп ҡайтырға сыҡтым. Афарин ҡыҙыма!
"Юлдаш" радиоһы дикторы Салауат Шәмсетдинов: Һөйгән йәрем менән "Күңел " концертын ҡарап, күңел моңға тулып ҡайтып барабыҙ. Бындай формат, тере тауышта башҡарылған концертты тормошомда беренсегә ишеттем. Ошондай концерттарға күберәк йөрөр инем, әгәр тере тауышта йырлаусылар булһа...

Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.04.23 | Ҡаралған: 330

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru